четверг, 6 апреля 2017 г.

Бурыстар хаҡындағы пәйғәбәребеҙҙең (ғәләйһис-сәләм) хәҙистәре.


Йә Раббым, бурыстарҙың артыуынан, дошмандарҙың өҫтөн сығыуынан, ситтәр ҡайғыһына һөйөнөүсе дошмандарҙан Һиңә һыйынам.

Бурыстарын түләгәнсе, Аллаһ Тәғәлә бурысҡа алыусылар менән бергә, бурысын түләмәһәләр, уларға Аллаһы Тәғәләнең нәфрәте булыр.

Боронғо замандарҙа йәшәгән һәм һис ниндәй изгелеге булмаған бер бай, хеҙмәтселәрен халыҡ араһына сығарып ебәргәндә, бурыс түләрлек фәҡирҙәрҙе ситләтеү үтергә ҡуша торған булған. Аллаһ Тәғәлә, шул бай хисап ителгәндә, фәрештәләренә әйтер: “Ошо эше өсөн беҙ уны ярлыҡарға хаҡлыбыҙ.”

Йәннәткә ингәс тә, ишегенә “Cаҙаҡаға- ун, бурысҡа - ун һигеҙ изгелек” тип яҙылғанды күрҙем дә: “Йә Ябраил, саҙаҡала - ун, бурыста ун һигеҙ изгелек булыуы нилектән?”-тип һораным. Ябраил: “Саҙаҡа байҙың да, фәҡирҙең дә ҡулына эләгә, ә бына бурыс, мохтаждарҙан ҡала, башҡалар ҡулына инмәй,”-тине.

Бурыс - динде ҡаралтыусы.

Бурыслы - ҡәберендә бәйле, бурысы үтәлмәйенсә бәйҙән сиселмәҫ.

Бурысҡа бирелгән әйбер саҙаҡанан хәйерлерәк.

Малын кешеләргә бурысҡа биреп тороусы берәү хеҙмәтсеһен бурыс йыйырға сығарған саҡта уға әйтә торған булған: ”Мохтажлыҡта йәшәүселәрҙе урап үтә күр, юҡһа Аллаһты осратһаң, ул беҙҙән йөҙ бороуы ихтимал. Мохтажлыҡта йәшәүселәрҙе әйләнеп үтә күр.”

Берәү бурыс түләргә ниәтләп ҡуйһа, шунда уҡ Аллаһ Тәғәләнән уға ярҙам килмәй ҡалмаҫ.

Берәү түләү ниәтендә кешеләрҙән мал алһа, Аллаһ Тәғәлә түләү насип итер, бирмәҫкә тип алһа, Аллаһ Тәғәлә шуның малын яраҡһыҙ хәлгә килтерер.

Әгәр кемгә лә булһа ла бүләк итеп берәү аҡса бирһә, йә һөт эсерһә, йә урамына таба юл күрһәтһә, шул кешегә бер ҡол азат иткәндең сауабы булыр.


Әҙер бурысты ҡулда йомарлап тотоу - йәбер-золомға бер майҙан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий