четверг, 22 марта 2018 г.

Һуңғы һулыш.


Картинки по запросу Мусульмане

Әҙәм үҙ ғүмерендә бик күп тапҡырҙар үлем менән йөҙмә-йөҙ осраша. Ауырыуҙар, ғәҙәттән тыш хәлдәр, һағалап ҡына торған хәүеф-хәтәрҙәр кешенең моңһоҙлоғо, зәғифлеге арҡаһында эҙһеҙ үтәме, артында үлем торған пәрҙәнең үтә лә йоҡа булыуын төшөндөрмәйме?

Аллаһу Тәғәлә Әл-Бәәҡый(Мәңгелек) сифатын был донъяла Үҙенә генә ҡалдырған, шуға күрә һәммәһе лә үлемгә дусар. Изге аятта шулай тип әйтелә:

(26). Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ.(55: 26)
(35). Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр.(21: 35)

Һәр әҙәм үлемгә дусар, шуға күрә был турала уйланыу лазым. Изге аят киҫәтә:

(19). “Көндәрҙән бер көндө үлем иләҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр.” (50: 19)

Кеше был фани донъяға һынау өсөн ебәрелгән, тимәк уның төп бурысы – Аллаһу Тәғәләнең ризалығын алырҙай ғәмәлдәр ҡылыу һәм бәхет, именлек һарайы булған йәннәткә инергә лайыҡлы булыу. Донъялыҡта Әхирәт баҫыуы өсөн ҙур тырышлыҡ һалып орлоҡ сәсеүселәр сәғәҙәткә өлгәшер:

(88-89). Ул көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермәҫ. Әммә ләкин Аллаһҡа саф күңел менән инанғандар (ул Көндө) бәхетле булыр.(26: 88-89)

Быға нәпсеңде ауыҙлыҡлап, тәрбиәләп кенә ирешергә мөмкин. Хаҡ юлға өндәгән пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткәндәрен еренә еткереп үтәү – нәпсене тәрбиә ҡылыу сараһы. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Ябраил фәрештә аша Изге Ҡөрьәнде пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, йөрәгенә индергән, шуға күрә уның һәр бер ғибәҙәтен, һәр бер һүҙен, һәр бер ғәмәлен Ҡөрьән тәфсире итеп ҡарарға кәрәк. Хөрмәтле пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, рухиәтенән үҙ өлөшөбөҙҙө алыр өсөн, беҙ уны үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы яратҡандан да нығыраҡ яратырға тейешбеҙ. Ул һөйөү Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләгә оло һөйөү булып әүерелер, сөнки пәйәмбәребеҙҙе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һөйөү – ул Аллаһты һөйөү, ә Аллаһты һөйөү – ул пәйғәмбәребеҙҙе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һөйөү. Раббыбыҙға яҡынайыу өсөн, әхүәле рухиәләребеҙҙе шундай камил дәрәжәгә күтәреү мөһим.
Һуңғы һулышҡа иң гүзәл әҙерлек был. Тормоштарын изге эштәр менән биҙәп, Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәренә оло һөйөү менән ғүмер кисергәндәр ғүмерҙәренең һуңғы минуттарын тыныс күңел менән, кәлимә-и шәһәҙәт (Әәшһәдү әл-ләә илааһә илләллааһу үә әәшһәдү әннә Мүхәммәдән ғабдүһүү үә расүүлүһ!) әйтеп ҡаршы аласаҡ. Хөрмәтле пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырған шатлыҡлы хәбәрҙе ишетәсәк:
“Кем һуңғы һулышында (бөтә йөрәктән) кәлимә-и-тәүхидте әйтә, шул Йәннәткә инәсәк.”(Хәким, Мустадрак, I, 503)
Тимәк, бер Аллаһҡа ышанып йәшәүселәр һуңғы минуттарында  кәлимә-и-тәүхид менән Хаҡ Тәғәләгә китәсәктәр.
Шуны иҫтә тотоу лазым: тотош донъяға, бөтә ғаләмгә идара иткән Аллаһы Тәғәлә Еребеҙҙе иҫәпһеҙ күп матурлыҡтар менән биҙәгән, әммә ул ваҡытлы төйәгебеҙ. Йыһанда бер нәмә лә буштан-бушҡа барлыҡҡа килмәгән. Ошо донъяла йәшәгән кешенең маҡсаты – мәңгелек донъяһында сәғәҙәткә ирешеү. Был хаҡта Раббыбыҙ беҙҙе киҫәтеп әйткән:

(102). Эй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ: мосолманлыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үлегеҙ).(3: 102)

Ғүмере булған һәр кешенең үлеме – уның ер тормошо менән хушлашыуы һәм шәхсән үҙе өсөн Ҡиәмәт сәғәте. Шуны ла оноторға ярамай: әҙәм балаһы көн һайын, төн һайын үлемгә яҡын йөрөй. Үлем уны аҙым һайын һағалап тора. Мәүләнә Йәләлетдин Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) үҙенең Мәснәүиендә былай ти: “Асылда, һәр мәлебеҙ менән үлемгә, йәнебеҙ тәндән айырылыуға яҡынлашабыҙ; һәр мәлебеҙ – ғүмеребеҙҙең ҡыҫҡарыуы ул.”

Үткән ғүмерҙе ағым һыу менән сағыштырып, хөрмәтле Мәүләнә әҙәмде вайымһыҙ булмаҫҡа саҡыра:

“Эй, әҙәм! Көҙгөлә сағылған йөҙөңә ҡара! Сибәрлегең ҡарт көнөңдә харабаға әйләнгән бина кеүек булыр, буш хыялдар менән үҙеңде алдама!..”

Һуңғы һулышыбыҙ – мең хикмәт тулы илаһи сер. Киләсәктә буласаҡ иң мөһим ваҡиғабыҙ - үлемебеҙ – илаһи тәҡдиргә бәйле. Әҙәм үҙ ғүмерендә бик күп тапҡырҙар үлем менән йөҙмә-йөҙ осраша. Ауырыуҙар, ғәҙәттән тыш хәлдәр, һағалап ҡына торған хәүеф-хәтәрҙәр кешенең моңһоҙлоғо, зәғифлеге арҡаһында эҙһеҙ үтәме, артында үлем торған пәрҙәнең үтә лә йоҡа булыуын төшөндөрмәйме? Көн эсендә генә лә кеше нисәмә тапҡыр үлем һулышын тоя, тик уға артабан йәшәргә, хаталарын төҙәтергә мөмкинлек бирелә, Әхирәттә иһә ундай мөмкинлек булмаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәм балаһы вайымһыҙ, ғүмер календарының биттәре берәм-берәм ҡойолоуын ул битараф ҡына күҙәтә бирә.
Асылда тыуғандан алып беҙ көн һайын яйлап үләбеҙ, тик һәр аҙымыбыҙ менән үлемгә атлауыбыҙҙы аңлап ҡына етмәйбеҙ. Беҙгә бүлеп бирелгән ваҡыттың һәр миҙгеле хаҡлыҡты күреүгә яҡынайта торған мәл булыуы хаҡында әйтелә изге аятта:

(68). Берәүһенә оҙон ғүмер бирә ҡалһаҡ, беҙ уны бөкрәйтеп бөтөрөрбөҙ. Шул турала уйлап ҡарамайҙармы? (36: 38)

Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләнең пәйғәмбәребеҙгә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ҡәҙәр йәшәгән иманлы ҡоло Ҡус бин Саида баҙарҙа һөйләгән бер телмәрендә әйтерһең дә был аяттың асылын асып һала:

“Эй һеҙ, кешеләр!
Яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ, белегеҙ һәм нәсихәт алығыҙ!
Йәшәгән үлер, үлгән юҡҡа сығыр. Ямғыр яуыр, үлән үҫер. Балалар тыуыр, ата-әсәһенең урынын алыр. Аҙаҡ һәммәһе юҡҡа сығыр. Ваҡиғалар сылбыры өҙөлмәҫ. Һәр кем был сылбырҙа бер-береһен алмаштырыр...”

Аллаһ бүләк итеп биргән һулыштарыбыҙ бөткәс, һуңғы һулыш алған көнөбөҙҙә, хушлашып йәки хушлашып та өлгөрмәйенсә, үлем менән осрашырбыҙ. Әммә Раббыбыҙҙы яратҡан иманлы ҡолдар өсөн ул үлем менән осрашыу булмаясаҡ, ә бәхетле яңынан тыуыу, һөйгәндең Һөйгәне менән осрашыуы буласаҡ. Бының өсөн түбәндәге һүҙҙәрҙең йәшерен мәғәнәһен аңлау кәрәк:

“Үлемгә ҡәҙәр үлегеҙ.”

Был серҙе Хөрмәтле Мәүләнә шундай фраза менән асып һалды:
“Терелеү өсөн үлегеҙ!”

Хәлиф Али (радыйаллаһу ғәнһү) иһә былай тип раҫлай:
Кешеләр серем итә. Үлем килгәс тереләләр...

Беҙгә нәпселе теләктәргә, ығы-зығылы тормоштоң талаптарына буйһонмау, хайуани кимәлгә төшмәү зарур, шунда ғына Аллаһу Тәғәлә биргән йәнебеҙгә торошло ысын тормош менән йәшәй аласаҡбыҙ. Иң фажиғәле үлем – Раббыбыҙ тураһында белмәйенсә, Уның ризалығын алмайынса үлеү. Һәр мөьмин иҫтә тоторға тейеш: үлем сәғәте уның йәшәү рәүешенә бәрәбәр, шуға күрә имандан ихсанға илтеүсе тәрбиәне үтеү лазым. Пәйғәмбәрҙәрҙән ҡала бер әҙәм дә ни рәүешле үлерен, ни рәүешле ҡубарылырын белмәй. Йософ ғәләйһис-сәлләмдең доғаһында тәрән мәғәнә һалынған:

(101). “... (Йә, Раббым) Мосолман булған хәлемдә йәнемде ал, зинһар. Һәм мине изгеләр рәтенә ҡуй.”

Һәр бер иманлы әҙәм үҙ йөрәген хәүеф һәм өмөт менән тулы булған юғары камиллыҡ дәрәжәһенә күтәрергә тейеш. Бындай камиллыҡ уға һуңғы һулышын да иман менән алырға мөмкинлек бирәсәк. Һуңғы һулышыбыҙ мәңгелектәге тормошобоҙҙо тасуирлар. Хаҡ юлға әйҙәүсе булған изге Ҡөрьәнебеҙ мәңгелек хозурлыҡҡа эйә булыу юлында һуңғы һулышына ҡәҙәр иман өсөн көрәшеүселәр хаҡында нәсихәт бирә.
Фирғәүен сихырсылары, Муса ғәләйһис-сәләм күрһәткән мөғжизәнән һуң, иманға ҡайтып, былай ти:

(121). “Ғаләмдәрҙең һәм (122) Муса менән Һарундың Раббыһы булған Аллаһҡа инандыҡ”. (7: 121-122)

Хакимиәте һәм көсө бойороу хоҡуғы бирә тип иҫәпләгән, аҡылын юйған фирғәүен уларға янай башлай:

(123). Минең рөхсәтемдән башҡа һеҙ нисек итеп (Аллаһҡа) иман килтерҙегеҙ? ...(124) Ант итеп әйтәм, аяҡ-ҡулдарығыҙҙы арҡыс-торҡос сапҡылап ташлаясаҡмын, унан һуң бөтәгеҙҙе лә аҫып ҡуясаҡмын. (7:123-124)

Иман килтергән (125) “сихырсылар әйттеләр: “Аҫһаң – аҫырһың, Аллаһуға ҡайтабыҙ, һинең асыуыңдан ҡурҡмайбыҙ.”
(126). “...Эй, Раббыбыҙ! Фирғәүен ҡылған ғазапҡа сыҙарға беҙгә сабырлыҡ бир һәм беҙҙе мосолман булған хәлебеҙҙә үлтер!”(7: 126)

Бүләк ителгән хаҡ юл өсөн, уларҙың аяҡ-ҡулдарын киҫәләр һәм улар Хаҡ Тәғәлә ҡашына шәһиттәр һәм изгеләр данына лайыҡ булып китә.
Залимдар Утлы Ур әһелдәрен дә һәләк итә: Аллаһҡа иман килтергәндәре өсөн, уларҙы енәйәтселәргә һанап, утлы соҡорҙарға ташлайҙар. Был хаҡ мөьминдәр, ауыр язаларҙан ҡурҡмайынса, Аллаһ бүләге булған иманға тоғро ҡала, үлемде һис бер ҡурҡыуһыҙ ҡаршы ала - Аллаһтан ысынлап ҡурҡҡандар өсөн һис нәмә ҡурҡыныс түгел.
Иман килтергән Хәбиб Наджарҙы ауылдаштары таштар менән бәргеләп үлтерә. Фани донъя ишектәре ябылған мәлдә, Әхирәт донъяһына асылған тәҙрә аша үҙенә биреләсәк илаһи бүләктәрҙе күрә ул һәм үҙенең томана наҙан халҡын йәлләп былай ти:

(26). “...Ҡәүемем минең хәлемде ысын белеү менән белһәсе...”(36: 26)

Таштар менән бәргеләнеп тә иманын һатмаған өсөн, уға мәңгелек донъяла йәннәт вәғәҙә ителә. Ғүмере Аллаһ менән тығыҙ бәйләнештә булғандар ана шундай рухи бейеклектәргә күтәрелергә һәләтле.
Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә, бер заман мәсеттә халыҡҡа Ҡиәмәт көнө хаҡында һөйләйҙәр. Халыҡ араһында Шибли шәйех, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, була. Лекция аҙағында вәғәз һөйләүсе ҡәберҙә һорау алыу тураһында һүҙ ҡуҙғата:
“Алған белемеңде нисек ҡулланыуың хаҡында һораясаҡтар. Булған милкеңде нисек сарыф итеүең хаҡында һораясаҡтар. Харам-хәләлгә иғтибар итеү-итмәүең хаҡыңда һораясаҡтар. Һораясаҡтар, һораясаҡтар!...”- шул рәүешле ул һораласаҡ күп нәмәләр хаҡында һөйләй. Бик күп һөйләнеп тә иң мөһиме әйтелмәгәс, Шибли шәйех былай ти:
-        Хөрмәтлем! Аллаһы Тәғәлә һорауҙы улай күп бирмәйәсәк. Ул шулай тип кенә әйтәсәк: “Ҡолом минең! Мин һинең менән булдым, ә һин кем менән булдың?
Иң мөһиме – Аллаһ менән бергә булыу һәм һәр һулышыңды юҡ-барға сарыф итмәү. Түбәндәге хикмәтле һүҙҙәр ҙә быны раҫлай:

Юғалғанын аңланыҡ беҙ
Һинһеҙ үткән ғүмерҙең...

Ибн Ғүмәрҙе, радыйаллаһу ғәнһү, иңдәренән тотоп, Аллаһ илсеһе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, шуға саҡыра:

Был донъяла сит кеше йәки мосафир кеүек бул!” (Бухари, Рикак, 3)

Хаҡты тәрән тойған Ибн Ғүмәр, радыйаллаһу ғәнһү, әңгәмә ҡорғанда гел шундай нәсихәт биргән:

“Кискә ҡәҙәр йәшәһәң, иртәне көтмә, таңды еткерһәң, кисте күрергә өмөтләнмә. Һау сағыңыда ауырыу хаҡында уйлан, иҫән сағыңда – үлем хаҡында.” (Бухари, Рикак, 3)

Ләйсән ямғырға  бәрәбәр ҡыҫҡа ваҡытлы фани донъя беҙҙе хаҡ тормошҡа йүнәлтә. Аллаһ илсеһе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, шулай тигән:
“Эй, Аллам! Хаҡ тормош – ул Әхирәт.” (Бухари, Рикак, 3)

Бик күп миҫалдар сәхәбәләрҙең ул йәшерен серҙең айышына төшөнөүе тураһында һөйләй.

Хубайб, радыйаллаһу ғәнһү, мәжүси халыҡтар ҡулына барып ҡапҡас, был донъялағы һуңғы теләге шундай була: ул Пәйғәмбәребеҙгә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һөйөү тулы сәләмен еткергеһе килә. Һағыш тулы күҙҙәрен күккә төбәп, Хубайб, радыйаллаһу ғәнһү, былай ти:
-        Эй, Аллам! Пәйғәмбәребеҙгә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һуңғы сәләмемде еткерерҙәй бер әҙәм дә юҡ бында. Һин уны тапшыр инде!
Был мәлдә Мәҙинәлә сәхәбәләре араһында ултырған Аллаһ илсеһе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, үәхи аша уның сәләмен ала һәм әйтә:
-        Һиңә лә “сәләм” булһын.
Cәхәбәләр һорай ҡуя:
-        Йә, Рәсүлуллаһ, кемдең сәләменә яуап ҡайтарҙың?
-        Иптәшегеҙ Хубайбаның сәләменә.
Артабан пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, уны “шәһиттәр юлбашсыһы” тип иҫкә ала һәм өҫтәп ҡуя: “Йәннәттә ул минең күршем буласаҡ!”

Йәнә бер оло һөйөү һәм фиҙакәрлек миҫалы:

Өхөд һуғышынан һуң, Рәсүлуллаһ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, яу яланына үлеләр һәм яралылар хаҡында белергә ебәрә. Айырыуса уны Сағд бин Раби, радыйаллаһү ғәнһү, исемле сәхәбәнең яҙмышы борсой, тик уны таба алмайҙар. Шул саҡта үлектәр менән тулы яу яланына ҡарап, уны эҙләп йөрөгән сәхәбә өмөт менән былай ти: “Әй, Сағд, мине Рәсүлуллаһ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ебәрҙе. Ул һинең тереләр араһындамы, әллә үлеләр араһындамы икәнлегеңде асыҡларға ҡушты.” Яҙмышы менән пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ҡыҙыҡһыныуын ишеткән, инде һуңғы һулышын алған Сағд аҡтыҡ көсөн йыйып яуап бирә: “Мин инде үлеләр араһында!”
Йүгереп килеп еткән сәхәбә ҡылыстан үткән, ҡанға батҡан Сағдтың һуңғы һүҙҙәрен ишетә:
“Аллаһ менән ант итәм, күҙҙәрегеҙ күрә алғанда Рәсүлуллаһты, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, яҡламаһағыҙ һәм уның менән берәй аяныслы хәл килеп тыуһа, Аллаһ һеҙҙән өмөтөн өҙөр һәм Уның асыуынан һеҙҙе бер кем дә ҡотҡармаҫ.”

Сағд бин Рабиҙың, радыйаллаһү ғәнһү, һуңғы һүҙҙәре – бөтә өммәткә васыят та, шул ваҡытта фани донъя менән хушлашыу ҙа була.

Сәхәбәләр үлем менән яғалашҡанда ла рухи юғарылыҡтарын кәметмәй. Хөрмәтле Хузайфа, радыйаллаһу ғәнфү, бына нимә тип һөйләй:

“Ярмук янындағы һуғыш ине был. Ҡыҙыу алыш артта ҡалды, ҡылыстан үткән, һөңгөләр менән яраланған мосолмандар ҡыҙған ҡом өҫтөндә үлем эсендә ята. Мин, һуңғы көсөмдө йыйып, ике туған ҡустымды эҙләп киттем. Ул, үлемесле яраланып, һуңғы минуттарын кисерә ине - ҡанһырап, инде һөйләшә лә алмай, күҙҙәре генә әле иҫән булыуы тураһында һөйләй. Мин үҙем менән алған һыулы турһығыма күрһәтеп һораным:
-        Һыу эсәһеңме?
Эскеһе килә ине, әлбиттә, ирендәре лә ярғыланып бөткәйне, әммә яуап бирергә хәле генә булманы. Эсерергә тип, һауытты яҡынайттым, тик ошо мәлдә Икримәнең тауышы ишетелде:
      -Һыу! Һыу! Аллаһ хаҡы өсөн һыу!
Тауышты ишеткәс, Харис ҡустым, эсеүҙән баш тартып, Икримә яғына ымланы. Ҡыҙған ҡомда ятҡан шәһиттәр араһынан йүгереп үтеп, Икримә янына килдем һәм турһығымды һондом. Икримә һыу уртлап та өлгөрмәне, Ийаштың ыңғырашыуы ишетелде:
-        Һыу бирегеҙ! Аллаһ хаҡы өсөн һыу бирегеҙ!
Ҡулы менән турһыҡты этәреп, Икримә мине Ийашҡа ебәрҙе. Харис һымаҡ ул да һыуҙан баш тартты.
Шәһиттәрҙе урап үтеп, Ийашҡа йүгереп килгәндә, мин Ийаштың һуңғы һүҙҙәрен ишеттем:
-        Аллам! Иман юлында беҙ бер нәмәбеҙҙе лә йәлләмәнек. Шаһит бул быға, Аллам! Гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡа!
Күрҙем: Ийаш инде шәһит шәрбәтен эсә. Ул минең турһыҡ менән йүгереп килгәнде күрҙе, тик донъялыҡта һыуһынын ҡандырырға өлгөрмәне, шәһәҙәт һүҙҙәрен генә әйтеп өлгөрҙө.
Шунан бөтә көсөмә кире йүгерҙем, Икриәне табып, йәнә турһығымды һондом, тик Икримә лә шәһит киткәйне.
Инде минең берҙән-бер теләгем – Харис ҡустымдың һыуһынын ҡандырыу, тик ҡыҙған ҡом араһында ул да байыҡлыҡҡа күскәйне...Ҡыҙғаныс, өс шәһит янында турһыҡ тулы һыу ятып ҡалды.”(Хаким, Мустадрак, III, 270)

Аҙаҡ, ошондағы уй-тойғолары хаҡында һөйләгәндә, Хузайфа былай ти:

“Үҙ ғүмеремдә күпте күрҙем, ләкин күңелде тетрәтерлек ошонан да ауырыраҡ рухи кисереш булманы. Туғанлыҡ ептәре менән бөтөнләй бәйләнмәгән әҙәмдәр бер-береһе хаҡына үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итте һәм ғәмәлдәре менән “...мосолман булып ҡына үлегеҙ” изге аятының асылын төшөндөрҙө, улар күңелемдә юғары иман өлгөһө булып уйылып ҡалды...”

Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә һәммәбеҙҙең дә һуңғы һулышын ғүмеренең гүзәл нәтижәһе итһен. Ғүмеребеҙҙең һуңғы һулышы мәңгелек бәхеттең тәүһе һулышына әйләнһен.

Әмин!..



Комментариев нет:

Отправить комментарий