четверг, 15 февраля 2018 г.

Ышанысыбыҙ- Аллаһ.


Картинки по запросу Ислам в Башкортостане


Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәләгә инаныуыбыҙ тормошобоҙҙа ла сағылырға тейешлеге хаҡында әйткәйнек. Аллаһ беҙҙе юҡтан бар итеп яралтҡан, Ул беҙҙе ризыҡландыра, терелтә, үлтерә тип әйтәбеҙ һәм шуға ышанабыҙ икән, был беҙҙең тормошобоҙҙо, ғәмәлдәребеҙҙе нисек итеп үҙгәртә?

Аллаһтың берҙән-бер Хужабыҙ, Етәксебеҙ икәнлеген таныу беҙҙе Аллаһтан башҡа кемгәлер ҡол булыуҙан, баш һалыуҙан азат итә. Исламдың төп бурыстарының береһе – әҙәмде шундай ҡоллоҡтан ҡотҡарыу. Беҙ Аллаһтың ғына ҡоло булырға тейеш. Ғүмеребеҙ, ризығыбыҙ, намыҫыбыҙ, бәрәкәтебеҙ, һаулығыбыҙ Уның ҡулында булған Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу – һәммәбеҙ өсөн оло мәртәбә.

Бер заман фарсы ғәскәре башлығы мосолмандар илсеһенән былай тип һорай:

-        Ни өсөн килдегеҙ? Ниндәй сәбәп алып килде һеҙҙе бында?

Илсе шулай тип яуап бирә:

-        Беҙ кешеләрҙе кешеләргә ҡол булыуҙан ҡотҡарыу өсөн килдек, улар фәҡәт Аллаһтың ғына ҡолдары булырға тейеш. Кеше Хужаһы, Раббыһы Аллаһ икәнлеген тойорға һәм башҡа заттар алдында үҙен-үҙе кәмһетмәҫкә тейеш.

Элек шулай булған: һин батша милке, ғүмерең дә батша ҡулында, ә һин үҙең сүп кенә. Ғәрәптәрҙә лә шул уҡ хәл булған: хужа икән – ул һине һата ла, үлтерә лә ала, һин тотошлай уныҡы. Бындай ҡараш Һиндостанда ла йәшәп килгән, әле лә бөтөп етмәгән: имеш, кемдәлер илаһи ҡан аға, кемдәлер хайуани. Шул рәүешле кеше намыҫы бер тин тормай, бәндәләр ризыҡтарын үҙе кеүек үк башҡа бәндәләрҙән йәки дәүләттән эҙләй. Ислам иһә әҙәм балаһының ризығы, ғүмере, үлеме, уңышы, уңышһыҙлыҡтары – барыһы Аллаһ ҡулында булыуын иҫенә төшөрә. Һаулыҡ кәрәкме? Аллаһҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Именлек теләйһегеҙме? Иң Көслө Затҡа мөрәжәғәт итегеҙ, йөҙ һыуығыҙҙы түгеп кешеләр, боттар алдына барып баҫмағыҙ.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә беҙҙең намыҫыбыҙҙы һаҡлай. Уңыштарыбыҙ ниндәйҙер әҙәмгә бәйле йәки үҙебеҙҙең ҡулда тип уйларға ярамай – беҙ сәбәп итәбеҙ генә, һәммәһе Аллаһ ҡулында.

Балалары ваҡ булған бер ҡатындың ире үлеп киткәс, күрше ҡатын илаулап, йәлләп былай ти:

-Ирең гүр эйәһе булды. Һине, балаларыңды кем кейендерер? Һине, балаларыңды кем ашатыр? Һине, балаларыңды кем яҡлар? Һине, балаларыңды кем...

Кешеләр ни өсөн үҙ-үҙен кәмһетә? Ярлы илдәрҙә фәхишәлек көслө. Ризығым башҡа кешеләргә бәйле тигән фекер кешеләрҙең ҡанына һеңгән. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡараусыһы, тәьмин итеүсеһе юҡ икән, ул аҡса эшләү өсөн төрлө түбәнлектәргә барырға әҙер. Ризыҡ табыу өсөн нимәлер бирергә тейешмен, тип уйлай ҡатын-ҡыҙ һәм кәрәгенә ирешеү өсөн намыҫы менән һатыу итә.

Был күрше ҡатын да шул уҡ һүҙҙе һөйләй: “Ирең вафат булды, тормошоң юҡҡа сыҡты.” Тол ҡатын иһә бындай хәбәргә шулай тип яуап биргән:
-Эйе, ул ашай ине, әммә ризыҡ бирмәй ине. Ризыҡ биреүсем үҙем менән, Ул - Аллаһ.

Ысынлап та, уның ире, башҡалар һымаҡ, ризыҡ ейгән, ә ризыҡландырыусыһы – Аллаһ – ҡалған, шуға күрә ул, ризыҡ алыу өсөн, үҙен кәмһетә торған ғәмәлдәрҙе ҡылмаясаҡ, уның туҡ йәки ас булыуы кешеләр ҡулында түгел. Хужабыҙ Аллаһтың көндәлек тормошобоҙға йоғонтоһо бына шунда күренә лә инде.

Бер заман хәлиф ярлы ғалимға былай ти: “Һиңә нимә кәрәк, әйт?” “Аҡса кәрәкме, һоран, хәйерселә,”-тип кенә әйтмәй инде. Ғалим уға көтөлмәгәнсә яуап бирә: “Һин бөтәһенән дә ярлыраҡ, нисек инде мин һинән һорайым.” Ғалим иң бай Заттан – Аллаһтан һорай, ә әҙәмдәргә үҙен кәмһетергә юл ҡуймай. Берҙән-бер Хаҡ Тәғәләгә иман килтереп инаныу, Аллаһҡа тәүәккәлләү әҙәм балаһының шул рәүешле рухын, һынын турайта, бөтә тормошона, ғәмәлдәренә ыңғай йоғонто яһай.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә үҙенең пәйғәмбәре Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә шундай фарманы менән мөрәжәғәт иткән:

(38). Әгәр һин ул мөшриктәрҙән һораһаң, “Ер үә күктәрҙе кем яралтты?”-тип, әлбиттә, “Аллаһ яралтты,”-тиерҙәр. Әйт: “Әгәр Аллаһ миңә бер зарар ирештерергә теләһә, һеҙҙең Аллаһуҙан башҡа ғибәҙәт ҡыла торған һындарығыҙ шул зарарҙы минән ебәрә алырмы, йәки Аллаһ миңә рәхмәт итергә теләһә, ул рәхмәтте миңә ебәрмәйенсә тотоп ҡалырға һындарығыҙҙың көсө етерме?” Әйт: “Миңә һәр эштә ярҙам бирергә үә мине һаҡларға Аллаһ етәлер, хаҡ тәүәккәл итеүселәр, әлбиттә, Аллаһуға тәүәккәл итерҙәр.”(39:38)

Ниндәйҙер файҙа күреү өсөн, Аллаһтан башҡаға мөрәжәғәт итергә, табынырға ярамай – ислам беҙҙе шулай тәрбиәләй.

Бер заман Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи  үәссәләм, сәхәбәләренең береһенә шундай өгөт-нәсихәт бирә: “Бел: әгәр бөтә кеше бергә йыйылып һиңә зыян һалырға теләһә, ә Аллаһ быны теләмәһә, уларҙың эше барып сыҡмаҫ. Бел: әгәр бөтә кеше йыйылып һиңә ниндәйҙер файҙа эшләргә уйлаһа, ә Аллаһ быны теләмәһә, уларҙың эше килеп сыҡмаҫ”.

Аллаһ ҡына беҙҙе тура юлдан алып бара, тимәк беҙ тура юлды Унан эҙләргә тейеш, ә бер фәйләсүфтән икенсеһенә йүгерергә, бер медиумдан икенсеһенә дөрөҫлөк эҙләп сабырға түгел. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнең берҙән-бер Хаҡ Тәғәлә булыуына инаныу һәм өмөттәребеҙҙе Уға ғына бағлап ғәмәл ҡылыу – иман нигеҙе тап шунда.















Комментариев нет:

Отправить комментарий