среда, 14 февраля 2018 г.

Аллаһ – Хаҡ Тәғәлә, барса барлыҡтың Хужаһы.

Картинки по запросу Мусульмане Башкортостана


1.    Аллаһ – һәр нәмәне бар ҡылыусы.

(62). Аллаһ һәр нәмәне халыҡ итеүсе, үә һәр нәмә өҫтөнән үҙе белгәнсә эш йөрөтөүселер. (39:62)

2. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә – Берҙән-бер Ризыҡ биреүсе.

(6). Ерҙәге һәр йән эйәһенең ризығы Аллаһ ҡулында, дәхи уларҙың торасаҡ ерҙәрен үә үлгәс күмеләсәк ерҙәрен белер. Барсаһы Ләүхел Мәхфүздәге китапта яҙылмыш.(11:6)

(60). Күпме хайуандар, ҡоштар үҙҙәренә ризыҡ әҙерләп ҡуя алмай – Аллаһ уларҙы ла, һеҙҙе лә ризыҡландыралыр. Ул – Аллаһ – һүҙҙәрегеҙҙе ишетеүсе, күңелдәрегеҙҙе белеүселер. (29:60)

(26). Аллаһ теләгән кешеһенә ризыҡты киң ҡылыр үә теләгән кешеһенә ризыҡты тар ҡылыр, әммә кәферҙәр донъя байлығына шатланырҙар. Ә бит Әхирәт алдында донъя байлығы алдай торған бик әҙ генә нәмә.(13:26)

(17). “Аллаһ урынына һындарға ғибәҙәт ҡылаһығыҙ, үә һындарығыҙҙы Аллаһ тип ялған һөйләйһегеҙ, бит Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡыла торған һындарығыҙ һеҙгә ризыҡ бирергә ҡадир түгел. Ризыҡты Аллаһтан һорағыҙ үә уға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ, сөнки хөкөм ителергә Аллаһҡа ҡайтасаҡһығыҙ,”-тине.(29:17)

(36). Һин әйт: “Минең Раббым теләгән кешеһенә киң ризыҡ бирер үә теләгән кешеһенә тар ризыҡ бирер, бит Әхирәт эштәре донъя малына ҡарап йөрөмәй,”- ләкин күп кеше быны белмәй. (34:36)

(3). Эй, кешеләр, Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәттәрен хәтерегеҙгә төшөрөп, Уға ғибәҙәт ҡылырға, итәғәт итергә бурыслы икәнегеҙҙе белегеҙ, әллә Аллаһтан башҡа бер зат бармы, күктән һыу индереп, ерҙә үҫтереп һеҙгә ризыҡ биреүсе? Әлбиттә, юҡ, ҡоллоҡ ҡылырға һис Илаһә юҡ, мәгәр Аллаһ Үҙе генәлер. Шулай булғас, Аллаһтан биҙеп, ни өсөн Аллаһыҙлыҡҡа күсәһегеҙ?! (35:3)

3.Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә барса йән эйәләренә йәшәр өсөн бөтә шарттарҙы булдырған – был һәммәбеҙгә лә мәғлүм, әммә шундай фәйләсүфтәр ҙә булған: улар фекеренсә, Аллаһ донъяны бар ҡылған да йән эйәләре үҙ көндәрен үҙҙәре күрһен тип ташлаған булып сыға. Тик ислам буйынса, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә тормош өсөн кәрәк булған бөтә нәмә менән беҙҙе тәьмин итә.

(22). Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең файҙа өсөн ерҙе түшәк, күкте һеҙҙең өсөн көмбәҙ итеп яралтты һәм күктән ямғырҙар индерҙе. Һеҙгә емеш һәм ризыҡ булһын өсөн, ул ямғыр менән һәр төрлө емештәрҙе үҫтерҙе. Аллаһы Тәғәләнең шәриктәре  (иптәштәре) бар, тип әйтмәгеҙ. Дөрөҫлөктә ул шәрик тигәндәренең һис нәмә яралтырға ҡөҙрәтле булмағанын шикһеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Һәр нәмәне яралтыусы – Аллаһы Тәғәләлер. Фәҡәт Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу лазым.(2:22)

(23). Әйт: “Ул – Аллаһ – һеҙҙе юҡтан бар ҡылды, үә һеҙгә хаҡ һүҙҙе ишетеү өсөн ҡолаҡ бирҙе, үә ғибрәттәрҙе күреү өсөн күҙ бирҙе, үә, фекерләп хаҡ менән батылды айырыу өсөн, күңел бирҙе – был ниғмәттәргә ҡарағанда һеҙҙең шөкөр итеүегеҙ бик аҙҙыр.”(67:23)

Әлбиттә, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнең барса барлыҡҡа Хаҡ Тәғәлә булыуын раҫлаусы бөтә аяттарҙы ла һанап китә алмайбыҙ. Шулай ҙа Аллаһтан башҡа берәүҙең дә бер ниндәй роле булмаған мәлдәрҙе һанап киткем килә.

(4). Аллаһ ҡына тергеҙә һәм үлтерә, кешенең ғүмер оҙонлоғон, ҡайҙа, ҡасан вафат буласағын билдәләй.

(42). Үлгән ваҡыттарында, Аллаһ һәр кешенең рухын тәненән айырып алыр, бер хәлдә кешеләр йоҡлағанда рухтарын алыр, үлем менән хөкөм ителгәненә рухты кире ҡайтармаҫ, ул кеше үлгән булыр. Әммә үлем менән хөкөм ителмәгәненә рухты кире ҡайтыр, ул кеше әжәле еткәнсе йәшәр. Аллаһтың был эшендә, әлбиттә, фекер эйәләренә ғибрәттәр барҙыр.(39:42)

(66). Үә Ул - Аллаһ – һеҙҙе юҡтан бар итеп тергеҙҙе, һуңынан һеҙҙе үлтерер, һуңынан һеҙҙе йәнә тергеҙер, дөрөҫлөктә, кеше - Аллаһ ниғмәттәрен инҡар итеүсе.(22:66)

(78). Ҡайһы ғына урында булһағыҙ ҙа һеҙгә үлем ирешер. Әгәр күккә терәлгән ныҡ ҡәлғәләр эсендә булһағыҙ ҙа, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа әжәл еткәс үлерһегеҙ, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа әжәл етмәйенсә үлмәҫһегеҙ.(4:78)

(34). Әлбиттә, Ҡиәмәттең ҡасан буласағын белеү Аллаһ хозурындалыр. Ул теләгән ваҡытта ямғыр индерер, үә ҡатындарҙың ҡарынындағы балаларҙың малаймы, ҡыҙмы икәнен белер. Үә һис бер кеше ҡайҙа үләсәген белмәҫ, Аллаһ һәр нәмәне белеүсе, үә һәр нәмәнән хәбәрҙарҙыр.(31:34)

Барса барлыҡҡа Хужа булған Аллаһ хаҡында һөйләгәндә, Ҡөрьәндәге Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең халҡы менән әңгәмәһен тасуирлаусы аяттарҙы миҫал итеп килтереү урынлы булыр. Был аяттар Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнең үҙ ҡолдарына Шәфҡәтле, Рәхимле булыуы тураһында һөйләй.

(69). Үә кешеләргә ғибрәт өсөн Ибраһимдың хәбәрен уҡы!

(70). Ул атаһынан һәм ҡәүеменән “Нимәгә ғибәҙәт ҡылаһығыҙ?”-тип һораны.

(71). Әйттеләр: “Һындарға ғибәҙәт ҡылабыҙ, һәр ваҡыт уларға ғибәҙәттә булабыҙ.”

(72). Ибраһим әйтте: “Доға ҡылып хәжәттәрегеҙҙе һорағанда, һындарығыҙ һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе ишетәме?

(73). Йәки һеҙгә файҙа итергә көстәре етәме, йәки уларға ғибәҙәт ҡылмаған кешеләргә зарар итергә көстәре етәме?”

(74). Әйттеләр: “Юҡ, һындарыбыҙ ишетмәй ҙә, файҙа үә зарар итергә лә көстәре етмәй, бәлки аталарыбыҙ ҙа шулай беҙҙең кеүек доға ҡылалар ине, беҙ ҙә уларға эйәреп шулай ҡылабыҙ,”-тип.

(75). Ибраһим әйтте: “Әә, күрәһегеҙме ғибәҙәт ҡылған һындарығыҙҙы.

(76). Үҙегеҙ үә әүәлге бабаларығыҙ ғибәҙәт ҡылған һындарығыҙҙың һис нәмәгә ярамағанлығын беләһегеҙме?

(77). Ул һындар минең дошмандарымдыр, уларға һис ғибәҙәт ҡылмам, мәгәр ғаләмдәрҙең Раббыһы минең дошманым түгел, дуҫым. Мин Уға ғибәҙәт ҡылам.

(78). Ул – Аллаһ – мине халыҡ ҡылды, үә тура юлға күндерҙе мине.

(79). Үә Ул мине ашата, үә эсерә.

(80). Әгәр ауырыһам, Ул миңә сәләмәтлек бирә.

(81). Үә Ул мине үлтерә, һуңынан тергеҙә.

(82).Үә Ҡиәмәт көндө гөнаһтарымды Ул ярлыҡар тип өмөт итәм.

(83). Эй, Раббым, миңә белем, хикмәт бир үә изгеләргә тоташтыр.

(84). Йә Рабби, минән һуң килгән өммәттәр мине яҡшылыҡ менән зекер итһендәр.

(85). Үә мине “Нәғим” йәннәтенең вариҫтарынан ҡыл.

(86). Үә атамды ярлыҡа, сөнки ул хаҡ юлдан аҙашҡандарҙан булды.

(87). Кешеләр ҡубарылған көндө мине хур ҡылма.

(88). Ул көндө малы һәм балаһы һис кемгә файҙа бирмәҫ.

(89). Мәгәр мөшриклек һәм монафиҡлыҡ керҙәренән күңеле пак хәлдә ысын мосолман булып килһә, уға файҙа булыр!”(26:69-89)

(5). Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә генә тура юлдан алып бара.

Шулай уҡ Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә беҙгә ризығын, тура юлды табырға мөмкинлеген бирә – былар Аллаһтың барсаһына Хужа булыуы хаҡында һөйләй. Тура юлды күреп, иманыбыҙҙы нығытыр өсөн, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә барыһын да эшләгән. Тура юлды табыуыбыҙ, диндә нығыныуыбыҙ – Аллаһтың рәхмәте, мәрхәмәте. Шул турала Ул Ҡөрьәндә бына нимә ти:

(35). Йәнә әйт: “Әлбиттә, юҡ! Хаҡ юлға фәҡәт Аллаһы Тәғәлә Үҙе генә күндерә! Хаҡ юлға күндереүсе Аллаһуға эйәрергә, баш эйергә тейешлеме? Йәки һелкенергә лә хәленән килмәгән һындарға баш эйеү тейешлеме? Йәки Аллаһ күндермәһә тура юлды үҙе өсөн генә лә таба алмаған ишандарға эйәрергә, уларға баш эйергә тейешлеме? Нимә булды һеҙгә, батыл эште ҡылаһығыҙ?”(10:35)

(164). Был сүрәнән әүәл һиңә беҙ һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ебәрҙек. Аллаһы Тәғәлә Муса ғәләйһис-сәләм менән камил һөйләшеүҙә һөйләште.

(165). Был рәсүлдәрҙе бәндәләрҙе йәһәннәмдән ҡурҡытып, йәннәт менән шатландырыусы итеп ебәрҙек. Рәсүлдәр һуңында Аллаһ хозурына әҙәмдәрҙең дәлилдәре булмаһын өсөн...(4:164-165)

“Хаҡты ҡайҙан беләйек? Аллаһты ҡайҙан беләйек?”-тип Ҡиәмәттә әйтмәһендәр өсөн, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә бәндәләренә рәсүлдәрҙе ебәрә.

(36). Өммәттәрҙең һәммәһенә рәсүлдәр күндерҙек, фәҡәт Аллаһуға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ үә Аллаһуҙан башҡаға ғибәҙәт итеүҙән һаҡланығыҙ һәм бидғәт ғәмәлдәр менән динде бысратмағыҙ, тип.(16:36)

Был аяттар барса барлыҡтың Хужаһы Аллаһ булыуына дәлил. Материаль яҡтан булһын, рухи яҡтан булһын Ул беҙҙе бөтә кәрәк нәмә менән дә тәьмин итә, ул йәһәттән Аллаһ алдында кешеләр бер тигеҙ. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ризыҡ биреүе тураһында әйтә икән, ризыҡты Ул иманлыларға ла, имандан алыҫ булғандарға ла бирә. Тура юл тураһында әйтә икән, был юлға илтеүсе һуҡмаҡтарҙа берәүгә лә кәртә юҡ – кәрәкле ғилем менән динлеләр ҙә, диндә булмағандар ҙа тәьмин ителә.

Ҡайһы бер кешеләр араһында шундай һорау ҙа тыуғылай: “Ни өсөн динһеҙҙәр араһында байҙар бар?” Ә Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә динлеләр бай, динһеҙҙәр ярлы йәшәйәсәк тип вәғәҙә бирҙеме ни? Был йәһәттән айырма юҡ, Аллаһ – барса барлыҡтың Хужаһы, Ул Үҙе халыҡ ҡылғандарҙың һәммәһенә ризыҡ бирә. Ибраһим ғәләйһис-сәләм иманлыларға ғына ризыҡ биреүҙе һорағас, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ризыҡты диндә булмағандағыларға ла бирәсәге тураһында белдерә:

(126). Ибраһим ғәләйһис-сәләм әйтте: “Йә Раббым, был Мәккәне имен ҡала ит һәм был ҡала халҡын төрлө емештәр менән ризыҡландыр. Шул кешеләрҙе ризыҡландыр: улар Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә инанырҙар.” Аллаһ Тәғәлә әйтте:”Кәфер булһа ла ризыҡландырырмын, Әхирәттә булмаҫ. Донъяла ризыҡландырғандан һуң, ул кәферҙәрҙе ут ғазабына ҡайтарырмын. Ни ҡәбәхәт ҡайтасаҡ урындыр ул.”

Кешеләр Аллаһтың берлеген, барлығын танып ғибәҙәт ҡыламы-юҡмы, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә һәммәһенә ризыҡ бирә, сөнки Ул – барса барлыҡтың Хужаһы. Быны танырға теләһәк тә, теләмәһәк тә һәммәбеҙ Уның ҡолдары. Ризығыбыҙ, ғүмеребеҙ, үлемебеҙ Аллаһ ҡулында, һәммәбеҙ Уның дөйөм ҡанундарына буйһона.

(83). Йә, Аллаһы Тәғәлә диненән башҡаны теләрҙәрме? Аллаһы Тәғәләгә ерҙәге һәм күктәге барса мәхлүк итәғәт итер: ҡайһы берҙәре мөьминдәр кеүек үҙ ихтияры менән, ҡайһы берҙәре ихтиярһыҙ итәғәт итер. Кәферҙәр ҙә Аллаһы Тәғәлә ҡазаһына итәғәт итә. Һәммәгеҙ Аллаһы Тәғәләгә генә ҡайтыр.

Тимәк, теләйһеңме, теләмәйһеңме – һин Аллаһҡа буйһонаһың. “Көфөр”(ғәр), йәғни динһеҙлек атамаһы ла шуға бәйле. Ғәрәп телендәге был һүҙҙең бер мәғәнәһе “йәшереү” тигәнде аңлата. “Кафара” – тимәк кеше нимәнелер йәшергән, ә кәфер - иманһыҙ бәндә - нимәнелер йәшергән булып сыға. Нимәне йәшерә? Ул Аллаһҡа буйһоноуын йәшерә, ғүмере һәм үлеме, ризығы һәм йоҡоһо, мөлкәте – һәммәһе Аллаһ ҡулында булыуын йәшерә. Бәс, шулай булғас, кәферҙәр ғүмерҙәренең Аллаһҡа буйһонған булыуын йәшереүселәр.

Аллаһтың барса барлыҡтың Хужаһы булыуын Мөхәммәт, саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм, Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр замандарындағы күп илаһтарға табыныусылар ҙа таныған. Был йәһәттән улар Аллаһҡа ышанған, үҙҙәре табынған боттар уларҙы бар ҡылмағанын да белгән, уларҙы Аллаһ яралтыуын да белгән. Ошо хаҡта Ҡөрьәндә бына нимә әйтелә:

(61). Әгәр мөшриктәрҙән ерҙе үә күктәрҙе кем халыҡ ҡылды, тип һораһаң, дәхи айҙы үә ҡояшты кем йөрөтә, тип һораһаң, әлбиттә, “Аллаһ” тип яуап бирерҙәр, шулай яуап биргәндән һуң, ни өсөн иман килтереүҙән баш тарталар?

(62). Аллаһ киң ризыҡ бирер, теләһә шул уҡ кешегә ризыҡты тар ҡылыр, Аллаһ, әлбиттә, һәр нәмәне белеүселер.

(63). Әгәр һин “Күктән һыу индереп, үлгән ерҙе кем терелтә?”- тип мөшриктәрҙән һораһаң, әлбиттә, “Аллаһ,”- тип яуап бирерҙәр. “Маҡтау һәр эштә Аллаһуға!”- тип әйт. Әммә уларҙың күбеһе хаҡ һүҙҙе аңламай.(29: 61-63)

Ҡөрьәндең башҡа аяттарында ла шул хаҡта әйтелә:

(84). Әйт: “Ер һәм ерҙәге кешеләр кемдеке, әйтегеҙ, дөрөҫөн әйтә алһағыҙ һәм белһәгеҙ?”

(85). Әлбиттә, улар “Аллаһтыҡы,”-тип әйтәсәк. Һин уларға әйт: “Аллаһ эшенән ғибрәт алып вәғәзләнмәйһегеҙме, тәүҙә юҡтан бар итеүсе Аллаһтың барҙы тергеҙергә көсө етмәҫме?”

(86). “Ете ҡат күктең һәм олуғ ғәрештең Раббыһы кем?-тип һора.

(87). Әлбиттә, “Аллаһтыҡы,”-тип әйтәсәктәр. “Шулай булғас, Уның ғазабынан ҡурҡмайһығыҙмы?!”-тип әйт.

(88). Әйт: “Барса нәмә өҫтөнән батшалыҡ кем ҡулында, Ул һәр нәмәне һаҡлар, әммә унан башҡа һаҡлау мөмкин булмаҫ? – әгәр белһәгеҙ яуап бирегеҙ.”

(89). Әлбиттә, “Һәр нәмәгә батшалыҡ Аллаһ ҡулында”,- тиерҙәр. “Шулай булғас ниңә шайтан вәсүәсәһенә алданаһығыҙ?!”-тип әйт.(23: 84-89)

Күп илаһтарға табыныусылар бөтә барлыҡтың Хужаһы Аллаһ икәнлеген, күктән һыу биреүен, ризыҡ биреүен таныған, тик ғибәҙәт ҡылыуға лайыҡлы бер Аллаһ ҡына икәнлегенә ышанмағандар.




Комментариев нет:

Отправить комментарий