пятница, 10 ноября 2017 г.

Дуҫың кем?

Картинки по запросу дружба в исламе

Хәсән әл-Басри исемле ғалим-тәбиғин “Буғйәтүл-мустәршинин” (Тура юлдағыларҙың моратына ирешеүе) исемле китабында шулай яҙған:

“Һигеҙ төр дуҫ менән аралашыу һигеҙ төрлө нәмәне көсәйтә (күбәйтә, арттыра):
1. Байҙарҙы дуҫ иткәнгә Аллаһ донъяны һөйөүҙе бирер;
2. Фәҡирҙәрҙе дуҫ тотҡан, улар менән аралашҡанға Аллаһ тормошона ризалыҡ хисе бирер;
3. Түрәләр, етәкселәр менән аралашҡан кешегә Аллаһ тәкәбберлек үә ҡатылыҡ тойғоһо бирер;
4. Ҡатын-ҡыҙҙар менән мауыҡҡан иргә Аллаһ шәһүәт үә наҙанлыҡ бирер, фиҙакәрлеген алыр;
5. Балалар менән ваҡыт уҙғарғанға Аллаһ шатлыҡ, көләс йөҙлөлөк бирер;
6. Гонаһлы бәндәләрҙе дуҫ тотҡанға Аллаһ гонаһ ҡылыуға ҡыйыулыҡ, йүнһеҙлек ҡылғанда еңел эшләү үә тәүбәне һуңлатыу бирер.
7. Кем диндар бәндәләрҙе дуҫ итһә, Аллаһ уға ғибәҙәт ҡылыуға, изгелек ҡылыуға юл асыр.
8. Кем ғалимдар янында булһа, Аллаһ уның ғилемен үә аңын арттырыр.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий