четверг, 22 марта 2018 г.

Һуңғы һулыш.


Картинки по запросу Мусульмане


Был тормоштоң мәғәнәһе шунда: Аллаһтың гүзәл ҡоло булып йәшәү һәм гүзәл ҡоло булып баҡыйлыҡҡа күсеү. Маҡсатыбыҙ - Аллаһ илсеһенең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, юғары хистәр һәм ынтылыштар менән тулы тормош өлгөһөнән үҙебеҙҙең өлөшкә тейгән рухи ғилемде алыу, йәғни Аллаһтың игелекле, кеселекле, иманлы һәм сабыр ҡолдары булыу.

Аллаһтың гүзәл ҡоло булараҡ ғүмер итергә теләһәк, һуңғы һулышыбыҙға, был донъянан лайыҡлы күсеүгә әҙер булырға тейешбеҙ. Әхирәтебеҙҙә бәхетле булайыҡ тиһәк, тормошобоҙ игелектәр, яҡшылыҡтар, тәҡүәлек кейеме менән биҙәлгән булыуы шарт. Бер изге хәҙистә әйтелә:

“Әҙәм нисек йәшәһә, шулай үләсәк, нисек үлһә, шулай ҡабат тереләсәк” (Мунауи. Фәйзул-Ҡадир Шәрхүл-Джами ис-Сағир, V, 663).

Быға миҫалдар бихисап. Йәнә ғибрәтле бер ваҡиға: өйлә намаҙы тамамланғас, Адапазары мәсетенең мәзине велосипедында Муса шәйехтең сохбетына (дини темаға әңгәмә) юл тота. Урам сатында, йәшел ут янып торғанда юл бирмәйенсә, уны автомобиль бәреп йыға һәм мәзин оло юлға барып төшә. Йүгереп килеп еткән кешеләр уның йөрәкте һулҡылдатырлыҡ һүҙҙәрен ишетә: “Раббым, мин һиңә барам!” Бик күптәр һуңғы минуттарын ҡурҡыныс итеп төштәрендә күргән мәлдә, берәү Аллаһ менән осрашыуға алдан уҡ әҙерләнеп йөрөй  һәм һуңғы мәлендә шатланып әйтә:”Аллаһ, мин һиңә барам!” Хаҡ Тәғәлә беҙгә лә фани донъянан яҡты күңел менән, тәҡүәлек кейемдәренә уранып китергә насип итһен! Әмин!...

Шундай мәҡәл бар: “Көршәк һыуға барғанда ватыла.” Йәғни кешенең әхүәле рухиәһе нимә менән тулы булһа, үлгәндә лә шул була. Ҡалыплашҡан бер нәмә лә юҡ, әлбиттә. Ғүмерен изгелектәр ҡылып үткәргән ҡол да һуңғы минутында Аллаһтың рәхмәтенә ирешеүенә тулыһынса өмөт бағлай алмай. Гөнаһтарға батҡан әҙәмдәр ҙә Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙөргә тейеш түгел. Һәммәбеҙҙең һуңғы һулышы – илаһи сер.

Беҙҙең Изге Китабыбыҙҙа – Ҡөрьәндә – тура юлды һайлаған бөйөк шәхестәр менән бергә, хаҡ юлды һайлап, аҙаҡ көфөрлөккә төшөп үлгәндәр ҙә тасуирлана. Алған ғилемдәрен  нәпселәрен арттырыуға файҙаланған һәм шул рәүешле Раббыбыҙҙың рәхмәтенән яҙған Иблис, Ҡарун, Бәлғам бин Баура, хатта тәүҙә Аллаһ илсеһе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, сәхәбәһе булған, аҙаҡ фани донъя ауына эләккән Сәғләбә -  барыһы ла быға асыҡ миҫалдар.

Билдәле булыуынса, Иблис Раббыбыҙҙа тәүҙә юғары урын биләгән, әммә ғорурлығына барып, Аллаһы Тәғәләнең Бөйөклөгө, Ҡеүәте, барса мәхлүктәрҙән өҫтөн тороуы хаҡында уйламайынса һәм Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән үҙен юғары һанап, буйһоноуҙан баш тартҡан. Тәкәбберлек һәм кирелек әсире шулай итеп үҙен ғүмерлек мөртәткә, дәһригә әүерелдергән.

Тәүҙә ярлы һәм иманлы булған Ҡарун Муса ғәләйһис-сәләмдән ҡала Тәүратты иң яҡшы тәфсир ҡылыусыларҙан һанала. Муса ғәләйһис-сәләм доғаһы менән уға алхимия ғилеме бирелә. Тик шайтан һәм нәпсеһе ҡотҡоһона бирелгән Ҡарундың йөрәген байлыҡ йыйыу әүәҫлеге ялмап ала. Ул шул ҡәҙәр күп байлыҡ туплай, хазиналары ятҡан келәт асҡыстарын әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙән торған тотош отряд саҡ күтәреп йөрөтә. Маһайыусанлығынан, байлыҡ көҫәү дәртенән арыныу теләге унда бөтөнләй булмай, һәм, хазиналары менән яуызлығы ла арта барып, оҙаҡламай ул һауалы залимға әүерелә. Муса ғәләйһис-сәләм, уға мөлкәтенән зәкәт түләргә кәрәклеге тураһында иҫкәрткәс, Ҡарун әҙәпһеҙ һәм тупаҫ рәүештә уға былай ти: “Әллә минең байлыҡҡа күҙең ҡыҙамы? Уларҙы мин үҙем эшләп таптым!..”

Ҡарун, байлығы менән һауаланып, остаздары Муса һәм Һарундың (ғәләйһис-сәләм) урынын алырға яҫҡына башлай. Ә Муса ғәләйһис-сәләмгә ялған ғәйептәр тағып сиктән сыҡҡас, уны бөтә хазиналары менән ер йота.

Берәү бөтә мөлкәттәрҙең хужаһы Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә икәнлеген онотоп, йөрәген мөлкәт, байлыҡ, дәрәжәләр тоҙағына тыҡһа, ҡаты аҙашыуы шул була. Бәлғам бин Баураға Аллаһы Тәғәлә бөйөк исемен аса һәм мөғжизәләр тыуҙырыу һәләте бирә. Йәһүдтәр уны Аллаһҡа яҡын булған ғалим тип иҫәпләй. Ул, асылған һәләттәре баҫырауын күтәрә алмайынса,  әхүәле рухиәһен һайығайтып, иманһыҙ булып үлә. Ҡөрьәндә был ваҡиға шулай һүрәтләнә:

(175). Һин уларға үҙенә аяттар индерелгән кеше тураһында уҡып күрһәт: ул аяттарымды инҡар итте, шуға күрә шайтан уны үҙ артынан эйәртте, ул кеше аҙғын юлға баҫты.

 (176). Теләгән булһаҡ, һис шикһеҙ аяттарыбыҙ ярҙамында Беҙ уны юғары дәрәжәгә күтәргән булыр инек. Ләкин ул донъя малына йәбеште һәм ҡомһоҙлоҡ нәфсеһенә эйәрҙе. Уның хәле хас эт тормошо кеүек. Янына килә башлаһаң да йыш-йыш телен сығарып һулар, янынан китһәң дә телен аҫылындырып һулап ҡалыр – бына аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙың хәле шундай булыр. Был ҡиссаны аңлатып бир, бәлки, һабаҡ алырҙар.(7: 175-176)

Бәхетле осорҙа йәшәгән, гүзәл иман эйәһе булған Сәғләбә, фани донъяның ялтыр биҙәктәренә ҡыҙығып, мәңгелек бәхетен мәңгелек бәхетһеҙлеккә алмаштыра. Тәүге мәл гел мәсеттә булған, пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бер генә вәғәзен дә ҡалдырмаған сәхәбә, байығас, мәсеткә йөрөүен һирәкләтә, аҙаҡ бөтөнләй юҡҡа сыға. Ә зәкәт йыйыусылар өйөнә килгәс, тейешле мөлкәтен биреүҙән баш тарта һәм үҙен ҡыҙғаныс яҙмышҡа дусар итә. Сәғләбә пәйғәмбәребеҙгә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, биргән вәғәҙәһен боҙа һәм үлер алдынан әрнеп, үкенеп, пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һүҙҙәрен ҡат-ҡат иҫенә төшөрә:

 “Эй, Сәғләбә, һинең шөкөр ҡылынған бәләкәй милкен һин шөкөр ҡыла алмаҫлыҡ ҙур милкеңдән яҡшыраҡ.”(Табари, Тәфсир, XIV, 370-372, Ибн Касир, Тәфсир, II, 388.

Тасаввуф юлында ҙур бейеклектәргә күтәрелгән Суфйан Саури, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, ошондай ғибрәтле тарих бәйән ителгәйне:

Йәш ваҡытында уҡ Суфйан Сауриҙың, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, арҡаһы көмрәйә. Бының сәбәбен һорағандар шундай яуап ишетә:

“Мине ғилемгә өйрәткән остазым бар ине. Ҙур тырышлыҡ һалыуыма ҡарамаҫтан, ул кәлимә-и-тәүхидте әйтеп китә алманы был донъянан. Мин шаһит булған ул ваҡиға арҡамды көмрәйтте лә инде.”

Күреүебеҙсә, һуңғы минуты ниндәй булырын берәү ҙә белмәй. Фирғәүен сихырсылары һымаҡ, ғүмер буйы яңылышып та Әхирәткә күсер алдынан хаҡ юлды табыусылар бар. Ғәмәл дәфтәрҙәрен ҡазаға ҡалып япҡан Ҡарун, Бәлғәм бин Бауралар бар. Әҙәм балаһы ниндәй генә рухи бейеклеккә күтәрелмәһен, нәпсе һәм шайтан үҙҙәре өсөн һәр уңайлы мәлде һағалап боҫҡонда ултыра. Изге Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, Аллаһу Тәғәләгә шайтан шундай антын белдергән:

(16). Иблис әйтте: “Һин мине аҙғынлыҡҡа мәхкүм иттең, шуға күрә мин дә уларҙы аҙҙырыр өсөн һинең тура юлыңда ултырасаҡмын.”(7: 16)

Ул Ҡиәмәткә ҡәҙәр үҙенә ваҡыт һорай һәм теләгәнен ала, сөнки бында ла Аллаһтың бер оло һынауы. Аллаһтың ихлас ҡолдары ғына иблис тоҙағына эләкмәйәсәк, быны иблис үҙе лә таный: “...ихлас ҡолдарыңдан башҡа,”-ти.
Пәғәмбәрҙәрҙән башҡа тайып китеүҙән берәү ҙә азат түгел, бәс, шулай булғас, һәр мөьмин бүләк итеп бирелгән ғүмеренең ысын хаҡын белергә тейеш. Йөрәктәрҙе тетрәтерлек үлем ҡурҡынысынан тырышлыҡ һалып иман юлынан атлау ғына ҡотҡарасаҡ, сөнки үлемгә әҙер булғандар унан ҡурҡмай, мәңгелек тормошҡа юл тип ҡарай. Улар – Аллаһтың ризалығына ирешеп, “үлемде лә гүзәл итергә һәләтле” ҡолдар. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, бик матур әйткән:

“Һәр кемдең үлеме үҙенә оҡшаған: үлемдең Аллаһ менән берләштереүен аңламағандар, унан ҡурҡалар, ытырғаналар; үлемгә насар мөнәсәбәттә булғандар өсөн ул – хас дошман, ә кем уға яҡшы мөнәсәбәттә – дуҫ.”
“Үлемдән ҡото осоп сапҡан йән! Хаҡтың асылы шунда: һин үлемдән түгел, үҙеңдән ҡурҡаһың.”
“Һин үлем көҙгөһөндә күрергә ҡурҡҡан нәмә үлем һыны түгел, һинең ҡәбәхәт йөҙөң. Йәнең ағас кеүек. Үлем япраҡтар кеүек. Һәр бер япраҡ үҙенә ярашлы ағаста үҫә...”

Донъялыҡта нәпсеңде буйһондороу, рухыңа һалынған фәрештәләргә хас сифаттарҙы үҫтереү, юғары кимәлгә күтәреү, “үлем килгәнсе үк үлем серен асыу”-  хис менән дә, аҡыл менән дә танып белә алмаған Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһҡа табан бер аҙым ул. Һөҙөмтәһе гүзәл: ғәҙәттә һәр кемдә үлем тыуҙырған ҡурҡыу “иң яҡын дуҫың менән осрашыу” шатлығына әйләнә.

Аллаһ илсеһе, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ғүмеренең һуңғы минуттарында буласаҡ осрашыуҙы көтөп ләззәтләнә. Ул ғүмер буйы Аллаһҡа фиҙакәр хеҙмәт итә һәм уның һуңғы минуттары “тәүге никах төнөнә” әүерелә. Ғәйшә һәм Али, радыйаллаһу ғәнһүмә, һүҙҙәре буйынса, пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм,  үлеменә өс көн ҡала уға Ябраил фәрештә, ғәләйһис-сәләм, килә һәм хәлен һораша. Ул үлер көндө Ябраил фәрештә, ғәләйһис-сәләм, менән бергә үлем фәрештәһе Ғазраил, ғәләйһис-сәләм, килә.

-        Эй, Рәсүлуллаһ! Үлем фәрештәһе инергә рөхсәт һорай! Бығаса ул Әҙәм балаларының береһенә лә рөхсәт һорап инмәне, бынан һуң да бер кемдән дә һорамаясаҡ! Уға инергә рөхсәт бир инде!
Пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, алдына килеп баҫҡас, үлем фәрештәһе, ғәләйһис-сәләм, уға мөрәжәғәт итә:
-        Эй, Рәсүлуллаһ! Мине Аллаһу Тәғәлә ебәрҙе һәм һинең фарманыңа буйһонорға ҡушты. Әгәр теләһәң, йәнеңде алырмын! Әгәр теләмәһәң, йәнеңде ҡалдырырмын!

-         Эй, үлем фәрештәһе, ғәләйһис-сәләм! Һин быны ысынлап әйтәһеңме?
Ғазраил, ғәләйһис-сәләм әйтә:

-        Миңә һинең бойороғоң буйынса эш итергә ҡушылған!
Ябраил фәрештә, ғәләйһис-сәләм, әйтә:

-        Эй, Әхмәт, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә һине һағынған.
-        Иң һәйбәте, иң тоғроһо – Аллаһтыҡы! Эй, үлем фәрештәһе, ғәләйһис-сәләм! Ал минең йәнемде!

Ике ҡулын һыулы һауытҡа тығып һәм ҡулдары менән йөҙөн һыпырып, пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйтә:
-        Ләә иләәһә илләллааһ! Үлем иҫреклеге һәм аҡылды алыуы хаҡ! – Аҙаҡ ул, ҡулдарын һоноп, түбәгә баға:

-        Эй Аллам! Рафиҡи-Әғлә, Рафиҡи-Әғлә! (Бөйөк Дуҫым!) – Шул һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай, Аллаһуға һөйөү һәм уҡталыу тулы фиҙакәр ғүмере менән хушлаша.

Тасаввуф юлында  рухи бейеклектәргә күтәрелгән Аллаһ ҡоло – хөрмәтле Мәүләнәнең буласаҡ шатлыҡлы осрашыу минуттарын кисеререүе тураһында уның уҡыусыһы Хусаметдин Челеби һөйләй:
Бер тапҡыр Садретдин шәйех һәм бер нисә дәрүиш ауырыу Мәүләнәнең хәлен белергә баралар. Хәле мөшкөл икәнен күреп ҡайғыралар. Садретдин шәйех яҡшы теләктәр әйтә:

-        Аллаһ һеҙгә иҫәнлек бирһен инде! Тиҙ арала аяҡҡа баҫырға насип итһен!
Уның теләгенә ҡаршы Мәүләнә былай ти:

-        Именлек-һаулыҡтар һеҙгә ҡалһын! Һөйгән менән һөйөлгәндең араһы – бер сәс бөртөгө ҡалынлығы. Шул ара юҡҡа сыҡһын да ике яҡтылыҡ бер булһын тип теләмәйһегеҙме ни?

Мәүләнәлә, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, күп кешеләргә хас сифат - үлемдән ҡурҡыу булмай, киреһенсә, уның өсөн үлем – Хаҡ Матурлыҡ, йәғни Сикһеҙ Матурлыҡтар Эйәһе булған Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәлә менән осрашыу ул. Үҙенең робағиҙарында ул былай ти:

Мин киткәстен үлде тиеп әйтмәгеҙ һеҙ.
Үле инем, үлгәс кенә терелдем мин.
Дуҫым алып китте был ерҙән.

Үлем менән хушлашыуҙы хөрмәтле Мәүләнә һәр ваҡыт “Шеби Арус”(тәүге никах төнө)
тип атай.

Үлем - өнһөҙ яҙҙар иле,
Гүзәл йәндәр хушланып та йөҙә унда..
Ҡәберҙәре кипаристар ышығында.
Таңда рауза сәскә ата бында,
Төнөн һайрап туймай һандуғас... Яхъя Кемал.

(99). “Әжәлең килгәнгә ҡәҙәр, Раббыңа ғибәҙәт ҡыл.”(15: 99)

Аллаһҡа яҡын булырға тырышҡан һәр бер ҡол тормошон шул ҡағиҙәгә нигеҙләнеп ҡора.
Йәшерен серҙәр һәм камил һөйөүҙе аңлаған һәр бер йән Аллаһ аманат итеп биргән ғүмерен хаҡ юлдағы хеҙмәт һәм ғибәҙәттәр менән биҙәргә һәм Раббыһы ҡашына сәләмәт ҡәлб менән менән барып баҫырға теләй.
Илаһи серҙәрҙең асылын аңлаусылар “Эй Аллам! Рафиҡи-Әғлә, Рафиҡи-Әғлә!” (Бөйөк Дуҫым!) һүҙҙәрен ҡабатлай-ҡабатлай донъялыҡ менән хушлашҡан пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, сөннәтенә эйәрә. Хөрмәтле Мәхмүт Сәми әфәнде шуларҙың береһе, уның һуңғы һулышы – һәммәбеҙ өсөн гүзәл һабаҡ. Изге Ҡөрьән буйынса ғәмәл ҡылып йәшәгән Сами Әфәнде йөрәге пәйғәмбәребеҙгә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, оло һөйөү менән тулы була. Ҡар өҫтөндәге эҙҙәре буйлап кешенең үҙен табып булған кеүек, Сәми Әфәнде Рәсүлуллаһ менән бергә булырға теләп, һәр нәмәлә уның Сөннәтенә таяна. Ғүмере уның тәһәжжуд намаҙына аҙан әйтелгәндә өҙөлә. Был мәл янында торғандар уның “Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ!..”-тигән һүҙҙәрен ишетә.

Аллаһтың иманлы ҡоло булып йәшәп, иманлы хәлдә китеү – гүзәл маҡсат. Аллаһ беҙҙән шуны көтә: Рәсүлуллаһтың, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, йәшәү өлгөһөнән һабаҡ алып, Уның игелекле, изгелекле, әҙәпле ҡолдары булыуҙы. Аллаһу Тәғәләгә бөтә күңеле менән бирелгәндәр хаҡында ғына Раббыбыҙ шулай тип әйтер: “Ниндәй гүзәл был ҡолом!” Илаһи һөйөү күңелебеҙҙе биләп алһын өсөн, әхүәле рухиәбеҙҙе юшҡындарҙан, бысраҡтарҙан таҙалау зарур. Шул саҡта Хаҡ яҡтылыҡ һәр күҙәнәгебеҙҙе солғап алыр, һәр һулышыбыҙҙа тойолор, һуңғы һулышыбыҙҙың да асылы булыр.

Рухи тайпылыштар Аллаһты онотоуҙан килә. Изге аят бойора:

(19). “Аллаһты онотҡан һәм шуның арҡаһында Аллаһ та уларға (яҡшылыҡтың) нимә икәнен онотторған кешеләр кеүек булмағыҙ.”(59: 19)

Дөрөҫө шул: бөтә гөнаһтар беҙ Аллаһты онотҡан мәлдә башлана. “Аллаһ,”-тип ҡабатлаған, үлемдең ҡотолғоһоҙлоғо хаҡында уйлағандар ғибәҙәттәрен тейешенсә үтәй, кеше хаҡына кермәй, йәғни һүҙе менән дә, ғәмәле менән дә берәүгә лә зыян һалмай...

Ғүмеребеҙ һуңында упҡынға барып юлыҡмаҫ өсөн, йөрәгебеҙ Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү менән һуғарылырға тейеш. Бәс, шулай булғас, изге аят ҡушҡанса йәшәү зарур:

(102). Әй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үлегеҙ). (3: 102)

Юғиһә был донъяла ғүмерҙең ҡыҫҡалығының йәки оҙонлоғоноң әһәмиәте юҡ. Илаһи аятта әйтелгәнсә, һәр ғүмерҙең тамамланышы бер төрлө:

(46). “Ҡиәмәт көнөн күргәс, уларға өйләгә саҡлы – ярты көн, өйләнән һуң ярты көн генә торған кеүек тойолор.” (79: 46)

Тимәк шул бер көнлөк ғүмеребеҙҙе Аллаһтың ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, ғибәҙәттәр менән үткәреү кәрәк. Ошо йәһәттән Джунайд әл-Бағдадиҙың нәсихәттәрендә яңғыраған киҫәтеүҙе ҡолағыбыҙға киртеп ҡуйһаҡ артыҡ булмаҫ:

“Был донъялағы бер сәғәт Ҡиәмәт көнөнөң бер йылынан ҡиммәтерәк. Ул ваҡытта үҙеңде ҡотҡарыу өсөн бер ғәмәл дә мөмкин булмаясаҡ.”

Бөгөн беҙгә бирелгән ваҡыттың минуты, сәғәте, көнө ифрат та ҡәҙерле, сөнки улар ғәмәлдәребеҙ, ғибәҙәттәребеҙ өсөн бәхетле мөмкинлек. Ә хаж иһә һуңғы һулышыбыҙға әҙерлек өсөн әһимиәтле. Хаждың һәр этабы үлем һәм ҡубарылыуға бәрәбәр. Хаж ҡылыусы бөркәнгән ихрам кәфен һымаҡ. Ғәрәфәт – Аллаһуға тәүбәләр ҡылып, өмөттәребеҙҙе Уға бағлау урыны. Шайтанға таштар атыу – донъя ҡоршауҙарынан арыныу, нәпсеңдән, һәләкәткә илтеүсе теләктәреңдән арыныу өсөн күпме ихтыяр көсө талап ителеүен төшөнөү урыны...Был һынауҙарҙан һуң яңы тыуған бәпәй һымаҡ булыу Раббыбыҙ менән осрашыу хаҡында хәтергә төшөрөр. Тормош менән хушлашыуҙың, һуңғы һулышыбыҙҙың репетицияһы ул. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә беҙгә шулай камил рәүештә хаж ғәмәлдәрен үтәргә насип итһен.”

Эй, Аллам! Хәйерле рухи ғилем менән тулы тормош бир, беҙҙең һуңғы һулышыбыҙ Хаҡ Раббыбыҙ менән көтөп алынған, һоҡланғыс осрашыу булһын.

Әмин!

















Комментариев нет:

Отправить комментарий