понедельник, 7 мая 2018 г.

Ғәйбәт.



Картинки по запросу сплетни

Тейешенсә тотолған ураҙа – Ҡиәмәт көнөндәге йәһәннәм утынан ҡалҡан, фани донъяла тамырҙары тамуҡ соҡорона һуҙылған хәрәмгә кәртә. Ураҙа – әхүәле рухиәңде гонаһтарҙан, бигерәк тә ғәйбәттәрҙән таҙартыу мәктәбе.

Ураҙа ваҡытында, бер яҡтан, ауыҙыңа ингәнгә иғтибарлы булыу мөһим булһа, икенсе яҡтан, ауыҙыңдан сыҡҡанға – лайыҡлы булмаған һүҙҙәргә, тиргәшеү, әрләшеү һүҙҙәренә лә кәртә ҡуйыу мөһим.

 Убайд (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй:

«Ике ҡатын ураҙа тотҡан. Төшкө яҡҡа табан берәү килгән дә былай тип һөйләгән:

– О Рәсүлуллаһ! Бөгөн ике ҡатын ураҙа тота. Улар сарсауҙан үлем хәлендә (Бәлки, ураҙаларын өҙөргә рөхсәт бирерһегеҙ?)

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) икенсе яҡҡа боролған, бер һүҙ ҙә өндәшмәгән. Әҙәм йәнә йомошон ҡабатлаған:

– О Рәсүлуллаһ! Улар, ысынлап та, үлем хәлендә.

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бойороҡ биргән:

Саҡырығыҙ уларҙы бында!

Улар килгәс, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һауыт килтерергә ҡушҡан. Һауытты ҡатындарҙың береһенә биргән дә әйткән:

Ашҡаҙаныңды бушат!

Ҡатын ит киҫәге һәм ҡан ҡоҫҡан. Үҙ сиратында икенсе ҡатын да ит киҫәге һәм ҡан ҡоҫҡан.
Был хәлде күргәндәр шаҡ ҡатҡан. Шул саҡ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  аңлатып биргән:

–Улар, ураҙала булып, Аллаһу Тәғәләнең хәләл ризығынан баш тартҡан, әммә, ураҙаны боҙоп, хәрәм ейгән. Улар икәүләп ултырып кеше итен ашаған (ғәйбәт һатҡан)» (Ахмад, V, 431; Хайсами, III, 171).

Аллаһу Тәғәлә ғәйбәт һатыуҙың ни ҡәҙәр ауыр гонаһ булыуы хаҡында белдерә:

 «...Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсеһе артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән туғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гонаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай.» (аль-Худжурат, 12).

Ураҙа файҙалы булһын өсөн, ураҙа тотоусы Аллаһу Тәғәлә тәнҡитләгән бөтә нимәнән алыҫ булырға тейеш.

 Оло йөрәкле Али (раҙыйаллаһу ғәнһү) шулай кәңәш биргән:

«Изге ғәмәлдәр ҡылғанда, күберәк бер нимәгә иғтибар итегеҙ: Раббыбыҙҙың уны ниндәй шартта ҡабул итәсәгенә һәм ғәмәлдәребеҙҙең файҙаһыҙ булмауына.»

Йәғни, игелек ҡылыу мөһим булған кеүек, уның кәмселекһеҙ булыуы һәм еренә еткереп атҡарылыуы ла мөһим.

Бер заман, Шәйех Абдуллаһ Дехлеви ураҙа тотҡан мәлдә, эргәһендәгеләр хаким хаҡында ғәйбәт һата башлаған. Шәйех былай тип ҡысҡырып ебәргән:

Ҡыҙғаныс, ураҙам боҙолдо!
Шәкерттәренең береһе аптырап һораған:
Остаҙ, һеҙ бит ғәйбәт һатманығыҙ!
Эйе, мин ғәйбәт һатманым, ләкин мин тыңланым. Ә ғәйбәтсе һәм уны тыңлаусы бер-береһенә тиң.»

Аллаһу Тәғәлә ғәйбәт һатыуҙы ла, уны тыңлауҙы ла тыя. Шуға күрә ғәйбәтселәр араһында өндәшмәй генә торғандар ҙа Аллаһ әмерен боҙған булып һанала.

Ғәйбәт – кеше хоҡуҡтарын боҙоусы ауыр гонаһ. Ғәйбәт таратыусы, яман хәбәр таратып кемдең хоҡуғын боҙған, шунан ғәфү үтенергә тейеш. Ул үҙенең гонаһы, ғәйбәте хаҡында шул рәүешле һөйләргә тейеш: «Мин шундай-шундай кешеләр алдында шундай-шундай һүҙҙәр әйттем...» Ә әгәр ғәйбәтен иманлылар араһында конфликт тыуҙырһа, Аллаһ алдында оҙаҡ һәм ихлас итеп тәүбә ҡылырға һәм мохтаждарға саҙаҡа таратырға тейешһең.

 Ғәйбәт – ауыр эҙемтәләргә килтереүсе гонаһ. Бәс, шулай булғас, эҙемтәләрен юйып йөрөүгә ҡарағанда, телеңде тыйыу еңелерәк.















Комментариев нет:

Отправить комментарий