воскресенье, 5 августа 2018 г.

Ҡөрьән беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...




Мин – Ҡиәмәткә ҡәҙәр йәшәйәсәк Аллаһ мөғжизәһе, бәхеткә һәм тыныслыҡҡа юл асыусы. Мин – кешелеккә ғилем хазинаһы итеп ебәрелгән Изге Ҡөрьән. Әмерҙәремә һәм нәсихәттәремә эйәреүселәрҙең йөрәктәренә быуаттар буйы тыныслыҡ өләшәм, йөҙҙәрен нурландырам. Ул кешеләр мәңгелек донъяла ла сәғәҙәткә ирешәсәк.
 Тормоштарын минең нәсихәттәремә эйәреп ҡороусылар һәм мин күрһәткән юлдан барыусылар гүзәл әхлаҡҡа эйә буласаҡ, бәхет һәм тыныслыҡ табасаҡ, Аллаһтың күркәм ҡолдары буласаҡ.
 МинАллаһтан!

Донъялағы бөтә китаптарҙа ла кешеләрҙең уй-фекерҙәре сағылыш тапҡан, улар – кешеләрҙең ижад емеше. Әммә мин – Аллаһ һүҙе. Мин Аллаһ Тәғәлә тарафынан төшөрөлдөм, мин – Илаһи Китап.
 Кешеләр тарафынан яҙылған китаптарҙа яңылышлыҡтар, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр бар. Миндә һеҙ бер генә етешһеҙлек тә таба алмаясаҡһығыҙ, сөнки мин бөтә ғаләмде камил рәүештә барлыҡҡа килтергән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнәнмен. Аллаһ бойора:

«Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ Ҡөрьәнде өйрәтте. Инсанды Ул яралтты. Һөйләшергә өйрәтте.» (Әр-Рахмән, 1-4).

Аллаһ мине етәксе һәм юл күрһәтеүсе сифатында ебәрҙе.

МинАллаһ Илсеһенең иң бөйөк мөғжизәһе!

Хаҡ Тәғәләбеҙ изге китаптарҙы беҙҙән әүәл йәшәгән халыҡтарға ла төшөргән. Пәйғәмбәрҙәр килгәс, улар мөғжизә күрһәтеүҙе талап иткән, һәм пәйғәмбәрҙәр уларға бик күп мөғжизәләр күрһәткән. Мәҫәлән, Салих пәйғәмбәр доғаһы буйынса (ғәләйһис-сәләм) ҡая таш эсенән балаһы менән дөйә сыҡҡан. Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) ырғытылған ут хуш еҫле баҡсаға әүерелгән. Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) таяғын һелтәү менән, Ҡыҙыл диңгеҙ уртаға ярылған. Ғайса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һуҡырҙарға күреү һәләтен ҡайтарған, үлеләрҙе терелткән. Ә һуңғы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иһә иң бөйөк мөғжизә  - Ҡөрьән төшөрөлдө. Миңә, Ҡөрьәнгә торошло китапты әҙәм балалары яҙа алғаны юҡ. Хатта бер аятыма тиң әҫәрҙе лә таба алмаҫһың. Миңә тиң китапты берәү ҙә яҙа ла алмаясаҡ, Аллаһ Тәғәлә әйткән:

«Әйт: «Шуныһы хаҡтыр: кешеләр менән барлыҡ ендәр, бергә йыйылышып, бер-береһенә ярҙам итешһәләр ҙә, Ҡөрьәнгә оҡшаш китапты майҙанға сығара аласаҡ түгел.  » (Исра (Төндәге йөрөү), 88).

Килеп тыуған һорауҙарға яуап табыу өсөн, беҙ йыш ҡына тиҫтәләрсә ғалим ғилеме, фәнни тәжрибәләре берләштерелеп төҙөлгән энциклопедияларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Әммә фәнгә һәм техникаға ҡараған ул мәғлүмәттәр 8-10 йыл һайын яңыртылып тороуҙы талап итә, сөнки тормош бер урында тормай, яңы асыштар яһала, кешеләрҙең тормошо үҙгәрә. Ҡасандыр ҙур асыш һымаҡ булып күренгән энциклопедик мәғлүмәттәр хаталы булып сыға. Һәм ғалимдар коллективы хеҙмәттәренә даимән үҙгәрештәр индерергә йәки яңы энциклопедия яҙырға мәжбүр була. Мәҫәлән, 30-40 йыл элек төҙөлгән һүҙлектәрҙә һеҙ «интернет», «кәрәҙле телефон», «электрон почтаһы» ише һүҙҙәрҙе таба алмайһығыҙ, сөнки бындай төшөнсәләр ул саҡта булманы.
Минән, Ҡөрьәндән башҡа, күп быуаттар элек яҙылған һәм хата, етешһеҙлектәрҙән азат булған бүтән китап юҡ. Миндә тупланған ғилем – барса барлыҡты ғилеме менән солғап алған Аллаһтан, шуға күрә мин фәндәрҙән һәр саҡ алда барам, уларға юл күрһәтәм. Үҙ сиратында ғалимдарҙың иң зирәктәре миндәге хәҡиҡәттәрҙе яйлап һиҙемләй, күрә ала.

Кешелек Ҡиәмәткә ҡәҙәр миндә йәшеренгән хәҡиҡәттәрҙе асырға ынтыласаҡ!

Ул хәҡиҡәттәр асылған һайын, кешелек хайран ҡала. Бармаҡ остарығыҙға күҙ төшөрөгөҙ. Ентекләп ҡараһағыҙ, күрерһегеҙ: улар ҡатмарлы һырҙарҙан торған рельефлы биҙәктәр менән ҡапланған. Кешеләге был «папиляр һыҙыҡтар» әсә ҡарынында уҡ формалаша һәм үлгәс тә юҡҡа сыҡмай. Улар ғүмер буйы үҙгәрешһеҙ ҡала. Бармаҡ эҙҙәре индивидуаль, ерҙә йәшәгән 7 миллиард кешенең бармаҡ эҙҙәре ҡабатланмай. Йәғни һеҙҙеке ише бармаҡ эҙҙәре башҡаларҙа юҡ. Беҙгә ҡәҙәр йәшәгән миллиардлаған кешенең бармаҡ эҙҙәре лә бер-береһенә оҡшамаған. Был хәҡиҡәт хаҡында ғалимдар яңы ғына, 60-70 йыл элек кенә белде. Ә бит 1400 йыл элек үк Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәлә Ҡөрьәндә хәбәр иткәйне:

«Кеше, үлгәс, сереп тарҡалған һөйәктәребеҙҙе бергә йыйып, беҙҙе яңынан терелтә алмаясаҡ, тип уйлаймы? Һис шикһеҙ, уларҙың бармаҡ остарына саҡлы, нисек булған, шулай мөкәммәл итеп, яңынан йыйырға ҡөҙрәтебеҙҙән килә.» (Ҡиәмәт), 3-4).

Беҙҙең Раббыбыҙ, Ҡөҙрәтле Хикмәт эйәһе, кешене нисек юҡтан бар итһә, үлеп юҡҡа сыҡҡандарҙы ла шулай тергеҙәсәге тураһында хәбәр итте.
Миңә, Ҡөрьәнгә, Раббыбыҙ кешеләрҙе наҙанлыҡ ҡараңғылығынан ҡотҡарыуҙы, иман яҡтылығы һәм ғилем юлында етәксе булыуҙы йөкмәтте.
 Күккә бағып, иҫәпһеҙ күп йондоҙҙарҙы күрһәләр ҙә, наҙан әҙәмдәрҙең, Аллаһ  Үҙ пәйғәмбәре Мөхәммәткә (салләлллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үәхи индерә башлағансы, улар хаҡында белемдәре булманы. Улар йондоҙҙарға ҡарап күрәҙәлек итте, бараһы юлдарының йүнәлешен билдәләне.
 Аллаһ Тәғәлә йондоҙҙар менән ант итә:

«Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгәне менән әйтәм, әгәр һеҙ белһәгеҙ: ысындан да, был бер бөйөк ант.» (Ваҡиға), 75-76).

Бында Аллаһ ант иткән «йондоҙҙарҙың батып һүнгән» урыны – «ҡара упҡын» арауыҡ һәм ваҡыттағы өлкә, уның тартыу көсө шул ҡәҙәр ҙур, уның эсенә ингән объекттар, хатта яҡтылыҡ тиҙлеге менән хәрәкәт иткәндәре лә, уны ҡалдырып китә алмай.
Астрономдар йыш ҡына алыҫ йыһандан килгән иҫ китмәле энергия тулҡынын теркәй. Был «ҡара упҡындарҙа» һәләк булыусы планета һәм йондоҙҙарҙың шаңдауы булыуы ихтимал. Ерҙән бик күпкә ҙур булған был йондоҙҙар, ғүмерҙәре бөткәс, «ҡара упҡын»ға китә һәм серле  «йондоҙҙар зыяратында» юҡҡа сыға.

Изге Ҡөрьән тәрбиәһен алған иманлылар ике донъяла ла бәхетле буласаҡ.

 Раббығыҙ Ҡөрьәнде йыш уҡыуығыҙҙы теләй. Ул минең аяттарым хаҡында уйланыуығыҙҙы, мин һөйләгән халыҡтарҙың тарихы тураһында уйланыуығыҙҙы һәм нәсихәт алыуығыҙҙы теләй. Ул һеҙҙе киҫәтә:

«Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы (Мөхәммәд, 24).
Боронғо замандарҙа Гад һәм Сәмүд ҡәүемдәре йәшәгән. Уларға Һуд һәм Салих пәйғәмбәрҙәр (ғәләйһүмәс-сәләм) ебәрелгән. Залим Нәмруд халҡына Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) ебәрелгән. Ә Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) ҡаты күңелле Фирғәүен ҡулында яфа сиккән Исраил улдарына (Яҡуп пәйғәмбәр вариҫтарына) ебәрелгән.
 Пәйғәмбәрҙәрҙең өгөт-нәсихәтенә ҡарамаҫтан, ул халыҡтарҙың күп өлөшө иман юлына баҫмаған, Хаҡ Тәғәлә ихтыярына ҡаршы сыҡҡан, Илаһи әмерҙәрҙе һәм тыйыуҙарҙы боҙоп, сиктән сыҡҡан. Нәпселәренә буйһоноп, улар кәфер булып ҡалған, мин-минлектәре һәм кирелектәре арҡаһында, Аллаһтың асыуына тарығандар һәм һәләк ителгәндәр: ҡайһыларын ҡурҡыныс ғәрәсәт юҡ иткән, ҡайһыларын ер йотҡан, ҡайһыларын, тулҡын йыуып алып китеп, диңгеҙгә батырған. Танауы аша мейеһенә кескәй генә серәкәй үтеп, оло яфаларға дусар ителеп һәләк булған залимдар ҙа булған.
Һәммәһе лә тарихта наҙанлыҡ һәм иманһыҙлыҡ символы рәүешендә тороп ҡалған. Фирғәүен һәм Нәмрудтың яуызлыҡтары әле булһа кешеләр телендә: «Фирғәүендәй ғазаплаусы» йәки «Нәмруд ише залим» тип һөйләйҙәр.
Шул уҡ ваҡытта Ҡөрьән әмерҙәренә һәм Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нәсихәттәренә ярашлы йәшәгән оло йөрәкле сәхәбәләр ҙә (раҙыйаллаһу ғәнһүм) булған. Уларҙың һәр береһе кешеләр өсөн юғары әхлаҡ өлгөһө. Уларҙы иҫкә алғанда, беҙ шундай һүҙҙәр өҫтәп ҡуябыҙ: «Раҙыйаллаһу ғәнһүм/Аллаһ унан разый булһын!» Улар – Ислам көмбәҙендә ҡалҡҡан яҡты йондоҙҙар кеүек.
Заманыбыҙҙың иң яҡшы уҡытыусылары, иң данлыҡлы профессорҙары һәм тәрбиәселәре, бергә йыйылып, донъяның иң яҡшы мәктәбендә педагогиканың иң алдынғы методтарын файҙаланып эш итһәләр ҙә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренә торошло уҡыусыларҙы тәрбиәләй алыр инеме икән?!

Мин – һоҡланғыс Илаһи сәнғәт әҫәре!

Мин кешеләргә Ислам ҡанундарын еткерәм, Аллаһты һәм Уның Илсеһен яратҡан иманлыларҙы уйланырға саҡырам.
Уйланығыҙ, кешеләр нисек юҡтан бар булған? Ғаләмдәге тәртип һәм гармонияға иғтибар итегеҙ! Ни өсөн атмосфера осоп юҡҡа сыҡмай? Ни өсөн ер йыл һайын төрлө-төрлө ҡыяҡлы үҫемлектәр, йәшелсәләр һәм емештәр үҫтерә, әммә тупраҡ ярлыланмай һәм уның уңышы бөтмәй!
Был тәртипте ентекләп кем булдырған һәм кем уны һаҡлай? Күреүегеҙсә, Йыһанда һәр нәмә Хаҡ Тәғәләнең барлығы, бөйөклөгө һәм ҡеүәте хаҡында һөйләй.

Онотмағыҙ, һеҙ был донъяға һынауҙар өсөн килдегеҙ!

Минең ярҙам менән, Ҡөрьән ярҙамы менән, Аллаһ һеҙҙең был донъяға һынауҙар өсөн килеүегеҙҙе иҫкә төшөрә. Туҙан хәтле генә яҡшылыҡ өсөн дә, туҙан хәтле генә яманлыҡ өсөн дә әжер буласағын белеүегеҙҙе теләй, бер генә ғәмәлегеҙҙең дә яуапһыҙ ҡалмаясағы хаҡында хәбәр итә, сөнки Ҡиәмәт еткәс, әҙәм ғибәҙәт ҡылған йәки гонаһ ҡылған һәр ер шаһитлыҡ ҡыласаҡ.
Ҡурҡыныс был көн еткәс, ерҙәге бер урын әйтәсәк: «Был ҡол минең өҫтөмдә намаҙ торҙо, Ҡөрьән уҡыны һәм ғилем алды.» Ә икенсе урын былай шаһитлыҡ ҡыласаҡ: «Был әҙәм минең өҫтөмдә тороп ғәйбәт сәсте, башҡа кешеләргә яфа килтерҙе.»
Әгәр киләсәк тормош булмаһа, беҙҙең был донъяға килеүебеҙҙең мәғәнәһе булмаҫ ине. Мәҫәлән, уҡытыусылар мәктәптә өйгә эш бирмәһә һәм имтихан алмаһа, уҡыу йылы аҙағында баланың хеҙмәтенә баһа ҡуймаһа, артабан мәктәпкә йөрөүселәр булыр инеме икән?
Шулай уҡ ерҙәге тормошобоҙҙоң төп мәғәнәһе – һынау. Ул имтихандың да һөҙөмтәһе буласаҡ, баһалары ҡуйыласаҡ. Тырыштарҙы ялҡауҙарҙан айырасаҡтар: кемдер киләһе синыфҡа күсәсәк, кемдер күсмәй ҡаласаҡ.

Һеҙҙе ныҡ һөйгәнгә күрә, Аллаһ Ҡөрьән төшөргән!

Онотмағыҙ, Аллаһ һеҙҙе ярата! Аллаһты һөйгән ҡолдар булыуығыҙҙы теләй Ул!
Бына ни өсөн Ул мине бәхеткә табан юл күрһәтеүсе итеп ебәрҙе. Ҡөрьәндә ҡушылғандарҙы үтәп, игелекле, шәфҡәтле, миһырбанлы, йомарт һәм тирә-йүндәгеләргә хәстәрле булып, Йәннәткә инеүегеҙҙе теләй Ул. Түбән, яман ғәмәлдәрҙән баш тартып, Йәһәннәмдән йырағайыуығыҙҙы теләй Ул.



Комментариев нет:

Отправить комментарий