Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ғибәҙәтемде ҡабул итеп
алһын өсөн, мин ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш?
1.
Ниәтем дөрөҫ булырға тейеш;
2.
Ғәмәлемде дөрөҫ атҡарырға тейешмен.
Һәр бер эште башлар алдынан, мин үҙемә ике
һорауҙы бирергә тейеш: ни өсөн мин быны эшләйем һәм нисек эшләйем? Ни өсөн
намаҙ уҡырға йыйынам һәм миңә уны нисек уҡырға? Ниндәй ниәт менән ураҙа тотам
һәм мин уны нисек тоторға тейеш? Мәҫәлән, өйләнергә йыйынам икән, ниндәй ниәт
менән өйләнәм? Уны миңә нисек атҡарырға? Әгәр мин уны ғибәҙәт кимәленә
күтәрергә теләйем икән, ниәтем дөрөҫ булып, уны дөрөҫ итеп атҡарырға тейешмен.
Мәҫәлән, мин мәктәпкә барам. Ниндәй ниәт менән барам мәктәпкә? Мин нисек уҡырға
тейеш?
Әйҙәгеҙ, һәр мәсьәләгә айырым туҡталып
китәйек.
1.Дөрөҫ
ниәт. Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, һәр
ғәмәлдең ниәткә ҡарап йөрөүе һәм уның сауабы ла ниәтенә ҡарап бирелеүе
тураһында әйткән. Тимәк, ниндәйҙер эште атҡарып сығырға уйлайым икән, мин үҙемә
“кем өсөн һәм ниндәй ниәт менән быны эшләйем?” тигән һорауҙы бирергә тейеш,
сөнки ҡайһы саҡ бер-береһенә оҡшаш ғәмәлдәр ниәтенә ҡарап ҡына айырыла.
Мәҫәлән, кеше уяна ла ғөсөл ҡойона. Беҙҙең ғөсөл берәүҙең ҡәҙимге душ кереүенән
ни менән айырыла? Ситтән ҡарағанда, айырма юҡ: икеһе лә душ керә, әммә беренсеһе
намаҙ уҡыу ниәте менән таҙарына, ә икенсеһенең иртән душ аҫтына баҫҡыһы килә.
Асылда бер үк ғәмәлде ҡылып, иншә Аллаһ, тәүгеһе сауап ала, ә икенсеһе ул
сауаптан мәхрүм. Тимәк, ниәтебеҙгә күрә беҙ ҡәҙимге ғәмәлдәребеҙҙе ғибәҙәткә
әйләндерәбеҙ һәм улар өсөн сауап алабыҙ. Айырма ниәттә генә, ниәтте тел менән
әйтеү ҙә кәрәкмәй, ул кешенең күңелендә, йөрәгендә.
Ғибәҙәттәребеҙ ҙә ниәттәребеҙ буйынса айырыла.
Һин дүрт рәҡәғәтле мең намаҙ уҡыуың ихтимал, ләкин әгәр, мәҫәлән, өйлә
намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәтен үтәмәккә тигән ниәтебеҙ юҡ икән, ул өйлә
намаҙының сөннәте булмаясаҡ. Иртәнге намаҙҙың ике рәҡәғәт сөннәте һәм ике
рәҡәғәт фарызы нимә менән айырыла? Тик ниәт менән генә.
Ураҙала ла шул уҡ хәл. Кеше Рамаҙан айында
ауырып тотолмай ҡалған ураҙаһын ҡаза ҡыла. Дүшәмбе, кесе йома көндәрендә ураҙа
тотҡан кешенең ураҙаһынан уның ураҙаһы ни менән айырыла? Ураҙаны улар бер үк
төрлө тота, әммә ураҙаларының төрө бер үк түгел. Уларҙың береһе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт,
салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, дүшәмбе, кесаҙна тоторға яратҡан нәфел ураҙаһын
тота, икенсеһе Рамаҙан ураҙаһында тотолоп бөтмәгән көндәрен ҡаза ҡыла, тимәк,
ниәттәре лә төрлө.
Өйлә намаҙы икенде намаҙынан нимә менән
айырыла? Шул уҡ ниәт менән. Әйтәйек, өйлә намаҙына баҫтым ти, тик, яңылышып,
икенде намаҙын ниәтләп уҡый башланым ти. Ул саҡта, намаҙҙы туҡтатып, дөрөҫ ниәт
менән намаҙымды йәнә уҡырға тура киләсәк.
Был саҙаҡа (хәйер) һәм зәкәткә лә (байҙар
милкенең ярлыларға таратылырға тейешле өлөшө) ҡағыла. Ниндәйҙер бай саҙаҡа итеп
берәүгә күп кенә аҡса биргән сүрәттә лә, зәкәтен дә ул мотлаҡ түләргә тейеш. “Мин
зәкәт түләмәһәм дә була, сөнки саҙаҡаны артығы менән тараттым,”-ти ҡайһы бер
мосолман. Беҙ ундай кешегә былай тиер инек: “Беренсенән, һинең зәкәт түләү
ниәтең булмаған, икенсенән, зәкәт суммаһын ентекләп иҫәпләп сығарырға кәрәк.”
Бынан тыш насар ниәт ғибәҙәтте гөнаһҡа
әйләндереүе ихтимал. Мәҫәлән, Аллаһ өсөн уҡылмаған намаҙ. Әгәр мин Аллаһ
ризалығы өсөн уҡымайым икән, был – мәжүсилек.
Бер тапҡыр мин Аллаһҡа ла, Ҡиәмәткә лә
ышанмаған, әммә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыған водителде күрҙем. “Һин ни өсөн
намаҙ уҡыйһың?”- тип аптырап һораным унан. “Мин имам шоферы,”-ти был. Ул үҙенә
күрә көн тәртибе кеүек инде: имам шоферы булғас, мотлаҡ намаҙ уҡырға тейеш.
Һәр эштә дөрөҫ ниәт булырға тейеш. Мөхәммәт,
салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, әйтеүенсә, тамуҡҡа беренсе булып эләгеүселәр
түбәндәге өс категория кешеләре:
1.
Аллаһ белем биргән ғалим. Ҡиәмәт көндө унан Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә һораясаҡ:
-Мин биргән белемде һин нисек ҡулландың?
-Мин уҡыным һәм Һинең
ризалығың өсөн кешеләрҙе уҡыттым.
-Һин алдайһың, һин уны
“ғалим” тип әйтһендәр өсөн эшләнең, улар шулай тип әйтте һәм һин үҙеңә тейешле
бүләкте алдың, утҡа ин.
2.
Бик күп саҙаҡа таратҡан бай кеше менән дә
шундай уҡ хәл буласаҡ.
Аллаһ Сүбхәнә
үә Тәғәлә әйтәсәк:
-Мин һиңә байлыҡ бирҙем, һин уны нимә эшләттең?
-Мин уны Һинең ризалығың өсөн сарыф иттем,-тип әйтәсәк бай.
-Юҡ, кешеләр “йомарт” тип әйтһен өсөн эшләнең һин быны, улар шулай тип
әйттеләр һәм һин үҙ бүләгеңде алдың.
3. Алышта үлгән кеше менән дә шул уҡ хәл буласаҡ. Аллаһ Сүбхәнә үә
Тәғәлә әйтәсәк:
-Мин һиңә көс-ҡеүәт бирҙем, һин уны нисек
файҙаландың?
-Мин
Һинең өсөн һуғышып үлдем.
-Һин кешеләр “батыр” тип әйтһен
өсөн һуғыштың, улар шулай тип әйтте һәм һин дә бүләгеңде алдың.
Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ғәҙел: әҙәм
ниәтләгәненә ирешә. Әгәр беҙ ниндәйҙер ғәмәлебеҙҙе Аллаһ ризалығы өсөн эшләһәк,
Аллаһ быны онотмаясаҡ. Ғәмәлдәребеҙҙең ғибәҙәткә әүерелеүен теләһәк, үҙебеҙгә
шундай һорауҙар бирергә тейешбеҙ: ни
өсөн быны эшләйбеҙ, кем өсөн һәм ниндәй ниәт менән.
1. Дөрөҫ юл. Мин был ғәмәлде нисек
башҡарам? Ниәтеңдең яҡшы булыуы ғына етмәй, һин уны атҡарып сығыу юлдарын да
белергә тейеш. Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, әйткән:
“Әгәр берәү дингә мөнәсәбәте булмаған бидғәтте индерһә, ул кире ҡағыласаҡ.”
Бер тапҡыр миңә бер әҙәм тарихи урындарға хаж
ҡылыу хаҡында һөйләне. Икенсе берәүҙең намаҙҙы дүрт рәҡәғәт итеп түгел, ун
рәҡәғәт итеп уҡығыһы килгән, уның уйынса, ун рәҡәғәт күберәк бит, тимәк
яҡшыраҡ. Тик Аллаһ намаҙҙы дүрт рәҡәғәт итеп уҡырға бойорған, ә беҙ Ул ҡушҡанды
мотлаҡ үтәргә тейеш. Аллаһ хажды Мәккәгә ҡылырға ҡушҡан, тимәк беҙ ҙә Мәккәгә
ҡылырға тейеш. Ислам тарихи урындарҙы һаҡлауға ҡаршы түгел, яҡшы ғәмәл ул, тик
бында хаждың ни ҡыҫылышы бар. Был инде бидғәт була. Ғәмәлдәребеҙ ғибәҙәт булһын
өсөн, ниәттәребеҙҙең яҡшы булыуы ғына аҙ, улар Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә ҡушҡанса
йәки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, сөннәте буйынса дөрөҫ
ҡылынырға тейеш.
Никахҡа килгәндә лә, әгәр беҙ уның ғибәҙәткә
әүерелеүен теләһәк, үрҙә әйтеп кителгәндәр мотлаҡ үтәлергә, билдәле
ҡағиҙәләрҙән ситкә тайпылыу булмаҫҡа тейеш. Сауҙа эшендә лә шул уҡ хәл:
алдашырға, кәметеп үлсәргә ярамай тигәнде онотмаған осраҡта, ул да ғибәҙәт
булыуы ихтимал. Намаҙ булһын, никах, белем алыу, сауҙа - теләһә ниндәй ғәмәлде
ҡылыр алдынан ике һорауға дөрөҫ яуап эҙләү зарур, уны тапҡан хәлдә ғәмәлдәребеҙ
ғибәҙәт була. Әлбиттә, ғаиләңде ҡарау – ғибәҙәт, тик шуны онотмаҫҡа тейешбеҙ:
пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, ризыҡты харам юл менән
(алдашыу, урлашыу, үлтерештәр) табыуҙы тыйған - был ҙур гөнаһ. Ниәтең яҡшы
булһа, уны атҡарып сығыу юлдары ла мотлаҡ яҡшы булырға тейеш. Яҡшы ниәттән
сығып та урлашырға, алдашырға ярамай. Харам юл менән табылған харам ризыҡ Аллаһ
менән бәйләнеште өҙә.
Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, ҡулдарын
күккә һоноп, “Эй, Аллам! Эй, Аллам!”тип ялбарған әҙәмде күрә һәм былай ти: “Ризығы
харам, кейеме харам, харам менән ризыҡланған. Уға ниндәй яуап булһын?!” Шуға
күрә ниәттәребеҙ яҡшы булып, уны дөрөҫ юл менән атҡарыу кеүек ике шарт үтәлгән
осраҡта ғына ғәмәлдәребеҙ ғибәҙәткә әүерелә, быларҙы һәр ваҡыт иҫтә тотоу
зарур.
Комментариев нет:
Отправить комментарий