понедельник, 18 июня 2018 г.

Мәүләнә. Фани донъя һынауҙары.

Картинки по запросу Ислам об испытаниях





Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Бойҙай сәсеп, арпа сығыуы мөмкин булған хәлме?»

[Мәңгелектә беҙ был донъяла ҡылғандарыбыҙҙың әжерен аласаҡбыҙ. Бөгөн тормош бураҙнаһына нимә һалһаҡ, иртәгә Әхирәттә шуның уңышын йыясаҡбыҙ. Хаҡтыр, иман яҡтылығынан, рухи энергетика менән тулы ғибәҙәттәрҙән ситтә, яманлыҡты, ғәҙелһеҙлекте арттырған нәфсеңде уҙындырып, күңел асып үткәргән донъя тормошоноң ҡыҫҡа төнө мәңгелектең сыуаҡ таңы менән алмашына алмай. Фани донъя ялтырауыҡтарына күңел бағлауһуңғы һулышыңдың ғазабы, ә ғәмһеҙ көлөүеңтамуҡтағы аһ-зарыңдың башы.
Мәңгелек сәғәҙәт ҡояшы Илаһи асыштар тулы тормош юлы үткән, шөкөр итә белгән саф йөрәктәр һәм яҡты йөҙҙәр өсөн сыға.]

Шәйех Мәүләнә әйтә:

«Юҡлығын белә тороп, нимәнелер эҙләү – эҙләмәүгә тиң».

 [Фани донъямәңгелек донъя тормошо һатылған баҙар. Ул баҙар шул уҡ ваҡытта һынауҙар урыны ла. Әүрәткес вәсүәсәләре менән ҡыҙыҡтырып торған был тормош  донъяға килеүебеҙҙең асыл маҡсатын онотторорға һәләтле. Шуға күрә донъя баҙарында эҙләгән нәмәңә иғтибарлы булыу, хәҡиҡи тормоштоң Әхирәттә булыуын онотмау лазым.
Һынауҙар урыны булған был донъяла тауарыңды тейешле урындан эҙләү кәрәк. Мәңгелек бәхетен эҙләгән Аллаһ ҡолона гонаһкәрҙәр баҙарына яҡын бармау, нәфсе витриналарын ҡарауҙан тыйылыу, Иблис ҡотҡоһо кибеттәренә яҡын юлламау иң яҡшыһы.

Аятта әйтелгәнсә: «Аллаһ мөьминдәрҙең малдарын, йәндәрен (үҙҙәренә биреләсәк) йәннәт биреп һатып алды…» (Тәүбә, 111)

Аҡылы булған әҙәм донъя баҙарында Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ризалығын һатып алырға тырышыр. Ә бының берҙән-бер юлы – Изге Ҡөрьәндең һәм фатихалы Сөннәнең яҡты мөхитенә инеү. Тура юлға төшә алһаҡ, Илаһи яҡтылыҡ мәңгелек ҡотолоу, Йәннәт, Раббыбыҙ менән осрашыу юлын яҡтыртыр.

Илаһи яҡтылыҡтан баш тартып, нәфсебеҙ артынан китһәк, Иблис ҡотҡоһона эйәрһәк, хаталы философияларға йәки ялған диндәргә эйәрһәк, үҙебеҙҙе һәләкәткә һәм ҡурҡыныс язаларға дусар итербеҙ.

Хәҡиҡи тормош мәңгелек тормош икәнлеген белмәгән вайымһыҙ кеше үҙе юлсы булған ваҡытлы төйәгебеҙ байлыҡтарына теше-тырнағы менән йәбешә. Байлығы, милке уны һаҡлар, хатта ки үлемһеҙлек тә бирер тип уйлай ул. Салих заттарҙың береһе ундай еңел аҡыллы вайымһыҙҙарға шулай тигән:

 «Фани донъянан мәңгелекте һорама! Ул үҙе мәңгелек түгел, нисек ул уны һиңә бирә алһын!?»]


«Эй, һандуғас! Ҡышҡы сасҡауҙа бар тирә-йүнгә күпме зарланырһың? Эй, наҙлы телле ҡошсоҡ! Ер ыҙаларына һыҡтау һәм илауҙың нимәгә хәжәте? Йәнең һөйгәненә атлыға икән, ас күҙеңде һәм тоғролоҡто данла! Сәнскеләрҙе онот һәм раузаны маҡтап йырла! Раузаның тамыр, һабаҡтарына ҡарама, таждарына баҡ! Нимәһе менән ылыҡтыра һине фани донъя?! Һин хыялланған донъя иң юғары донъяларҙан да юғары!»

 [Шәйех Мәүләнә метафора юлы менән раузаға ғашиҡ булған һәм йәш аралаш һөйөүе хаҡында йырлаған һандуғас образы аша Аллаһты һөйөүселәрҙе Раббыһына хәҡиҡи һөйөү әҙәбенә өйрәтә. Раббыһын һөйөүсе мөьмин, алтындың яйлап ҡатышмаларҙан азат булғаны кеүек, һөйөүенең ихласлығына һынау рәүешендә бик күп вәсүәсәләр, ауырлыҡтар аша үтә, яйлап иман камиллығына ирешә. Ғибәҙәттәре һәм Аллаһ ризалығын өмөт итеп ҡылған ғәмәлдәре менән бәйле ҡыйынлыҡтары – мөьминдең Раббыһын һөйөүгә имтиханы.

Иман юлындағы әҙәм Аллаһтың мөрәжәғәтен онотмаҫҡа тейеш: «Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ) тип әйткәндән һуң, ауырлыҡтар аша һыналмабыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр(Ғәнкәбүт, 2)

Һынауҙар һәр мәлдә лә актуаль. Һынау-имтиханһыҙ тормошто теләп зарланғансы, ҡыйынлыҡтарҙы тыныс күңел менән ҡаршы алырға өйрәнергә, иманыңдың ихласлығын һәм Раббыңа күндәмлекте һәр даим раҫлап торорға кәрәк.

 Тасаввуф – «зарланыуҙы онотоу сәнғәте». Еңелме, ауырмы, Илаһи тәҡдиргә ҡәнәғәт булып, Аллаһтың ризалығына ирешеү юлы ла ул. Хаҡ мөьмин бит яҡшыһы ла, яманы ла Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгәнен яҡшы аңлай. Аллаһ үҙенең ҡолон шәфҡәте менән дә, асыуы менән дә һынауы ихтимал.

Хаҡ Тәғәләне һөйөүселәр белә: Һөйгәне биргән ғазаптар – бал, ауырлыҡтар – шәфҡәт. Ауырлыҡтар – сафланыу, гонаһтарыңды юйыу һәм әхүәле рухиәңдең офоҡтарын бейегәйтеү ул. Бәләләр – йәшәү бәрәкәте, улар оҫта табиптың әсе дарыуы, хирургтың ағзаларҙың зарарланған өлөшөн ҡырҡып ташлауы.

Тормош ниндәй генә бүләктәр әҙерләп ҡуймаһын, улар һәр даим Раббыһына «хәмд» (маҡтауҙар), «шөкөр» (ҡәнәғәтлек) халәтендә. Тупаҫ йәндәрҙе Раббыһынан йөҙ сөйҙөрткән,  асыу, ризаһыҙлыҡ упҡынына ташлаған яфалар оло йөрәкле ҡолдарҙың йөҙөн дә сытайтмаҫ. Раббыһына оло һөйөү йөрөткәндәрҙең йәне юлындағы сәнскеләргә иғтибар итмәҫ, шул юл алып барған асыл маҡсатҡа төбәлгән булыр. Шуға күрә ҡаҙалған сәнскеләрҙе лә улар, әжергә биреләсәк гүзәл Раузаны иҫтә тотоп, риза булып ҡабул итер, асыуға төрөлгән шәфҡәтте, һынауҙар төбөндә ятҡан Илаһи һөйөү серен күрер.

Бәлә-ҡазалар, ҡайғы-яфалар Хаҡ Тәғәләнең шәфҡәтһеҙлеге булһа, Ул быларға яратҡан ҡолдарын донъялыҡта дусар итмәҫ ине. Иң ауыр һынауҙарҙы Аллаһ яратҡан ҡолдарына ебәреүен беләбеҙ, шуға ҡарамаҫтан, ҡаты һынауҙарҙа ла тәҡүәле мөьминдәр күңел тыныслығын юғалтмай, яҙмыш һынауҙарына ҡәнәғәтлек белдереп һәм Раббыһына оло һөйөү менән бөтә кешелеккә үрнәк булып тора.

Иҫ киткес ҡаты һынауҙар аша үткән Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Таифтә таштар менән бәргеләйҙәр һәм ул, ҡулын күккә күтәреп, Раббыһына шулай тип доға ҡыла:

«Эй Мәрхәмәтлеләрҙең Мәрхәмәтлеһе! Әгәр Һин миңә асыуланмаһаң, мин үҙем дусар булған ҡыйынлыҡтарға иғтибар ҙа итмәм! Эй Раббым! Һин минән риза булғанға ҡәҙәр мин Һинең ярлыҡауыңды үтенәм...» (Ибн Хишам, II, 29-30; Хайсами, VI, 35).

Хәҡиҡәт серен асҡан һөйгән йөрәктәр өсөн Илаһи һынауҙар - хаҡ һөйгәндәрҙе ялғандарынан айырыусы үлсәү. Шағир бик гүзәл әйткән:

Һаҡла һөйгәнеңә тоғролоҡто, ауырлыҡты «ыҙа» тип әйтмә,
Йән һөйгәнен «залим» тиеүселә осмот һөйөү булмаҫ йәренә!

Хаҡтыр, ундай рухи бейеклеккә һәр кем күтәрелә алмай. Иләктә иләнеп, һелкәүестә һелкенеп, һынауҙар аша үткәндәр генә уға ирешер.]

Комментариев нет:

Отправить комментарий