воскресенье, 4 февраля 2018 г.

Әҙ ҙә етә күп тә бөтә.


Картинки по запросу Ислам в Башкортостане




Аллаһ Сүбхәнә Тәғәлә “Һуд” сүрәһендә әйтә: “Берәү донъя тереклеген генә үә донъя тормошоноң ғына матурлығын теләһә, Беҙ уларға донъяуи эштәренең файҙаһын донъяла биреп бөтөрөрбөҙ һәм уларға донъяуи эштәренә кәмселек килтерелмәҫ.(15) Әммә Әхирәттә уларға уттан башҡа яза булмаҫ үә донъя эштәре һәләк булыр, бидғәт ғәмәлдәре батыл булыр.”(16)


Күптәребеҙҙе донъя малы, донъяның алдатҡыс ҡапҡандары ныҡ тота. Таныш бер уҡытыусының яҙмышы тетрәндереп гел иҫемә төшөп тора. Өфөлә ҙур ғына урында эшләгән ҡыҙы һөйләп торғайны: “Атайымдан, ауылда абруйлы ғына кеше булғас, бал менән кәсеп иткән бер эшҡыуар кешеләрҙән флягалар йыйҙыртҡан, йәнәһе аҙаҡ, бал һалып, уларҙы кире ҡайтара. Аҙаҡ был кәсепсе флягалары, балы менән зым-зыя юҡҡа сыҡты. Атайым шулай бурыслы булып китте.”

 Эсем бошоп тыңланым был хәбәрҙе, тик ул саҡта “атайыңдың бурыстарын мотлаҡ түлә, хәлен еңеләйт” тип, матур кәңәш бирә алманым. Әле, әлбиттә, бурыслы көйө Әхирәткә күскән кешенең ҡәбер ғазаптары, ыҙалары хаҡында аңлата алыр инем, ә ул саҡта өндәшмәй ҡалдым. Ҡайһы саҡ, үҙебеҙсә әҙәп һаҡлаған булып, Әхирәт өсөн бик тә мөһим нәмәне лә әйтмәйбеҙ. Был донъянан китер мәлебеҙҙе беребеҙ ҙә белмәй, шулай булғас бурыстарыбыҙҙы түләп, эшләнгән гонаһтарыбыҙ өсөн ғәфү үтенеп, өс көнлөк был донъянан мөмкин ҡәҙәр таҙарынып китергә тырышыу кәрәк. Аллаһ Сүбхәнә Тәғәлә – Рәхимле, ихлас тәүбәләрҙе ҡабул итә, ихлас тәүбәләрҙән гонаһтар юйыла.

Бер ҡудси хәҙистә пәйғәмбәреҙҙең, Аллаһ Тәғәләнең уға сәләме һәм рәхмәте булһын, шундай һүҙҙәре килтерелә: “Мин йәннәт ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, унда меҫкендәрҙең инеүен күрҙем. Ләкин бай һәм дәрәжәле кешеләр көтөп тора ине.”

Донъя малына артыҡ иҫе китеп бармаған, инде баҡыйлыҡҡа күскән бер ауылдашым әйтә торғайны: “Әҙ ҙә етә, күп тә бөтә”. Бәхетле булыр өсөн әҙәм балаһына байлыҡ мотлаҡи түгел. Бай булыуың шәп, әлбиттә, әммә бәхет һәм байлыҡ араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйыу дөрөҫ түгел. Тура юлда булып, Һәр минут һайын Аллаһтың ярҙамын, һине ҡайғыртыуын тойоп йәшәү, күңел тыныслығы – иң оло бәхет шулдыр.
                                                                                                                                                                                                                      
/Бидғәт(ғәр.) - дингә ҡаршы нәмә./
/Батыл(ғәр.) – ялған./

Комментариев нет:

Отправить комментарий