Мин – Ерҙең һауа тышлығы, йәғни мине
«атмосфера»
(грекса «атмос» – пар һәм «сфера» – шар)
тип атап йөрөтәләр. Мин Ерҙе юрған һымаҡ урап алам һәм ҡояш йылыһын
һаҡлап торам. Бөтә тере йән эйәһенә лә бик кәрәк мин: хайуандарға һәм кешеләргә
- тын алыу, ә үҫемлектәргә – туҡланыу
өсөн. Өҫтәүенә мин ерҙе Ҡояштың зарарлы ультрафиолет нурҙарынан һаҡлайым.
Ә һеҙ шуны беләһегеҙме икән: ҡыҙған сүллектәрҙең
һауаһында ла, рәхәтлек биргән урман, диңгеҙ буйҙарының саф һауаһында ла, хатта
фатир эсендәге һауала ла 21% кислород, 78% азот һәм 1% башҡа газдар бар?! Донъялыҡта
ҡунаҡ ҡына булған ҡолдары үҙҙәрен уңайлы һәм имен итеп тойһон өсөн, Аллаһу
Тәғәлә бүләк итеп биргән сикһеҙ ниғмәттәренең береһе генә был.
Миндә барлыҡҡа килгән йылы елдәр һыуҙар өҫтөндә
парға әйләнгән тамсыларҙы күккә күтәрә, болоттар итеп йыя. Ошо болоттарҙан
яуған йылы яҙғы ямғырҙарҙан үҫемлектәр йәнләнә, йәшәрә, ә һалҡын көҙгө
ямғырҙарҙан һарғая, һәләк була. Яҙ ҙа, көҙ ҙә күктән һыу төшә, әммә һыуҙарҙың
береһе - «тере», ә икенсеһе – «үле». Атмосфералағы
был хәлдәр – Аллаһтың бөйөк мөғжизәһе.
Елкәндәренә һауа тултырып, мин караптарҙы диңгеҙҙәрҙә
йөрөтәм. Ел тирмәндәре, электр станциялары ла минең ярҙамға мохтаж. Сәскәләрҙең
хуш еҫен тирә-йүнгә таратам. Ҡоштарҙы ла күктә тотоп торам. Һауаны ярып
осҡанда, ҡоштар ҡанатының өҫкө өлөшө ҡабарып тора, ҡанат аҫтында баҫым түбәнәйә.
Өҫтәге һәм аҫтағы баҫым айырымлығы арҡаһында, ҡанаттар күккә күтәрелеү һәләтенә
эйә була. «Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар
күрмәйме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай.»
(Мүлк
(Хакимиәт), 19).
Ҡоштоң ниндәй бейеклеккә күтәрелеүе уның ҙурлығына,
төҙөлөшөнә, ҡанаттарының формаһына һәм йәшәү мөхитенә бәйләнгән. Мәҫәлән,
турғай төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре уға бик бейеккә күтәрелергә мөмкинлек бирмәй,
һәм, киреһенсә, бөркөттөң төҙөлөшө уға бейек-бейек тау түбәләренә күтәрелергә
мөмкинлек бирә. Аллаһу Тәғәлә уларҙы билдәле бейеклектә йәшәүгә яраҡлы, һауа
мөхитен улар өсөн уңайлы итеп яралтҡан. Иҫ киткес мөғжизәле Илаһи ижад емеше улар!
Самолеттар өсөн ышаныслы һауа юлдары ла булдырам
мин. Юғарыраҡ күтәрелгән һайын, һауа тығыҙлығы кәмей, һәм «тропосфераның» өҫкө
ҡатламында, йәғни 8-10 мең метр бейеклектә, ул ер өҫтөндәгегә ҡарағанда 2,5 тапҡыр
кәмерәк. Бындай бейеклектә осҡан һауа караптары һауа ҡаршылығына әҙерәк дусар
була, был иһә тиҙлекте арттырырға мөмкинлек бирә, ышҡылыу көсө кәм булғас,
корпус та кәмерәк йылына, яғыулыҡ та әҙерәк сарыф ителә.
Хәҙерге заман самолеттарында 11-12 мең километр
бейеклектәге осош ваҡытында салондағы баҫым диңгеҙ кимәленән 1800-2400 метр
бейеклектәге атмосфера баҫымына тиң. Атмосфера баҫымы түбәнәйһә, самолет
салонындағы кислород миҡдары ла кәмей. Самолет менән сәйәхәт итеүселәр бер нәмәне
яҡшы белә: әгәр кабинаның көпләнеүе боҙолһа, пассажирҙар креслоһы өҫтөндәге
панелдән атоматик рәүештә кислород битлектәре килеп төшә.
4000 метрҙан юғарыраҡ күтәрелгән осраҡта, махсус кислородлы
тын алыу аппаратураһынан башҡа гипоксия башлана: һауа етмәй, кеше йыш-йыш тын ала, күкрәк
эсендә ауыртыу һиҙелә. 6000 метрҙан юғарыраҡ күтәрелгәндә, был симптомдар үҙен
тағы ла нығыраҡ һиҙҙереп, үлемгә алып килеүе лә ихтимал. 1400 йыл элек,
самолеттар, хатта ябай ғына моторлы траспорт саралары ла булмаған ваҡытта
төшөрөлгән Ҡөрьәндә был хәҡиҡәт асып һалына: «Тура юлға күндерергә теләһә,
Аллаһ ул кешенең күкрәген Ислам өсөн киң ҡыла; юлдан яҙҙырырға теләһә, уның
күкрәген тап-тар итер; (ул кеше) Күккә осҡандағы кеүек, (сыҙай алмайынса)
интегер. Аллаһ иман килтермәгәндәр өҫтөнә ана шулай нәжеслек язаһы индерер.»
(Әнғәм, 125).
Былар - Ҡөрьән мөғжизәһе…
«Уҡы!»
тигән әмере менән Раббыбыҙ Үҙенең Бөйөклөгө һәм Ҡеүәте хаҡында уйланыуыбыҙҙы
теләй.
Ул мине – атмосфераны – беҙҙең
планета өҫтөндә генә барлыҡҡа килтергән, башҡа бер планетаның да ундай һауа
ҡабырсағы юҡ.
Мине үҙендә тотоп тороу өсөн, Ерҙең тартыу көсө генә аҙ, мин, Ерҙән
айырылып, сикһеҙ йыһан киңлегендә юҡҡа сығырға тейеш инем, әммә Аллаһу
Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Үҙенең сикһеҙ Ҡеүәте менән ерҙең һауа тышсаһын һаҡлап тора.
Фекер йөрөтә, күрә белгәндәрҙә һоҡланыу тыуҙырған
бик күп мөғжизәләр бар миндә. Һеҙ беләһегеҙ: Ерҙең әйләнәһе 40 000 км, һәм 24 сәғәт
эсендә Ер үҙ күсәрендә бер әйләнеш яһай, шул рәүешле көн һәм төн бер-береһен
алмаштыра. 40 000 километрҙы 24 сәғәткә бүлеп, планетабыҙҙың тиҙлеге сәғәтенә 1666,7
км икәнен асыҡлайбыҙ - пассажир самолеты тиҙлегенән ике тапҡыр күберәк был! Асылда,
һеҙҙең хәлегеҙ вентилятор ҡалағына менеп ултырған ҡырмыҫҡа хәленә оҡшаш. Күҙ
алдына килтерегеҙ әле, әгәр вентилятор самолет тиҙлегенән ике тапҡыр шәберәк
әйләнә башлаһа, нимә булыр? Әлбиттә, күҙ асып йомғансы ҡырмыҫҡанан елдәр иҫер! Тик
улайһа шул ҡәҙәр шәп әйләнгән планетала һеҙ нисек тыныс ҡына йөрөйһөгөҙ,
аралашаһығыҙ, көндәлек эштәрегеҙ менән мәшғүлһегеҙ, ә ел һеҙҙе бер ҙә осортоп
алып китмәй? Был турала уйланғанығыҙ юҡмы? Ә эш былай тора: мин бер бөтөн
булып Ер менән бергә әйләнәм, һәм, өҫтөгөҙҙәге үтә күренмәле көмбәҙ кеүек,
һәммәгеҙҙе һаҡлап торам, шуға күрә лә һеҙҙе вентилятор ҡалағындағы ҡырмыҫҡа
шикелле осортоп алып китмәй.
Барса кеше, хатта дәһриҙәр һәм аҙашҡандар ҙа,
үҙҙәре лә аңламайынса, Аллаһҡа өмөт бағлай. «Кислород
кәмеп йәки бөтөнләй юҡҡа сығып ҡуймаҫмы?» тип, берәү ҙә иртән өйҙән
сыҡҡанда борсолмай һәм үҙе менән кислород алмай. Хаттта динһеҙҙәр ҙә
күңеле менән Аллаһтың барлығына һәм Уның Гүзәл сифаттарына ышана, тик
кирелектәре һәм наҙанлыҡтары арҡаһында йөрәктәре ғәмһеҙлек турһығына
ябылғанлыҡтан, хәҡиҡәтте улар күрмәй.
Бына ни өсөн Аллаһ һеҙҙең тәрән фекер йөрөтөүегеҙҙе
һәм аңлауығыҙҙы теләй. Ул Үҙенең яратҡан ҡолдарын шулай тасуирлай: «…Күктәрҙең
һәм Ерҙең яратылышы хаҡында тәрән фекерләйҙәр...» (Әлү
Ғимран, 191).
Асылда, минең һәр бер халәтем - һабаҡ һәм нәсихәт
биреүсе ғәжәйеп күренеш. Мәҫәлән, ҡояш нуры, 150 млн. км арауыҡты 300 000
км/сек тиҙлек менән үтеп, Ер өҫтөнә 8 минутта килеп етә. Ҡояш нурҙары Ергә
ҡараңғылыҡты ярып килә. «Ҡояш була тороп, ни өсөн йыһан
ҡараңғылыҡ эсендә?»
тигән уй башығыҙға килгәне юҡмы? Яуабы ябай ғына: Ҡояш яҡтыртып
торһа ла, йыһан төпһөҙ ҡара упҡын кеүек, сөнки ул - икһеҙ-сикһеҙ һауаһыҙ
киңлек. Ҡояш нуры, Ер атмосфераһына үтеп ингәс, миллиардлаған бәләкәй көҙгөләге
һымаҡ, һауа молекулаларында сағыла. Уны лампаны ҡабыҙыу менән сағыштырырға ла мөмкин.
Нурҙар, кабель буйынса килгәндәй, йыһандан ағыла, ә атмосфераға ингән мәлдә,
әйтерһең дә, Илаһи кнопка ярҙамында донъя яҡтылыҡҡа күмелә.
Төнгө юлаусыларҙың юлын яҡтыртҡан Ай ҙа бит
ҡараңғылыҡ эсендә, Ҡояш уға яҡтылыҡ бирә. Ул офоҡ артына киткәс, Ай өҫтөндә
сағылған нурҙары, ҡараңғылыҡты ярып, атмосфераға килеп етә һәм һоҡланып
туймаҫлыҡ ай нурына әүерелә.
Мин, атмосфера, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә
йөкмәткән бурысты үтәп, һеҙгә тын алыу мөмкинлеген бирәм. Һеҙ ҙә, мине өйрәнеп,
һабаҡ алығыҙ, меҫкендәргә, мохтаждарға ярҙам итегеҙ, улар өсөн сафлыҡ бөркөүсе
ел кеүек булығыҙ.
Көнө-төнөн мин донъяғыҙға яҡтылыҡ алып киләм. Һеҙ
ҙә гүзәл холҡоғоҙ, ғилемегеҙ менән динегеҙ, Ватанығыҙ һәм халҡығыҙ өсөн яҡтылыҡ
булығыҙ.
Мин болоттар менән таҙа, саф, көс биреүсе тәмле
ямғыр һыуҙарын алып киләм, һеҙ уны эсәһегеҙ һәм хәжәттәрегеҙгә тотонаһығыҙ. Минең
кеүек, һеҙ ҙә ғәмәлдәрегеҙ, һүҙҙәрегеҙ һәм йөрәгегеҙ менән бөтә барлыҡҡа игелек
таратығыҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий