Яман үлемдең сәбәптәре бар, мөьминдәргә ул
сәбәптәрҙән һаҡланырға кәрәк. Уларҙың иң ҙурҙары – донъя тормошона ҡыҙығыу,
донъя менән тәьҫирләнеү. Истиҡамәт–тоғролоҡтан китеү, имандың зәғифләнеүе, иғтиҡад
боҙолоуы, гөнаһ эштәргә йәбешеү. Кем гөнаһтар ҡылып, ғүмерен яһилиәттә үткәрә,
ул гөнаһтар уның йөрәгенә яҡын дуҫ булып урынлаша. Бәндә тормош дәүерендә нимәне
дуҫ күрһә, яратһа, үлеме ваҡытында шул иҫенә төшөрә. Кемдең йөрәгендә күпселек
урынды изгелектәр ала, үлеме ваҡытында ла шул изгелектәрҙе зикер итә. Кем ҡәлбен
гөнаһтарға бирә, әжәле ваҡытында ла шул гөнаһтар менән була.
Тәҡүәлек һәм ғибәҙәт әжәл ваҡытына ҡәҙәр дауам
иткәндә генә яҡшы үлемгә ирешергә мөмкин. Ҡайһы бер кешеләр, ғүмерҙәре дәүерендә
изге ғәмәлдә булып, үлемдәре алдынан боҙоҡ, гөнаһлы эштәргә күсәләр, был
уларҙың яман үлемдәренә сәбәп була. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Ҡайһы ваҡыт
кеше йәннәт әһелдәренең ғәмәлдәрен ҡыла, хатта уның йәннәт менән бер терһәк
араһы ғына ҡала. Һуңынан ул ут әһелдәренең ғәмәлдәрен ҡыла башлай һәм утҡа
керә.» (Бухари, Мөслим)
Сәһл ибн Сәғдү Сәғиттән килә: «Һуғыштарҙың береһендә
бер кеше ҙур ауырлыҡтар менән һынала. Сәхәбәләр ул кешегә һоҡланып: «Бөгөн уға
булған әжер беребеҙгә лә булмай,» – тиҙәр. Аллаһтың илсеһе: «Ул ут
әһеле,» – ти. Ҡайһы бер сәхәбәләр: «Ул ут әһеле булғас, беҙҙең ҡайһыбыҙ
йәннәт әһеле һуң?» – тип һорайҙар. Аранан берәү: «Мин уның дуҫы, уның нимә
ҡылғанын ҡарайым,»–ти һәм артынан китә. Теге кеше бик ҡаты йәрәхәтләнә һәм,
сабыр итә алмайынса, үлемен ашыҡтыра. Ҡылысының артын ергә, осон күкрәгенә ҡуя
һәм үҙ-үҙен үлтерә.
Сәхәбә Аллаһтың илсеһе янына ҡайта һәм: «Һинең
Аллаһтың илсеһе икәнлегеңә шәһәҙәт килтерәм,» – ти. «Күптән түгел һин: «Ул
утта,» – тип иҫкә алған кешенең артынан мин күҙәттем. Ул бик ҡаты йәрәхәтләнде
һәм үлемен ашыҡтырҙы. Ҡылысының артын ергә ҡуйып, осон күкрәгенә ҡуйҙы һәм үҙ-үҙен
үлтерҙе.» Шул ваҡытта Аллаһтың илсеһе әйтте: «Кеше башҡалар күргән эштәрҙә
йәннәт әһелдәренең ғәмәлдәрен ҡыла, шуға ҡарамаҫтан ул ут әһеле. Кеше башҡалар
күргән эштәрҙә ут әһелдәренең ғәмәлдәрен ҡыла, шуға ҡарамаҫтан ул йәннәт
әһеле.» Икенсе риүәйәттә: «Дөрөҫлөктә, ғәмәлдәр ахыры менән,» –
тине. (Бухари, Мөслим)
Тоғро сәләфтәр яман әҗәлдән ысын ҡурҡыу мелән
ҡурҡҡандар. Сәһл әт-Тәстәри әйтә: «Тоғроларҙың яман үлемдән ҡурҡыуҙары һәр миҙгелдә,
һәр хәрәкәттә булды. Аллаһ тап шуларҙы сифатлап китабында: «Уларҙың йөрәктәре
Раббыларына ҡайтыуҙы уйлап тетрәнә,» – тине. (Мөьминдәр 60.)
Яман үлемдән ҡурҡыу һәр бер кешенең күҙ
алдында һәр миҙгелдә булырға тейеш, сөнки ҡурҡыу бәндәне изгелеккә этәрә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий