суббота, 28 июля 2018 г.

Һыу беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...




Мин – кескәй генә һыу тамсыһы. Тәүге кеше һәм пәйғәмбәр Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) бар ҡылынғандан алып минең менән шул ҡәҙәр күп мажаралар булды, тасуирлай башлаһаң, улар бихисап томдарға ла һыйып бөтмәҫ ине. Ошо тиҫтәләрсә мең йыллыҡ сәйәхәтем мине ғәләмәт ҙур тоҙло океанға ла, меңдәрсә километрға һуҙылған йылғаларға ла алып килде. Мин сарсап һыу эскән кешенең эсенә лә индем, унан, тире менән ағып, яңынан тышҡа сыҡтым. Миллиондарса тапҡыр Ҡояш мине парға әйләндерҙе, мин күктәргә аштым һәм йәнә ямғыр булып ергә яуҙым.

Аллаһу Тәғәлә мине кешеләргә хеҙмәт итеү өсөн бар ҡылған. Һыу – йәшәү сығанағы, тере организмдың бер генә күҙәнәге лә, тимәк бөтә организм үҙе лә минһеҙ тора алмай. Әҙәм тәненең 70-80 проценты һыуҙан тора. Нисек уйлайһығыҙ, ризыҡһыҙ ул күпме тора ала һәм һыуһыҙ күпме тора ала?

Һыу – ябай ғына инфузорияларҙан алып ғәләмәт ҙур киттарға ҡәҙәр иҫәпһеҙ-хисапһыҙ тере организмдарҙың йәшәү мөхите.  Һыу ярҙамында орлоҡтар бүртә һәм тамыр ебәрә, тупраҡтан файҙалы матдәләрҙе ала, үҫә, кешеләргә һәм хайуандарға файҙалы булған емештәр бирә. «[Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ], ...Күктән һыу ағыҙып, һеҙҙең тамағығыҙ туйһын тип, төрлө-төрлө емештәр үҫтерҙе...» (Баҡара, 22).

Аллаһ һыуға шул ҡәҙәр күп ғәжәйеп сифаттар биргән, ерҙәге әҙәм тормошонда уны алмаштырырлыҡ бер нәмә лә юҡ.

Һыу молекулаһының (H2O)  ике элементтан – водород һәм кислородтан тороуын һеҙ мәктәп программаһынан беләһегеҙ. Һыуҙың Илаһи мөғжизәгә эйә булыуы хаҡында уйланығыҙ! Әгәр водород һәм кислород башҡа төрлө итеп һәм башҡа нисбәттә берләшһә, һыу ҙа, ерҙәге тормош та булмаҫ ине. Әгәр һыу молекулаһына йәнә 1 кислород атомын ҡушһаң, водород перекисе (Н2О2) барлыҡа килә, уның ҡуйыртылған иретмәһе кеше өсөн уғата хәүефле, сөнки тәнен, лайлалы тиресәһен яндырыуы ихтимал. Кислород һәм водородтың газ рәүешендәге ҡатнашмаһы  - шартлатҡыс газ, уға ут төртһәң, көслө шартлау буласаҡ, водород кислородта янасаҡ. Әммә Аллаһы Тәғәлә, ҡапма-ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә булған ошо ике элементты берләштереп, беҙгә һыу бүләк иткән, уны һалҡын һәм тәмле иткән. Һыу ярҙамында Аллаһ беҙгә күпме бәрәкәт биреүе хаҡында уйланғанығыҙ булдымы икән?

Таштарға бәрелә-бәрелә, меңдәрсә нурлы тамсы сәсеп, урғылып аҡҡан йылғалар күпме шағирҙы илһамландырған. Бер шағир әйткән: «Мин – фатихалы аяҡ туҙаныңа етер өсөн, таштан-ташҡа бәрелә-һуғыла аҡҡан һыумын». Шул рәүешле ул Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) оло һөйөүен белдергән. Шағирға шарлап аҡҡан йылғалар ҙа Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янына уҡтала һымаҡ. Ә һеҙ Уның менән күрешергә теләйһегеҙме? Көслөмө Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөүегеҙ? Мин дә, йыһандағы миллиардтарса бөтә барлыҡ та Уны ярата, Уны юҡһына!

Һеҙ ҙә, теге шағир шикелле йылғаны күҙәтеп, уның урғылып йәки тыныс ҡына ағышында Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ватанына уҡталыуын тойорға тырышығыҙ.

Раббыбыҙҙың бер мөғжизәһе булған ямғыр хаҡында һөйләгем килә һеҙгә. Ҡояш нурҙары тәьҫире арҡаһында, күләүек, йылға, күл, диңгеҙ, океандарҙағы һыу парға әйләнә. Бөйөк салих зат Мәүләнә Йәләлетдин Руми һыуҙың хәле тураһында былай тип яҙа: «Һыу һәммә барлыҡты һуғара, әммә таҙалығын, сафлығын юғалтһа, беҙҙең һымаҡ уҡ тыныслығын юғалта, һәм ул Аллаһҡа ялбара башлай: «О Хаҡ Тәғәләм! Һин бүләк итеп биргәнде мин таратып бөттөм, үҙем мохтажлыҡта ҡалдым…» 

Уның аһ-зарын ишетеп, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә әмер бирә: «Ҡояш уны парға әйләндереп, күккә күтәрһен, ә һин, болот, уны бысраҡ урындан таҙа урынға күсер…» Аллаһу Тәғәлә уны пар рәүешендә күккә ала, төрлө юлдар менән таҙарта һәм сафлыҡ, бәрәкәт рәүешендә кире ямғыр итеп яуҙыра. Миңә бағығыҙ һәм яман ниәттәрҙән һәм сифаттарҙан үҙегегеҙҙе паклағыҙ. Бөтә барлыҡҡа бәрәкәт биргән ямғыр кеүек булығыҙ!

Ергә етәрәк ямғыр тамсыларының тиҙлеге ни өсөн кәмеүе тураһында уйлап ҡараманығыҙмы? Ни өсөн ямғыр ергә ташҡын булып түгел, айырым тамсылар булып яуа? Ни өсөн ямғыр тамсылары кешеләрҙе, ерҙә төйәкләнгәндәрҙе йәрәхәтләмәй? Ерҙең тартыу көсө арҡаһында меңәр метр бейеклектән ғәләмәт ҙур тиҙлек менән төшкән ямғыр тамсылары юлындағы һәр нәмәне ҡурғаш йәҙрә бөртөктәре ише тишеп үтергә тейеш һымаҡ. Кем ямғыр тамсыларын шундай шәфҡәт менән ергә төшөрә? Кем кешеләр һәм ерҙәге бөтә барлыҡ хаҡында шулай хәстәрлек күрә?

Күңелемде ныҡ йәрәхәтләгән нәмәләр бар: Аллаһ ҡәтғи тыйған иҫерткес эсемлектәр эшләү өсөн файҙаланалар мине. Әммә иҫ киткес бәхетле мәлдәрем дә бар: Аллаһ ихтыяры менән меңәр быуат буйы сүллектә лә кипмәгән Зәм-Зәм шишмәһе тамсыһына әүереләм. Ул шишмә һыуһынды ҡандыра, асты туйындыра, ауырыуҙы һауыҡтыра.

Аллаһтың оло ниғмәте – һыу тураһында уйланығыҙ! Бәләкәй генә үтенесем бар һеҙгә: һыу эсер алдынан «Бисмилләһ» һүҙен әйтегеҙ, ә эсеп бөткәс,  «Әлхәмдүлилләһ!» һүҙен әйтергә онотмағыҙ. Килештекме?















Комментариев нет:

Отправить комментарий