Бөгөн төрлө мәжлестәр уҙғарыла. Улар Ислам ҡағиҙәләренә тура киләме?
• Беренсенән, күп мәжлестәрҙә ирҙәр менән ҡатындар бергә ултыра. Ислам
динендә был тыйылған (“Нур” сүрәһе, 30-сы аят). Ирҙәр мулланың уң яғынан, ә ҡатындар
һул яғынан ултырһа, яҡшыраҡ булыр.
• Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре дини мәжлестә ирҙәр алдында
көлә-көлә һөйләшеп ултыра. Был иһә Ислам диненә ҡаршы булған эштәрҙән һанала.
• Өсөнсөнән, ҡайһы бер мәжлестәрҙә харам колбасаларҙан яһалған салаттарҙы
һәм хатта колбасаларҙы ла турап табынға ҡуялар. Хәләл тип өҫтөнә яҙып һатылған
колбасалар ғына ярай.
• Дүртенсенән, күп ҡатын-ҡыҙҙар шәриғәт ҡушҡанса кейенмәй, ғәүрәттәре ҡапланмаған,
тырнаҡтары һәм ирендәре буялған, төрлө хушбуй һибелгән хәлдә булалар.
• Бишенсенән, ҡайһы бер осраҡтарҙа саҙаҡаны күрһәтеп бирәләр, ә нәфел саҙаҡаларын
күрһәтмәйенсә биреү хәйерлерәк бит.
• Алтынсынан, ҡайһы бер ҡалаларҙа төрлө мәжлестәргә төрлө-төрлө саҙаҡаларҙы
“такса” итеп билгеләү. Миҫал өсөн: никах мәжлесе өсөн шул ҡәҙәр, исем ҡушҡан
өсөн шул ҡәҙәр... Был мәкрүһ һанала, шундай мулланы ҡабат мәжлескә саҡырмау яҡшыраҡ
була.
• Етенсенән, ҡайһы бер ерҙәрҙә саҙаҡалар таратылғас, “етмәне, был аҙ” тип,
яңынан һорап алыу. Был яҙыҡ эш.
Әгәр ҙә кеше һине өйөнә саҡырып ашатһа, эсерһә, бүләген бирһә, шуның өҫтөнә:
“Был аҙ, тағы шуның саҡлы саҙаҡа бир” тип әйтеү мәжлестең күркәм дәрәжәһен төшөрмәҫме
икән? Әгәр ҙә ул кеше бөтөнләй мәжлескә йыймаһа, уға: ни өсөн мәжлес уҙғармайһың, тип әйтергә хаҡыбыҙ бармы? Әлбиттә, юҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий