четверг, 5 января 2017 г.

Мигранттарға ярҙам иткәне өсөн, француз фермерына төрмә янай.


Ил сиктәре – ер тәнендәге йөйҙәр,” “Ярҙам – енәйәт түгел” – ошондай лозунгылар менән, Седрик Эрруҙы яҡлау өсөн, Ницца суды бинаһы алдына шаршамбы көн йөҙҙәрсә кеше йыйылды. 37 йәшлек француз фермеры легаль булмаған мигранттарға Франция- Италия сиген үтергә ярҙам итеүҙә ғәйепләнә.

Бының өсөн уны 5 йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре һәм 30 мең евро күләмендә штраф һалыуҙары ихтимал.

Суд процесына Эрру үҙе бына ниндәй комментарий бирә:

Закон миңә, бәләгә ҡалған кешеләргә ярҙамға ҡаршы. Тимәк закондарҙы үҙгәртергә кәрәк. Улар йәмғиәт файҙаһына булырға тейеш, кешеләр берләшеп, килешеп йәшәргә тейеш.”

Үҙ автомобилендә Седрик Эрру сығыштары менән Эритреянан булған 50-нән ашыу кешене Италиянан Францияға алып сыҡҡан. Аҙаҡ рөхсәтһеҙ SNCF тимер юл компанияһының йәйге лагерына урынлаштырған.

Вентимильянан итальян рәссамы Лючия Пальмеро, ғәйепләнеүсене яҡлау өсөн, суд бинаһына килгән.

“Мине бындай хәл бик борсой, -тип һөйләй ул.-Беҙ европалыларға теләктәшлек күрһәтһәк – был нормаль күренеш. Һүҙ мигранттар, бигерәк тә ҡасаҡтар хаҡында барһа – был проблема.”

Эрру, үҙе раҫлауынса, башлыса бәлиғ булмағандарға ярҙам иткән, быны ул үҙ теләге менән, файҙа хаҡында уйламайынса эшләгән.

Эрру эше буйынса хөкөм ҡарары февралдә сығарыласаҡ.

Бынан алда Ницца суды тикшеренеү институның бер ғалимын, Италиянан Эритреяның легаль булмаған мигранттарын алып сыҡҡаны өсөн, шартлы рәүештә 6 йылға хөкөм иткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий