четверг, 22 февраля 2018 г.

Нимә ул ғибәҙәт?

Картинки по запросу Поклонение Аллаху



          Беҙ Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға тейешбеҙ, Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы бер кем дә юҡ               тибеҙ. Ә нимә һуң ул ғибәҙәт? Ҡайһы саҡ мосолмандар ғибәҙәтте исламдың биш бағанаһы менән генә сикләй (1. “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәт(салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) – Аллаһтың илсеһе” тип шаһитлыҡ биреү; 2.Намаҙ уҡыу; 3.Зәкәт түләү; 4.Ураҙа тотоу; 5.Хаж ҡылыу. )

Ғалим ибн Тәймийә, ғәләйһи рәхмәтуллаһ, ғибәҙәткә шундай билдәләмә биргән:
Ғибәҙәт – асыҡ булһын, йәшерен булһын, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә яратҡан, Уның ризалығын алырҙай теләһә ниндәй берәй һүҙ йәки ғәмәл.

Тимәк, ғибәҙәт - мосолмандарҙың йолалары ғына түгел. Һәр бер эш, ҡайҙа, ҡасан ғына ҡылынһа ла, әгәр Аллаһ уны яратһа һәм риза булһа, ғибәҙәт була. Ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, был ғәмәлдең мәсеттә булыуы мотлаҡ түгел. Ғибәҙәт хаҡында уйланғанда, берәү ҙә уның баҙарҙа йәки институтта булыу ихтималлығын күҙ алдына килтермәй. Әйтерһең, ғибәҙәт – мәсеттә, ә мәсет тышында донъя мәшәҡәттәре. Ғибәҙәтте дөрөҫ аңламау күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтерә: әҙәм балаһының тормошо донъя өсөн кәрәк эштәргә һәм Әхирәт өсөн кәрәкле ғәмәлдәргә бүленә. Кешеләр ғибәҙәттәрҙән ҡурҡа, әгәр мин Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға теләйем икән, йола сиктәренән сыҡмаҫҡа тейешмен тип уйлай. “Дини кешеләрҙең тормошо бик ҡатмарлы,”-тип тә ебәрәләр. Ғибәҙәтте дөрөҫ аңламауҙан килә был.

Ғибәҙәттең киң төшөнсә булыуын аңлар өсөн, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, хәҙистәренә күҙ һалайыҡ:

“Көн һайын, ҡояш ҡалҡҡас, кешеләр быуындары саҡлы саҙаҡа бирергә тейеш. Әгәр һин икәүҙең бәхәсен ғәҙеллек менән хәл итәһең икән, был саҙаҡа. Әгәр берәүгә эйәренә ултырырға ярҙам итәһең йәки ултыртып бараһың, йөктәрен тейәшәһең икән, был саҙаҡа. Яҡшы һүҙ – саҙаҡа. Намаҙҙы ниәтләп атлаған һәр аҙымың – саҙаҡа. Юлда ҡамасаулап ятҡан нәмәне алып ташлау – саҙаҡа.”

Икенсе бер хәҙисендә Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, саҙаҡа бирә алмауҙарына зарланған ярлыларға былай ти: 

“Дөрөҫлөктә, берәйегеҙ “Сөбханаллаһ” тип әйттеме – был саҙаҡа, “Әлхәмдүлиллаһ” тип әйттеме – был саҙаҡа, “Аллаһү әкбәр” тип әйттеме – был саҙаҡа, “Ләә иләһә иллаллаһу” тип әйттеме – саҙаҡа, осрашҡанда бер-берегеҙгә ҡарап йылмайыуығыҙ – саҙаҡа, ҡатынығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылыуығыҙ – саҙаҡа.” 
Һуңғыһына сәхәбәләр аптырағас, Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, уларға шундай һорау биргән: “Теләктәрен ярамаған юл менән ҡандырһа, нисек булыр ине? Ул гөнаһ алыр инеме?” Cәхәбәләр “Эйе,”-тип яуап биргән. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, әйткән: “Ә үҙ ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡыла икән, ул сауап ала.”

Нимә ул ғибәҙәт? Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә яратҡан үә риза булған һәр бер ғәмәл ул. Аллаһ риза икән, Ул сауабын да бирә. Хеҙмәткә ҡарата ла шундай уҡ мөнәсәбәт. Ғаиләңде аҫырау өсөн хеҙмәт итеү донъя мәшәҡәте генә тип кем әйтә? Ҡатыныңды, балаларыңды ҡарау өсөн тир түгеүең ғибәҙәт түгел тип кем әйтә ала?

“Әгәр Аллаһ юлында бер динар сарыф итһәң, ҡолдо азат итеү өсөн динар сарыф итһәң, мохтаждарға динар сарыф итһәң һәм ғаиләңә динар сарыф итһәң, ғаиләңә сарыф иткән динар өсөн сауап күберәк буласаҡ”.

Икенсе хәҙисендә Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, шулай ти: “Берәү, ҡатынының ауыҙына ризыҡ ҡаптырһа, сауап ала.”

Бындай хәҙистәр күп. Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, әйтә: 

“Берәйегеҙҙең бер ҡосаҡ утын йыйып һатыуы хәйерселәнеп йөрөүенән яҡшыраҡ. Аллаһ пәйғәмбәре Дауыт ғәләйһис-сәләм үҙ ҡулдары менән эшләп тапҡан ризыҡты ашауҙы хуп күргән.”

 Урманда утын йыйыуҙы, уны баҙарға алып барып һатыуҙы берәү ҙә өнәп бөтмәй, ә Аллаһ алдында ул яҡшы эш. Киреһенсә: үҙебеҙ бағырға тейеш булғандарҙы ҡарауҙан баш тартабыҙ икән – был гөнаһ.

Бер тапҡыр Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, Әбү Зарр исемле сәхәбәне күрә, уның ҡулы ярғыланып, сөйәлләнеп ҡатҡан була. Был сөйәлдәр, әлбиттә, намаҙ уҡығандан түгел, ә ғаиләһен ризыҡландырырға тырышҡан кешенең күп эшләүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, сәхәбәнең ҡулын тота ла былай ти: “Йәһәннәмгә бындай ҡулдарҙы ыҙалатыу тыйылған.” Күреүебеҙсә, пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, беҙгә ғибәҙәт төрҙәренең һәм уларға тәғәйенләнгән сауаптарҙың күплегенә иғтибарыбыҙҙы йәлеп итә.

Икенсе бер хәҙистә Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, былай ти: “Көнө буйы эшләп арыған әҙәм йоҡларға ятһа, төндө ул гөнаһтарынан арынған килеш үткәрер.” Шуға күрә ғибәҙәт намаҙ, Ҡөрьән уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт биреү тип кенә әйтә алмайбыҙ. Киреһенсә, пәйғәмбәребеҙ, Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, шуға өйрәтә: Аллаһ ризалығы өсөн, Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡылыу – сауап. Шундай хәҙис тә бар: “Ҡиәмәт көнө башланһа һәм берәүҙең ҡулында ағас үҫентеһе булһа, үҫентеһен ултыртһын һәм ул бының сауабын алыр.”

Ғибәҙәттең билдәләмәһен белеү ни өсөн кәрәк һуң?
Ислам башҡа диндәрҙән ғибәҙәткә мөнәсәбәте менән айырылып тора. Бында һин идеалист, бында һин материалист тип әҙәм балаһының тормошо исламда икегә бүленмәгән. Мосолман ҡайҙа ғына булһа ла Аллаһҡа ғибәҙәттә: баҙарҙа һатыу итәме ул, университет аудиторияһында ултырамы, ғаиләһенә ризыҡ әҙерләйме. Ғибәҙәттең асылын дөрөҫ аңлаған кеше “әле мин рухи тормош менән йәшәйем, әле мин тәнемдең талаптарын ғына ҡәнәғәтләндерәм, әле мин Аллаһҡа яҡын, әле мин шайтанға яҡын” тип уйламаясаҡ. Ҡайҙа ғына булһам да мин Аллаһҡа яҡын булырға тейеш: математика менән шөғөлләнәмме, балаларымды ашатаммы, бесән сабаммы – айырма юҡ. Ҡайҙалыр мин таҙа, ҡайҙалыр мин бысраҡ тип уйларға ярамай – мосолман һәр ваҡыт үҙен Аллаһҡа ғибәҙәттә тип тойорға тейеш.

Ғибәҙәтте дөрөҫ аңлауҙың беренсе файҙаһы шунда: кеше ҡайһы бер осраҡта үҙен бөтә нәмә лә рөхсәт ителгән материалист тип, ҡайһы осраҡта ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш идеалист тип тоймаясаҡ. Һәр бер ғәмәле Аллаһ ризалығы өсөн эшләнә.

Ғибәҙәтте дөрөҫ аңлауҙың икенсеһе файҙаһы шунда: Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Ҡөрьәндә нимәнелер эшләүҙе тыя икән, уның урынына тәүгеһен алмаштырырлыҡ икенсеһен бирә, Үҙе рөхсәт иткән ғәмәлде ҡылған өсөн сауабын да бирә. Мәҫәлән, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә беҙгә зинаны харам ҡылды, әммә уның урынына Ул өйләнеүҙе, ғаилә ҡороуҙы хуплай.

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ир менән ҡатындың һәр бер яҡынлығы, балаларын ризыҡландырыуы, тәрбиәләүе өсөн сауап бирә. Әлбиттә, аҡылы камил булған кеше ләззәт тә биргән, Аллаһтың ризалығына ла ирештергән икенсеһен һайлаясаҡ.

Өсөнсө файҙа. Карл Маркстың “Дин – халыҡ өсөн әфиүн” афоризмы һеҙгә таныштыр, моғайын. Баҙарҙа эшләйһегеҙме  йәки заводтамы, мәктәптә уҡыйһығыҙмы йәки институттамы, ғаиләгеҙҙе ризыҡландыраһығыҙмы – был ғибәҙәт тибеҙ. Әйтегеҙ әле, бында ниндәй әфиүн тураһында һүҙ булыуы мөмкин? Эшкә барыу – ғибәҙәт, сауап, ә сауап алыуын тойған мосолман тағы ла тырышыбыраҡ эшләй, ул эшен ташламай. Күреүебеҙсә, дин тәү сиратта хеҙмәт итергә, ғаиләләрҙе нығытырға, йәмғиәткә файҙа килтерергә саҡыра.

Дүртенсе файҙа. Беҙ ғибәҙәт хаҡында һөйләгәндә, билдәле бер яуаплылыҡ тоябыҙ. Ғибәҙәтебеҙ дөрөҫ булһын һәм Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә беҙҙән уны ҡабул итеп алһын өсөн, билдәле бер шарттар үтәлергә тейеш. Намаҙ уҡығанда билдәле бер ҡағиҙәләрҙе үтәү кеүек үк мөһим ул.



















Комментариев нет:

Отправить комментарий