среда, 4 июля 2018 г.

Һәр әҙәм өсөн үлемдең үҙ төҫө бар.


Картинки по запросу печать смерти у каждого своя



Шәйех Мәүләнә әйтә:

«Улым! Һәр әҙәм өсөн үлемдең үҙ төҫө бар. Үлемдең Аллаһҡа ҡайтыу юлы булыуын аңламай ытырғанып ҡарағандарға ул мәкерле уҫал дошман сүрәтендә килә. Үлемде дуҫ күргәндәргә ул иҫке яҡын дуҫың рәүешендә килә.»

«Эй, ҡото осоп үлемдән ҡасҡан йән! Дөрөҫөн әйткәндә, һин үлемдең үҙенән ҡурҡмайһың, һине гонаһтарың һәм һинең рухи һуҡырлығың ҡурҡыта.»

«Үлем яҡынлашҡанда, һине шаҡ ҡатырған һәм тетрәндергән нәмә үлем йөҙө түгел, һинең ҡәбәхәт һыҙаттарың. Йәнең ағас булһа, үлем – шул ағас япраҡтары. Һәр япраҡ үны үҫтергән ағас һыҙаттарын ала…»

[Изге аят хәбәр итә:
«Эйе, шулай, Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыныс юҡ; улар хәсрәттә ҡалмаҫ. Улар – иман килтереп, тәҡүәлеккә ирешкән кешеләр» (Юныс, 62-63).

Тәҡүәле мосолмандарға ҡәберҙә һәм Ҡиәмәт көнөндә ҡурҡыу һәм ҡайғы булмаған кеүек, һуңғы һулышында ла ҡурҡыу һәм ҡайғы уларға ҡағылмаҫ. Үлем ҡапҡалары, рухи кимәленә ҡарап, һәр әҙәмгә үҙенсә асыла...

Хәҙистә әйтелә:

«Аллаһтың иманлы ҡоло был донъя менән хушлашҡанда һәм мәңгелек донъяға әҙерләнгәндә, уға күктән, ҡояш кеүек балҡып, яҡты йөҙлө фәрештәләр төшә. Улар ожмахтан кәфен һәм хуш еҫле майҙар алып килә һәм, үҙҙәрен күрерлек итеп, бәндә эргәһенә ултырыша. Унан һуң үлем фәрештәһе килә һәм баш осона ултырып әйтә: «Эй, тыныслыҡ тапҡан йән, Аллаһтың мәғфирәте һәм ризалығына сыҡ.» Һәм шул ваҡытта, һыу тиренән ағып сыҡҡан  кеүек, йән тәндән сыға һәм уны алып китәләр...

Аллаһтың гонаһлы ҡоло был донъя менән хушлашҡанда һәм мәңгелек донъяға әҙерләнгәндә, уға күктән ҡара йөҙлө фәрештәләр төшә. Улар йәһәннәмдән үҙҙәре менән тупаҫ ҡыл кейем алып килә һәм, үҙҙәрен күрерлек итеп, бәндә эргәһенә ултырыша. Унан һуң үлем фәрештәһе килә һәм баш осона ултырып әйтә: «Эй, ҡәбәхәт йән! Аллаһтың асыуына һәм ризаһыҙлығына сыҡ!» Был мәл ул тәне буйлап үрһәләнә башлай, һәм үлем фәрештәһе, еүеш йөндән сәнскене йолҡоп алғандай, тамырҙарҙы һәм нервыларҙы йырып, уны тартып ала...» (Хаким, Мустадрак, I, 93-95/107)

Имандан баш тартҡан, бүләк итеп бирелгән донъя тормошон заяға үткәргән, нәфсе ҡолона һәм шайтан ҡулындағы уйынсыҡҡа әүерелгән кәферҙәр өсөн үлем оҙайлы ҡәбер язаларын, ғазаптарын алып килә һәм был утлы тамуҡ упҡынына юлдың башы була.

Аллаһу Тәғәләнең бойороҡтары һәм тыйыуҙарына итәғәт күрһәтеп, ғүмере буйы нәфселәрен тыйып килгәндәр өсөн, һуңғы һулыш тыныслыҡ һәм Раббыһы менән осрашыу шатлығын алып киләсәк, ә ҡәбере ожмах баҡсаларының алды буласаҡ.

 Ундай мөьминдәр үлемде Гүзәллеген һәм Изгелеген әҙәм күҙ алдына ла килтерә алмаған Раббыһы менән осрашыуҙың мотлаҡи бер шарты итеп ҡабул итә.

 Ҡотолғоһоҙ үлемдән тетрәнеп, йәндәре ҡыҫылған иманһыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙың йөрәктәре Уның менән буласаҡ осрашыуҙы көтөп уҡтала.

«Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:

«Аллаһ менән осрашыуҙы теләгәндәр менән Аллаһ та осрашыуҙы теләй! Ә кем Аллаһ менән осрашыуҙы теләмәй, Аллаһ та улар менән осрашыуҙы теләмәй!»

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәләл ефеттәренең береһе былай тип һорай:

«О Аллаһ Илсеһе… үлем теләмәй? Беҙҙең беребеҙ ҙә бит үлем теләмәй!»

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип яуап бирә:

«(Һүҙ) ул турала түгел, иманлыға үлем килһә, Аллаһтың уға яҡшы мөнәсәбәте хаҡындағы шатлыҡлы хәбәрҙе еткерәләр, уның өсөн (был мәлдә) алда көтөп торған нәмәнән дә ҡиммәте юҡ, һәм ул Аллаһ менән осрашыуҙы теләй, Аллаһ та уның менән осрашыуҙы теләй.
Иманһыҙ әҙәмгә килгәндә, үлем еткәс, уға Аллаһтың буласаҡ язалары хаҡында насар хәбәр әйтәләр, (был мәлдә) уға алда буласаҡ нәмәләрҙән ҡурҡынысырағы юҡ, һәм ул Аллаһ менән осрашыуҙы теләмәй, Аллаһ та уның менән осрашыуҙы теләмәй!» (Бухари, Рикак, 41; Мөслим, Зикр, 14).

Омейядтар династияһы хәлифе – Сөләймән бин Абдулмалик – динилеге һәм дәрүишлеге менән билдәле булған тәҡүәле ғалим Әбү Хазимдан былай тип һорай:
– Беҙ Аллаһу Тәғәлә менән нисек осрашырбыҙ?
Әбү Хазим шундай яуап бирә:
Аллаһтың күндәм ҡоло, ватанынан һәм яҡындарынан алыҫта булған әҙәм улар менән осрашыуҙы нисек түҙемһеҙләнеп көтһә, Раббыһына шулай атлыға. Аллаһҡа буйһонмағандың хәле хужаһына алып барылған ҡасҡын ҡолдоң хәле менән бер.

Һуңғы һулышын нисек алыры тураһында борсолоп йәшәгән, мәңгелек тормошҡа яҡшыраҡ әҙерләнергә тырышҡан әҙәм өсөн ер тормошон ҡалдырып китеү сит-ят яҡтарҙан ватаныңа ҡайтып инеүгә тиң. Әммә ергә ни өсөн килеүе, кемдең биләмәһендә йәшәүе хаҡында онотҡандар өсөн, ҡайҙан килеүе һәм ҡайҙа йүнәлеүе хаҡында уйланмағандар өсөн үлем ҡот осҡос һәләкәт төҫөн аласаҡ.

 Вахб бин Мунаббиһ (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) был хәҡиҡәтте асыу маҡсатында нәсихәтле миҫал килтерә:

«Бер хаким һыбай йөрөргә сығыр алдынан иң зиннәтле кейемдәрен кейеп алған һәм ат һарайындағы иң шәп арғымағына атланған. Ғорур рәүештә, баһаһын белеп, бик күп ярандары оҙатыуында ул юлға сыҡҡан. Әммә көтмәгәндә ниндәйҙер йолҡош уның юлын бүлгән һәм атының теҙгененән эләктереп алған. Хаким асыуланып ҡысҡырып ебәргән:
– Юлымдан олаҡ, кем һин минең юлымды ҡыйыр өсөн?!
 Таныш түгел бәндә тыныс ҡына яуап биргән:
– Һиңә бик мөһим әйтер һүҙем бар...
Хаким, ҡыҙыҡһынып, тик һаман да шулай асыулы рәүештә бойорған:
– Йә, әйт!
– Был ҙур сер, мин уны һинең ҡолағыңа ғына әйтә алам!
Хаким эйелгәс, теге шулай тип шыбырлаған:
– Мин – Ғазраил, һинең йәнеңде алырға килдем!
Хаким, ҡото алынып, ҡатып ҡалған, ә аҙаҡ өмөтһөҙлөккә бирелеп ялбара башлаған:
– Әҙ генә кисектерһәң ни була?!..
«Юҡ, кисектереү юҡ һиңә. Һин ғаиләңде лә башҡаса күрмәйәсәкһең...» – һәм хакимдың йәнен алған.
Ғазраил (ғәләйһис-сәләм) юлын дауам иткән һәм тәҡүәле әҙәмде осратҡан. Сәләм биргәс, үлем фәрештәһе әйткән:
«Мин һиңә сер итеп кенә бер нимә әйтергә тейеш,» – һәм, яҡын килеп, ҡолағына шыбырлаған: «Мин – Ғазраил».
Тәҡүәле әҙәм шатланып ҡысҡырып ебәргән:
«Хуш килдең, мин бит һине күпме көттөм!..»
 Ғазраил (ғәләйһис-сәләм) әйткән:
– Тамамлайһы эштәреңде теүәллә.
– Минең өсөн иң мөһиме – Аллаһу Тәғәлә менән осрашыу...
– Һора һәм мин һинең йәнеңде үҙең теләгән халәттә алырмын.
– Миңә был рөхсәт ителәме ни?
– Эйе, һиңә үлемде бер аҙ кисектерергә бойоролдо.
– Улайһа, мин, тәһәрәтемде яңыртып, намаҙға баҫам. Йәнемде мин сәждәгә киткәс ал...
Был уның һуңғы һүҙҙәре була».[1]
Билдәле булыуынса, барса тәҡүәле әҙәмдәр фани донъя менән хушлашыуҙы ҡайғы итеп түгел, Аллаһу Тәғәлә менән буласаҡ осрашыу итеп ҡабул иткән, ул осрашыуҙы көтөп, ихлас шатланған.]

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе был донъянан китеүгә, ҡәбер тормошона һәм Ҡиәмәт көнөндә Үҙенең алдына барып баҫыуға тейешенсә әҙерләнгән тәҡүәлеләр иҫәбенән итһен!
Әмин!..




Комментариев нет:

Отправить комментарий