суббота, 4 февраля 2017 г.

Кит пластик пакеттар йотоп һәләк булған.


Норвегия ярҙарында, Бергендан алыҫ түгел, үҙен-үҙе ярға ташлаған китты тапҡандар. Һәләк булған хайуанды ярып ҡарағас, шул асыҡланған: уның ашҡаҙаны пластик пакеттар һәм йөҙөп йөрөгән диңгеҙ сүп-сары тенән тулы булған.


Китты яр буйында тапҡас, кешеләр уны кире диңгеҙгә ебәрергә маташҡан, әммә ул йәнә ҡоро ергә ташланған. Экологтар фекеренсә, ашҡаҙаны сүп-сар менән тулған кит йүнле аҙыҡты ашай алмаған һәм, һыҙланыуҙан, аслыҡтан яфаланып, диңгеҙенә кире ҡайтырға теләмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий