понедельник, 13 ноября 2017 г.

Хатта таштар ҙа Аллаһҡа рәхмәтле.


Ғаиләһе лә, үҙе лә диндән алыҫ булған ҡатын бала тапҡанда клиник үлем хәлен кисерә. Ғәжәйеп донъя асыла уға. Ғәжәйеп тигән һүҙ, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер, сөнки ҡәҙимге тауҙарҙы, йылға-күлдәрҙе, ағастарҙы, үлән-сәскәләрҙе күрә, әммә шуныһы уны хайран итә: улар барыһы ла Аллаһҡа маҡтау, тәсбих һүҙҙәрен әйтә. Һәр бер ҡыяҡ, һәр бер ҡыуаҡ, шишмә, йылға, мәғрур тауҙар - һәммәһе Аллаһты ололай, Аллаһты данлай. Уларҙың тауышын ап-асыҡ ишетә ҡатын. Аңына килгәс, был хәл тураһында ул яҡындарына тетрәнеп һөйләй, хатта таштарҙың да Аллаһҡа рәхмәтле булыуын әйтә. Әйтерһең бар тәбиғәт намаҙҙа. Ҡатындың да, намаҙ тороп, үҙенә, балаһына ғүмер биргән Аллаһҡа сикһеҙ рәхмәтен белдергеһе килә. Ҡатын ғына түгел, бөтә ғаиләһе, Аллаһтың берлеген, барлығын танып, намаҙға баҫа.

Комментариев нет:

Отправить комментарий