четверг, 19 октября 2017 г.

БМО Ракхайн штатына үткәреүҙәрен талап итә.


Мьянмала ҡалған йөҙҙәрсә мең рохинджа мосолманы йыл аҙағына ҡәҙәр Бангладешҡа ҡаса ала. Халыҡ, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотолорға тырышып, барса мөлкәтен ташлап, ике илде айырып торған йылғаға уҡтала.

Гуманитар мәсьәләләр буйынса БМО генсегы урынбаҫары Марк Лоукок белдереүенсә, Мьянма властары гуманитар ойошмаларға ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирмәй:

 “Ракхайн штатына, айырыуса уның төньяҡ өлөшөнә үтеп инеүе ҡыйын. Мьянма властарын Берләшкән милләттәр ойошмаһының ғына түгел, бөтә гуманитар 
ойошмаларҙың да нормаль эшмәкәрлеге өсөн шарттар тыуҙырырға саҡырабыҙ.”

Бангладештың көньяҡ-көнсығышындағы Кутупалонг ҡасаҡтар лагерында урынлашҡан рохинджа кешеләре Мьянмала хәрбиҙәрҙән күргән ыҙалар хаҡында һөйләй:

“Һалдаттар минең әсәйемә ташланған, туҡмап, винтовка менән ҡулын һындырғандар. Ә ағайымды һәм ҡатынымды үлтергәндәр,”-тип һөйләй бер ир.

Йортобоҙҙо яндырҙылар, кешеләрҙе үлтерҙеләр, беҙгә лә аттылар. Бындай хәлдәр әле лә дауам итә,”-ти икенсеһе.


 Халыҡ-ара Миграция ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә Бангладешта 800 меңдән ашыу рохинджа. Көн һайын меңдәрсә кеше Мьянманан ҡаса, ә был гуманитар һәләкәт менән янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий