вторник, 3 января 2017 г.

Мьянма: урындағы халыҡты мыҫҡыл иткән полицейскийҙар ҡулға алынған.


Мьянмала бер нисә полицейский ҡулға алынған, был хәл шәмбе көн социаль селтәрҙә тәртип һағындағыларҙың илдең төньяҡ-көнбайышындағы бер ауылда ислам динендәге рохинджа халҡын язалауҙары хаҡындағы видео пәйҙә булғас эшләнә.

Уҙған йылдың октябрендә, боевиктарҙың өс посҡа һөжүм итеүенә яуап итеп, хөкүмәт рохинджа халҡы йәшәгән сик буйындағы Ракхайн штатына ғәскәр индерә.

Был ваҡиғалараҙан һуң, 50 000 мосолман эҙәрлекләүҙәрҙән күрше Бангладешҡа ҡаса. Ҡасаҡтар хәрбиҙәрҙең һәм полицейскийҙарҙың тыныс халыҡты аяуһыҙ йәберләүе – язалауҙар, көсләүҙәр һәм үлтерештәр тураһында һөйләй.

Һуңғы көндәргәсә Мьянма хөкүмәте ғәйепләүҙәрҙе инҡар итеп килде. Әммә был юлы инде тикшереү башлауы хаҡында белдерҙе.

Моғайын, Мьянма хөкүмәте башлығы Аун Сан Су Чжи адресына коллегаларының – Тыныслыҡ Нобель премияһы лауреаттарының БМО Именлек советына Мьянмалағы этник таҙартыуҙарҙы һәм кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙе туҡтатыуҙы талап итеп яҙған асыҡ хаттағы ҡаты тәнҡит һүҙҙәре лә үҙ ролен уйнағандыр.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, рохинджа – донъялағы иң ныҡ йәберләнгән халыҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий