четверг, 8 февраля 2018 г.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә хаҡында һөйләшеү ҡағиҙәләре.


Картинки по запросу мусульмане в россии


Беҙ Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнең барлығын иҫбатлаусы дәлилдәр һәм ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләштек.

Хәҙер иһә, иншә Аллаһ, ислам күҙлегенән сығып, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә тураһында һүҙ башларбыҙ, тик әңгәмә алдынан дүрт ҡағиҙәне күңелебеҙгә һалып ҡуйыу зарур, ул ҡағиҙәләр беҙгә дөрөҫ юлдан яҙлыҡмай атларға мөмкинлек бирер. Шуларҙың береһен генә үтәмәһәк тә, яңылышлыҡҡа, хатта ки көфөрлөккә төшөп китеүебеҙ ихтимал. Бәс, шулай булғас, ошо ҡағиҙәләр менән танышып үтәйек.

Беренсе ҡағиҙә. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә ҡағылышлы һәр мәғлүмәт Ҡөрьән йәки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, хәҙистәренә нигеҙләнергә тейеш. Ҡөрьән аяттарына йәки пәйғәмбәребеҙ, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, сөннәтенә таянмай тороп, Аллаһы Тәғәлә тураһында нимәлер әйтергә тейеш түгелбеҙ (мәҫәлән, Уның ғилеме, ҡеүәте йәки исемдәре хаҡында һүҙ барғанда).

Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә хаҡындағы риүәйәттәре беҙгә таяныс була алмай, беҙгә дәлилдәр, йәғни Аллаһ Тәғәләнең Үҙенең йәки пәйғәмбәребеҙҙең, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, Уның хаҡындағы һүҙҙәре кәрәк. Аллаһ йәшерен, шуға күрә беҙ Уны күрергә һәләтле түгел. Аллаһтың барлығы тураһында аҡылыбыҙға таянһаҡ, был инде икенсе эш. Тик Аллаһ образы хаҡында һөйләһәк, ул мәсьәләләрҙә аҡыл көсһөҙ. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә тураһында һөйләгәндә, Ҡөрьәндән йәки пәйғәмбәребеҙ, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, хәҙистәренән аныҡ дәлилдәр килтерергә бурыслыбыҙ.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә был турала бына нимә ти:

(100). Аҙашҡан кешеләр ендәрҙе Аллаһҡа тиңдәш ҡылалар, асылда уларҙы Аллаһ Үҙе халыҡ ҡылды, йәнә бер ниндәй дәлилһеҙ, Аллаһтың улы йәки ҡыҙы бар тип, ялғанды Аллаһуға бәйләйҙәр. Яһилдар сифатлаған тейешһеҙ сифаттарҙан Аллаһ бик тә пак үә ундай кәмселектән бик тә юғары.
(101). Аллаһ, һис кемдән ярҙам һорамайынса, Үҙе башлап Ер үә Күктәрҙе төҙөүсе; Уның нисек балаһы булһын, уның бит ҡатыны булманы үә һәр нәмәне Ул халыҡ ҡылды, Ул һәр нәмәне белә.
(102). Бөтә барлыҡты төҙөүсе Аллаһ – Тәрбиәсегеҙҙер. Илаһә булырға һис бер зат юҡ, Мәгәр Аллаһ Үҙе генә. Ул һәр нәмәне төҙөүсе. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ! (6: 100-102)

Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәлә ғилеме булмаған килеш Уның хаҡында хәбәр һатыусыларҙы яратмай (ҡыҙы, улы бар тип һөйләүселәрҙе). Аллаһ был турала әйтмәгән көйө нисек был турала һөйләргә мөмкин?!

Артабан Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә былай ти:

(103). Аллаһу Тәғәләне күҙҙәр ихата ҡыла алмаҫ, Уны күрергә бер ниндәй күҙ ҡадир булмаҫ, бәлки Аллаһ Үҙе күҙҙәрҙе ихата ҡылыр, йәғни күҙҙәрҙең күреүен солғап алыр үә Ул һәр нәмәнән хәбәрҙар.(6: 103)

Бында шуны әйтеп китеү ҙә урынлы булыр: фани донъяла Уны күрергә һәләтле түгелбеҙ, әммә Ҡиәмәт еткәс, мөьминдәр Аллаһты күрәсәк.

(20). Юҡ, улай кәрәкмәҫ, донъяны ашығып кәсеп итәһегеҙ һәм уғата яратаһығыҙ.
(21). Әммә Әхирәтте артҡа ҡуяһығыҙ, уның өсөн ашыҡмайһығыҙ.
(22). Ҡиәмәт көндө ҡайһы бер йөҙҙәр балҡып ағарыр.
(23). Ул йөҙҙәр Раббыһына ҡараусылыр.
(24). Ҡайһы бер йөҙҙәр ҡайғынан һытыҡ, ҡара булыр.
(25). Уларҙың хәлен күргәс, арҡа быуындарын һындырыусы ғазап килгән тип уйларһың. (75: 20-25)

Фани донъяла күҙҙәребеҙ Аллаһты күрергә ҡадир түгел икән, берәүҙең дә Аллаһты күреүе мөмкин түгел. Шулай булғас, Ҡөрьән һәм пәйғәмбәребеҙ, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, хәҙистәренә таянмайынса, Уның хаҡында берәү ҙә бер нәмә лә әйтә алмай. Ҡайһы берәүҙәр быларҙың һәр кемгә аңлайышлы нәмәләр булыуы хаҡында һөйләһә лә, уны һыҙыҡ өҫтөнә алыу зарур.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Аллаһы Тәғәлә хаҡында фекер алышыу башланһа, байтаҡ кешеләрҙең был ҡағиҙәне белмәүен, ғалимдарҙың йәки аҡыллы әҙәмдәрҙең һүҙҙәренә һылтаныуын күрәбеҙ. Әммә Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә тураһында һөйләгәндә, миңә аҡыллы әҙәмдәрҙең хәжәте юҡ – был осраҡта аҡылыбыҙ беҙҙе Аллаһ һәм уның пәйғәмбәре, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, хәҙистәренән ситкә алып китергә тейеш түгел.

Икенсе ҡағиҙә. Аллаһ бер кемгә лә оҡшамаған, Уға оҡшаған бер кем дә, бер нәмә лә юҡ. Аллаһтың ҡеүәте хаҡында барамы, ғилеме хаҡында барамы, образы хаҡындамы – айырма юҡ. Беҙ һәр саҡ шуны иҫтә тоторға тейеш: Уға оҡшаған бер кем дә, бер нәмә лә юҡ. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә киләһе аятта бына нимә ти:

(11). Ул – Аллаһ - Ерҙе үә Күктәрҙе төҙөүсе, үә һеҙҙең өсөн үҙегеҙҙән ҡатындар бар ҡылды, үә һәр бер хайуанды парлап яратты, шул тәртип менән һеҙҙе лә, хайуандарҙы ла күбәйтте. Аллаһуға оҡшаған һис нәмә юҡтыр, үә Ул һәр тауышты ишетеүсе, үә һәр нәмәне күреүселер.(42:11)

Аллаһ бер нәмәгә лә оҡшамаған – быныһы аңлашыла. Ләкин беҙ Аллаһтың көсө тураһында һөйләй башлаһаҡ, ҡайһы берәүҙәр Аллаһтың көсөн кешенең мөмкинлектәре менән сағыштыра башлай. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнең көс-ҡеүәте тураһында һөйләгәндә, Уны кешенең сикләнгән мөмкинлектәре менән сағыштырып, “нисек Ул быны булдыра ала икән?”- тип аптырарға ярамай. Аптырау нилектән барлыҡҡа килә? Беҙ үҙебеҙҙең көс-ҡеүәтебеҙҙе Уның Көс-Ҡеүәте менән сағыштырабыҙ һәм һығымта яһайбыҙ: быларҙың булыуы мөмкинме икән ни? Аптырау шунан килеп тыуа: беҙ үҙебеҙҙе Аллаһ менән сағыштырабыҙ, үҙебеҙгә оҡшатабыҙ, ә беҙ бит көсһөҙ, берәүҙе лә терелтә алмайбыҙ, йәшерен нимәләрҙе белмәйбеҙ һ.б.

Аллаһ хаҡында һүҙ барғанда, Уға оҡшаш бер нәмә лә булмауын, Уны һис бер нәмә менән дә сағыштырып булмауын оноторға ярамай. Әгәр беҙ Аллаһты башҡа йән эйәләре менән сағыштыра башлаһаҡ, беҙ тура юлдан аҙашасаҡбыҙ. Шуға күрә лә ислам Аллаһ образын күҙ алдына килтереүҙе тыя. Уның һүрәтен төшөрөргә, фильмдарҙа күрһәтергә маташыу ҙа ярамай, хатта пәйғәмбәрҙәрҙең рәсемен дә эшләргә ярамай. Башҡа диндәрҙең китап тышында Аллаһты һүрәтләйҙәр: йәнәһе Ул болоттар аша Муса ғәләйһис-сәләмгә ниндәйҙер китаптар бирә, фәрештәләр, мультфильдарҙағы һымаҡ, торбаларҙа уйнай. Әммә былар мөмкин булмаған хәл, сөнки Аллаһ бер нәмәгә лә оҡшамаған, был тормошта төшөндә лә, өнөндә лә уны һис кем күрмәйәсәк. Төшөндә Аллаһты күрәм тип уйлаусылар шайтанды күрә – пәйғәмбәребеҙ ҙә, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, быны раҫлаған. Фани донъяла хатта пәйғәмбәрҙәр ҙә Уны күрмәгән. Миғраж ваҡытында (күктең етенсе ҡатына күтәрелеү) пәйғәмбәребеҙ, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, Аллаһ Сүбхәнү үә Тәғәләгә бығаса берәү ҙә яҡынлаша алмағанса яҡыная. Әммә “Һин Уны күрҙеңме?”-тип һорағас, былай тип яуап бирә:

-Шундай яҡтылыҡ, нисек күрәйем инде мин Уны?!

Тимәк был мөмкин булмаған хәл, Ҡиәмәткә ҡәҙәр Аллаһты күреү мөмкин түгел. Аллаһты берәү ҙә күрмәгән. Аллаһ бер кемгә лә оҡшамаған, Уны бер кем менән дә сағыштырып булмай. Аллаһ тураһында һөйләгәндә, Уны кем менәндер сағыштырырға, образлы күҙ алдына килтеререгә маташыу ярамай. Алдағы ҡағиҙәләрҙән киләһе ҡағиҙә барлыҡҡа килә.

Өсөнсө ҡағиҙә. Аллаһтың бер кемгә лә оҡшамағанынан һәм әгәр беҙ Аллаһ тураһында һөйләргә теләһәк дәлилдәр килтерергә тейешлегебеҙҙән сығып, Ҡөрьәндән йәки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм, хәҙистәренән алынған бөтә мәғлүмәт образлы күҙ алдына килтереүһеҙ һәм инҡар итеүһеҙ ҡабул ителергә тейеш.

Тап ошо ҡағиҙә үтәлмәүе арҡаһында исламда төрлө секталар барлыҡҡа килгән... Әгәр Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Үҙе хаҡында нимәлер әйткән икән, беҙ быға ышанабыҙ һәм Ул әйткәндәрҙең мәғәнәһен үҙгәртергә кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ образын, Уның нимә эшләгәнен күҙ алдына килтерергә тырышыу ҙа ярамай.

Дүртенсе ҡағиҙә. Аллаһҡа ышаныу ябай теория һәм философия түгел, был ышаныс кешенең тормошонда ла сағылырға тейеш. Әгәр мин Аллаһ хаҡында һөйләйем, Уға ышанам икән, былар күңелемдә генә булырға тейеш түгел, ғәмәлдәремдә, үҙемде тотошомда ла күренергә тейеш. “Аллаһ – Әл-Ҡадир (Һәр эшкә Ҡеүәтле), Әл-Ғалим (Һәр нәмәне белеүсе),”-тип әйтәбеҙ икән, Уға Уның бөйөклөгөнә торошло хөрмәт күрһәтеү, әйткәндәрен үтәү лазым.

Дүрт ҡағиҙә менән танышҡандан һуң, ислам күҙлегенән сығып, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә хаҡында һөйләшә алабыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий