воскресенье, 29 января 2017 г.

Аллаһы Тәғәлә бойора:


«Эй, Әҙәм  балаһы! Яҡшы үә уға алып барыусы ғәмәлдәр ҡылығыҙ, сөнки  ул йәннәт асҡысы. Насар һәм уға алып барыусы булған ғәмәлдәрҙән һаҡланығыҙ, сөнки ул йәһәннәм асҡысы.

 Эй, Әҙәм  балаһы! Бел: был донъя - харап булған (емерек) йорт, шуға күрә ундағы ғүмерең дә емерек булыр (ышыныс бағларлыҡ булмаҫ). Тәнең ер өсөн булыр. Йыйған байлығың вариҫтарыңа булыр, уның менән башҡалар файҙаланыр, ләкин уның хисабы, ғазабы һәм үкенесе һиңә ҡалыр. Ҡәберҙә һиңә ғәмәлең юлдаш булыр. Һине хисаплағансы, үҙ-үҙеңде хисап ҡыл. Миңә итәғәтлек ҡыл һәм гонаһ  эштәрҙән һаҡлан. Минең биргәнемә риза бул һәм шөкөр итеүселәрҙән бул.

 Эй, Әҙәм  балаһы! Кем көлә-көлә гонаһ  эшләһә, ул йәһәннәм утына илай-илай кертелер. Эй, Әҙәм  балаһы! Йәһәннәм утына илай-илай кертелгәндә, күпме байҙар фәҡир булырға теләр ине. Кем гонаһы тураһында уйлап, Минән ҡурҡып, күҙ йәштәре түкһә, ул йәннәт ниғмәттәренә йылмайып, шатланып индерелер. Күпме байҙар хөкөм көнөндә фәҡирлек теләр. Күпме йәберләүселәрҙе үлем хур итте. Күпме ләззәтте үлем тәмһеҙләне. Күпме ниғмәте менән шатланыусыны үлем хәсрәтләндерҙе. Күпме ҡыуаныстан һуң, оло ҡайғылар ғына ҡалды. Эй, Әҙәм  балаһы! Әгәр хайуандар үлем тураһында һеҙ белгәнде белһәләр, улар ашау һәм эсеүҙән туҡталып, астан һәм һыуһауҙан үлер ине. Эй, Әҙәм  балаһы! Үлемдең асыһын һәм ауырлығын үлсәп булмай, әгәр белһәң, төндәр буйы йоҡлай алмаҫһың һәм көндәр буйы үҙеңә урын таба алмаҫ инең. Әммә киләсәге уларҙан да ҡатыраҡ.

 Эй, Әҙәм  балаһы! Һиңә тәҡдир ҡылынған ниғмәт-шатлыҡтарҙы Әхирәткә ҡалдыр. Донъялыҡта алып бөтөрмәгән нәмәләр өсөн борсолма, әгәр ул нәмәләр һиңә Әхирәттә ҡайғы булып баҫһа. Эй, Әҙәм  балаһы! Йәшлегең менән алданма, күпме йәштәр ҡәбергә китеп барҙы. Эй, Әҙәм  балаһы! Мин һине тупраҡтан яралттым, шул тупраҡҡа кире ҡайтарасаҡмын һәм шул ерҙән ҡубарасаҡмын. Шуға күрә донъялыҡты ҡалдыр һәм үлемеңде көт. Бел: әгәр Мин ҡоломдо һөйһәм, уларҙы донъялыҡтан ситләштерермен, уны Әхирәт өсөн ҡулландырырмын, уға донъяның кәмселектәрен, ғәйептәрен күрһәтермен һәм ул донъяның мәкерлектәренән һаҡланыр. Ул йәннәт әһелдәренең эшен эшләй торған булыр, һуңынан Үҙ Рәхмәтем менән йәннәткә керетермен. Әгәр Мин һөймәһәм, Мин уны донъялыҡ менән генә шөғөлләндерермен – шуның менән генә булышыр. Ул йәһәннәм әһелдәренән булыр, һуңынан утҡа керетермен.

Эй, Әҙәм  балаһы! Һәр ғүмер мәңге түгелдер, оҙон булһа ла барыбер үтеп китәсәк. Тормош күләгә кеүек, аҙ ғына уның күләгәһе аҫтында һаҡланаһың. Унан һуң китеп бара һәм кире ҡайтмай.

Эй, Әҙәм  балаһы! Мин - һине Бар итеүсе, һине Ризыҡландырыусы, Мин һиңә Ғүмер биреүсе, һине Үлтереүсе, һине Тергеҙеүсе һәм һуңынан Хисап алыусы. Әгәр яҡшылыҡ ҡылһаң, сауабы Миңә ирешер. Насарлыҡ ҡылһаң, уныһы ла Миңә мәғлүм булыр. Һин бит үҙеңә файҙа ла, зарар ҙа, үлем дә, йәшәү ҙә ҙә, Әхирәттә ҡубарылыуҙы ла килтерә алмайһың (сөнки барыһын да Аллаһ Тәғәлә билгеләп ҡуйған).

Эй, Әҙәм  балаһы! Миңә итәғәт һәм хеҙмәт ит. Ризығыңды ҡайғыртма, Мин уны һиңә етерлек итеп бирҙем, яҙылғандан артығын һис ала алмаҫһың, һиңә шул етерлек булыр.  Эй, Әҙәм  балаһы! Нисек һин аңлай һәм белә алмаған нәмәләрҙе ҡайғыртып ниҙер ҡылаһың, ул ғәмәлдәрең эшләнмәгән эш кеүек – бер ҙә сауабы булмаҫ.

 Эй, Әҙәм балаһы! Кем барыбер  үлерен аңлаһа, нисек ул тормошҡа шатланыр? Кемдең бараһы урыны ҡәбер булһа, нисек ул был донъялағы йортона һөйөнөр?

Эй, Әҙәм  балаһы! Аҙ ризыҡ булып, һин уларға шөкөр итһәң, күп ризыҡ булып та, һинең уға шөкөр итмәүеңә ҡарағанда ул һинең өсөн хәйерлерәк.

Эй, Әҙәм  балаһы! Иң яҡшы мал Әхирәтең өсөн таратҡан мал һәм иң насар мал был донъя өсөн тотҡан малдыр. Шуға күрә һинең әжәлең еткәнсе, үҙеңә яҡшылыҡты һайла, биргән саҙаҡаларыңды үлгәс Миндә табырһың.

Эй, Әҙәм  балаһы! Кем ҡайғыла булһа, Мин ҡайғыһын Бөтөрөүсе. Кем ғәфү һораһа, Мин Ғәфү итеүсе. Кем тәүбә итһә, Мин тәүбәһен ҡабул итеп, Гонаһтарын юҡ итеүсе. Кем яланғас булһа, Мин генә кейендереүсе. Ҡурҡыуҙа булғандың Мин ҡурҡыуынан Имен ҡылдырыусы. Астың Мин генә тамағын туйҙырыусы. Әгәр Минең ҡолом Миңә буйһонһа һәм әмеремде үтәһә, Мин уға эшен еңеләйтермен, ярҙамымды ныҡ ҡылырмын һәм күңелен хаҡлыҡҡа асырмын.

 Эй, Муса! Кем ярлы һәм йәтимдәр малдары менән байыһа, Мин уны был донъяла ярлы ҡылырмын һәм Әхирәттә ҡаты ғазап менән ғазаплармын. Кем фәҡирҙәрҙе йәберләһә, үҙен хур ҡылырмын. Кем тормошон фәҡирҙәр өсөн төҙөһә, Мин уны хурлармын. Кем өйөн ярлы һәм зәғифтәр ҡулдары менән төҙөтһә, мин уның тормошон һәм бинаһын емереп, ялҡынлы утта йәшәтермен. Был алдағы сәхифәләрҙә лә булды. Муса һәм Ибраһим сәхифәләрендә.

Бөтөн ғаләмдәргә тәрбиәсе булған Аллаһҡа хәмед-маҡтауҙарыбыҙ, Мөхәммәдкә салауат-сәләмдәребеҙ булһын. Һәм уның ғаиләһенә лә булһын».






Комментариев нет:

Отправить комментарий