вторник, 14 февраля 2017 г.

Бал.

       

          Бал микробтар үрсемәй торған берҙән-бер ризыҡ, һыуҙа бөтә витаминдарҙы үҙ эсенә йыйған шифалы минерал. Һәм, ниһайәт, бал - үҙ составында, башҡа һис бер ризыҡта табылмаған Б-13, Б-4 һәм Бт витаминдарын берләштергән ризыҡ.

          Йән эйәләре эшкәртеп сығарған иң серле матдәләрҙең береһе булып һаналған бал ҡорто һөтөнөң ҡаймағы күп кенә ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан дауа: бауыр  ауырыуы, йүтәл, ашҡаҙан йәрәхәте, аҙ ҡанлылыҡ һ.б.

          Йөрәк һәм йөрәк менән бәйле нерв системаһын һәм баш мейеһен туҡландырыусы сығанаҡ та ул бал. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә былай тип өйрәтә: "Бал ашағыҙ, сөнки ул мең дәрткә (ауырыуға) дауалыр".

          Айға кешене мендергән XX быуат тәрәҡҡиәте (прогресы) бал ҡортонан башҡа бал булдырыу ысулын тапманы.

          Үҙенән-үҙе һорау тыуа: шул ҡәҙәр күп балды бал ҡорто фәҡәт үҙе өсөн туплаймы? Юҡ, әлбиттә. Бал ҡортона үҙе туплаған балдың 100-ҙән бере лә етә. Улар, Аллаһ тарафынан хәрәкәткә килтерелеп, кеше өсөн эшләй.

          Ҡулһыҙ бер ҡорттан ебәк туҡытып, беҙгә кейем кейҙергән йәки ағыулы бер бал ҡортонан бал ашатҡан бөйөк Раббыбыҙ беҙгә тәҡдим ителгән аҡыл ниғмәте менән үҙен танытырға теләй.

          Уны танып, уға итәғәт ҡылғандар ни ҡәҙәр бәхетле!

          Һәм уларға бал ҡорттары яҙған илаһи имзаны күреү, уҡыу ни ҡәҙәр еңел һәм ҡулайлы!

          Уға ышынғандарға бал ҡортоноң ағыуы ла, балы ла гүзәлдер.
          Уның ҡөҙрәтен күрә алғандарға ерҙә Аллаһ имзаһы барҙыр.
          Күҙҙәребеҙ күрергә генә теләһен!

/"Илаһи мөғжизәләр" китабынан/

Комментариев нет:

Отправить комментарий