суббота, 4 марта 2017 г.

АҠШ-та ике аҙна эсендә өсөнсө йәһүд зыяраты ҡаза күрә.


АҠШ-тың Нью-Йорк штатындағы Рочестер йәһүд зыяратында ҡәберҙәр өҫтөндәге унлап таш ауҙарылған һәм етди зыян күргән. Һуңғы ике аҙна эсендә был өсөнсө шундай осраҡ.

Урындағы мосолман общинаһы вәкилдәре зыян күреүселәргә үҙҙәренең теләктәшлеген белдеререгә килде:

“Был яраған эш түгел, ғәйеп эш. Йәһүд общинаһына беҙҙән ярҙам кәрәкһә, беҙ уларға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Кәрәкһә, беҙ һаҡта торорға ла риза. Был зыяратты ла, йәһүд туғандарыбыҙҙы ла яҡларға ла әҙербеҙ.”

Бер нисә көн элек Филадельфияның йәһүд зыяратында ниндәйҙер бәндәләр ҡәбер өҫтөндәге йөҙләп ташты емергәндән һуң, тәртип булдырырға бында байтаҡ халыҡ йыйылды. Ә полиция әле булһа ғәйеплеләрҙе таба алмай.

Йома көн иһә махсус хеҙмәттәр йәһүд ойошмаларына бомбалар һалыныуы хаҡында аноним янауҙар ебәргән кешене ҡулға алған.

АҠШ президенты Дональд Трамп йәһүд ойошмалары адресына янауҙар ебәреүселәрҙе ғәйепләп сыҡты.



Комментариев нет:

Отправить комментарий