Саф йөрәк: Әхирәт көнө Аллаһ ҡаршыһына шундай йөрәк менән килеп баҫҡан ғына ҡотолор,
сөнки Аллаһы Тәғәлә әйтә:
يَوْمَ لَا يَنفَعُ
مَالٌ وَلَا بَنُونَ .88 إِلَّا مَنْ أَتَى
اللَّهَ بِقَلْبٍ سَلِيمٍ
“Ул көндө малы һәм балаһы һис кемгә файҙа бирмәҫ. Мөшриклек һәм монафиҡлыҡ
керҙәренән күңеле таҙа хәлдә ысын мослман булып килһә, уға файҙа булыр”
(“Шүғәра” сүрәһе, 88-89).
Саф йөрәк − Аллаһ
тыйыуҙарына ҡаршы торған нәфестән, кешеләргә иғлан ителгән төрлө шикле нәмәнән, Унан башҡаға ғибәҙәт ҡылыуҙан һәм Уның рәсүленән (ғәләйһис-сәләм) башҡа хакимға
мөрәжәғәт итеүҙән арынған йөрәк ул.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, боҙолмаған һәм сәләмәт
йөрәк− күп илаһлыҡ тәьҫиренән арынып, бөтөнләй үҙен Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуға
арнаған йөрәк. Ғибәҙәте тәүәккәллектән,
тәүбә итеүҙән, Аллаһҡа буйһоноуҙан, Унан ҡурҡыу һәм өмөт табыуҙан тора. Шулай уҡ боҙолмаған һәм
сәләмәт йөрәк үҙенең ғәмәлдәрен Аллаһҡа ғына арнай: эшләһә, Аллаһ ризалығы өсөн
эшләй, баш тартһа, Аллаһ ризалығы өсөн
баш тарта. Бындай йөрәктең бөтә борсоуҙары Аллаһ менән
бәйләнгән, уның һөйөүе Аллаһҡа ғына тәғәйенләнә, ул Уға ынтылған. Бындай йөрәкле кеше
йәне-тәне менән дә Аллаһ менән була, уның ғәмәлдәре Аллаһта була, йоҡоһо ла,
уяу булыуы ла Аллаһта була, башҡа һүҙҙәргә ҡарағанда Аллаһ тураһындағы һүҙҙәр
уға яҡыныраҡ, һәм уйҙары ла Уға тейешле уйҙар ғына. Беҙ ҙә йөрәгебеҙҙең шундай
булыуын һорайбыҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий