понедельник, 6 ноября 2017 г.

Фани донъя имтиханы.


      Бер таныш ҡатын һөйләгән төш күңелемә уйылып ҡалған.

 “Матур зәңгәр донъя, ундай төҫ ерҙә юҡ. Йәшел өҫтәлдәр артында ултырған аҡ кейемдәге фәрештәләр минән имтихан ала. Йөҙҙәре бик күренмәй. Минән “Баҡара,” ”Әл-Ғимран,” һуңынан “Нун” сүрәләре хаҡында һорайҙар, ә мин, оялып, бер нәмә лә әйтә алмай торам. Үҙемә шул ҡәҙәр оят, ер тишегенә инеп китерҙәй булып торам. Тиргә батып, хафаланып уянып киттем. Уянғас, “уф, төш икән,”-тип ҡуйҙым һәм Ҡөрьән сүрәләрен күберәк ятларға булдым,”-тип һөйләгәйне ул.

   Ҡатындың төшөн тыңлағас, мин дә уйға ҡалдым. Донъяның ваҡ-төйәгенә мәңге йәшәрбеҙ кеүек сумғанбыҙ түгелме? Асылда бит беҙ фани донъяла имтихан тотабыҙ: һәр һүҙебеҙҙе, һәр ғәмәләбеҙҙе, хатта уйҙарыбыҙҙы үлсәп, һынап, яҙып, баһалап торалар. Һөҙөмтәһен иһә Әхирәттә генә беләсәкбеҙ, һөҙөмтәһе – йә йәннәт, йә тамуҡ, тәүбә әстәғәфирулла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий