вторник, 31 января 2017 г.

Аллаһ Тәғәлә бойора:


«Эй, Әҙәм  балаһы! Ҡулыңды йөрәгеңә ҡуйып, дөрөҫөн фараз ит тә, һиңә иң һөйөклө нәмәне кешеләргә лә телә.

Эй, Әҙәм  балаһы! Һинең тәнең көсһөҙ (әҙ ғәмәл ҡылыусан), телең еңел (күп һөйләүсән), йөрәгең ҡаты (йәберләүсән).

Эй, Әҙәм  балаһы! Мин һинең ағзаларыңды әсә ҡарынында яралтыр алдынан ризығын билгеләнем. Эй, Әҙәм  балаһы! Һинең ғүмерең (бөтөн тапҡан-тарығаның) үлем менән бөтөр һәм ул һиңә килгәнсе, изге эштәр эшләп, әҙерлек ҡыл.

Эй, Әҙәм  балаһы! Әгәр Мин һине телһеҙ итеп яралтһам, һин һөйләргә теләп зарланыр инең. Әгәр Мин һине һуҡыр итеп яралтһам, һин һәр нәмәне күрергә теләп зарланыр инең. Әгәр Мин һине һаңғырау итеп яралтһам, һин ишетергә теләп зарланыр инең. Шуның өсөн мин һиңә биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белеп, Миңә шөкөр ит, көфөрлөк ҡылма, һин бит Минең хозурыма ҡайтасаҡһың. Эй, Әҙәм  балаһы! Мин һиңә бүлгән (тәҡдир ҡылған) һәр бер нәмә һине табасаҡ, шикһеҙ һиңә ирешәсәк.

 Эй, Әҙәм  балаһы! Минең исемем менән ялған ант итмә, кем ант итеп ялғанлаһа, уны Мин утҡа керетермен.

Эй, Әҙәм  балаһы! Әгәр Минең һиңә биргән ризығымды ашағас, артынан итәғәт итергә (рәхмәтеңде белдерергә) ашыҡ. Эй, Әҙәм  балаһы! Һин иртәгәге ризыҡты Минән бөгөн һорама, Мин бит һинән иртәгәге ғәмәлдәреңде алдан ҡылырға бойормайым. Эй, Әҙәм  балаһы! Мин һинән әҙ булған ғәмәлеңә ризамын, һин Минең күп биргән ризығыма ла риза түгелһең.

Эй, Әҙәм  балаһы! Әгәр Мин был донъя ниғмәттәрен Минең ҡолдарымдың береһенә бирергә теләһәм, Мин уларҙы пәйғәмбәрҙәрҙең ҡулына бирер инем. Улар шул байлыҡтар менән Минең ҡолдарымды итәғәткә өндәр ине һәм Минең бойорғандарҙы үтәй торған булыр ине.

 Эй, Әҙәм  балаһы! Һиңә үлем тәҡдир ҡылынып төшөрөлгәнсе, изгелектәр эшләп әҙерлән. Гонаһтарыңдың язаһыҙлығы менән алданма, уның киләсәк ғазабы бик ҙур. Һине тулы донъя тормошоң һәм бөтмәҫ теләктәрең тәүбә ҡылыуҙан айырмаһын. Һин ваҡытында ҡылмаған тәүбәң өсөн үкенерһең, ләкин үкенеүең бер файҙа килтермәҫ.

Эй, Әҙәм  балаһы! Әгәр һин Мин һине ризыҡландырған малымдан Минең хаҡымды сығармаһаң һәм фәҡирҙәргә уларҙың хаҡтарын (өлөшөн) биреүҙән баш тартһаң, һинән йәберләп бөтөн малыңды талап алған солтанды (батшаны, түрәне) ебәрермен, (малыңдан ғына түгел) хатта сауабынан да мәхрүм ҡалырһың.

Эй, Әҙәм  балаһы! Әгәр Минең рәхмәтемде теләһәң, Миңә итәғәт ҡыл (әмерҙәремде үтә). Әгәр Минең ғазабымдан ҡурҡһаң, гонаһтарҙан һаҡлан. Эй, Әҙәм балаһы! Әгәр һинең алдыңда донъя (бөтөн матурлығы) менән килеп баҫһа, һин үлемде иҫкә төшөр. Әгәр гонаһтарың арта башлаһа, тәүбәне иҫеңә төшөр. Әгәр (кәсеп итеп) мал-байлыҡ тапһаң, хисапты иҫтә тот. Әгәр ашарға ултырһаң, асты иҫеңә төшөр. Әгәр һинең нәфсең көсһөҙҙө рәнйетергә өндәһә, һин Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтен иҫеңә төшөр, ул һиңә биргән көстө кире алып, көсһөҙөнә бирә ала. Әгәр һинең өҫтөңә бәлә-ҡазалар төшһә, һин Минән ярҙам һорап, әйт: «Бөйөк һәм Олуғ булған Аллаһынан башҡа һис кемдә көс-ҡеүәт юҡ» (лә хәүлә үә лә ҡуввәтә иллә билләһ). Әгәр сирләһәң, саҙаҡа биреү менән шифа һора. Әгәр һиңә ҡайғы төшһә, әйт: «Дөрөҫлөктә, беҙ Аллаһы Тәғәләнеке һәм уға кире ҡайтабыҙ» (иннә лилләһи үә иннә иләйһи раджиғун).





Комментариев нет:

Отправить комментарий