воскресенье, 18 февраля 2018 г.

Аллаһтың берҙән-бер Хаҡ Тәғәлә булыуына инаныу.

Картинки по запросу Ислам в Башкортостане



 Аллаһтың берҙән-бер Хаҡ Тәғәлә булыуына ышаныуыбыҙ нимәне аңлата?
Аллаһ - берҙән-бер Хаҡ Тәғәлә, тибеҙ икән, тимәк табыныуға, ғибәҙәттәр ҡылыуға, ярҙам һорап йәки гөнаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүгә лайыҡлы берҙән-бер олуғ зат Аллаһ. Һәр бер ғәмәлебеҙ Аллаһ ризалығы өсөн эшләнергә тейеш. Намаҙ икән, намаҙыбыҙ Аллаһ ризалығы өсөн уҡыла (башҡа берәүгә ниндәйҙер өмөт бағлап намаҙ уҡырға ярамай), ураҙа тотабыҙ икән, Аллаһ ризалығы өсөн тотабыҙ.
Ярҙам кәрәк икән, Аллаһҡа ғына мөрәжәғәт итергә тейешлебеҙ. Һәр ғибәҙәтебеҙ Аллаһ өсөн, Аллаһ ризалығы өсөн эшләнергә тейешле, сөнки Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә беҙгә әйткән: “Аллаһы Тәғәләнең шәриктәре  (иптәштәре) бар, тип әйтмәгеҙ.”
Барлыҡты юҡтан бар итеп Яралтыусы, барлыҡты Төҙөүсе, ғибәҙәт ҡылынырға лайыҡлы берҙән-бер Илаһ Аллаһ булыуына инанырға тейешбеҙ. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә шулай ти:

(56). Кеше үә енде фәҡәт Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн бар ҡылдым. (51:56)

(36). Фәҡәт Аллаһы Тәғәләгә генә итәғәт итегеҙ, Уға ширек ҡылмағыҙ.(4:36)

Беҙ фәҡәт Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылабыҙ. Хатта пәйғәмбәрҙәргә лә ғибәҙәт ҡылмайбыҙ.

Бер заман хаж ғәмәле тураһында тапшырыу ҡарағайным. Хәбәрсе былай ти: “Бында Аллаһҡа, Мөхәммәткә (салаллаһу ғәләйһи  үәссәләм) ғибәҙәт ҡылыу өсөн кешеләр килә. Ни сәбәп менән улар пәйғәмбәребеҙҙе (салаллаһу ғәләйһи  үәссәләм) бында ҡыҫтыра?” Икенсе тапшырыуҙа шулай тип аптыраттылар:

-        Бында улар Аллаһҡа һәм ҡара ташҡа ғибәҙәт ҡыла.

Ҡайһы ваҡыт аҡыллы төҫ менән туҙға яҙмаған һорау ҙа бирәләр: Һеҙ ниңә ҡара ташҡа намаҙ уҡыйһығыҙ?” Беҙ ҡара ташҡа намаҙ уҡымайбыҙ. Ҡәғбә – намаҙҙарыбыҙҙың йүнәлеше, бөтә мосолмандар намаҙҙарын Ҡәғбәгә йүнәлеп уҡый, әммә намаҙҙарын Аллаһҡа уҡый, Уның ризалығын алыр өсөн уҡый. Ислам буйынса, Аллаһтан башҡаға, хатта ул пәйғәмбәр булһа ла, ғибәҙәт ҡылыу ярамай.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә юҡҡа ғына әйтмәгән бит:

(79). Аллаһы Тәғәлә китап, хәрәм һәм хәләл хөкөмөн һәм пәйғәмбәрлекте биреп, бынан һуң был кеше әҙәмдәргә “Миңә ҡол булығыҙ, Аллаһы Тәғәләгә ҡол булмағыҙ,”тип әйтеүе һис кемгә дөрөҫ булмаҫ.(3:79)

Пәйғәмбәр булған кешенең, Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, булһынмы ул, Ғайса ғәләйһис-сәләмме, Муса ғәләйһис-сәлләмме, “Аллаһтың һәм минең ҡолом булығыҙ” тип әйтеүе мөмкин булмаған эш. Беҙ Аллаһтың ғына ҡолдары һәм Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылабыҙ – барса пәйғәмбәрҙәр тап ошоға өндәгән. “Пәйғәмбәрҙәр” сүрәһендә лә шул турала әйтелә:

(25). Эй, Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, һинән элек рәсүл ебәрмәнек, мәгәр ебәрһәк, уларға вәхи индерҙек: “Минән башҡа ғибәҙәт ҡылырға яраҡлы һис бер илаһә юҡ, мәгәр Мин үҙем генә, Миңә генә ғибәҙәт ҡылығыҙ!”(21:25)

Доғаларыбыҙ менән тик Аллаһҡа ғына ялына алабыҙ. Был турала Ҡөрьәндә шулай әйтелә:

(60). Раббығыҙ әйтте: “Миңә ғибәҙәт итегеҙ һәм доға ҡылығыҙ, Мин ҡабул итеп әжерҙәрен бирермен. Әммә Миңә ғибәҙәт итеүҙән тәкәбберләнеп баш тартҡан кешеләр, кескәй генә булып, хур булған хәлдә йәһәннәм утына тиҙ инерҙәр.”(40:60)

Беҙҙең ялбарыуҙарыбыҙ иманыбыҙҙың көсө хаҡында һөйләй.

Кешене ялбарып һорауҙан бер нисә сәбәп туҡтата:

Ярҙам алыуға өмөт булмау;
Уңайһыҙланыу, үҙеңде ярҙамға лайыҡлы түгелмен тип иҫәпләү;
Ярҙамға мохтаж түгелмен, тип уйлау;
Баҫалҡылыҡ, башҡаларҙы борсорға ҡыймау;
Эрелек.
Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә тураһында һүҙ барғанда, ярҙамдан баш тартыуға этәреүсе был сәбәптәр урынһыҙ.

Әрүәхтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә яраймы?

Үлеләрҙән бер нәмә лә һорарға ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суфыйсылыҡтың ҡайһы бер тармаҡтарында был мәсьәләлә ҡурҡыныс аҙашыуҙар бар: улар фекеренсә, беҙ баҡыйлыҡҡа күскән әүлиәләрҙән, башыбыҙға төшкән нужаларҙан ҡотолоу өсөн, ярҙам һорарға тейеш.
Ҡайһы бер ғәрәп илдәрендә һәм БДБ илдәрендә кешеләр әүлиәләр ҡәберҙәренә мохтажлыҡтары тураһында һөйләр, ярҙам һорар өсөн бара. Һауығыуҙарына өмөтләнеп, ауырыуҙарҙарҙы ҡәберлектәргә йөрөтә. Ул кешеләр үлеләрҙән ҡурҡа. Уларса, ниндәйҙер әүлиәнең рухын асыуландырһаң, ул ҡаза ебәреүе ихтимал – асылда был күп аллалыҡ. Аллаһ әрүәхтарға (хатта ки әүлиәләргә лә) илаһилыҡ статусы бирмәгән, шуға күрә былар тыйылған ғәмәл. Мохтажлығың бар икән, аралашһыҙ-ниһеҙ Аллаһтан һора. Аллаһтан башҡа берәүҙән дә хәжәттәреңде һорарға ярамай. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә “Әл-Әғраф” сүрәһендә былай ти:

(194).Эй, мөшриктәр, Аллаһтан башҡа һеҙ ғибәҙәт ҡыла торған һындар  һеҙҙең кеүек үк бер мәхлүктәрҙер, ул һындарығыҙҙан доға ҡылып һораһағыҙ, һорағанығыҙҙы бирһендәр! Әгәр уларҙы илаһә тотоуҙа эшегеҙ дөрөҫ булһа.

Ислам күҙлегенән доға – ғибәҙәт ул, ә беҙ тик Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға тейеш. Аллаһҡа беҙ кешеләр ярҙамында түгел, яҡшы ғәмәлдәребеҙ менән яҡынаябыҙ.

Әйткәнебеҙсә, Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, заманында йәшәгән мәжүсиҙәр үҙҙәрен Аллаһ бар ҡылыуына ышанған. Мәжүсиҙәрҙең хатаһы нимәлә һуң? Улар Аллаһҡа аралашсылар, яҡшы кешеләр аша мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ, юғиһә Аллаһ беҙҙе ишетмәҫ тип уйлаған. Был хаталаныу тураһында Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә “Әз-Зүмәр” сүрәһендә әйтә:

(3). Ширектән үә риянан пак булған дин – Аллаһуға хастыр. Аллаһтан башҡа һындарҙы дуҫ тотҡан мөшриктәр әйтә: “Беҙ уларға ғибәҙәт ҡылмайбыҙ, мәгәр беҙҙе Аллаһуға  яҡын ҡылһындар өсөн генә уларға ғибәҙәт ҡылабыҙ”. Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә мөьминдәр менән мөшриктәр араһын дин эштәрендә ыҙғышҡандары өсөн хөкөм итер. Дөрөҫлөктә, Аллаһ исламға кәферлек итеүсене үә ялғансыны тура юлға күндермәҫ.(39:3)

Беҙгә үҙҙәренең китаптарын ҡалдырғаны һәм Аллаһҡа нисек ғибәҙәт ҡылырға өйрәткәне өсөн, беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе, ғалимдарҙы хөрмәт итәбеҙ, әммә был беҙ уларға ғибәҙәт ҡылырға тейеш тигәнде аңлатмай. Тәүбәләребеҙ, гөнаһтарыбыҙ өсөн ғәфү үтенеүгә лә ҡағыла был – гөнаһтарыбыҙ өсөн беҙ Аллаһтан ғына ғәфү үтенергә тейеш.

(17). Наҙанлыҡ менән яуыз ғәмәл ҡылыусылар өсөн тәүбәне ҡабул итеү Аллаһыға тапшырыу.(4:17)

Тәүбәләребеҙҙе ҡабул итеү-итмәү, беҙҙе ярлыҡау йәки ярлыҡамау кешеләр ҡулында түгел, Аллаһ ҡулында. Аллаһ ҡына гөнаһтарҙы ғәфү итә.

(135). Бер йәмәғәт зина һәм башҡа фәхеш эш ҡылһа, йәки үҙҙәренә золом ҡылһа, шул ваҡытта Аллаһы Тәғәләне иҫтәренә төшөрөп истиғфар ҡылһа, йәғни телдәре менән әйтеп, күңелдәре менән әйтеп үкенһәләр, уларҙың гөнаһтарын Аллаһы Тәғәләнән башҡа зат ярлыҡамаҫ. Улар Аллаһы Тәғәләнән башҡа ярҙамсы булмауын камил белһәләр, ҡылған фәхеш ғәмәлдәренә ҡайтмаҫтар.

(136). Был кемсәләрҙең язаһы – Аллаһы Тәғәләнән мәғфирәт һәм йәннәттәрҙер. Ул йәннәттәрҙең аҫтынан йылғалар ағыр, унда мәңге ҡалырҙар. Тәүбә ғәмәлен ҡылыусыларҙың әжере ни хуштыр.(3: 135-136)

Гөнаһ ҡылған кешене тыңлап, Аллаһ һинең тәүбәләреңде ҡабул итте йәки ҡабул итмәне тип әйтергә кем батырсылыҡ итер? Ислам буйынса, был тыйылған эш. Исламда бер әҙәм дә икенсеһенән өҫтөн түгел һәм башҡаларҙы ярлыҡай алмай. Гөнаһ ҡылғанһың икән, мәсеткә барып, хәҙрәткә һөйләп ултырырға ла тейеш түгелһең. Ә хәҙрәт гөнаһ ҡылһа, кемгә барыр? Бәс, шулай булғас, гөнаһ ҡылып, аҙаҡ унан таҙарынырға теләйем икән, мин тәүбәләрем менән туранан-тура Аллаһҡа мөрәжәт итәм. Мин ниндәйҙер кешене рәнйеткәнмен икән, тәүҙә Аллаһтан ғәфү итеүҙе һорайым, шунан рәнйетелгән кешенән барып ғәфү үтенәм. Тик һуңғыһы Аллаһтан ғәфү үтенеүҙе һорарға кәрәкмәй тигәнде аңлатмай.

Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, беҙгә ике дуҫ тураһындағы тарихты бәйән иткән: береһе – даими рәүештә Аллаһҡа ғибәҙәттә булған мөьмин, икенсеһе – гөнаһкәр. Бер заман мөьмин гөнәһкәргә әйткән: “Аллаһ һине һис ҡасан ғәфү итмәйәсәк!”(гөнаһтары бик күп булған) Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә шулай тигән: “Кем Минең урынға үҙен Аллаһ итеп ҡуйған? Мин уны ғәфү итәм, ә һинең ғәмәлдәрең бушҡа ғына.”

Тәүбәләрҙе ҡабул итеү Аллаһ хоҡуғында, әҙәм балаһы быға дәғүә итергә тейеш түгел. Ғөмүмән ислам кешенең намыҫын һаҡлай, кәмһетелеүҙәрҙән әрсәләй. Кеше икенсе берәүгә гөнаһтарын һөйләп, уның ярлыҡауын көтөп ултырырға тейеш түгел. Аллаһ алдында һәммәбеҙ ҙә бер тигеҙ, бер әҙәм дә икенсе әҙәм алдында тәүбә ҡылырға тейеш түгел.

Ғибәҙәт төрҙәре күп, бер уларҙың ҡайһы берҙәрен генә һанап үттек. Артабан беҙ ул турала ентекләберәк һөйләшербеҙ.

Ширек, күп аллалыҡ, Аллаһтың иптәштәре бар тип иҫәпләү – иң ҙур гөнаһтарҙың береһе. Шул туралағы ҡайһы бер аяттар менән танышып китәйек.

(116). Шикһеҙ, Аллаһ Үҙенә ширек ҡылыуҙы ярлыҡамаҫ, ширек ҡылыуҙан еңелерәк гөнаһты Үҙе теләгән кешеһен ярлыҡар. Берәү Аллаһҡа ширек ҡылһа, ул тәхҡиҡ, хаҡтан йыраҡ булып аҙғынлыҡталыр.(4:116)

Бында шул күҙ уңында тотола: әгәр кеше күп аллаларға ышанып донъя ҡуйһа һәм Ҡиәмәткә килһә, Аллаһ уны ғәфү итмәйәсәк, сөнки ул фани донъяла ғәфү үтенмәгән. Әгәр ҙә инде бер Аллаһҡа инанған кешенең тәүбә итмәгән гөнаһтары булһа, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ғәфү итеүе лә ихтимал, барыһы ла Аллаһ ҡулында. Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә күп аллалыҡтан ҡала барса гөнаһтарҙы ла (донъялыҡта ғәфү һоралмаған) ғәфү итеүе мөмкин. Күп илаһтарға табыныусы бер ваҡытта ла йәһәннәмдән сыға алмаясаҡ.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Ҡөрьәндә Ғайса пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, халҡына төбәлгән һүҙҙәрен килтерә:

(72). Шикһеҙ, Мәрйәм улы Мәсихте Аллаһ тип әйтеүселәр кәферҙәрҙер. Мәсих нисек Аллаһ булһын?Хәлбуки Ғайса ғәләйһис-сәләм Бәнү Исраилгә әйтте: “Эй Бәнү Исраил, минең Раббым һәм һеҙҙең Раббығыҙ булған Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылығыҙ. Шикһеҙ, берәү Аллаһы тәғәләгә ширек китерһә, Аллаһ Тәғәлә уға йәннәтте хәрәм ҡылды һәм урынлашасаҡ урыны ла ут буласаҡтыр. Һәм залимдарға һис ярҙам юҡтыр.”(5 :72)

Аллаһтан ғына һорарға кәрәк (Аллаһ ҡына булдыра алған нәмәне), юғиһә күп аллалыҡҡа төшөп китеү ҡурҡынысы бар, тип әйтәбеҙ икән, был ваҡ мәсьәлә түгел.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә изге хәҙисендә (хәҙис-ҡудси) әйтә:

“Аллаһ шәһәҙәт килтерә: Унан башҡа һис тәңре юҡ. Кем исламдан башҡа икенсе дингә эйәрһә, Аллаһ унан һис ҡабул итмәҫ.”

Аллаһтың берҙән-бер Хаҡ Тәғәлә, бөтә барлыҡтың Хужаһы булыуы һәм тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға тейешлегебеҙ тураһында һөйләштек. Артабан ғибәҙәт төрҙәре тураһында әңгәмә алып барырбыҙ.

          /Хәлбуки – ғәмәлдә/


















Комментариев нет:

Отправить комментарий