Әсәһенең намаҙға баҫырға,
ғәрәпсә өйрәнеп, Ҡөрьән уҡырға өндәүен йәш сибәр ҡыҙ иғтибарға алмай. Үҙе кеүек
үк сибәр егет-ҡыҙҙар күңел асырға саҡырып, хисапһыҙ донъя ләззәттәре көтөп
торғанда, нисек өйҙә түҙеп ултырмаҡ кәрәк.
Ҡыҙ әсәһенең һүҙен һанға һуҡмай
йәшәй бирә, тик әйтәләр бит: ”Донъя ҡуласа - әйләндереп килтереп бер баҫа” - был
бала ауырып түшәккә йығыла – уны фалиж һуға.
Бер көн иртән
уянып китә лә әсәһенә былай ти: ”Мине намаҙ уҡырға, ғәрәпсә уҡырға өйрәт әле.”
Әсәһе, шатланып, был ҡарарҙың сәбәбен һораша. “Төш күрҙем,- ти ҡыҙы,-ҙур
күперҙә торам. Ҡайҙа ҡарама ғәрәпсә яҙыуҙар. Миңә Ҡөрьән китабы килтерҙеләр һәм
уҡырға ҡуштылар. “Бисмилләәһир- рахмәәнир- рахим”дан башҡа бер нәмә лә
белмәйем, ғәрәпсә лә белмәйем тим. Алдағы бер ишекте астылар, ә унда ут, ут
эсендә - ҡара кейемдәге кешеләр. Шул ҡәҙәр ҡурҡыныс. Ҡалтырап ҡарап торғанда,
тауыш ишеттем: “Әле ваҡытың бар, әҙерлән, юғиһә ошонда эләгәсәкһең.”
Ҡыҙ әсәһе
ярҙамында намаҙ тәртиптәрен өйрәнә, намаҙға баҫа, ғәрәпсәне үҙләштереп, Ҡөрьән
уҡый башлай. Яйлап һаулығы ла яҡшыра. “Минән дә бәхетле кеше юҡ,-тип шатлана
әсәһе,-фани донъяла кинәнеп йәшәп, аҙаҡ балам тамуҡҡа эләкһә, ни ҡылыр инем,
Аллам һаҡлаһын.”
Беҙ йыш ҡына
Аллаһы Тәғәлә ебәргән һынауҙарға риза булмай зарланабыҙ, һыңғырлайбыҙ, ә бит
яҡшы тигәнебеҙ беҙҙе тамуҡҡа илтеүе, яман тигәнебеҙ йәннәткә юл асыуы ихтимал.
Беҙҙе тәрбиә ҡылыусы, тура юлға төшөрөүсе Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий