среда, 29 марта 2017 г.

Яҡшы үлем ғәләмәттәре.




 1. Үлер алдынан шәһәҙәт әйтеп үлеү. Был, туғандарым, бик оло дәрәжә һәм шатлыҡтыр. Аллаһтың илсеһе: «Кемдең һуңғы һүҙҙәре «Лә иләһә илләллаһ –  Аллаһтан башҡа иләһ юҡ,» була,  ул йәннәткә керә,» ти. (Әбү Дәүд, Әл-Хәким риүәйәттәре)
     Донъянан шәһәҙәт әйтеп китеүҙе бик күптәр еңел эш тиер. Әммә был ҙур яңылышлыҡ, ғүмерендә шәһәҙәттән йыраҡ йөрөгән кешеләр, әҗәлдәре еткәс кенә шәһәҙәт әйтә алмаҫтар.
 2. Кешенең үлеме ваҡытында маңлайынан тире бәреп сыҡһа, был хәйерле үлем ғәләмәтелер. Бүрайдә ибн Хусәйб р.ғ. үлем түшәгендә ятҡан ҡәрҙәше янына килә һәм уның маңлай тирен күреп: «Аллаһу әкбәр, мин Аллаһтың илсеһенең «Мөьминдең үлеме – маңлай тире менән» тигән һүҙҙәрен ишеттем,» – тип әйтә. (Тирмизи, Нәсәәи риүәйәттәре)
 3. Бәрәкәтле йома көнөндә үлеүсе - хәйерле үлемгә ирешеүсе. Пәйғәмбәребеҙ: «Ҡайһы мосолман йома көнөндә йәки төнөндә үлә, Аллаһ уны ҡәбер фетнәһенән имен ҡыла,» – тине. (Әхмәд, Тирмизи)
 4. Һуғыш ҡырында шәһит китеү. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Аллаһ юлында һәләк булыусыларҙы «мәйеттәр» тимә. Улар – тере, Раббылары хозурында ризыҡланалар. Аллаһ рәхмәт итеп биргән ниғмәттәр өсөн улар шатланалар. Үҙҙәренән һуң иҫән ҡалған ҡәрҙәштәре өсөн һөйөнәләр. Юҡ уларға ҡурҡыу, юҡ уларға борсолоу. Аллаһтың ниғмәт һәм фазилиәтенән булған ниғмәттәргә шатланалар, дөрөҫлөктә, Аллаһта мөьминдәрҙең әжерҙәре юғалмай.» (Ғимран, 169-171)
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Шәһиттең Аллаһ ҡаршыһында алты үҙенсәлеге бар: беренсе ҡан тамсыһы тамғансы, гөнаһтары кисерелә, йәннәттәге урынын күрә, ҡәбер ғазабынан ҡотола, Ҡиәмәт көнөнөң дәһшәтенән имен була, иманының тәмен татый, хур ҡыҙҙарына өйләнә, етмеш мосолман туғанына шәфәғәт ҡыла.»
 5. Аллаһ юлында йәки хаж ваҡытында махрамда килеш үлеү. Пәйғәбәребеҙ: «Кем Аллаһ юлында үлтерелә йәки үлә, ул – шәһит,» – тине. (Мүслим, Әхмәд) Бер кешене хаҗда дөйәһе тапап үлтергәс, пәйғәмбәребеҙ кешеләргә: «Уны йыуығыҙ һәм кейеме менән кәфенләгеҙ, ләкин башын асыҡ ҡалдырығыҙ. Дөрөҫлөктә, ул ҡиәмәт көнөндә мүләбби хәлдә ҡубарыла.»-тине. («Ләббәйкә» һүҙҙәрен әйткән хәлдә.)
 6. Кешенең дине, йәне, мөлкәте, гыйрд (честь), аҡылы Аллаһтан булган аманаттыр. Динебеҙ беҙгә ул нәмәләрҙе һаҡларға ҡушты. Кем уларҙы һаҡлағанда һәләк була, ул Аллаһ ҡаршыһында мәртәбәле үлемгә ирешә. Пәйғәмбәребеҙ әйтте: «Кем малын һаҡлағанда үлтерелде, ул – шәһит. Кем ғаиләһен һаҡлағанда үлтерелде, ул – шәһит. Кем динен һаҡлап үлә, ул – шәһит. Кем ҡанын (йәнен) һаҡлап үлә, ул – шәһит.» (Әбү Дәүд, Тирмизи)
 7. Ҡайһы бер ауыруҙарға Аллаһ ризалығы өсөн сабыр итеп үлеүсе мосолмандар, изге үлем менән үлеүселәр рәтендә:
 * Тағун (чума) ауырыуынан вафат булыу. «Тағун – һәр мосолман өсөн шәһитлек.» (Бухари, Әхмәд)
 * Эс ауырыуынан үлеү. «Кем эсе сәбәпле үлә, ул – шәһит.» (Мөслим)
 * Үпкә ауырыуынан, үпкә ярыһы шешеүе сәбәпле үлеү. «Плеврит менән ауырып үлеүсе - шәһит.»
 * Сил (Туберкулез). «Сил – шәһитлек.» (Әхмәд)
 8. Бала тапҡанда, йәки балаһын тапҡас нифас ҡаны ваҡытында үлеүсе ҡатын-ҡыҙ хөрмәтле үлем менән үлеүселер. «Балаһын тыуҙырыу сәбәпле үлеүсе ҡатын-ҡыҙ – шәһидә. Ҡиәмәт көнөндә балаһы ул әсәне кендегенән тартып йәннәткә алып керә.» (Әхмәд)
 9. Утта янып, һыуҙа батып, емереклектәр аҫтында ҡалып үлеү. Пәйғәмбәребеҙ: «Шәһиттәр бишәү: Тағун, эс ауырыуынан үлеүеләр, батып үлеүсе, янып үлеүсе, Аллаһ юлында шәһит китеүсе.» -тине. (Тирмизи, Мөслим)
    «Аллаһ юлында үлтерелгәндәрҙән башҡа ете шәһит бар: Тағун ауырыуынан үлеүсе – шәһит, батып үлеүсе – шәһит, плеврит ауырыуынан үлеүсе – шәһит, эс ауырыуынан үлеүсе шәһит, янып үлеүсе – шәһит, емереклектәр аҫтында ҡалыусы – шәһит, бала табыуҙан үлеүсе ҡатын–ҡыҙ – шәһидә.» (Әхмәд, Әбү Дәүд, ән-Нәсәәи)
 10. Бәндәгә әжәле изге ғәмәл ваҡытында ирешһә, йәғни изгелектә үлеү яҡшы үлем ғәләмәте. «Кем Аллаһтың рәхмәтенә өмөтләнеп: «Аллаһтан башҡа иләһ юҡ,»– тип, шуның менән үлеменә ирешә, йәннәткә керә. Кем Аллаһтың йөҙөнә ынтылып, бер көн ураҙа тота һәм шул ғәмәле менән үлеменә ирешә, йәннәткә керә. Кем Аллаһтың йөҙөнә ынтылып, саҙаҡа бирә һәм шул ғәмәлендә үлеменә ирешә, йәннәткә керә.» (Әхмәд)
 11. Тураһын әйтеп, боҙоҡ батша ҡулынан үлеүсе. «Шәһиттәрҙең сәйиде Хәмзә ибн Ғабдулмотталиб һәм шул кеше, кем боҙоҡ түрәгә барып, уға яҡшылыҡты ҡушып, боҙоҡлоҡтан тыйҙы, түрә уны үлтерҙе.»
 12. Аллаһ юлында һаҡта үлеүсе. «Аллаһ юлында һаҡта тороуҙың бер тәүлеге, бер ай ураҙа һәм ҡыямдан хәйерлерәк. Әгәр үлһә, ҡылған эшенең әжере дауамлы булып тора. Ризығы килеү дауам итә, ике фетнәнән дә имен ҡала.»
    Шуныһын әйтергә кирәк: был хәләттәрҙә вафат булыу, Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноусылар өсөн генә яҡшы үлем ғәләмәте булып тора.
13. Әгәр бер мосолман вафат булып, уның тураһында ике йәки бер нисә ҡәрҙәше яҡшы һүҙҙәр әйтһә, был уның өсөн яҡшы үлем ғәләмәте һәм йәннәткә илтә торған эш була. Әнәс ибн Мәликтән килә: бер ваҡыт, пәйғәмбәребеҙ янынан йыназа үтеп барғанда, ул мәйет хаҡында яҡшы һүҙҙәр әйтә. Уның артынан башҡалар ҙа: «Ул Аллаһты һәм илсеһен ярата ине,» – тинеләр. Пәйғәмбәребеҙ: «Уға тейеш булды, тейеш булды,» – тине. Икенсе бер йыназа үткәндә, пәйғәмбәребеҙ уның хаҡында бик тә яҡшы булмаған һүҙҙәр әйтте, кешеләр дә: «Аллаһтың юлында насар кеше ине,» – тинеләр. Пәйғәмбәребеҙ: «Уға тейеш булды, тейеш булды,» – тине.
    Аллаһтың илсеһе әйтте: «Кем хаҡында яҡшы әйтәһегеҙ, уға йәннәт тейеш була, кем хаҡында насар әйтәһегеҙ, уға ут тейеш була. Һеҙ – Аллаһтың ерҙәге шаһиттары, Һеҙ – Аллаһтың ерҙәге шаһиттары, Һеҙ – Аллаһтың ерҙәге шаһиттары. » Икенсе риүәйәттә: «...Аллаһтың фәрештәләре бар, улар Әҙәм балаларының телдәре менән кешелә булған яҡшылыҡ һәм яманлыҡтарҙы әйтәләр.»
    Әбү Әсүәд әд-Дәйли Мәҙинә ҡалаһына килгәс, унда йоғошло ауырыу башланғанын күрә. Кешеләр ул ауырыуҙан тиҙ үлем менән үләләр. Ул Ғүмәр ибн Хаттаб янына ултыра. Бер йыназа үтеп барғанда, кешеләр уның хаҡында яҡшы һүҙҙәр әйтәләр. Ғүмәр: «Тейеш булды,»– тип әйтә. Унан: «Мөьминдәрҙең әмире, уға нәмә тейеш булды?» –тип һорайҙар. Ул: «Мин Аллаһтың илсеһе әйткән кеүек әйттем,» – ти: «Ҡайһы ғына мосолман хаҡында дүрт ҡәрҙәше яҡшы һүҙҙәр әйтә, Аллаһ уны йәннәткә кертә.» Беҙ:«Өс кеше булһаламы?»–тип һораныҡ. Ул: «Өс булһа ла,» – тине. Унан: «Ике булһаламы?» – тип, йәнә һораныҡ. «Ике булһа ла,» – тип яуап бирҙе. Инде бер кеше хакында һораманыҡ.»
    Кем тормошон Аллаһ Тәғәләне яратып, Уға буйһоноуҙа, Уны зикер итеүҙә үткәрә, был уның йәне Аллаһҡа сыҡҡанда иң кәрәк нәмәләренән була. Кем үҙенең тормошон, сәләмәтлеген боҙоҡлоҡ, аҙғынлыҡ һәм башҡа шуның кеүек нәмәләргә сарыф итә, уға үлеме ваҡытында Аллаһ менән бергә булыу ауыр буласаҡ һәм Раббыһы тарафынан уға ҡарата бер төрлө ҡайғыртыу ҙа булмаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий