« «Эй, Минең ҡолдарым! Мин алтын менән
көмөштө (аҡсаларҙы), һеҙгә ризыҡтарҙы һәм кейемдәрҙе һатып алып ҡулланыр өсөн
бар ҡылдым. Уның өсөн Минең исемдәремде маҡтап бөйөкләгеҙ һәм ундай ниғмәттәргә
шөкөр ҡылығыҙ. Уларҙы Миңә буйһоноуҙа һәм хеҙмәт итеүҙә ҡулланығыҙ. Һеҙҙең йәннәт
юлығыҙҙа ярҙам итеүгә улар сәбәпсе булһын һәм һеҙҙе йәһәннәм утынан һаҡлауҙа
ҡулланығыҙ. Ләкин һеҙ, донъяға алданып, Миңә ҡаршы барырға ярҙамсы итеп уларҙы
алаһығыҙ һәм Минән башҡа уларға ғибәҙәт ҡылып бөтөнөһөнән өҫтөн ҡуяһығыҙ. Минең
китабымды аяҡ аҫтына һалып, өйҙәрегеҙҙе бейек һалдығыҙ һәм матурланығыҙ, ләкин
Минең өйҙәремде - мәсеттәрҙе -түбән ҡылып йәмһеҙләнегеҙ. Шуның өсөн һеҙҙә
яҡшылыҡ та, намыҫ та юҡ.
Эй,
Минең ҡолдарым! Донъя һәм уның байлыҡтары йыйыштырылған ҡәбер кеүек, тышы матур
итеп күренә, ләкин эстән ҡурҡыныстыр. Һеҙ кешеләрҙе, улар һеҙҙе оҡшатһын,
һөйһөн өсөн, тәмле һүҙ һәм матур эш менән алдарға тырышаһығыҙ. Минең ҡаршыма
ҡаты йөрәктәр һәм йәмһеҙ эштәр менән килеп баҫаһығыҙ. Эй, Әҙәм балаһы! Һеҙҙең ҡәбәхәт ғәмәлдәр ҡылыу менән изгелеккә
өндәүегеҙ өй түшәмендә торған янмаған фонарь кеүек, бер файҙа ла килтермәҫ.
Эй,
Әҙәм балаһы! Ғәмәлеңде Минең ризалығым
өсөн эшлә. Эй, Әҙәм балаһы! Минең
ризалығым өсөн эшләнмәгән ғәмәлеңде ҡабул итмәйем. Минән динеңә файҙа
килтермәгән нәмәне һорама һәм Мин һиңә һораусыларҙың иң хәйерле теләктәрен бирҙем».
Комментариев нет:
Отправить комментарий