пятница, 10 ноября 2017 г.

“Саҙаҡа 70 бәлә ишеген яба”


Картинки по запросу милостыня ислам


Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән хәҙис. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, с.ғ.с., әйткән: “Әүлиәләргә (Аллаһтың дуҫтары) ике нәмә хас: күркәм холоҡ үә йомартлыҡ.” Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ, с.ғ.с., әйткән: “Саҙаҡа 70 бәлә ишеген яба”. Шуға ла бәлә-ҡазаларҙың килеүен көтөргә түгел, алдан уҡ саҙаҡалар биреп, Аллаһтың асыуын һүндерергә кәрәк.

Ҡөрьәни-Кәримдә, “Мунафиҡун” сүрәһенең 9- 11-енсе аяттарында:

9.  Әй, иман килтергән халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ Аллаһты оноттормаһын. Кем Аллаһты онота, шул ҙур хәсрәттә булыр, ысын зыян күрер.
10. Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан, әжәлегеҙ боғаҙығыҙға еткәнсе, саҙаҡа бирергә кәрәк. Әжәле килгән кеше Аллаһтан ялбарыр:
- Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Мин саҙаҡалар бирер инем, изгелектәр ҡылыр инем, — тип.
11.Аллаһ әжәле килгән бер генә кешенең дә үлемен һис кисектермәҫ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙҙы Белеп тороусы.

     Уйланығыҙ! “Намаҙ уҡыр инем, мәсеткә йөрөр инем тимәҫ, саҙаҡа бирер инем” тиер Үлем фәрештәһе алдында. Саҙаҡаның әһәмиәтен шунда кеше аңлар. Донъялыҡта һаранланып йөрөһә лә, “байлығым, балаларым” тип йөрөһә лә...  Бәлки, әле биргән саҙаҡаларығыҙ өсөн Әхирәттә ҡотолоу булыр... Мөмкинселек бар икән, күберәк бирергә кәрәк. Мәсеттәр бит беҙҙең һәр беребеҙҙең йорто! Кибеткә кергәндә, биш йөҙ ҙә аҙ тойола, ә мәсеткә һалғанда, 10 һум да күп...
   Ишембайҙа мәсет һалырға йыйынабыҙ. Әгәр мөмкинселегеҙ булһа: 4276 0600 5198 0194 Сбербанктағы картаға саҙаҡаларығыҙҙы һалып ярҙам итә алаһығыҙ.
    Йылдар үтер, мәсет төҙөлөп эшләр. Шул мәсеткә кешеләр йөрөр. Шул саҡ һеҙ ҙә ҡартайған булырһығыҙ. Ә мәсет ҡалабыҙҙы биҙәп, халыҡҡа дин таратып ултырыр. Һеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә "был мәсетте һалғанда, мин дә ҡатнаштым" тиерһегеҙ. 
/Башҡортса дини календарь/








Комментариев нет:

Отправить комментарий