суббота, 1 апреля 2017 г.

Әхирәт сәфәренә әҙерлек.


 

Әжәл ваҡыты еткәс, йәнде алыу өсөн үлем фәрештәһе килә. Уның иманлы кеше янына килгән ҡиәфәте иманһыҙға килгән ҡиәфәте менән бер булмай. Үлем фәрештәһе Муса пәйғәмбәргә күркәм һүрәттә килгәс, Муса пәйғәмбәр унан: «Һин бар кешеләргә дә шулай матур ҡиәфәттә киләһеңме?»— тип һорай. Фәрештә уға: «Юҡ, мин боҙоҡлоҡ эйәләренә ҡурҡыныс хәлдә киләм,»— тип яуап бирә. Муса: «Миңә лә шул һүрәттә күрен әле,»— ти. Үлем фәрештәһе: «Эй Муса, минең ул ҡиәфәтемде күрмәһәң, һинең өсөн хәйерлерәк булыр ине,»— тип әйтә. Муса һаман үҙенекендә торгас, фәрештә уға икенсе яҡҡа боролоп торорға ҡуша һәм бер аҙҙан: «Ҡара!»— ти. Муса, үлем фәрештәһенең гөнаһ эйләренә килә торған ҡиәфәтен күреү менән, аңын юғалта.

    Үҙебеҙҙе «мосолман» тип, шайтанға табынабыҙ түгелме һуң? Үҙебеҙҙе: «Мосолман,» — тиһәк, дәлилебеҙ ҡайҙа һуң?! Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәмәйенсә, тыйғандарынан тыйылмайынса ғына мосолман булып буламы? Бер көн дә, бер сәғәт тә гөнаһ эшләнмәй үтмәй. «Мин гөнаһһыҙ,» — тигән һүҙ, ул үҙе гөнаһ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа ғүмеренә бер мәртәбә Хуҗаһы Аллаһҡа сәҗдә ҡылмаған, Аллаһтың йорто мәсеткә лә инеп ҡарамаған «мосолмандар» ҙа аҙ түгел. Төндәрен йоҡламайынса, илай-илай намаҙҙар уҡыған, көндәрен һыуһап, ризыҡһыҙ ураҙалар тотҡан, себенде лә ғазапларға ҡыймаған сәхәбәләр ҙә йәһәннәмдән ҡурҡҡан, ғүмерендә бер намаҙ уҡып ҡарамаған кеше лә йәннәтте өмөт итә һәм күкрәк киреп: «Йәннәт минеке,» — тип әйтә. Йылына бер аш үткәреп, мәсеткә саҙаҡа һалып, йәннәт асҡыстарын кеҫәһенә һала. Юҡ, туғанҡайым: «Мин ашаным”,» — тип, ашамайынса тамаҡ туймай. «Мин мосолман,»—- тип кенә мосолман булып ҡәбергә әҙерләнеп булмай.

    Йыраҡ юлға сығыр алдыннан бик ныҡ йыйынабыҙ, әҙерләнәбеҙ, әлбиттә, әҙерлекһеҙ сәфәргә сығып булмай. Әхирәт сәфәренән дә оҙон сәфәр бармы һуң? Ул сәфәргә әҙерләндекме, изгелектәребеҙҙе йыйҙыҡмы?


Комментариев нет:

Отправить комментарий