вторник, 31 июля 2018 г.

Ҡояш беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...



Мин – яҡтылыҡ һәм йылы биреүсе Ҡояш. Ергә иң яҡын йондоҙмон. Диаметрым Ер диаметрынан 109 тапҡыр артыҡ һәм оҙонлоғо 1 392 000  км, ә дәүмәлем ер дәүмәленән 1 301 000 тапҡыр ҙур. Ер һәм Ҡояш араһы 150 миллион км. Был ғәләмәт ҙур арауыҡ, шуға күрә һеҙ мине ҙур булмаған дүңгәләк рәүешендә күрәһегеҙ. Был нисбәттәрҙе аңлар өсөн, Ерҙе әстерхан сәтләүеге рәүешендә күҙ алдына килтерегеҙ, ул сағында мин диаметры 5-6 метрлыҡ ҙур шар кеүек буласаҡмын – ике ҡатлы йорт кеүек булам инде. Был масштабта беҙҙең ара 600 метрға тиң буласаҡ!

Ғәләмәт ҙур утлы шар мин. Үҙәгемдәге температура 13 500 000 оС. Һыуҙың ҡайнау температураһы - 100 ºС булһа, минең үҙәгемдәге ҡайнау температураһы унан 135 мең тапҡыр күберәк. Мин Ер өҫтөнә күтәрелһәм, яҡтылығым төнгө ҡараңғылыҡты ҡыуып ебәрә. Кешеләргә, хайуандарға, бөтә барлыҡҡа мин йылы бирәм. Ҡояш йылыһы һәм яҡтылығы булмаһа, иген башаҡтары тулышмай, йәшелсәләр, емеш-еләк өлгөрмәй.

Ер саҡ ҡына миңә яҡыныраҡ булһа, ул һыуһыҙ сүллеккә әйләнер, ә саҡ ҡына алыҫыраҡ булһа, боҙ менән ҡапланыр ине. Әммә Ер минән күпме кәрәк, шундай алыҫлыҡта – Бөйөк һәм Хаҡ Тәғәләбеҙ уны шулай урынлаштырған. «Күрмәйһеңме ни, Аллаһ төндө көнгә һәм көндө төнгә керетеп аралаштыра. Ҡояшты, Айҙы үҙ тәртибенсә йөрөтә. Быларҙың һәр береһе (Аллаһ тарафынан) билгеләнгән бер ваҡытҡа ҡәҙәр шул тәртиптә хәрәкәт итәсәк…» (Лоҡман, 29).

Йондоҙҙар ҙа кешеләр кеүек: тыуалар, йәшәйҙәр һәм үләләр. Йыһанды йыш ҡына «һауаһыҙ киңлек» тип йөрөтәләр, бушлыҡ рәүешендә күҙ алдына килтерәләр. Асылда, йондоҙло күктә, болоттар рәүешендә ойошоп, йөҙҙәрсә яҡтылыҡ йылы дәүмәлендәге ғәләмәт ҙур йыһан туҙаны һәм газдарынан торған массалар күсеп йөрөй. Ғалимдар фекеренсә,  гравитация көсө тәьҫире арҡаһында, болоттарҙы барлыҡҡа килтергән матдәнең бер өлөшө тығыҙлана, дәүмәле бәләкәсәйә һәм бер үк ваҡытта йылына. Матдә эсендә йәҙрә реакцияһы башлана, һәм яңы йондоҙ тыуа. Моғайын, Аллаһ ихтыяры менән 5 млрд. йыл элек Ҡояш тип аталған йондоҙ, йәғни мин, шулай тыуғанмындыр.

Һеҙ төнгө күккә бағаһығыҙ һәм бәрхәт ерлектә ялтлап ятҡан гәүһәрҙәр шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙарҙы күрәһегеҙ. Аҫтан ҡарағанда, барса йондоҙҙар ҙа бер дәүмәлдә кеүек. Әммә улар араһында массаһы Ҡояш массаһының яртыһынан артмаған «кәрләләр» һәм Орион йондоҙлоғондағы Бетельгейзе йондоҙо ише Ҡояштан 1000 тапҡыр ҙур ғәләмәт ҙур гиганттар ҙа бар. Әгәр Ҡояш та шул дәүмәлдә булһа, Юпитерға ҡәҙәр Ҡояш системаһындағы бөтә планеталарҙы ла йотор ине.

Йондоҙҙар, өйкөм-өйкөм йыйылып, галактикалар барлыҡҡа килтерә. Мин, Ҡояш - Ҡош Юлы галактикаһындағы 200 миллиард йондоҙҙоң береһе – ҙур океан төбөндәге ҡом бөртөгө генә кеүекмен. Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙеке ише ифрат күп галактикалар барлыҡҡа килтергән. Йәғни, минең оло тойолған дәүмәлем Йыһан масштабында бер туҙан бөртөгө кеүек кенә.

Раббыбыҙ беҙҙе Үҙенең һоҡланғыс Ижад емештәре һәм Ҡеүәте хаҡында уйланырға саҡыра: «Ул, ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә юлығыҙҙы турылау өсөн, йондоҙҙарҙы яралтты. Хаҡтыр, мәғлүмәтле халыҡ өсөн аяттарҙы тәфсилләп аңлаттыҡ.» (Әнғәм, 97).

Һеҙгә нисә йәш икәнен мин белмәйем, ә минеке – яҡынса 5 миллиард, тимәк, ғүмер юлымдың яртыһы уҙған. Раббым әмере буйынса, 5 миллиард йыл буйы мин яҡтылыҡ һәм йылылыҡ таратам.

Күккә баҡһағыҙ, мин бер урында ғына торам һымаҡ. Ә бит мин секундына 250 километр тиҙлек менән Ер һәм башҡа планеталар менән бергә сикһеҙ ҡараңғы йыһан киңлегендә сәйәхәт итәм. «Ҡояш та (Илаһи бер ҡөҙрәттең дәлиле булараҡ) үҙенә (Аллаһ тарафынан) билгеләнгән ваҡытҡа саҡлы әйләнеп йөрөр. Был эштәр сикһеҙ Ҡөҙрәт эйәһе, (һәр нимәне) дөрөҫө менән белеп тороусы (Аллаһ) әмерелер.» (Йәсин, 38). 

Беҙ миллиондарса йыл хәрәкәт итһәк тә, һис ҡасан юлыбыҙ бер үк нөктә аша үткәне юҡ. Галактикабыҙҙың ғәжәйеп был сәйәхәте ваҡытында һеҙ Ер менән бергә көн эсендә минең тирәләй, йәғни Ҡояш тирәләй, 2 000 000 км арауыҡты үтәһегеҙ, әммә быға иғтибар ҙа итмәйһегеҙ. Шуға өҫтәп, Ерҙең дә үҙ күсәре тирәләй сәғәтенә 1 666 км. тиҙлек менән әйләнеүен онотмағыҙ һәм иҫ китмәле Илаһи Ҡөҙрәт тураһында уйланығыҙ! Ниндәй теүәл иҫәп! Ниндәй камил программа!

Бөтә был йыһан ҡанундары Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тарафынан булдырылған. Ә аҡылы булған әҙәмгә, Ғаләмдәр Раббыһы әмер иткәнсә,  Илаһи Ҡеүәт, Бөйөклөк тураһында уйланырға ғына ҡала: «Аллаһ бер-береһенә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғаләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Унан һуң тағы ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашығыҙ (Күк төҙөлөшөндә етешһеҙлек таба алмайынса), хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр.» (Мүлк (Хакимиәт), 3-4). 

1400 йыл элек тапшырылған Изге Ҡөрьәндең мөрәжәғәте Ҡиәмәткә ҡәҙәр йәшәйәсәк бөтә кешеләргә, ғалимдарға, быуындарға төбәлгән!

Йыһанда булғандың һәммәһен үҙ эсенә алған Изге Ҡөрьән ни ҡәҙәр бөйөк! Буласаҡ бөтә асыштар үҙендә тупланған Изге Ҡөрьәндең тиңе юҡ! Кешелек ғилемен үҙенең артынан эйәрткән Илаһи хәҡиҡәттәр һаҡлағысы ниндәй ҙур хикмәткә эйә! Кешелек аҙашып киткән һайын, тап Ҡөрьән компас һымаҡ хәҡиҡәт юлын күрһәтә!

Изге Ҡөрьән төшөрөлә башлағанға ҡәҙәр, яһилиәт заманы халҡы йондоҙҙарҙы ем-ем итеп торған баҙлауыҡ итеп күрҙе. Ниндәйҙер эш башлар алдынан, улар йондоҙҙарға ҡарап күрәҙәлек ҡылды һәм шунан ғына ҡарар ҡабул итте. Урта быуаттарҙа Европа христиандары, Ер шары әйләнмәй, ә мин, Ҡояш, Ер тирәләй әйләнәм, тип иҫәпләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың хаҡты ишетмәгән ҡолаҡтары Ҡөрьәндең ғилемгә илтеүсе ғәжәйеп тауышын ишетергә ҡадир түгел ине.

Аллаһ ихтыяры менән, Ерҙә мин Уның шәфҡәте һәм изгелеге кәүҙәләнеше булып торам. Раббым, түҙемлек күрһәтеп, хаҡты күрер өсөн ваҡыт биреп, Үҙен инҡар иткән дәһриҙәргә лә ризыҡ биргән кеүек, мин, Ҡояш, дәһриҙәргә лә, мосолмандарға ла, гонаһкәрҙәргә лә, изге күңеллеләргә лә һис айырмай йылымды өләшәм.

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәнде «Уҡы!» тигән әмере менән башаланы. Ул Йыһанды, тирә-йүндәге хәлдәрҙе күҙәтеп уҡыуығыҙҙы теләй. Бөйөк мәғрифәт эйәһе Мәүләнә Йәләлетдин Руми мине шәфҡәт һәм йомартлыҡ үрнәге итеп күреп әйткән: «Ҡояш кеүек шәфҡәтле һәм игелекле булығыҙ.»

Аллаһ Тәғәлә әмер бирә: «Ҡояш менән ант итәм.» Аллаһ Үҙе минең менән ант иткән яҡтылыҡ сығанағы мин.

Мине күҙәткән, иртәнге тәүге нурҙарымды күргән һайын, Ғаләмдәр Раббыһының Ҡөҙрәте һәм Бөйөклөгө хаҡында уйланығыҙ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий