вторник, 19 июня 2018 г.

Иман - бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙә, михнәттәрҙә йыуаныс.

Картинки по запросу Вера-иман


Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Эй, Раббыһының әмерҙәренә буйһонмауҙы ғәҙәт итеп алған әҙәм! Һәр саҡ хәтереңдә тот: тәнеңдең һәр өлөшө Аллаһу Тәғәләнең хакимиәтендә. Улар һиңә буйһона һымаҡ тойола ғына. Әгәр Аллаһ уларға һине тыңламаҫҡа ҡушһа, тәнеңдең һәр өлөшө һинең ғүмерлек дошманыңа әүереләсәк.
 Әгәр Аллаһ күҙеңә шулай бойорһа: «Ҡоломдо маҙаһыҙла!», күҙеңдең һыҙлауы күп ғазаптарға дусар итәсәк.
Әгәр Аллаһ тешеңә һине ыҙалатырға ҡушһа, тешеңдең һыҙлауы һине хәлдән тайҙырасаҡ.
Медицина буйынса китаптарҙы уҡы һәм әҙәм тәне сиреүе нимәгә һәләтле икәнлеген белерһең.
Бөтә барлыҡ Аллаһ ғүмер биргәнгә генә йәшәй. Ғүмер һөрөүселәр уға Ғүмер биреүсе менән дошманлаша аламы? Был мөмкин тип уйлау иҫәрлек билдәһе түгелме?»
[Йыш ҡына ярҙамға мохтаж, көсһөҙ әҙәм балаһы ғәмһеҙ рәүештә нәфсеһе артынан саба, уны бар иткән Аллаһу Тәғәләгә ҡаршы торорлоҡ, көслө һәм ҡеүәтле йән эйәһе итеп күрә башлай үҙен.
Әгәр әл-Ғәзииз (Бөйөк, Ҡөҙрәтле) һәм әл-Ғалиим (Ғилем эйәһе) сифатлы Раббыбыҙға ҡаршы сыҡҡан әҙәмгә үҙ тәнендә булған Илаһи барлыҡҡа килтереү серҙәре асылһа, ул ни ҡәҙәр наҙан булыуын төшөнөр ине. Йәшәү өсөн әҙәм һәр ваҡыт Раббыһына мохтаж. Организмындағы һәр нәмә: күҙәнәктәрҙәге молекулалар процесынан башлап, бөтә ағза һәм системаларҙың эшмәкәрлеге әҙәм ихтыярынан тыш, уға буйһонмайынса атҡарыла.
Кешене бер тамсы һыуҙан бар иткән Аллаһ уға Үҙенә генә буйһонған үҙ-үҙен көйләүсе камил программа һалған. Йәғни, кеше организмындағы һәр күҙәнәк, Аллаһу Тәғәләнең әмеренә буйһоноп, үҙенең биологик функцияларын үтәй.
Күҙ алдына килтерәйек әле, әгәр ағзаларыбыҙҙың физиологик эшмәкәрлеген көйләү бер генә сәғәткә үҙебеҙгә тапшырылһа, беҙҙең ғәйеп буйынса организмыбыҙҙа күпме мөшкиләләр тыуыр ине? Хаҡ Тәғәләбеҙ әмерҙәренә һүҙһеҙ буйһоноу тейешлеге һәм үҙебеҙҙең көсһөҙлөгөбөҙгә ышаныу өсөн былар етмәйме ни?
 Аллаһу Тәғәлә әҙәмдәргә мөрәжәғәт итә:
«(Эй, әҙәм балаһы!) нимәгә ҡыҙығып (алданып), һин сикһеҙ йомарт Аллаһтың ниғмәттәренән (сауаптан, ярлыҡауҙан, йәннәттән) ҡоро ҡалдың? Аллаһ һине юҡтан бар итте, сәләмәт ағзалар биреп, (бөтөн кәүҙәңде) тигеҙ, теүәл итте (уларҙы бер-береһенә яраҡлаштырып) бөтөн яғыңды үлсәм менән камиллаштырҙы. Нисек теләһә, һеҙҙе шундай ҡиәфәттә яралтты» (әл-Инфитар, 6-8).
Аллаһу Тәғәләнең иң гүзәл ижад емеше булған кеше шуларҙы белергә тейеш:
- Раббыбыҙҙың Көс-Ҡеүәте алдында үҙенең зәғифлеген;
- Хәләлдең сиктәрен белергә һәм шуны иҫтә тоторға: ул Хаҡ Тәғәләбеҙҙең «Бул!» тигән әмере менән донъяға килгән һәм Уның «Үл!» тигән әмере менән был донъянан китәсәк;
- Күҙгә күренмәгән микробтар, Илаһи фарман буйынса, иң көслө кешеләрҙе һәм иң көслө хайуандарҙы аяҡтан йығырға ҡадир;
- Күндәмлек менән, үҙенең зәғифлеген асыҡ аңлаған хәлдә Аллаһу Тәғәләне данларға, рәхмәтен белдерергә һәм гонаһтарын ярлыҡауҙы һорау зарурлығын.
Һәр күҙәнәге Илаһи ҡанундарға буйһонғанда, ошо ҡағиҙәләргә таянып эш итмәгән кешеләрҙе йәлләргә генә ҡала. Тәнендәге күҙәнәктәр генә түгел, ғаләмдәге бөтә барлыҡ Уға буйһона.]
Шәйех Мәүләнә әйтә:
         «Иман зәғифлеге арҡаһында ҡазаға тарыусыларҙы йәлләргә генә ҡала, ул ҡазаларҙан ҡотолоу юҡ.»
[Иманһыҙ кешене ихлас йәлләргә кәрәк. Хәйерсе булып көн күргәндәрҙең хәле мәңгелек түгел, ә иманһыҙлыҡ – мәңгелек ниғмәттәрҙән мәхрүм ҡалыу ул.
Әйтәйек, иманһыҙға, донъяның бөтә байлыҡтарын биреп, ерҙә мең йыл йәшәргә мөмкинлек биргән хәлдә лә, ул барыбер бер көн үләсәк һәм тормоштан бер нәмәһеҙ китәсәк.
Беҙҙең өҫтөбөҙҙә балҡыған ҡояш «Фирғәүендәр», «Һәмәндәр», «Нәмрудтар», «Хулагулар», ғад и сәмүд халыҡтарының зиннәтле һарайҙары өҫтөндә лә, аҙаҡ шул һарай харабалары өҫтөндә лә балҡыған. Күк тә, ер ҙә, кешеләр ҙә, байлығына маһайып, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә ҡаршы сыҡҡандар өсөн иламаған. Үҙҙәре йәберләгәндәрҙең һыҡтауы һәм ҡарғышы аҫтында улар тарих сүплегенә быраҡтырылған. Ҡасандыр зиннәтле һарайҙары торған, ә хәҙер шомло харабаға әйләнгән ул ерҙәрҙә төндәрен сүл бүреләре олой ҙа, өкөләр ухылдай...
Байлыҡҡа күмелеп ғүмер һөргән, әхүәле рухиәһе иман нуры менән яҡтыртылмаған, Аллаһ ризалығы өсөн бер ғәмәл дә ҡылмаған әҙәм ни ҡәҙәр бәхетһеҙ. Ә иман ниғмәтенә эйә әҙәм, донъяла иң ярлы әҙәм булһа ла, асылда бар ғаләм уның ҡарамағында. Мәңгелек донъялағы бәхет – мәңгелек.
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
«Хәҡиҡи тормош – мәңгелек тормош (Хәҡиҡи бәхет – мәңгелек бәхет!)» (Бухари, Йыһат, 33; Саләт, 48; Рикак, 1).
Иманлы әҙәм шуны белә: фани донъя ауырлыҡтары һәм һынауҙары гонаһлыларҙың мәңгелектәге ыҙалары менән сағыштырғанда кескенә, һәм үтә торған тормош ләззәттәре, дәрәжәләр һәм хакимлыҡ йәннәттең мәңгелек бәрәкәттәре менән сағыштырғанда сүп кенә. Бына ни өсөн иң хәтәр фәҡирлек, ауырлыҡтар, ҡаты һынауҙар баҫырауы аҫтында тороп ҡалғанда ла, иманлы әҙәм байлыҡ-муллыҡҡа күмелеп йәшәгән иманһыҙҙарға, гонаһлыларға көнләшмәй. Ул Аллаһу Тәғәләнең һүҙҙәрен иҫендә тота: «Ҡайғырма, Аллаһ беҙҙең менән» (Тәүбә, 40) һәм фани донъя ҡыйынлыҡтарына иғтибар итмәҫкә тырыша.
Ҡыйынлыҡтар һәм бәлә-ҡазалар, ауыр һынауҙар мәлендә иманлы әҙәм изге аяттан илһам һәм күңел тыныслығы таба:
«(Мосолмандар) ҡаушамағыҙ, хафаланмағыҙ, әгәр ҙә һеҙ мөьмин-мосолман икәнһегеҙ, һеҙ барыһынан да өҫтөн булырһығыҙ» (Әлү Ғимран, 139).
Шәйех Атауллаһ әл-Искәндәрҙең ялбарып әйткән һүҙҙәре күңеле хәҡиҡи иман менән тулған әҙәмдең тыныслыҡ табыуы хаҡында:
«Эй Раббым! Һине табыусы берәй-нәмәһен юғалтҡанмы әллә? Һине юғалтҡан берәй-нәмә тапҡанмы әллә?»
Иман - бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙә, михнәттәрҙә йыуаныс. Иман тәмен татыған йөрәкте бер генә бәхетһеҙлек тә барған юлынан яҙлыҡтыра алмай. Иң-иң ауыр һынауҙарҙы үткән пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр тиңе булмаған сыҙамлыҡҡа һәм ҡаҡшамаҫ рухи тыныслыҡҡа эйә булған. 
Оло йөрәкле сәхәбәләр (раҙыйаллаһу ғәнһүм) бер ниндәй ауырлыҡтар, бәлә-ҡазалар алдында бөгөлмәгән. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) саҡырыуы менән илһамланып, улар иман нурын ерҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәргә таратҡан. Илһам биргән, рухиәтте күтәргән иман ләззәте ҡурҡыуҙарға, ҡотҡоға һәм фани донъя борсолоуҙарына урын ҡалдырмаған.
Аллаһу Тәғәлә, иманлыларҙың иң яҡшы быуыны тип, мөһажирҙарҙы һәм ансарҙарҙы, шулай уҡ улар юлынан барған тәҡүәле мосолмандарҙы атай. (Таүбә, 100). Улар юлын дауам иткәндәр фани донъя ауырлыҡтарын һәм ыҙаларын элекке гонаһтарын ҡаплатыу йәки рухи үҫеш мөмкинлеге тип ҡабул итә, һис ҡасан күңел тыныслығын юғалтмай. Хәҙистә әйтелә:
«Иманлы әҙәмдең хәле һоҡланғыс һәм ғәжәп! Хаҡтыр, һәр нәмә уның өсөн игелек, һәм ул тик иманлыларға ғына хас: нимәлер уны ҡыуандырһа, ул рәхмәтен белдерә (Аллаһу Тәғәләгә) һәм был уға бәрәкәт булып ҡайта; ҡайғы килһә, түҙемлек күрһәтә, был да уның өсөн бәрәкәт» (Мөслим, Зухд, 64).
Мосолман һәр ваҡыт отошта: был донъяның кәртәләре һәм мохтажлыҡтары  - Аллаһу Тәғәләнең бәрәкәтенә, ризалығына ирешеүгә айырым мөмкинлек. Нәфсе һәм ләззәт ҡолдары өсөн әрнеткес юғалтыу һәм еңелеү кеүек булған нимәләр тәҡүәле мосолмандар өсөн түҙемлеген нығытыу һәм Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә тағы нығыраҡ шөкөр итеү һәм рәхмәтен белдереү сараһы.
Имандан мәхрүм йөрәктәр бәләкәй генә проблема менән осрашһалар ҙа, борсола, хәүефләнә, Илаһи тәҡдиргә ризаһыҙлыҡ белдерә башлай, Хаҡ Тәғәлә ихтыярына ҡаршы сыға. Имандан мәхрүмдәрҙе ихлас йәлләргә генә ҡала, сөнки тап иман - именлек һәм күңел тыныслығы сығанағы.]
Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Шәм булыу еңел түгел: яҡтылыҡ биреү өсөн, яна белергә кәрәк.»
[Кеше камиллыҡҡа ирешһен өсөн, әхүәле рухиәһенең өлгөрөүе кәрәк. Өлгөргәнлек, үҙ сиратында, нәфсебеҙҙең (тән рухының) харамдан баш тартыуы һәм тормош һынауҙарын күндәмлек менән үтеүе аша ирешелә.
 Мөхаммәд Икбал яҙа:
«Бер тапҡыр төндә китапханамда китап ҡортоноң янған лампа тирәләй өйөрөлгән күбәләккә зарланыуын ишеттем: «Әбү Али Ибн Сина китаптары араһында йәшәнем, әл-Фараби әҫәрҙәренең бөткөһөҙ юлдары, хәрефтәре араһында шыуышып йөрөнөм, әммә тормоштоң мәғәнәһенә һис тә төшөнә һәм бәхетле була алманым...»
Ҡанат остары көйгән күбәләк шыбырлаған хикмәт тулы тәьҫирле һүҙҙәрҙе бер китапта ла табыу мөмкин түгел: «Сыҙамлыҡтар булһа, тормош гүзәл! Ян һин утта, хаҡты табыр өсөн. Йәшәйештең асылы – һөйөү тетрәнеүендә.»
Янмайһың икән, яҡтырта алмайһың. Тәҡүәле һәр бер ҡолдоң йәне Раббыбыҙға һөйөү ялҡыны менән солғап алынған.
 Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми Раббыбыҙға тартылыу һәм һөйөү менән тулы ғүмерен өс һүҙ менән тасуирлай:
«Өлгөрмәгәйнем, өлгөрҙөм, яндым!..»
Киң ғилемгә эйә булып, сәлжүктәр мәҙрәсәһендә уҡытҡан, Аллаһу Тәғәләгә тартылыу булмаған осорон ул «өлгөрмәгәйнем» тип баһалай; Раббыбыҙға һөйөү яралған мәлде «өлгөрҙөм» тип атай; ә йөрәге, «ғаләм биттәрен» уҡырға өйрәнеп, Илаһи хәҡиҡәт менән тула башлаған һәм ул Илаһи һөйөүҙә иреп бөткән ваҡытты «яндым» тип тасуирлай.
Шағир Физули үҙенең данлыҡлы «Һыу хаҡында ҡасидә»һында былай тип яҙа:
«Күҙҙәрем минең! Алъюҫыҡҡа һөйөү ялҡыны ялмаған йөрәгемә йәштәр түкмәгеҙ! Һүндерә алмаҫ һыуҙар һөйөү утын (Аллаһҡа һәм Уның Илсеһенә,с.ғ.с.)!»
Рухи бейеклектәргә күтәрелгән шәйех Мөхәммәд Әсғәт Эрбили, йөрәге Илаһи һөйөү менән янғандың күҙе аша донъяға бағып, Хаҡ Гүзәллек Эйәһенә шулай мөрәжәғәт иткән:
«Хаҡ Тәғәләм! Гүзәл Исемдәрең сағылышында яҙҙар Һиңә һөйөү ялҡыны менән дөрләй!  Нәфис төҫтәр менән рауза ялҡынлана, наҙлы йыры менән – һандуғас, йәйғор төҫө менән -  сөмбөл шәлкемдәре, хатта – тупраҡ һәм бәйләнсек дегәнәк!..» 
Исламға христианлыҡтан килгән Яман Деде, пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөү сатҡыһы аша йөрәгендә Хаҡ Тәғәләбеҙгә ҡайнап торған һөйөү яралғас, былай тип яҙған:
Һөйөү ялҡынында Һиңә янам,
Хозурлыҡ бир талған йөрәккә…
Сүллектәрҙә янып көлгә ҡалһам –
Сарсауымды аңлай алмамын…

Һыуҙың тоя алмайым һалҡынлығын –
Йәнем минең – уттар эсендә…
Әгәр ялҡын төшһә хәҙер күктән –
Һиҙә алмам уны һис кенә!..
Аллаһу Тәғәләнең тоғро ҡолдары күндәм рәүештә утҡа ингән Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) ише фани донъя ялҡыны ыҙаларын күндәм үтеүҙе мәртәбәгә һанаған. Аллаһ ул ялҡынды һалҡын һәм зыянһыҙ иткән. Йөрәктәре Раббыбыҙға һөйөү менән тулған ялҡын Илаһи язаларҙың уларға ҡағылмауына сәбәп буласаҡ.
Рухи камиллыҡ юлынан атларға һәләтлеләр, йөрәктәрен Илаһи һөйөү менән тултырып, ыҙаларҙы - ләззәткә, ҡайғы-хәсрәтте - шәфҡәткә, ҡыйынлыҡтарҙы бәрәкәткә әйләндерергә ҡадир. Бының өсөн ашығыусанлыҡты – түҙемлелек, хәтерһеҙлекте – зекер, шөкөрһөҙлөктө – рәхмәттәр, ғауғасыллыҡты – күндәмлек, һаранлыҡты – йомартлыҡ, шикләнеүҙәрҙе – аныҡ ғилем, ҡаршылыҡты тәүбәләр менән алмаштырырға кәрәк; Аллаһ ебәргән ер һынауҙарын, әхүәле рухиәбеҙҙе таҙартыу өсөн кәрәкле шарт итеп күреп, йылмайып ҡаршылау зарур.
Һутлы, татлы булһын өсөн, һәр емеш ҡояш аҫтында өлгөрөп етергә тейеш; һәр йән, камиллыҡҡа ирешеү өсөн, ер һынауҙары аша тәрбиәгә мохтаж.
Диңгеҙ буйына килһәк, беҙ уның тау тоҡомдарын тулҡындар йыуып барлыҡҡа килтергән ҡырсынташ менән ҡапланғанын күрәбеҙ. Осло ҡырлы таштар, оҙаҡ йылдар диңгеҙ һыуы менән йыуылып, ныҡ шымартылған ялтыр ҡырсынташҡа әүерелгән.
Раббыбыҙҙың күп һанлы һынауҙарын үтеп, тәҡүәле мөьминдәрҙең йәндәре лә шулай көҙгө кеүек шымартыла, нығына. Улар берәүҙе лә йәрәхәтләмәй, уларҙы ла кешеләрҙең һүҙҙәре, ғәмәлдәре йәрәхәтләмәй. Улар берәүҙе лә рәнйетмәй, үҙҙәре лә рәнйемәй. Тасаввуф тәрбиәһе шундай: «рәнйетмәү» кимәленән «рәнйемәү» кимәленә күтәрелеү...]
Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Иҫәр һәр кемдең гонаһтарын һәм етешһеҙлектәрен эҙләй һәм шул хаҡта бөтә ерҙә һөйләп йөрөй, әммә, иҫәрлеге арҡаһында, үҙенең гонаһтарын бөтөнләй күрмәй.»
[Иманлы әҙәмдең башҡаларҙың етешһеҙлектәрен эҙләп йөрөргә хоҡуғы юҡ, ул үҙ гонаһтары һәм хаталары хаҡында борсолорға тейеш. Кемделер һөйләп йөрөгәнсе, уға үҙен тәрбиә ҡылыу зарур. Үҙ гонаһтарын күрмәйенсә, башҡаларҙың гонаһын тикшереп йөрөүселәр хаҡында халыҡ былай ти: «Кешелә күрһә - ғәйбәт, үҙе ҡылһа – һәйбәт.»
Үҙ етешһеҙлектәрен төҙәтеү менән мәшғүл булған мөьминдең кеше гонаһтарын тикшерергә ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай. Мөьминдәр бер үк принципҡа таяна: «Хисап ҡылығыҙ үҙегеҙҙе, хатта һеҙҙе хисап ҡылғансы!», улар һәр саҡ буласаҡ Көн тураһында борсола:

«Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙәрле генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул күренер. Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙәрле әшәкелек ҡылған булһа, ул да күренер.» (Зилзиләһ, 7-8).





Комментариев нет:

Отправить комментарий