четверг, 1 марта 2018 г.

Һуңғы һулыш.

Картинки по запросу Ислам в Башкортостане




Эй, Аллам!

Донъя бысрағына батып һәләк булғандар яҙмышынан әрсәлә!
Эй рәхимлеләрҙең рәхимлеһе, Раббым минең!
Тормошобоҙҙо һәм үлемебеҙҙе Үҙеңдең тәҡүә ҡолдарыңды ниғмәтләндергән бәрәкәттәр һәм гүзәллектәр менән биҙә һәм бүләклә!

Эй, Аллам!

Һәр нәмәгә илаһи һөйөү тулы күҙҙәребеҙ менән бағырға, һәр нәмәне нурлы күңел менән күҙәтергә, күҙҙәребеҙҙән ҡойолған тәүбә ысыҡтары менән таҙарынып, яҡты йөҙҙәр, тыныс күңел менән Һинең алдыңа барып баҫырға насип ит!


 Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә үлем менән бик күп тапҡыр йөҙмә-йөҙ осраша. Ауырыу-сырхауҙар, кешене аҙым һайын һағалап торған бәлә-ҡазалар уны бер нәмәгә лә өйрәтмәйме, үҙенең ҡыл өҫтөндә йөрөүен кеше төшөнмәйме?

                                                          Рухиәт баҡсаһынан
                       Һуңғы һулыш

                     Осман Нури Топбаш
                                                           Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?
   Автор тураһында.
Осман Нури Топбаш 1942 йылда Истамбулда тыуған. Имам-хатиптар әҙерләүсе лицейҙы тамамлағандан һуң, заманының атаҡлы дин белгестәренән оҙаҡ йылдар белем ала ул, әммә тәүге нәүбәттә рухи тәрбиәне юғары әхлаҡ сифаттарына һәм тәрән дини белемгә эйә булған атаһы Муса Топбаштан ала. Осман Нури Топбаш ошо һәләтле кешенең ҡанаты аҫтында, юғары рухиәт мөхитендә үҫә һәм, атаһы баҡыйлыҡҡа күскәс, уның эшен дауам итә.

 Тәүге әҫәрҙәре донъя күргәс, Осман Нури Топбаш ижадҡа ныҡлап тотона. Уның китаптары донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителгән. Һәр бер китабы – саф шишмә, һоҡланғыс мәғлүмәттәр сығанағы: “Ислам. Иман. Ғибәҙәт,” “Имандан – Ихсанға,” “Ваҡыф. Шәфҡәтлек. Хеҙмәт,” “Һуңғы һулыш,” “Бәхет ысыҡтары,” “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа,” “Бер көршәк һыу,” “Һөйөү тылсымы,” “Үрнәк, тиңдәше булмаған шәхес,” 5 томлы “Пәйғәмбәрҙәр тарихы” һ.б. 

Автор уҡыусыны был ғәҙәти булмаған китаптары менән, Аллаһ пәйғәмбәрен, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һәм уның сәхәбәләрен үҙе күреп торғандай, ваҡыт арауыҡтары аша хозурлыҡ донъяһына алып китә.

Осман Нури Топбаш Иманға, тура юлға, ике донъя бәхетенә ирешергә саҡырыусы сығыштары, вәғәздәре, лекциялары, әңгәмәләре менән киң танылыу яулаған шәхес. Тормошон да ул Ҡөрьән һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, сөннәтенә нигеҙләнеп ҡорған. Яҡшы холҡо, тәрән белеме, иғтибарлылығы, һөйкөмлөлөгө менән ул кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп, тартып тора.

        Инеш һүҙ
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, аша Үҙенең зәғиф ҡолдарын иман шатлығы һәм тыныслығы менән бүләкләгән Аллаһү Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә бөтә хөрмәт һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Кешелекте ҡараңғылыҡ ауынан ҡотҡарған, нурға күмелеүенә сәбәпсе булған Ғаләм Ғорурлығы, Аллаһ пәйғәмбәренә салауат, бәрәкәт һәм сәләм булһын!

Аллаһ ярҙамы менән беҙ был китапта “Алтынолук”(“Алтын улаҡ”) журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе йыйҙыҡ. Китаптың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шундай:

Әҙәм балаһы, һынауҙар өсөн ебәрелгән фани донъянан киткәндә, Әхирәт ҡапҡаһынан мәңгелек йортона инә. Әммә ул йорттоң ҡапҡаһы икәү: береһе һәләкәткә илтә, икенсеһе -  бәхет-сәғәҙәткә. Бөтә ғүмеренең һөҙөмтәһе булған Һуңғы һулышы еткәс, ул ошо ҡапҡаларҙың ҡайһыһы асыласағын беләсәк. Ҡыҫҡа ғүмеребеҙҙе Һуңғы һулышыбыҙҙы иҫтә тотоп үткәрәйек тиһәк, беҙгә иғтибарлы, һиҙгер һәм айыҡ аҡыллы булыу зарур.

Һуңғы һулышыбыҙ - Әхирәттәге хәлебеҙҙең тәүге шаһиты. Ваҡытлы донъябыҙ менән лайыҡлы хушлашайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе шул һуңғы һулышыбыҙға әҙерләргә тейешбеҙ. Мәңгелектәге тормошобоҙ бәхетле булһын өсөн, ғүмеребеҙ изге ғәмәлдәр, намыҫ, рухи аҡыл, тура юлыбыҙ менән биҙәлгән булыуы шарт. Ғүмер стаканға ағып төшкән һыу тамсылары кеүек. Тамсылар саф, таҙа булһа, стакандағы һыу ҙа саф, таҙа. Һуңғы тамсы әйтерһең дә һуңғы һулыш.
“Әҙәм нисек йәшәһә, шулай үләсәк, нисек үлһә, шулай ҡабат тереләсәк” (Мунави. Файзул-Ҡадир Шәрхүл-Джами ис-Сағир, V, 663).

Һуңғы һулыш - тормош спектакленең һуңғы сәхнәһе, унда һәр яҙмыш таҙа көҙгөләге һымаҡ сағыла. Һуңғы һулыш мәлендә кеше үҙенең кемлеген аңлаясаҡ. Барыһы ла тап Нәжип Фазыл әйткәнсә:

Ҡорғандар алмашына был мәл: төшә лә күтәрелә,
“Хуш килдең, Ғазраил!”- тип әйтергә генә ҡала.

Был мәл бөтә үткән ғүмерен кеше йөрәге аша үткәрә. Әҙәм балаһы өсөн ошонан да ғибрәтлерәк тамаша юҡ. Фани донъяла һәр һулышыбыҙ һайын ҡылған  ғибәҙәттәребеҙ, ғәмәлдәребеҙ, изгелектәребеҙ һуңғы һулышыбыҙ мәлендә сығарылған хөкөмдөң йөкмәткеһен тәшкил итә. Ул хөкөм Әхирәттә беҙҙе нимә көтөүе хаҡында һөйләй.

Ҡиәмәткә ҡәҙәр һуҙыласаҡ ҡәбер тормошобоҙ фани донъялағы хәлебеҙгә, эштәребеҙгә ярашлы биреләсәк. Әхирәттәге һуңғы адресын аныҡ белгән, уға ныҡлы әҙерләнгән әҙәм генә үлем алып килгән юғалтыуҙарҙы еңеүгә, матәмде “тәүге никах төнө”нә әүерелдерергә һәләтле. Аллаһтың ундай ҡолдары төн һәм таң мәлендәге зекерҙәрҙең (Аллаһты маҡтау доғалары) хаҡын белә. Ул зекерҙәргә таң алдынан барса ғаләм ҡушыла. 

Таң - киләһе көндөң башланғысы, йоҡлап, унан үҙҙәрен мәхрүм итеүселәр бәрәкәтле ләйсән ямғырҙан баш тартҡан ялан-ҡырҙар ише. Шундай моңһоҙлоҡтан ҡурҡҡан Аллаһ ҡолдары Ҡөрьән мөхитен һәм тәфәккерҙе (уйға батыу) ташламай. Ҡөрьән аҡылын һулап, улар шундай һабаҡ ала: Аллаһтың Илаһи сифаттары Кеше, Ҡөрьән һәм Йыһанда үҙенең сағылышын тапҡан. Йыһан - ғәжәйеп билдәләр һәм серҙәр тулы китап һымаҡ, Ҡөрьән – Илаһи асылдың сағылышы. Ҡөрьән – һүҙгә уралған Йыһан. Ғилем эстәүсе һәм Аллаһ ҡоло булған кеше ике сфера киҫешкән урында тора. Ҡөрьән мөхитендәге һәм тәфәккерҙәге йәшерен ғилемдәрҙе белеүсе арифтар һәр нәмә башында Ҡөрьән тороуын, ә фән уның артынан эйәреүен белә.

Ҡөрьәндә Раббыбыҙ үҙ ҡолдарына биргән барса ғилемде бергә тупланған. Ул яңы асыштар өсөн әҙәм балаларына аҡыл да бирә. Ҡөрьән һәм тәфәккергә килгәндә, шуны әйтә алабыҙ: ҡеүәтле ҙур ағас үҫһен өсөн бер ҡарыш ер һәм бер орлоҡ ҡына кәрәк булған кеүек, Ҡөрьәнде уҡып, унан көс алып ҡына хаҡты ҡабул итергә өйрәнә алабыҙ. Әгәр Ҡөрьәндә иге-сиге булмаған рухи ғилем һәм тура юлға баҫтырыу көсө булмаһа, беҙҙең уйланыу һәм хаҡты ҡабул итеү ҡеүәбеҙ һутлы тупраҡҡа төшмәй кипкән орлоҡ кеүек булыр ине. Беҙгә, ҡолдарына, Ҡөрьәндә кәүҙәләнгән Аллаһтың бөйөклөгөн, ихтыярын аңларға ынтылыуҙан да олораҡ бәхет юҡ.

Хаталар, гөнаһтар йорто булған ығы-зығылы донъяның һынауҙары эсендә хаҡты танып белгән йәндәр тәүбәләре һәм күҙ йәштәре менән йөҙҙәрен нурландыра, йөрәктәрен сафландыра. Аллаһтың был һайлам ҡолдарын шағир бик күркәм тасуирлаған:

Аяҡ аҫтындағы тупраҡ ише
Эй, баҫалҡы йәндәр.
Офоҡтарҙы ҡосҡан изге йәндәр
Намаҙ рәттәрендә иң һуңғыһы.
Улар өсөн һәр мәл һуңғыһы кеүек.
Мәңгелек тә кеүек ул ғүмер.
Раббыһын онотҡан һәр бер мәлде
Ғүмер буйы йыуа әсе күҙ йәше.


Гел доғала булған был арифтар тураһында Аллаһы Тәғәлә былай ти:
(77). Әйт: “Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәгән булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә иғтибар итмәгән булыр ине...” (25: 77)
Тормоштоң һәр минутын Аллаһҡа бағышлауҙары менән улар фатихалы, бәхетле өммәткә ҡарай, ынтылыштары Раббыбыҙға, яҡшылыҡҡа саҡырыу менән биҙәлгән. Изге аятта шундай һүҙҙәр бар:
(110). Һеҙ кешеләрҙең именлеге өсөн (Ләүхел-Мәхфүздә һайланып) донъяла мәртәбәгә күтәрелгән иң изгелекле бер ҡәүем. Изгелеккә өндәп, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырҙығыҙ...(3: 110)
Үҙҙәрен ошо маҡсатҡа арнаусылар рухи донъяларын Исламдың нәзәкәтлеге, тәьҫирлелеге, юғарылығы менән биҙәй; әхүәле рухиәләре, һүҙҙәре, ғәмәлдәре яҡтылыҡҡа өндәүсе өлгө. Раббыбыҙға саҡырыуҙа улар изге аятҡа таянып эш итә:
(125). (Ий, Мөхәммәт) һин Раббың юлына хикмәттәр һәм матур өгөттәр менән саҡыр, улар менән бик тә гүзәл рәүештә бәхәсләш. Аллаһ тура юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора, Ул тура юлға баҫҡандарҙы ла бик яҡшы белә.(16: 125)
Был гүзәл ғилемдәр мөьминдең йөрәгенә үтеп инһә, уның рухи донъяһы һәм ғәмәлдәре лә гүзәл була. Ул үҙенә кәрәк булғанды саҙаҡа итеп биреүҙән йәм таба, булғанына шөкөр итеп,  әхүәле рухиәһен байыта. Сауҙаһында ул таянған этик нормалар Аллаһ рәсүленең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бәрәкәт тулы сауҙа эштәре һымаҡ. Әгәр мөьмин хәләл килем юлдарын ҡулланмаһа, харам килем яман шеш кеүек була. Саҙаҡа – Аллаһҡа бирелгән һәйбәт үтес. Үтескә биреү һәм алыу мәсьәләһендә мөьмин илаһи талаптарҙы ентекле үтәй. Ул бит Аллаһ һәм уның Пәйғәмбәре, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, менән дуҫтарса килешеү төҙөгән. Ул Аллаһтың яратҡан ҡолдары – әүлиәләр (рәхмәтуллаһи ғәләйһүм) менән килешеү төҙөгән. Был дуҫлыҡты вафа (биргән һүҙгә тоғролоҡ) менән нығытҡан. Юғары намыҫҡа эйә булған мөьминдәр язаға тарттырылғанда ла биргән анттарын боҙмаясаҡ. Үҙҙәренең әхүәле рухиәһе, холҡо менән улар имандың юғары баҫҡысына күтәрелгән.

Ҡәҙерле уҡыусым!

Был әҫәрҙә үрҙә әйтеп үтелгән темалар урын аласаҡ. Айырым тема һуңғы һулыштың күҙҙе ҡамаштырырлыҡ балҡышын ҙур әҙерлек менән ҡаршы алған, иманлы йөрәген ихсан кимәленә күтәргән, Аллаһтың саф күңелле ҡоло Муса әфәнде (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) тураһында булыр. Бынан тыш “Имандан Ихсанға - Тасаввуф” бүлегендә бөйөк кешеләр юлы булған Тасаввуф юлы хаҡында бәйән ителә. Ул турала тотош китап яҙылып, “Алтын шишмә” журналында интервью, мәҡәләләр ҙә баҫылып сыҡты, әммә беҙ хәҙер иғтибарҙы шуға йүнәлтмәксебеҙ: Тасавууф – Изге Китап һәм Сөннә хистәре, серҙәре, аҡылы менән йәшәүгә нигеҙләнгән бәхетле яҙмыш. Ҡөрьән һәм Сөннәгә тап килмәгән теләһә ниндәй һүҙ, ғәмәл, эске халәт хаталы. Әлбиттә, Тасаввуфһыҙ ҙа мосолман булырға мөмкин, тик был ихсандан мәхрүм булған йәшәйеш. Кеше Тасаввуфтың рухи тәрбиәһенән тыш “Аллаһ беҙҙе даими рәүештә күреп торған кеүек” камил ғибәҙәт ҡыла алмай. Ә камил үҫеш кимәленә етә алмағандар һуңғы һулышында ҡыҫынҡылыҡ, ауырлыҡ тоясаҡ. “Аллаһ беҙҙе даими рәүештә күреп торған кеүек” камил ғибәҙәттә булыу Әхирәткә бәхет ҡапҡаһы аша инергә мөмкинлек бирәсәк.

Шуны ла оноторға ярамай: әҙәм балаһы көн һайын, төн һайын үлемгә яҡын йөрөй. Үлем уны аҙым һайын һағалап тора. Мәүләнә Йәләлетдин Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) үҙенең Мәснәүиендә былай ти: “Асылда, һәр мәлебеҙ менән үлемгә, йәнебеҙ тәндән айырылыуға яҡынлашабыҙ; һәр мәлебеҙ – ғүмеребеҙҙең ҡыҫҡарыуы ул.”

Һәр көн һайын был ваҡытлы донъянан алыҫлашабыҙ, ҡәбергә юлыбыҙ яҡыная түгелме? Йәшәлгән һәр көнөбөҙ ғүмеребеҙ календарынан бер битте йыртып ташлай түгелме?

Ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған һәр таш – тереләргә нәсихәт. Зыяраттарҙа, юл ситтәрендә, мәсеттәр янындағы ул ҡәберҙәр үлемде һәм ерҙәге һәр нәмәнең фани булыуын хәтергә төшөрә. Үлемдең ҡурҡыныс баҫырауын һүҙҙәрҙең зәғиф иңдәре күтәрә алмай. Үлем алдынан ниндәйҙер көскә эйә булған һәр нәмәнең аҙаҡ баһаһы - һуҡыр бер тин.

Һәр кеше өсөн үлем – Ҡиәмәт сәғәте. Үкенеүселәр рәтен тултырмаҫ өсөн, шул Ҡиәмәт сәғәтенә ҡәҙәр йоҡобоҙҙан айнырға тейешбеҙ. Ғазраил ҡайҙа һәм ҡасан көтөп торғанын берәү ҙә белмәй. Үлемдән ҡасып ҡотола торған урын юҡ. Бәс, шулай булғас, һәр минуттың ҡәҙерен белеп, Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләнең бойороғон үтәргә ашығыу кәрәк:

(50)“Доньяның алдауынан Аллаһ юлына, Аллаһуға ғибәҙәткә ҡасығыҙ, дөрөҫлөктә мин Аллаһуҙан, эй, кешеләр, һеҙҙең өсөн ебәрелгән асыҡ ҡурҡытыусымын.”(51: 50)

Аллаһ ҡолдарынан берәү ҙә, пәйғәмбәрҙәрҙән башҡа, ғәләйһис-сәләм, иман мәсьәләһендә тайып китеү ҡурҡынысынан азат түгел. Шуға күрә һәр мөьмин бүләк итеп бирелгән ғүмерен лайыҡлы файҙаланырға тейеш. Йөрәкте өшөтөрлөк үлем ҡурҡынысынан берҙән-бер һаҡланыу сараһы – тәҡүәлек. Үлемгә ысынлап әҙер булыусылар унан ҡурҡмай, киреһенсә, мәңгелек менән ҡауышыу сараһы итеп ҡарай. Улар – хатта “үлемде гүзәл итә алыусылар,” хозурлыҡҡа (рухи тыныслыҡҡа) ирешеүселәр. Вайымһыҙ ғүмер һөрөүселәр үҙҙәрен үлем ҡурҡынысына һәм Әхирәттәге һәләкәткә әҙерләй. Мәүләнә Йәләлетдин Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) бик матур әйткән: “Улым, һәр кемдең үлеме уның үҙенә хас: Аллаһҡа яҡынайтыуын аңламайынса, уны күрә алмағандарға, ерәнеп ҡарағандарға – дошман ул. Ә үлемгә дуҫтарса ҡарағандарға – дуҫ.”

Тап-таҙа, тигеҙ көҙгө һымаҡ ул һуңғы һулыш. Һәр кеше ул көҙгөлә барса яҡшы һәм яман ҡылыҡтары менән бөтә ғүмерен күрә. Бер ниндәй ҙә кирелек, вайымһыҙлыҡ ҡорғаны ҡараштырҙы, ҡолаҡтарҙы томалай алмай. Киреһенсә, бөтә ҡорғандар, кәртәләр ауып төшәсәк, әҙәм балаһы тәрән үкенестә буласаҡ. Һуңғы һулышыбыҙҙа үкенестәр менән тулы көҙгөнө күрергә яҙмаһын. Беҙ иҫән саҡта, тормошобоҙҙа изге Ҡөрьән һәм намыҫлы Сөннә беҙгә юлдаш булһын. Иң бәхетлеләр – үлемен танығансы үҙен таныусылар.

Раббым, һуңғы һулышыбыҙҙа мәңгелектә беҙгә әҙерләнгән бүләктәрҙе күрергә насип ит. Аминь!

                                                                                                 Осман Нури Топбаш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий