понедельник, 3 апреля 2017 г.

Шайтан сәбәпсеһе булған йөрәк ауырыуҙарын дауалау.






Шайтан – әҙәм балаһының дошманы. Аллаһҡа ялбарыу мөрәжәғәте менән унан ҡотолоу мөмкин. Пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһис-сәләм) килгәндә, ул Аллаһтан бер юлы нәфсе яуызлығынан да һәм шайтан яуызлығынан да  һаҡлауҙы һораған. Мәҫәлән, хәбәр ителеүенсә, бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) Әбү Бәкергә әйтә: “Әйт:

قل اللهم فاطر السماوات والأرض، عالم الغيب والشهادة، رب كل شيء ومليكه، أشهد أن لا إله إلا أنت، أعوذ بك من شر نفسي، ومن شر الشيطان وشركه، وأن أقترف على نفسي سوءاً أو أجره إلى مسلم. قله إذا أصبحت 
وإذا أمسيت وإذا أخذت مضجعك
  «Аллааһүммә фәтырус-сәмәәүәәти үәл-ард, ғәәлимул-гайби үәш-шәһәәдә, Раббә күллә шәй-ин үә Мәлиикәһү, әшһәдү әл-ләә иләәһә илләә әнт, әғүүҙү бикә миң шәрри нәфсии, үә миң шәрри шәйтаани үә ширкәһү, үә ән әҡтәрафә ғәләә нәфсии сүү-ән әү әджәраһү иләә мүслим.»

“Эй, Аллаһ! Күкте һәм ерҙе бар ҡылыусы! Йәшеренде һәм асыҡты Белеүсе. Бөтә нәмәнең Раббыһы, шәһәҙәт бирәм: Һинән башҡа илаһ юҡ, үҙ нәфсемдең яуызлығынан, шайтан яуызлығынан һәм уның ширкенән Һиңә һыйынам, шулай уҡ үҙ нәфсемә ниндәйҙер яманлыҡ  эшләүҙән һәм мосолмандарға яуызлыҡ ҡылыуҙан Һиңә һыйынам”.
Был һүҙҙәрҙе иртәле-кисле үә шулай уҡ йоҡларға ятҡанда әйт.” (әт-Тирмизи, Әбү Дауыд).

Аллаһҡа һаҡлауҙы һорап мөрәжәғәт итеү, Аллаһҡа тәүәккәл итеү һәм Уға ҡарата ихлас булыу үҙенә кешене итәғәт иттерергә теләгән шайтанға  кәртә була.

   Үҙенең ҡоло һәм рәсүле Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә, уның ғаилә ағзаларына һәм уның сәхәбәләренә Аллаһтың сәләме булһын.

/Сәғид ибн Ғәли әл-Ҡахтаниҙың "Өшкөрә торған доғалар" китабынан./

Комментариев нет:

Отправить комментарий