понедельник, 9 июля 2018 г.

Ер беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә …






Минһеҙ көн һайын атлап йөрөгән, шунда йорттарығыҙҙы төҙөгән, юлдар һалған ер. Бик борон замандарҙа уҡ халыҡ ерҙе тере йән эйәһе итеп күргән, уны ҡәҙерләгән, һаҡлаған, яҡлаған, сөнки ул бөтә йән эйәләренең: үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың, кешенең атайсалы, төйәге. Һәммәһен мин, Аллаһ ярҙамында, кейендерәм, ашатам-эсерәм, йылы төйәк менән тәьмин итәм, гүзәл мөхит бүләк итәм. Кешеләр минең хаҡта йырҙар, мәҡәл, әйтемдәр уйлап сығарған: «Ерҙән айырылған елгә оса», «Ерен һөйгән – көн күргән», «Ерһеҙ кеше – илһеҙ кеше», «Ере байҙың иле бай».

Мин һәр йән эйәһен үҙ ҡосағыма алам, сөнки мин – Ер-Әсә – ерҙәге бөтә барлыҡтың Әсәһе.

Раббым, башҡаларҙы бар ҡылған кеүек, быуаттар буйы мине лә төҙөкләндереүҙе дауам итәсәк. Бер сантиметр ҡалынлығындағы тупраҡ барлыҡҡа килһен өсөн, 50 йыл талап ителеүен беләһегеҙме икән? Бәлки, мине йәнһеҙ тип уйлайһығыҙҙыр, әммә миндә миллиондарса йән эйәһе көн күрә, сөнки тупраҡ - төрлө бактерия һәм микроорганизмдарҙың йәнтөйәге. Минең һәр куб сантиметрымда тормош ҡайнай! Шул бактерия һәм микроорганизмдар ярҙамында ҡойолған япраҡтар, һәләк булған үҫемлектәр, хайуандарҙың ҡалдыҡтары эшкәртелеп, уңдырышлы серемтә барлыҡҡа килә. Унда хайуандарға һәм кешеләргә ризыҡ булырҙай яңы үҫемлектәр үҫә.

Ҡөрьәндә Илаһи мөғжизәләр һүрәтләнгән гүзәл миҫалдар бар! Һис шикһеҙ, тәүге мөғжизә – ер. Һәммәһе лә Аллаһтың әмере менән хәрәкәткә килә:

«...Һин ҡоп-ҡоро (үле-йәнһеҙ) ер йөҙөнә ҡарап тораһың, әммә Беҙ өҫтөнә ямғыр яуҙырғас, ул терелә, бүртә башлай һәм төрлө (тоҡомдан булған) үҫемлектәр үҫтерә.» (Хаж, 5)

Миндә, тәү ҡарамаҡҡа ҡоро һәм йәнһеҙ булып күренгән ерҙә, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә төрлө йән эйәләренә яраҡлы үҫемлектәр үҫтерә. Һутлы үләндәрҙе утлап йөрөгән хайуандарҙы, баҙрап торған миләштәр менән һыйланған ҡоштарҙы, кинәнеп ҡурай еләге ашаған тайыш табан айыуҙы йәки шыршы тубырсығын бик оҫта кимергән ерән тейенде күҙ алдыңа килтер әле. Ә кешеләр ерҙә үҫкән күпме файҙалы һәм тәмле емеш-еләк, йәшелсә менән туҡлана! Бөтә ерҙә лә бер төрлө һымаҡ күренгән ерҙә миллиондарса йән эйәһе ризыҡланған үҫемлектәрҙең миллиондарса төрө үҫә, һәм ер ҙә, уларҙың ризығы ла бөтмәй! Шулай булғас, ерҙе нисек Илаһи мөғжизә тип әймәйһең инде!

«Ер йөҙөндә йәшәүсе һәр йән эйәһенең ризығы бары тик Аллаһ ихтыярында. Аллаһ ул йән эйәләренең торған урынын да, һуңынан ҡайҙа урынлаштыраласағын да белә. Быларҙың барыһы тураһында ла Китапта ап-асыҡ яҙылған.» (Һуд, 6)

Боронғо замандарҙа уҡ ерҙең, дөрөҫөрәге балсыҡтың, таҙарта алыу сифатын күреп, ата-бабаларығыҙ мине бит-ҡулын, тәнен йыуыу, кер йыуыу өсөн файҙаланды. Диңгеҙ буйҙарында йәшәүсе халыҡ мине айырыуса яратып ҡулланды, сөнки тоҙло диңгеҙ һыуында мин күпереп китәм. Бынан тыш үҙемә эләккән бөтә ҡалдыҡ-боҫтоҡто ла эшкәртергә һәләтлемен, барса бысраҡты үҙемә алып, тирә-йүнде сафландыра алам. Раббым миңә шундай мөғжизәле һәләт бирмәгән булһа, тирә-йүн һаҫыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тулыр, Ерҙә йәшәү мөмкин булмаҫ ине.

Үҙемә эләккән һәр нәмәне мин үҙем һымаҡ ергә әйләндерәм һәм өҫтөмдә гүзәл үҫемлектәр үҫтерәм. Асылда, хайуандар, үҫемлектәр, сәскәләр һәм хатта кешеләр ҙә ерҙең бер төрө.

Әҙәм ерҙән барлыҡҡа килгән. Уның тәне кислород, углерод, азот, водород, көкөрт, фосфор, хлор, калий, магний, натрий, кальций, тимер кеүек ер составына ла ингән бер үк химик элементтарҙан тора. Әйтергә кәрәк, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең бөтә күҙәнәктәре химик составы буйынса оҡшаш, сөнки кешенең ризығы - ер үҫтергән йәшелсәләр, еләк-емештәр, миндә үҫкән үләндәр менән туҡланған хайуандарҙың ите.

Бер һүҙ менән әйткәндә, кеше ерҙән барлыҡҡа килгән, ул ерҙә тыуа, ер ризыҡтары менән ниғмәтләнә, ғүмере бөткәс, йәнә ергә китә. Яҡты донъяға килеп, Ер-Әсә ҡосағына эләккән әҙәм, баҡыйлыҡҡа күскәс тә, Ер-Әсә ҡосағына эләгә һәм үҙе лә ергә әйләнә.

Тәүге кеше һәм пәйғәмбәр Әҙәмдән (ғәләйһис-сәләм) алып, ергә килеп-китеп торған миллиардтарса кешеләр һәм хайуандар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙағы ергә әйләнгән. Һеҙ бөгөн минең өҫтә йөрөйһөгөҙ, ләкин шундай мәл дә етер: йәнегеҙ тәнен ташлап китер, тәнегеҙ минең ҡуйыныма инеп ятыр, йәндәрегеҙ генә мәңге йәшәр. Мин тәндәрегеҙҙе Ҡиәмәткә ҡәҙәр һаҡлармын, Ер өҫтөндәге тормоштан һуң, һеҙ миндә төйәк табырһығыҙ. Исрафил фәрештә (ғәләйһис-сәләм), Ҡиәмәт етеүен белдереп сурға өргәнгә ҡәҙәр, һеҙ минең ҡосағымда булырһығыҙ. Аҙаҡ һеҙ тергеҙелеп, ерҙән сығырһығыҙ – был һеҙҙең мәңгелек тормошоғоҙҙоң башы булыр.

Бөйөк салих зат Мәүләнә Йәләлетдин Руми шундай кәңәш биргән: 

«Ер һымаҡ, баҫалҡы булығыҙ!» 

Минең хәҡиҡи ҡиммәтемде яҡшы аңлап, ул йәнә былай тигән:

«Бөтә барлыҡ ерҙә йөрөй һәм ерҙән туҡлана. Ваҡытлы булған тәнен һәм ҡалдыҡтарын ерҙә ҡалдыра. Ер һәр ваҡыт аяҡ аҫтында булһа ла, уға бөтә бысраҡты ташлаһалар ҙа, ул, быға иғтибар итмәйенсә,баҫалҡы рәүештә арымай-талмай үҙ эшен дауам итә.»

Һеҙ, әлбиттә, Аллаһтың гүзәл ҡолдары булырға теләйһегеҙ, шуға күрә көн һайын өҫтөмдә йөрөгәндә, күҙәтеүсән булығыҙ һәм һабаҡ алығыҙ. Хуш еҫтәре менән арбаған сәскәләр һымаҡ, әхүәле рухиәгеҙ тирә-йүнде йәмләһен, нәзәкәтлек өҫтәһен, ә гүзәл әхлағығыҙ кешеләргә шатлыҡ һәм тыныслыҡ бүләк итһен. Аллаһты һәм Уның Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яратҡан кешеләрҙең өҫтөмдә йөрөүе – минең өсөн бөйөк мәртәбә.

Шуны ла иҫтән сығармау лазым: Ватанығыҙ – һеҙҙең тыуған ерегеҙ. Ерҙең ошо киҫәгендә халҡығыҙҙың иманы, намыҫы, бәҫе һәм әхлаҡи ҡиммәттәре һаҡлана, шуға күрә Ватанығыҙ ере – изге ер. Йәш мосолман бер нимәне күңеленә һеңдерергә тейеш: Ватаныңдың ерен һаҡлау – иманыңды, намыҫыңды, абруйыңды һаҡлау ул.




Комментариев нет:

Отправить комментарий