суббота, 27 января 2018 г.

Һөйлә миңә иман хаҡында.


Врач һәм яҡшы оратор, фәһемле дәрестәре менән дан тотҡан Камал әл-Зантты Ҡазан ҡалаһы мосолмандары яҡшы белә. Уның рус телендә сыҡҡан “Расскажи мне о вере” китабы күптәргә таныш. Ябай тел менән яҙылған был дәреслектең бер өлөшөн, башҡорт теленә тәржемә итеп, һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ..

Аллаһҡа табыныуҙың мөһимлеге.

Күптәр үҙен Аллаһҡа мохтаж түгел тип иҫәпләй. Улар былай ти: “Миңә Аллаһҡа табыныуҙың, диндең ни хәжәте бар, мин былай ҙа изге күңелле була алам һәм берәүгә лә зыян һалмай, йәберләмәй, кешеләр менән татыу йәшәйем бит?!” Ошонан сығып, улар һығымта яһай: уларға Аллаһ кәрәкмәй, уларға дини булыу кәрәкмәй.

Мин, иншә Аллаһ, уларҙың һорауына яуап биреп, шуны иҫбатлағым килә: Аллаһтың ярҙамынан тыш дөрөҫ йәшәү ҙә, ысын мәғәнәһендә изге күңелле кеше булыу ҙа мөмкин түгел.

Ҡөрьәнде Изге Китап тип ҡабул итмәгән һәм Ҡөрьән һүҙҙәренең иҫбатлауға мохтаж түгел икәнлеген аңламаған кешеләргә һәр дини кеше өсөн аңлайышлы дәлилдәрҙе килтермәксемен.

Беренсе аксиома шунан ғибәрәт: һәр эштә кеше башлыҡ, етәксе эҙләй. Бында бәхәс ҡороу урынһыҙ: бер генә предприятие ла, ойошма ла етәксеһеҙ эшләй алмай. Ниндәйҙер фирмаға эшкә барыр алдынан беҙ уның менән кем етәкселек итеүен асыҡларға тырышабыҙ. Был ойошмала кем баш, хеҙмәткәрҙәргә уның талаптары ниндәй һ.б.

Юғиһә икенсе миҫал: мәктәп эшләһен, дөрөҫ эшләһен өсөн директор кәрәк. Хатта ки бер төркөм кешеләр ялға барғанда ла, сәфәрҙең маҡсатына ҡарап, етәксе билдәләп ҡуя. Әйтәйек, сәфәр туризм менән бәйле булһа, ер-һыуҙы белгән кешене башлыҡ итеп ҡуялар һәм уның артынан эйәрәләр. Һәр ерҙә беҙ етәксене эҙләйбеҙ, тимәк Еребеҙҙең, Йыһандың етәксеһе юҡ тигән хәбәр ҙә, етәксе кәрәклеген инҡар итеү ҙә һәммәбеҙ өсөн сәйер тойолоға тейеш. Ниндәйҙер предприятие төҙөү хаҡында һүҙ бара икән, тәүге нәүбәттә уға етәксе тәғәйенләнә, ниндәйҙер эш менән мәшғүл булған төркөмдәр ҙә тәүҙә башлыҡ һайлай. Ни өсөн беҙ бында етәксе кәрәклеген таныйбыҙ, ә нескәлектәре күп булған тотош Йыһан тураһында һүҙ барғанда етәксе кәрәклеген инҡар итәбеҙ?! Нигеҙе аныҡ, ҡаты ҡанун, закондарға буйһонған Йыһан етәксегә күберәк мохтаж дабаһа?! Күптәр бөтә көсө менән Етәксе барлығын инҡар итергә тырыша, ә Ул бар -  Ул Ерҙе барлыҡҡа килтергән һәм уның йәшәйеш ҡанундарын булдырған. Ерҙең етәксеһе булыуына ышаныу ғәжәп түгел, етәксенең ролен инҡар итеү ғәжәп. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә, Ҡөрьәндә ошо хаҡта һөйләгәндә, беҙҙе уратып алған тирә-йүнгә күҙ һалырға һәм былар Етәксеһеҙ, осраҡлы ғына барлыҡҡа килгәнме ни тип уйланырға саҡыра.

(71). Әйт: “Беләһегеҙме, әгәр Аллаһ кисте ҡараңғы хәлендә ҡиәмәткә ҡәҙәр ҡалдырһа, Аллаһуҙан  башҡа Илаһә бармы һеҙгә яҡтылыҡ килтерә торған, йә шуны ишетәһегеҙме?”

(72). Әйт: “Беләһегеҙме, әгәр Аллаһ көндө яҡты хәлендә ҡиәмәткә ҡәҙәр ҡалдырһа, Аллаһуҙан башҡа Илаһә бармы рәхәтләнеп ял итә торған төндө булдырырға? Әллә күрмәйһегеҙме Аллаһ эштәрен?”(28: 71-72)

(37). Беҙ кистән көндө һурып алабыҙ ҙа кешеләр һәм ер өҫтө ҡараңғыла ҡала, был эштә лә Аллаһуҙың ҡөҙрәтенә дәлил бар.

(38). Ҡояш Аллаһ билдәләгән ваҡытҡа саҡлы үҙенең юлында йөрөп торалыр, ҡояштың шулай йөрөшө һәр эштә еңеүсе, һәр нәмәне белеүсе Аллаһ әмере менәндер.

(39). Үә айҙың йөрөшөнә урындар билдәләнек, ай бөткәндә йәки тыуғанда хөрмә ағасының  кәкре нескә ботағына оҡшап ҡала.

 (40). Ҡояштың айға ирешмәклеге һәм кистең көндән алда килеше дөрөҫ түгел, йәғни был эш булмаҫ, ҡояш менән ай һәм башҡалары - һәммәһе үҙ орбитаһында йөҙөп йөрөй.

(41). Аллаһ ерҙе һәм күкте үҙенең ҡөҙрәте менән тотоп тора, әгәр ер үә күктәр урындарынан китһә, уларҙы Аллаһынан башҡа һис тотоп ҡалыусы булмаҫ ине. Ул - Йомшаҡлыҡ ҡылыусы үә Ярлыҡаусы.(35: 41)

Ҡөрьәнде танымағандарҙы уйға һалырлыҡ ошо аяттарға иғтибар итергә саҡырам. Аллаһ Сүбхәнәһ үә Тәғәлә был аяттарҙа аныҡ ҡанундарға буйһонған беҙҙе уратып алған ҡайһы бер күренештәргә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтә. Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә беҙҙән шулай тип һорай: тирә-йүнегеҙҙәге донъяны  (Ҡояш һәм ай, диңгеҙ һәм тауҙар), аныҡ закондарға буйһонған күренештәрҙе күрәһегеҙ, һәм улар етәксеһеҙ генә атҡарыла тип уйлайһығыҙмы? Ә бит һеҙ һәр бер эшкә, һәр бер ойошмаға етәксе талап ителә тип уйлайһығыҙ.

Етәксе мәсьәләһе әҙәм тормошонда һис ҡасан икенсе урында тормаған. Тарихтан күреүебеҙсә, кеше борон-борондан был донъяла үҙенә Әйҙәүсе эҙләгән: кемдер ҡояшҡа табынған, кемдер утҡа, кемдер боттарға һ.б. Күреүебеҙсә, кеше үҙе менән идара иткән Етәксене эҙләүҙән туҡтамаған. Кешелек барлыҡҡа килгән мәлендә үк Аллаһ барлығы хаҡындағы хәҡиҡәтте белгән. Тик әҙәм балалары һәр ваҡыт дөрөҫ һығымта яһай алмаған, мәҫәлән, Аллаһты инҡар итеүселәр араһында ҡояшты йәки утты иң көслөһө тип уйлаусылар булған.
Хәҙерге заман кешеләре лә яңылышлыҡтарҙан азат түгел. Бөйөк Көс барлығын күптәр инҡар итмәй. Ҡайһы бер теорияларға иғтибар итһәк, ошо һорауға яуап табырға тырышыуҙарын күрәбеҙ.

Дарвиндың эволюция теорияһын ғына алайыҡ. Был теория ни өсөн барлыҡҡа килгән? Кеше һәр ваҡыт шундай һорауҙарға яуап эҙләгән: Мин нисек барлыҡҡа килгәнмен? Ниндәйҙер бөйөк Көс юҡмы ни ул?

 Дин фәнгә ҡаршы килә тип иҫәпләнгән саҡта, материализм һәм дин көрәшкән ваҡытта, ул һорауға Аллаһтың барлығын инҡар итеүсе яуап кәрәк була. Шул рәүешле Дарвин теорияһы барлыҡҡа килә.

Материалистарҙы Аллаһты таныуҙан ҡотҡарған теорияны һәм ғалимдың аҡылын маҡтап, китапҡа тәүге баш һүҙҙе К Маркс яҙа (әммә материалистарҙың хеҙмәттәрендә Йыһан етәксеһен эҙләүҙәре барыбер һиҙелә).

Ошо теория яҡлы Альфред атлы әҙәм былай тип яҙа: “Асылда эволюция теорияһының аныҡ дәлилдәре юҡ һәм булмаясаҡ та, әммә беҙ уны ҡабул итәбеҙ, таныйбыҙ, сөнки әгәр уны инҡар итһәк, Аллаһтың (Создатель) барлығын танырға мәжбүр буласабыҙ.”

Ҡайҙа беҙҙең Әйҙәүсебеҙ, кем ул? – заманында был һорауҙы һәр кем үҙ-үҙенә бирә. Хәтеремдә, медицина университетында уҡыған саҡта, беҙгә Аллаһҡа ышанмауы хаҡында әйткән доцент дәрес бирә ине. Бер саҡ беҙ унан йома намаҙына барырға рөхсәт һораныҡ, ул рөхсәт итте һәм беҙ китер алдынан былай тине: “Беләһегеҙме, минеңсә Кемдер бар ул, былар бит буштан-бушҡа барлыҡҡа килмәгән...”

Донъяны Яратыусы барлығы мәсьәләһе доцент, ғалим өсөн мөһим һорау булыуын күрәбеҙ. Был һорауға белем кимәле төрлө булған төрлө заман кешеләре яуап табырға тырышҡан, һәм ул һорауға яуап таба алмағандар күңеленә толҡа тапмаған. Был темаға ҡағылғанда, мин Ливан шағирының шиғыр юлдарын миҫал итеп килтерергә яратам. Ул шул уҡ һорауҙарға яуап эҙләй: “Мин ҡайҙан барлыҡҡа килгәнмен?” “Ҡайҙа барам?” “Ни өсөн йәшәйем?”

Ҡайҙан килдем мин? Белмәйем, әммә килдем.
Юл күрҙем дә алда шуға төштөм.
Теләһәм-теләмәһәм дә мин атларға мәжбүр.
Ҡайҙан килеп, ҡайҙан юлым таптым – мин белмәйем.
Боронғо мосафирмы мин, әллә яңы илгиҙәрме?
Сабаммы мин, әллә ваҡыт сабамы? Мин белмәйем.
Ни өсөн белмәйем? Мин белмәйем.

Әҫәрҙе уҡығанда, беҙ шағирҙың борсолоуын тоябыҙ. “Мин ни өсөн йәшәйем, мин ҡайҙан килдем, минең тормошом менән кем идара итә, кемдең миңә “дөрөҫ” йәки “дөрөҫ түгел” тип әйтергә хоҡуғы бар?” ише һорауҙар борсой уны. Был шиғыр рухи үлем хаҡында һөйләй, сөнки Аллаһ Сүбхәнү вә Тәғәлә йәшәү һәм үлем хаҡында һөйләгәндә, кешенең рухи йәнләнеүе тураһында әйтә. Кешенең тәне тере булыуы ихтимал, ул йөрөй, эшләй, ашай, тик рухы үле, сөнки ул йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәй. Шуға ла Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә тура юлға баҫҡан кешене терелгән кеше итеп тасуирлай - Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә уның рухын һауыҡтыра.

(122). Бер кеше мәйет миҫалында иманһыҙ, белемһеҙ ине. Беҙ уны Ҡөрьән менән тергеҙҙек һәм уға мәғрифәт - һиҙәйәт нуры бирҙек, шул нур менән кешеләр араһында ислам динен яҡтыртып йөрөр, наҙанлыҡ, һиҙәйәтһеҙлек ҡараңғылығында ҡалып, шул ҡараңғылыҡтан сыҡмай торған кеше менән бер тигеҙ булырмы ул? Ана шулай Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылыусыларға яҡшы эштәре зиннәтле күренһә, кәферҙәргә Аллаһуға ҡаршы булған насар эштәре зиннәтле булып күренде.(6:122)

Бында Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә кешенең йән тормошо, рухи тормошо хаҡында һөйләй; үҙ юлын, тормоштағы маҡсатын, ҡайҙа, ни өсөн юл тотҡанын, кемгә буйһонорға тейешле икәнен белмәгән, тәне иҫән булып, төрлө ләззәттәрҙе татый алған, әммә йәне үле кеше хаҡында. Әлбиттә, ул, Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә тура юлға баҫтырып, ҡәлбен яҡтыртҡан кешенән бәхетлерәк була алмай. Икенсе сүрәлә Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә ике кеше араһындағы айырманы күрһәтә: уларҙың береһе аныҡ рәүештә үҙ маҡсатын, тормоштағы үҙ юлын күрә һәм шул юлдан ышаныслы атлай, икенсеһе ни өсөн йәшәгәнен дә белмәй.

(22). Йә хаҡлыҡты күрмәҫкә, йә Ҡөрьән нуры менән файҙаланмаҫҡа тырышып, йөҙтүбән аяҡ аҫтына ғына ҡарап йөрөгән кешеме тура юлға күнеүсе, йәки Ҡөрьән һәм сөннәт менән танышып, хаҡ менән батыл араһын айырып, тура юлды ҡарап, күреп барған кешеме хаҡ юлға күнеүсе?(67:22)

Ҡайһыһы яҡшыраҡ? Әлбиттә, ни өсөн йәшәгәнен, ҡайҙа барғанын, кемгә буйһонорға тейешлеген аңлағаны яҡшыраҡ. Шуға ла Аллаһтың барлығына ышаныу мәсьәләһе уғата мөһим. Йыһанда Етәксебеҙ булмаҫҡа тейешме ни, Етәксеһеҙ йәшәй алабыҙмы ни?! Аҡылы булған кеше әйтәсәк: “Тормоштағы ваҡ-төйәк эштәрҙә етәксе кәрәк булған кеүек, беҙ буйһонорға, ышанырға тейешле Етәксебеҙ ҙә булырға тейеш.”

Икенсе аксиома өсөн иҫбатлау ҙа кәрәкмәй – һәр эштә ике түгел, бер етәксе кәрәк. Һәр ойошманың уңышы шунан тора: бер кеше етәкселек итәме уға, әллә ике кешеме. Эшселәр кемгә буйһонорға тейеш? Әгәр бер ойошмала ике етәксе булһа, бигерәк тә улар эт менән бесәй кеүек йәшәһә, бындай ойошма оҙаҡ йәшәй алмай.

Һәр мәсьәләлә лә ул асыҡ күренә. Миҫал өсөн ғаиләне алайыҡ: ислам буйынса, ғаиләлә ир  баш булырға тейеш (ир ҡатындан яҡшыраҡ тигәнде аңлатмай әле был, сөнки вазифа почет түгел, күбеһенсә ул яуаплылыҡ). Кемдең баш булыуы аныҡ билдәле булмаған ғаиләләрҙә туҡтауһыҙ көрәш бара. Көнбайыш илдәрендә өйләнешкән парҙарҙың 50 проценты тарҡала – был ҡурҡыныс цифр. 

Айырылышыу сәбәптәре гел күренеп тормай әлбиттә, тик күбеһенсә ғаиләләр ир менән ҡатын араһында көрәш барыу арҡаһында тарҡала. Бындай ғаиләләрҙә тыныслыҡ юҡ. Бәхәс тыуҙырмаған икенсе аксиома шундай: һәр эш башында бер етәксе торорға тейеш. Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә лә үҙенең түбәндәге аятында шул хаҡта һөйләй.

(91). Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәләнең балаһы һис тә булманы, йәнә Аллаһ янында йәнә бер Аллаһ та булманы; әгәр йәнә бер Аллаһ булһа, һәр береһе, үҙе халыҡ итәсәк нәмәһенә баш булырға теләп, башҡаһын тыйыр ине үә береһе икенсеһенән өҫтөн булырға тырышыр ине. Аллаһ мөшриктәр һүрәтләгән тейешһеҙ һүрәттән пак.(23:91)

Был аятта Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә мәсьәләнең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала: әгәр һеҙ тормошоғоҙҙа етәксе булырға тейешлекте таныйһығыҙ икән, етәксегеҙҙең берәү булыуын да танырға тейешһегеҙ. Үҙ-ара һыйышмаған бер нисә етәксегә буйһонған кеше тыныс йәшәй алмай.  Әйтәйек кеше ниндәйҙер теләктәренең ҡоло, яҡындарының, эшенең, ижадының ҡоло икән һәм шуларҙың һәммәһенең дә баҫымын тоя икән, ул, әлбиттә, тыныс йәшәй алмай. Ә берәүҙе, бер Етәксене -Аллаһтың ҡушҡандарын тыңлап, Уның ризалығын алырға ынтылып, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән кеше, әлбиттә, отошта, тыныслыҡта.

Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә төрлө етәкселәргә буйһонған кешене беҙгә миҫал итеп килтерә.

(29). Аллаһ ике ирҙе миҫал итеп күрһәтә: береһенең хужалары күп булып, хужалары барыһы ла әмер биргәндә, ҡайһыһының әмерен үтәйем икән тип аптырап ҡалалыр...(39:29)

Күп илаһтарға табыныусы бер-береһен күрә алмаған етәкселәргә буйһонған әҙәм кеүек. Икәүҙең милке булғандың тормошон күҙ алдына килтерәһегеҙҙер: берәүһе, былай эшлә, ти, икенсеһе икенсе төрлө эшләргә ҡуша. Әлбиттә, ул тыныслыҡ таба алмай. Шул уҡ аятта Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә бер генә Аллаһҡа буйһонған кешене лә миҫал итеп килтерә:

Икенсе ирҙең хужаһы бер генә, хужаһы нимә әйтһә, шуны эшләп, хужаһын риза ҡылалыр. Күп хужалыһы мөшриккә миҫал, бер генә хужалыһы мөьмингә миҫал. Маҡтау Аллаһуға хастыр, кешеләрҙең күбеһе хәҡиҡәтте белмәй.(39:29)

Был аяттар хәҡиҡәтте асып һала: беҙ төрлө етәкселәргә буйһоноп йәшәй алмайбыҙ, бигерәк тә улар бер-береһенә ҡаршы булһа.

Артабан һорау тыуа: “Беҙ кемгә буйһонорға тейеш?”
Кемдер әйтер: “Бер етәксе кәрәклеге менән килешәбеҙ, тик ниңә ул Аллаһ булырға тейеш әле, әйҙәгеҙ намыҫыбыҙға буйһонайыҡ. Намыҫыбыҙ нимә ҡуша, шуны эшләйек.” Тик шуныһы бар: намыҫыбыҙ беҙҙе тик яҡшыға этәрә тип әйтә алабыҙмы һуң? Кешеләр бер төрлө түгел, берәүҙәре намыҫлы, икенселәре юҡ. Кеше насар ҡылыҡ ҡылырға йыйынғанда, намыҫ тауышына яуап итеп аҡланыу юлдарын эҙләй. Хатта кеше үлтереүсе лә һылтаныр сәбәптәр таба. Үҙ балаһын үлтереүҙән ҡурҡмаған кешеләр ҙә осрай. Балаһын ул үҙ милке итеп ҡарай. Шуға күрә кешеләр намыҫы – бик шыуғалаҡ төшөнсә. Мин үҙенең бәләкәс ҡыҙҙарын көсләгән кешене лә беләм. “Нисек ҡулың барҙы?”-тип һоранылар унан төрмәгә киткәндә. “Кеше башҡалар ашаһын өсөн алма үҫтерәме ни?”- уның яуабы  шулай булды. Намыҫы уның үҙенсә. “Яҡшы,” ”яман” төшөнсәләре һәр кемдә лә бер төрлө түгел. Шулай ҙа була: һинең өсөн яҡшы булған нәмә, кем өсөндөр насар. Быларҙың һәммәһе лә тәрбиәгә, традицияларға, вазифаға һ.б. бәйле. “Әйҙәгеҙ, намыҫ буйынса йәшәйек, Аллаһ, дин кәрәкмәй” тип шуға күрә әйтә алмайбыҙ. Был дөрөҫ түгел.

Ҡайһы берәүҙәрҙең икенсерәк тәҡдиме бар: күпселекте тыңлайыҡ, күпселек яңылышмаҫ, әммә был да хата булып сыға. Күп кенә йәмғиәттәрҙә күпселек дөрөҫ һығымта яһай алмай, яңылыша. Мәҫәлән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис сәләм, дәғүәт алып бара башлағансы, үҙ балаһын тереләй күмгән кеше ғәрәптәрҙә ҡыйыу кеше иҫәпләнгән, бында насарлыҡ күрмәгәндәр.

Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә “Бал ҡорто” сүрәһендә ҡыҙ балаларға ҡарата ошондай ҡанһыҙлыҡ хаҡында былай ти:

(58). Әгәр ул мөшриктәрҙең береһенә “ҡыҙ балаң тыуған,” тип һөйөнөс бирелһә, ҡатынына асыуланып, дуҫтарынан оялып, йөҙө ҡарайып китәлер.(59). Ҡыҙ булған өсөн һөйөнөс бирелгәнлектән хурланып, ҡәүеменән ҡасалыр, был ҡыҙҙы хурланып ҡына аҫырайыммы икән йәки тереләтә тупраҡҡа күмеп тапайыммы икән тип уйланып торалыр. Ҡылған эштәре ниндәй яман, ҡәбәхәт эштер.(16:58-59)

Был - йәмғиәттәге күселектең фекерелер, барыһы ла улай эшләмәһә лә, ул эш насар һаналмаған, Һәм, әлбиттә, хаҡлыҡ һәм дөрөҫлөк бында юҡ.
Лут ғәләйһиссәләм ҡәүеме лә шундай уҡ. Лут ғәләйһиссәләм гомосексуализм таралған халыҡ араһында йәшәгән, халыҡтың күпселеге был эш менән булған. Уның менән шөғөлләнергә теләмәгән Лут ғәләйһиссәләм кешеләргә сәйер һәм насар булып күренгән. Түбәндәге аятта ул турала бына нимә әйтелә:

(56). Халыҡтың яуабы шул булды: Лут ҡәүемен ҡаланан сығарығыҙ – улар бит таҙа булып ҡалырға теләй.(27:56)

Лут ырыуы ниндәй насар эш ҡылған һуң? Уларҙы ни өсөн ҡыуырға теләгәндәр? Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә әйтеүенсә, улар таҙа булып ҡалырға теләгән. Күпселек халыҡ иһә ирҙәрҙең ирҙәргә шәһүәт менән килеүендә насарлыҡ күрмәгән. Был – күпселектең фекере. Хатта хәҙер ҙә ҡайһы бер халыҡтарҙа ҡартайған ата-әсәһен тауҙарға алып барып ташлау йолаһы йәшәп килә. Ҡарттар бер-береһен тәрбиәләп тауҙарҙа йәшәһен, сөнки улар ваҡытты күп ала тип иҫәпләйҙәр. Күреүебеҙсә, намыҫына һәм күпселеккә таянған халыҡ яҡшы менән яманды дөрөҫ айыра алмай.

Әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымта яһайбыҙ: тормошобоҙҙа бер генә Етәксе бар, Ул ғына беҙгә яҡшы менән яманды айырып күрһәтә ала, Ул ғына беҙ белмәгәнде белә. Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә “Мүлек”(“Батшалыҡ”) cүрәһендә ул турала шулай ти:

(14). Әллә Үҙе халыҡ ҡылған күкрәктәрҙе үә күңелдәрҙе белмәҫме? Ул – Аллаһ – һәр нәмәне белеме менән сорнап алыусы һәм бик нескә нәмәләрҙән дә хәбәрҙар.(67:14)

Тимәк беҙ түгел, беҙҙе юҡтан бар иткән Зат беҙгә нимә яҡшы, нимә яман икәнде  яҡшыраҡ белә. Йәнебеҙ ҙә беҙҙе башҡаға түгел, оло Етәксебеҙгә буйһоноуға этәрә. Ошо күңел талабын үтәгән осраҡта, беҙ торошобоҙ маҡсатын да, ҡайҙа нисек барғаныбыҙҙы ла күрәбеҙ, ниндәй ҡағиҙәләргә таянып йәшәргә кәрәклекте лә аңлайбыҙ. Аллаһҡа таянмай, Аллаһҡа һығынмайынса дөрөҫ йәшәү мөмкин түгеллеген иҫбатлай был.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Аллаһҡа һығыныу уға мохтаж булыуыбыҙ өсөн генә түгел, уға рәхмәтебеҙҙе белдереү өсөн дә кәрәк. Әйтәйек, бының булыуы икеле булһа ла, кеше Аллаһтан башҡа ла яҡшы була ала, Аллаһтан башҡа ла хаҡты айыра ала тип иҫәпләйек. Был осраҡта ла ул хаҡты айыра алырҙай ҡәлб биргән Аллаһҡа рәхмәтле булырға тейеш. Аллаһ Сүбхәнү вә Тәғәлә әйтә:

(78). Аллаһ һеҙҙе әсәйҙәрегеҙҙең ҡарынынан сығарҙы, ул ваҡытта һис нәмә белмәй инегеҙ, һеҙгә ҡолаҡ, күҙ вә күңел бирҙе – шулар менән белә башланығыҙ, шуларҙы уйлаһағыҙ, бәлки, шөкөр итерһегеҙ.(16:78)

Бынан тыш кешенең бер ниндәй ҙә роле булмаған шарттар ҙа бар. Быны асыҡлау өсөн Ҡөрьәндең “Бал ҡорто” сүрәһе аяттарын миҫалға килтергем килә.

(1). Аллаһ Сүбхәнү вә Тәғәләнең әмере килде, Аллаһуның хөкөмдәрен ашыҡтырмағыҙ! Аллаһу Тәғәлә мөшриктәр сифатынан бик пак, кәмселектән юғары һәм олуғ!

(2). Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәлә ҡолдарынан Үҙе теләгән бәндәләренә Үҙенең әмере менән үлгән күңелдәрҙе тергеҙеүсе шәриғәт менән фәрештәләрҙе индерә, Аллаһуҙан башҡа Илаһә юҡ, фәҡәт Мин генә тип хәбәр бирер өсөн, Минән ҡурҡығыҙ!

(3). Аллаһ ер үә күктәрҙе хаҡ төҙөү менән төҙөнө, Ул – Аллаһ – мөшриктәр сифатлаған тиңдәшлек сифаттарынан пак!

(4). Аллаһ кешене бер тамсы һыуҙан халыҡ ҡылды. Үә шул кеше асыҡ дошманлыҡ менән Аллаһуға ҡаршы бәхәсләшә.

(5). Үә хайуандарҙы халыҡ ҡылды, ул хайуандарҙан һеҙгә һөт, йөн үә башҡа файҙалар бар, үә боғаҙлап иттәрен ашайһығыҙ.

(6). Ул хайуандарҙы иртә менән ҡырға сығарғанда, үә кис өйөгөҙгә ҡайтарғанда, һеҙгә зиннәт үә шатлыҡтыр.

(7).Улар, һеҙҙе мәшәҡәттән ҡотҡарып, йөктәрегеҙҙе ҙур ҡалаларға илтә. Әлбиттә, Раббығыҙ һеҙгә шәфҡәтле һәм рәхимле.

(8) Йәнә һеҙгә зиннәт өсөн үә атланыр өсөн, йөктәрҙе йөкләр өсөн ат, ҡасыр, ишәктәрҙе яратты һәм һеҙ белмәгән нәмәләрҙе халыҡ ҡыла.

(9) Тура юлды күрһәтеү Аллаһ эшелер. Тура юлдан тайпылыусылар бар. Әгәр Аллаһ теләһә, барсағыҙҙы ла тура юлға һалған булыр ине.

(10). Аллаһ, күктән ямғырҙар яуҙырып, йылғалар бар итте үә ағастар үҫтерҙе. Шуларҙан хайуандарығыҙҙы ашатыр үә эсерер булдығыҙ.

(11). Һыу менән Ул һеҙгә иген, зәйтүн, хөрмә, йөҙөм ағастары үә башҡа емештәрҙе үҫтерер, фекерләй белгән кешеләр өсөн был әйтелгән нәмәләр һәм Аллаһуны таныу өсөн.

(12). Үә һеҙҙең файҙағыҙға төндө үә көндө, ай үә ҡояшты бар ҡылды һәм хәрәкәтләндерҙе, һеҙ уларҙан файҙаланаһығыҙ; үә йондоҙҙар Аллаһ әмере буйынса хәрәкәт итә, аҡылын эшләтә белгән кешеләр өсөн Аллаһуның был эштәрендә, әлбиттә, тәрән дәрестәр бар.

(13). Үә ерҙә һеҙҙең өсөн хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең төрлө төҫтәгеһен бар ҡылды, вәғәзләнә белгән ысын кешеләргә хәҡиҡи мөғжизәләр бар.

(14). Үә Ул  Аллаһ, һеҙ саф ит ашаһын өсөн һәм зиннәтләнер өсөн ынйы-мәрйендәр алһын өсөн, диңгеҙҙәрҙе буйһондорҙо. Үә караптарҙың диңгеҙҙәрҙе ярып йөрөгәнен күрерһең, һеҙ шул караптар менән кәсеп итәһегеҙ, моғайын, был ниғмәттәр өсөн Аллаһуға шөкөр итерһегеҙ.

(15). Үә Ул тетрәмәһен өсөн ныҡ тауҙарҙы ер өҫтөнә ырғытты, үә йылғалар бар ҡылды, ерҙә һәм диндә юлдар бар итте, бәлки Аллаһ күрһәткән тура юлдан китерһегеҙ!

(16). Шулай уҡ юлдарҙы табырға ғәләмәттәр – маяҡтар бар иттек, үә караптар менән диңгеҙҙә йөрөгәндә, барасаҡ тарафтарын йондоҙҙарға ҡарап табырҙар.

(17). Барсаһын халыҡ ҡылыусы Аллаһ һис нәмә төҙөргә хәленән килмәгән һындар менән бер тигеҙ булырмы? Шуны ла фәһемләй алмайһығыҙмы?!
(18). Әгәр Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе һанап ҡараһағыҙ, һис һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы үә рәхимле.(16:1-8)

Был теманы ошондай аят менән тамамлағы килә:

(35)Аллаһ ерҙе үә күктәрҙе ҡояш һәм ай нуры менән яҡтыртыусылыр. Мөьмин күңелендә Аллаһ нуры эсендә шәм янып торған өй тәҙрәһе кеүектер, ул шәм быяла лампа эсендәлер, лампа биш ҙур йондоҙҙоң береһе кеүектер. Лампа зәйтүн ағасының майы менән яҡтыртылыр, ул ағас көнсығышта ла, көнбайышта ла түгел – урталыҡталыр. Уның майы утһыҙ ҙа ҡабынып китергә әҙер. Яҡтылыҡ өҫтөндә йәнә бер яҡтылыҡ. Мөьминдең дә иман нуры өҫтөнә Ҡөрьән өҫтәмә нурҙыр. Аллаһ Ҡөрьән нурына Үҙе теләгән кешеһен күндерер. Аллаһ кешеләр ғибрәтләнһен өсөн миҫал килтерәлер. Аллаһ бит һәр нәмәне белеүсе.(24:35)

Бер тәфсирҙә “Аллаһ – күктәр һәм ер нуры”һүҙҙәренең аңлатмаһы бирелә: Аллаһ – күктәр һәм ер яҡтылығын булдырыусы, ул яҡтылыҡты беҙ күрәбеҙ, тоябыҙ, шунда йәшәйбеҙ, шул уҡ ваҡытта рухи нурҙы ла – хаҡлыҡ, ғәҙеллек, ғилем, изгелек нурын, намыҫ һәм әхлаҡ нурын, тура юл, иман яҡтылығын булдырыусы ла Ул. Аллаһ бар ҡылған һәр нәмәлә Бөйөк Етәксебеҙҙең берлеге һәм барлығы сағыла.

Аллаһ – рухи яҡтылыҡ сығанағы. Беҙ Ул ҡушҡандарҙы үтәп, Ул тыйғандарҙан тыйылып йәшәргә тейеш. Раббым, берҙән-бер Етәксебеҙ булыуыңды танып, Ҡөрьән буйынса ғәмәл ҡылып йәшәргә насип ит.









Комментариев нет:

Отправить комментарий