четверг, 22 марта 2018 г.

Һуңғы һулыш.



Картинки по запросу Мусульмане Башкортостана






Һуңғы һулышыбыҙ шыма, таҙа көҙгө кеүек, тинек. Һуңғы һулыш мәлендә кеше үҙенең кемлеген асыҡтан-асыҡ күрәсәк. Күңел көҙгөһө йәшәлгән бөтә ғүмергә баһа бирәсәк. Әҙәм балаһы өсөн үлем сәғәтенән дә ғибрәтлерәк картина юҡ.
Изге Ҡөрьәндә бәйән ителгәнсә, Аллаһҡа буйһонмай йәшәгән фирғәүен, Илаһи асыу уны Ҡыҙыл диңгеҙ упҡынына быраҡтырғас ҡына, үҙен, ғүмерен һәләк итеүен, власы һәм ҡеүәтенең хаҡтан күҙен быуҙырған алдатҡыс бер нәмә генә булғанын аңлай. Изге аятта әйтелә:

(90). “...Ысындан да, Исраил улдары инанған Тәңренән башҡа тәңре булмағанына мин иман килтерҙем. Мин дә мосолман булдым,”- тине.(10: 90)
Әммә эш үткәйне...Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙарында бата башлаған фирғәүен “иман” тип аталған ҡотҡарыу түңәрәгенә йәбешергә кәрәклекте һиҙеп ҡала, әммә Аллаһы Тәғәлә әйтә:

(91). “Хәҙер иман килтерҙеңме? Гәрсә бынан алда һин буйһонманың һәм аҙғынлыҡ таратыусыларҙан инең. ”(10: 91)

Насар ғәмәлдәре язаһыҙ ҡалғанда үҙен имен итеп тойғандарҙың яҙмышы шундай. Һуңғы минуттарында, үткәндәре ныҡышмалы рәүештә кире әйләнеп ҡайтҡанда, улар уяна, һуңлап үкенә, һуңлап тура юлға баҫа. Тәүбәләрҙе һуңғы минутҡа ҡалдырыу – үҙ-үҙеңде алдау ул. Үлемдең өнһөҙ тауышын ишетергә теләмәйенсә, донъяның ығы-зығыһына буйһоноп йәшәү – емештәре әсе булған алданыу.
Аллаһу Тәғәлә байтаҡ аяттарында донъя тормошон имтихан өсөн яралтыуы тураһында әйтә. Изге аяттар төп маҡсатыбыҙҙы онотоп вайымһыҙлыҡ һаҙлығына батмаҫҡа саҡыра:

(35). “Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. Һеҙҙе муллыҡ, ләззәт һәм яманлыҡ менән (ымһындырып) һынайбыҙ. Унан һуң һеҙ (ҡылғандарығыҙ өсөн яуап тоторға) ҡайтарыласаҡһығыҙ.”(21: 35)
(2). “Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ – еңелеү белмәҫ Ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле Ярлыҡаусы.”(67: 2)

Ҡыҫҡаса әйткәндә, йәшәйешебеҙ, ғәмәлдәребеҙ, әхлағыбыҙ, ғибәҙәттәребеҙ – һәммәһе лә һуңғы һулышыбыҙға хат-хәбәр. Ерҙәге тормошобоҙ менән Әхирәттә үҙебеҙгә урын әҙерләйбеҙ.
Имам Ғазали (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) былай әйткән:

“Фани донъяла ғилем алыу ләззәтен татымағандар, мәңгелек тормошта танып-белеүҙән йәм тапмаҫ. Бәндә был донъяла түләмәгән нәмәһенә Әхирәттә эйә була алмаҫ. Унда һәр кем бында сәскәндең уңышын йыясаҡ. Әҙәм нисек йәшәһә, шулай үлер, нисек үлһә, шулай ҡабаттан терелер. Ни кимәлдә бәндә үҙен танып, Хаҡты танып, шуға ярашлы ғәмәл ҡылһа,  Әхирәттә ул ирешкән кимәлгә ҡарап бүләк бирелер”.

Һәр һулышыбыҙ менән беҙ үҙебеҙгә йә Аллаһтың язаһын, йә бүләген әҙерләйбеҙ. Аллаһу Тәғәлә беҙҙе, Үҙенең ҡолдарын, изге аяты менән киҫәтә:

(6). “Әй, иманлы бәндәләр, утын урынына кешеләр һәм таштар яғылған йәһәннәмдән үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ.”(66: 6)
(12-14). “...хәтәр ялҡынлы йәһәннәм артығы менән ҡыҙғанда; (13) йәннәт яҡынайғанда, (14) бына шул саҡта һәр бер кеше үҙенең ҡылғандары менән үҙенә ни әҙерләгәнен бик яҡшы аңлар.” (81: 12-14)
(26). “Шулай булғас, (Ҡөрьәнде танымайынса) ҡайҙа китеп бараһығыҙ?” (81: 26)

Һәр әҙәм ҡайҙа юл тотҡанына, үҙенә нимә әҙерләгәненә бик тә иғтибарлы булырға тейеш – һуңғы һулышыбыҙға ҡалдырмайынса, ошо хаҡта даими хәстәрлек күреү зарур. Файҙа, килем, юғалтыу, табыштар – ер тормошона хас ғәмәлдәр. Әхирәттә файҙа һәм килем хаҡында һүҙ ҙә булмаясаҡ.
Ваҡытлы донъя байлыҡтарын өҫтөн күргәндәр, нәпсеһенә буйһоноп, донъяның алдатҡыс ялтырауыҡтарына ҡыҙыҡҡандар, мөкиббән китеп яратҡандар Әхирәттә ҡаза күрәсәк. Ундағы тормошо ниндәй буласағын берәү ҙә белмәй, шуға мәңгелек тормошобоҙға ныҡлы әҙерлек менән барырға тырышыу мөһим.

Икенсе яҡтан, күңелендә иман нуры балҡыған мөьминде үлем ҡурҡытмай, мәңгелек тормошҡа юл кеүек ҡабул ителә. Дуҫтарының, яҡындарының исемдәре теркәлгән ҡәберҙәр, зыяраттар иманлылар өсөн ҡурҡыныс урын түгел, ә өнһөҙ рухи нәсихәт һәм киҫәтеү батшалығы. Уйлана белгән мөьмин өсөн тормош һәм үлем - йәнәшә торған тәбиғи ысынбарлыҡ. Тәҡүәле кешеләр - асылда үлем менән килешеү төҙөүселәр. Әгәр ул донъялыҡта быға әҙерләнгән икән, мәңгелектә рухи тыныслыҡ табасаҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, йөрәктәрендә Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләгә оло һөйөү йөрөткәндәрҙең генә һуңғы һулышы гүзәл булыуы ихтимал.
Әхирәткә тулы әҙерлек Раббыбыҙ Изге Ҡөрьәндә әйтеп үткән Аллаһтан ысын ҡурҡыу, тотанаҡлылыҡ, ихласлыҡ, миһырбанлылыҡ һәм игелекле, түбәнселекле, фиҙакәр, түҙемле булыу кеүек Аллаһ яратҡан сифаттарҙы үҙебеҙҙә тәрбиәләүҙән ғибәрәт. Шуға күрә һәр мөьмин, Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләнең сикһеҙ миһырбанлығынан үҙ өлөшөн алып, йомарт һәм шәфҡәтле булырға, Аллаһтан ысын ҡурҡыу менән ҡурҡырға, әйткән һүҙенә тоғро булырға тейеш. Мөьминдең һуңғы һулышына әҙерлеге һауаланыу, тәкәбберлек, исраф итеүгә әүәҫлек, ғәҙелһеҙлек, яуызлыҡ һәм ғәйбәт, яла яғыу, алдашыу ише йәһәннәм юлына түшәлгән, Аллаһ яратмаған сифаттарҙан бөтөнләйгә арыныу ул.
Ҡол иман менән һуңғы һулышын ҡаршы алһын өсөн, йөрәкте ҡаралыҡтарҙан таҙартыу, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу зарур. Йөрәгеңде Аллаһтан ысын ҡурҡыу менән байытыу – донъялыҡта беҙ эйә була алған иң күркәм сифат. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, рухи таҙарыныуҙың асылын былай аңлата:

“Ҡәбергә таш та, таҡталар ҙа, кейеҙ ҙә түшәлмәй. Керләнмгән күңелеңдә, таҙа әхүәле рухиәңдә, үҙ-үҙеңдә ҡәбер әҙерләргә кәрәк, бының өсөн Аллаһтың бөйөклөгө алдында шәхси дәғүәләреңде һәм мин-минлегеңде ҡыйратып ташлау зарур.”

Рухиәтең таҙарһын һәм йөрәгең тейешле юғары кимәлгә күтәрелһен өсөн, уны Аллаһу Тәғәләгә һәм Рәсүлуллаһҡа, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, оло һөйөү менән һуғарыу лазым. Аллаһуға оло һөйөү – Уға тулыһынса буйһоноу ул. Уның ҡушҡандарын үтәмәйенсә, Уға һөйөүең хаҡында һөйләү – үҙ-үҙеңде алдау ғына.
Изге аятта Аллаһу Тәғәлә бойора:

(24). Әйт һин:
          - Әгәр аталарығыҙ, улдарығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, ҡатындарығыҙ, яҡын туғандарығыҙ, йыйған байлығығыҙ, туҡтап ҡалыуынан ҡурҡҡан сауҙағыҙ, ҡәнәғәтләндергән йорттарығыҙ һеҙгә Аллаһтан һәм Уның Рәсүленән, Аллаһ юлындағы Йыһаттан да ҡәҙерлерәк икән, Аллаһтың хөкөмөн көтөгөҙ. Аллаһ боҙоҡ кешеләр тоҡомон тура юлға сығармаҫ. (9: 24)

   Аллаһу Тәғәләгә һәм Уның Рәсүленә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, изге һөйөү ғүмеребеҙ буйы һуңғы һулышыбыҙға ҡәҙәр һәр нәмәнән өҫтөн булырға тейеш. Һуңғы һулышына әҙер булыу өсөн, мәьмин һәр ғибәҙәтен хошуг, түбәнселек менән үтәй. Изге аятта Аллаһу Тәғәлә илаһи серҙәрҙе асҡан мөьминдәрҙең ҡотолоуға алып барған сифаттарын әйтеп үтә:

(1). “Һис шикһеҙ, мөьминдәр сәғәҙәткә ирешәсәк. (2) Улар намаҙ-ғибәҙәттәрендә итәғәт менән сәждә итә.”(23: 1-2)
Намаҙҙарын илтифатһыҙ ғына ҡылыусылар тураһында былай әйтелә:
(4). Уларҙың намаҙ уҡыуы – гөнаһ йыйыу ғына. (5) “Уларҙың намаҙы ихлас һәм етди түгел.” (107: 4-5)

Күреүебеҙсә, Аллаһу Тәғәлә ғибәҙәт аша кешенең тәне һәм йәне араһында тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килеүен теләй. Әлбиттә, был намаҙға ғына түгел, ураҙа, хаж ҡылыу, саҙаҡалар биреүгә һәм башҡа ғибәҙәттәргә лә ҡағыла. Ураҙа - Аллаһыбыҙҙың биргәненә шөкөр итеп, йөрәгеңде төшөнкөлөтән паклау, мохтаждарҙың хәленә керә белергә өйрәнеү, күңелеңде юшҡындарҙан таҙалау ул. Башҡа ваҡыттарҙа хәләл булған ҡайһы бер ғәмәлдәрҙән, ләззәттәрҙән сикләп, ураҙа беҙҙе харамдан айырата алыҫ торорға кәрәклекте күңелебеҙгә һала. Ә хаж атмосфераһы, кәфенгә оҡшаш кейемгә уранып йөрөү ҡолға Аллаһтың Бөйөклөгө алдында кес кенә булыуын күрһәтә, үлемгә дусар икәнлеген хәтеренә төшөрә. Хәйер-саҙаҡалар биргән мөьмин барса байлыҡтарҙың Хужаһы Аллаһ икәнлеген белә, ҡулындағы милкенең уға тапшырылған аманат булып, хәләлгә тотонорға тейешлеген аңлай. Саҙаҡаның асылын яҡшы төшөнгән мөьмин бүтәндәрҙең милкенә көнләшеп ҡарай аламы ни?! Ғибәҙәттәрҙең асылы - Раббыбыҙға аңлы рәүештә буйһоноуҙа. Ҡәлбен ҡаралыҡтарҙан таҙартҡан әҙәм ғибәҙәттәрен ихлас ҡыла, рухиәте  Хаҡ яҡтылыҡ менән нурлана.

Ғибәҙәттәрҙең өлгөһө - Пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һәм тәҡүәле сәхәбәләрҙең, радыйаллаһу ғәнһүм, тормоштарындағы ғибәҙәттәр. Сәхәбәләр, Әхирәтте һәр саҡ иҫтә тотоп, ғибәҙәттәрен күндәм ихласлыҡ менән атҡарған.

Бер заман сәхәбәләрҙең береһе Рәсүлуллаһҡа, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, шулай тип мөрәжәғәт итә:

-        Ҡыҫҡа ғына итеп миңә бер кәңәш бир әле, Рәсүлуллаһ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм!

Ул шундай яуап ишетә:

-        Һәр намаҙыңда һуңғыһы һымаҡ тор! Аҙаҡ ғәфү үтенерҙәй бер нәмә лә һөйләмә! Башҡалар ҡулындағыға өмөт бағлама! (Ибн Маджа, Зухд, 15; Әхмәт бин Ханбал, Муснәд, V, 412).

Һуңғы юлына әҙерләнгән иман юлындағы әҙәм ғибәҙәтттәрен генә түгел, барса ғәмәлдәрен, кешеләргә мөнәсәбәтен Сөннәнең юғары рухи аҡылы менән биҙәргә, эштәре менән дә, һүҙҙәре менән дә кешеләргә файҙа килтерергә, өммәтендәгеләрҙең һәммәһенә лә үҙенә теләгәнде теләргә тейеш. Ул матур хистәр яйлап Аллаһу Тәғәләгә һәм Уның Пәйғәмбәренә, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, оло һөйөүгә әүерелә һәм, ташып сығып, барса барлыҡҡа Раббыбыҙ күҙе менән бағырға мөмкинселек бирә.

Һуңғы һулышҡа әҙерлектең икенсе шарты – йөрәгеңде ихсан дәрәжәһенә күтәреү, йәғни күңелеңдең һәр саҡ Аллаһҡа бағланған булыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәгенә түгел, нәпсеһенә буйһонған аҡыл быға ирешә алмай. Ул бөйөк сәғәҙәттән мәхрүм.

Мөьминдең баҫалҡы һәм сабыр булыуы ла мөһим. Ниндәй генә тормош шарттары булмаһын, ул түҙемлеген, төплө аҡылын юғалтмаҫҡа тейеш. Ауыр һынауҙарҙы үтеү, алты балаһының бишәүһен ер ҡуйынына һалыу ҙа Пәйғәмбәребеҙҙең, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ныҡлы рухын һындыра алмай; ағаһы Хәмзә һәм күңеленә бик яҡын көрәштәше Мусғаб, радыйаллаһу ғәнһү, үлтерелгәс тә ул Аллаһ ризалығы өсөн түҙемле, сыҙамлы булып ҡала.
Хаҡ юлдан барыусылар, фани донъя вәсүәсәһен, ҡайғы-хәсрәттәрен түҙемлек менән еңергә, яманлыҡты – яҡшылыҡ, кирелекте – буйһоноусанлыҡ, һаранлыҡты – йомартлыҡ, эгоизмды – кешелеклелек, шиктәрҙе – ышаныс, хәйләне – ихласлыҡ, эскерһеҙлек, ҡаршылыҡтарҙы - тәүбәләр, вайымһыҙлыҡты – фекерләү менән алмаштырып, рухи кимәлен байытырға тейеш.

Мөбәрәк көн һәм төндәрҙән тыш таң алды зекер итеү өсөн ҡиммәтле ваҡыт. Мәңгелек тормош ҡояшы таң алдындағы ҡараңғылыҡҡа йәшеренә. “Йәшәү” һәм “үлем” төшөнсәләрен берҙәй итеп күргән Аллаһтың яратҡан ҡолдары Раббыларының ризалығын алыр өсөн төндәрҙе зекерҙә үткәрә.
Хәйер-саҙаҡалар таратыу – Аллаһ юлындағы мөһим үҙенсәлек. Изге аят нәсихәт ҡылып әйтә:

(195). “Аллаһ юлында тейешле малдарығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән үҙегеҙҙе ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ.”(2: 195)

Ҡөрьән тәфсире менән шөғөлләнеүселәр фекеренсә, был изге аят бөлгөнлөккә төшөүҙән ҡурҡып һәм фани донъя байлыҡтарын артыҡ һөйөп, дин юлында изгелек ҡылыу, фиҙакәрлектән ҡасыуҙың ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында һөйләй. Шуға күрә мөьмин Аллаһ юлында милке менән дә, ғибәҙәттәре менән дә хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки тормошобоҙ ҙа, ундағы һәр нәмә лә беҙҙең яуаплылыҡҡа бирелгән аманат. Әхирәттә тейешле урындарға сарыф ителгән милкебеҙҙең әжерен аласаҡбыҙ, һаранлыҡтың, ҡомһоҙланып байлыҡ йыйыуҙың ҡазаһын да Әхирәттә күрәсәкбеҙ.

Саҙаҡаларға килгәндә, мөьмин бер нәмәне хәтеренән сығармаҫҡа тейеш: мәйетте ер ҡуйынына тапшырғас, ул боҙолоп өлгөргәнсе, бөтә таныш-тоноштары туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша, һуңыраҡ, вариҫтары милкен бүлә башлағас, мәйет тә тарҡала башлай. Был ваҡиғалар бер үк ваҡытта башланып, бер үк ваҡытта тамамлана. Бер яҡта милек бүленә, икенсе яҡта мәйет тарҡала. Быларҙы күҙәтеп торған йән бушҡа сарыф ителгән ғүмере өсөн үкенә. Баҡтиһәң, фани донъяла һыҡмырланып йыйған байлығыбыҙҙың Әхирәттә хаҡы һуҡыр бер тин икән, таратҡан хәйер-саҙаҡаларыбыҙ ғына Әхирәттә ысын байлыҡ, оло сауап икән.

Хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ, саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, шулай тигән:
“Ҡәбер (ғәмәлдәребеҙгә күрә) йәннәт баҡсаһы булыуы ла ихтимал, йәһәннәм упҡыны булыуы ла ихтимал.” (Тирмизи, Ҡиәмәт, 26)

Ҡиәмәткә ҡәҙәр ҡәбер тормошобоҙ фани донъялағы әхүәле рухиәбеҙгә, ғәмәлдәребеҙгә бәйләнгән. Шуға күрә үлемде юғалыу түгел, ә ҡотолоу, фажиғә түгел, ә “тәүге никах төнө” итеп ҡабул итеү – уға әҙер булғандарҙың өлөшө. Тормошта ошо рухи аҡыл менән тура юлдан барыусылар, үлемдәре менән Раббыбыҙға ҡушылғандар тарихта бөйөк эҙ ҡалдырған. Шуларҙың береһе – Зәбит Мозафар. Был тәҡүәле егет Чанакҡала янындағы алышта ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә. Еңеү яуланғас, Көнсығыш фронтҡа күсә. Алыштарҙың береһендә бик ҡаты яралана, киләһе быуындарға һабаҡ булып шәһит китә.
Хәлдәр былай була: ут һыҙығында Зәбит Мозафар үлемесле яралана. Һуңғы минутында, һөйләшер хәле булмағас, кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге алып, ҡанына манылған тапсыҡ менән былай тип яҙа:

“Һалдат! Ҡайҙа ҡибла?”

Янындағылар, Зәбит Мозафарҙың һуңғы һулышы еткәнен һиҙеп, йөҙөн ҡиблаға ҡаратып һалалар. Яралының йөҙөндә буласаҡ осрашыу шатлығы сағыла һәм шәһиттең намыҫлы йәне Раббыһына юл ала.
Ҡоло ҡайҙа, кем генә булып эшләмәһен, әгәр тормошонда ҡиблаһын юғалтмаһа, Аллаһ уны үлер алдынан да ҡиблаһынан мәхрүм итмәйәсәк. Эшендә, ғаиләһендә, йәмғиәттә әҙәм, бер Аллаһҡа өмөт бағлап, кәлимә-и-тәүхидткә ярашлы йәшәгән икән, ҡиблаһын тапҡан икән, һуңғы һулышы менән ул уны йәнә табасаҡ. Әлбиттә, беҙ “ҡибла” тигәндә кәлимә-и-тәүхидткә ярашлы Ҡөрьән һәм Сөннә күрһәткән юлдан барыуҙы атайбыҙ. Иң мөһиме – тормошобоҙҙа ла, һуңғы һулышыбыҙҙа ла тура юлда булыу. Юғиһә, флотынан тороп ҡалып, һәр урында ҡыйратылыуға дусар булған карап ише булырбыҙ. Аллаһ һаҡлаһын!
“Үлгәнгә ҡәҙәр үлегеҙ” һүҙҙәренең серен асып, үлем ҡуйынында тиерлек гүзәл тормош менән йәшәү – Аллаһтың йәшерен ғилемгә эйә булған яратҡан ҡолдарының айырым хоҡуғы. Ҡиәмәт көнөндә улар ҡурҡыу, борсолоуҙан азат буласаҡ – был Аллаһтың вәғәҙәһе. Үҙ намыҫын һаҡлаған, Аллаһ ҡушыуы буйынса һуңғы һулышын алырға әҙер булған был ҡолдар өсөн үлем – бәхет. Пак килеш бирелгән йәнде пак килеш һаҡлау ҙур ғилем талап итә.

Ҡорғандар алмашына был мәл: бәғзеләре төшә, бәғзеләре күтәрелә...
 “Хуш килдең, Ғазраил!”- тип әйтергә генә ҡала...
                                                                                     Н.Фазыл Ҡыҫаҡйөрәк.

Һуңғы һулыш шыма, таҙа көҙгө һымаҡ. Һәр кем унда гүзәлме, йәмһеҙме -  үҙенең тормошон күрә. Ул мәл күҙҙәрҙе, ҡолаҡтарҙы томалаған һылтаныу, вайымһыҙлыҡ ҡорғандары шыуып төшәсәк. Барса ҡорғандар алынғас, аҡыл һәм намыҫ ғәйептәрҙе танып, үкенергә мәжбүр итер. Иншә. Аллаһ, һуңғы һулышыбыҙ үткән ғүмеребеҙгә үкенеп бағырҙай көҙгөгә әйләнмәһен. Фани донъяла уҡ беҙҙең көҙгөбөҙ Ҡөрьән һәм Сөннә булһын. Ысын бәхеткә эйә булыусылар – үлем килгәнсе үк үҙҙәрен таныусылар.
 Аллаһ һуңғы һулышыбыҙҙы мәңлек донъябыҙҙағы бүләктәребеҙҙе күрһәткән тәҙрә итһен...
Әмин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий