четверг, 9 августа 2018 г.

Күҙгә күренмәгән заттар беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...




Йәнле тәбиғәт батшалығының үтә лә кескәй вәкилдәре хаҡында һеҙ беләһегеҙме икән? Беҙ– һәр ерҙә лә көн итеүсе бәләкәс кенә йән эйәләре. Күптәребеҙҙе ябай күҙ менән күреп булмай, шуға күрә ғалим-микробиологтар, беҙҙе күреү өсөн, күп тапҡыр ҙурайтыусы микроскоптар ҡуллана.

Микроскоп линзаһы аша улар беҙҙе – төҙөлөшө төрлө булған бактерияларҙы күрә. Беҙҙең арала шар һымаҡ бактериялар, тура һәм бөгөлгән таяҡсалар рәүешендәгеләре, ғәжәп ҡыҙыҡлы формалағылары ла бар.
Раббыбыҙ ихтыяры менән, беҙ кеше, хайуандар, үҫемлектәр һәм башҡа йән эйәләре өсөн файҙалы ла, зыянлы ла була алабыҙ.
Беҙ, бактериялар, бер генә күҙәнәктән торабыҙ һәм ризыҡты тирә-яҡ мөхиттән алабыҙ. Күпселегебеҙ кеше организмында йәшәй: тәне эсендә йәки тән тиреһе өҫтөндә. Кешеләрҙең һәм хайуандарҙың эсәктәрендәге файҙалы бактериялар ризыҡты дөрөҫ эшкәртергә ярҙам итә, организмды төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай. Беҙҙең арала дизентерия, туберкулез, быума йүтәл, ваба, тиф, ҡарыштырыу, сальмонеллез ише йоғошло ауырыуҙар тыуҙырырға һәләтле ҡурҡыныс бактериялар ҙа бар. Ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы «микробтар» тип атайҙар.

XIX быуатта уҡ француз микробиологы Луи Пастер бактерияларҙың ауырыу тыуҙырырға һәләтле булыуы хаҡында әйтһә лә, 1928 йылда ғына ҡаты ауырыуҙарға ҡаршы бик тә кәрәкле тәүге антибиотик – пенициллин эшләнә.

Кешеләргә һынау өсөн ауырыуҙар ебәргән һәм уларҙан ҡотолоу сараларын да бүләк иткән Раббыбыҙҙың Миһырбанлығы сикһеҙ. Ғаләмдә яҡшылыҡ һәм яманлыҡ араһында туҡтауһыҙ алыш барған кеүек, күҙгә күренмәгән заттар батшалығында ла ҡайһы бер микроорганизмдар кешегә микробтар һәм вирустарға ҡаршы торорға ярҙам итә.

Бөтә Ғаләм Аллаһу Тәғәләнең сикһеҙ Ҡеүәте хаҡында һөйләй!

Беҙҙе юҡтан бар ҡылған Хаҡ Тәғәләбеҙ генә Үҙе барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең хәҡиҡи иҫәбен белә. Ғалимдар ошоғаса «бер күҙәнәклеләрҙең» бик аҙын ғына өйрәнә алды.

Бер генә йән эйәһе лә алъюҫыҡҡа барлыҡҡа килмәгән!

Беҙ һеҙҙең менән бер үк донъяла йәшәйбеҙ. Беҙ һеҙҙең тормошоғоҙҙо еңеләйтәбеҙ, файҙалы эш эшләйбеҙ, ә һеҙ йыш ҡына быға иғтибар ҙа итмәйһегеҙ. Мәҫәлән, әгәр лактобактериялар булмаһа, һөт йогурт йәки кефирға әүерелә алмаҫ ине. 

Бәләкәй генә туҙан талпандары - «кешеләрҙең юлдаштары». Кеше тиреһенең кибеп ҡубып төшкән күҙәнәктәре (ә кешенең көн һайын бер ярым грамм самаһы тиреһе юҡҡа сыға) һәм йөн япмалар, юрғандар, келәмдәр, йорт йыһаздары туҙандары менән туҡланып, улар йортоғоҙҙо таҙарта. Туҙан талпандары шул ҡәҙәр күп һанлы, күҙегеҙгә саҡ-саҡ күренгән туҙанда улар 500 тирәһе булыуы ихтимал.

Раббыбыҙ ҙурҙы ла, кескәйҙе лә һис ауырлыҡһыҙ барлыҡҡа килтерә ала!

Һүрәттәргә ҡарағыҙ! Былар электрон микроскоптар ярҙамында беҙҙең меңдәрсә тапҡыр ҙурайтылған һүрәттәребеҙ. Башҡа тере йән эйәләрендәге һымаҡ, беҙҙең хәрәкәт итеү, ризыҡланыу, тын алыу, үрсеү өсөн кәрәкле ағзаларыбыҙ бар, тик беҙҙең ағзаларыбыҙ һеҙҙекенән миллион тапҡыр бәләкәй. Ғүмеребеҙ энә осондай ғына арауыҡта үтә, шуға күрә һеҙ тормошобоҙҙо, ихтыяждарыбыҙҙы һәм беҙҙең функцияларҙы күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ!

Ҙурҙы бар ҡыламы, бәләкәйҙеме – Раббыбыҙ өсөн айырма юҡ! Дәүмәлебеҙҙең үтә лә бәләкәйлегенә иғтибар итмәгеҙ! Бөтә әҙәмдәр бергә йыйылып эшләй алмағанды атҡарырға ҡулыбыҙҙан килә. Мәҫәлән беҙ, тупраҡтағы сапрофит бактериялары һәм үңәҙ бәшмәктәре, хайуан ҡалдыҡтары, тиреҫ һәм япраҡтар ише органик матдәләрҙең сереүенә, шул рәүешле тупраҡты байытыуға булышлыҡ итәбеҙ һәм ерҙең санитары ла булып торабыҙ.
Ә Яңы Зеландиялағы геотерамль зонаға яҡын ҡыҙған ерҙә метан менән туҡланған, бығаса билдәле булмаған бактерияларҙы тапты ғалимдар. Хеллс Гейтс геотермаль зонаһының иң ҡатмарлы йомағын сисергә ярҙам итте ул. Бындағы ер аҫтында бик күп метан массаһы барлыҡҡа килә, әммә ул ер өҫтөнә сыҡмай. Микробиологтар фекере буйынса, был бактериялар кешелектең глобаль йылылыҡҡа ҡаршы көрәшендә мөһим роль уйнауы ихтимал.
Күҙ алдына килтерегеҙ әле! Бөтә ғалимдар бергә йыйылһа һәм аҡыллы машиналар уйлап сығарһа, беҙ атҡарған эште эшләй алыр инеме икән?

Беҙ һеҙгә хеҙмәт итеү өсөн бар ҡылынғанбыҙ!

Ғаләмдәге бөтә нәмәне Аллаһ кешегә файҙа өсөн барлыҡҡа килтергән. Беҙ, күҙгә күренмәгән бәләкәй генә йән эйәләре, һеҙҙең тормошоғоҙҙо еңеләйтәбеҙ һәм һеҙгә хеҙмәт итәбеҙ. Хатта ауырыу тыуҙырыусы микроб һәм вирустар барлыҡҡа килтереүҙә лә Аллаһтың хикмәте сағыла – улар Раббыбыҙҙың язаһы хаҡында иҫкәртә. Улар, Аллаһтың асыуына һәм язаһына тарымаҫ өсөн, һәр саҡ Уны иҫтә тотоп, әмеренә буйһоноп йәшәргә кәрәклекте төшөндөрә.
Һеҙҙең тәнегеҙһеҙҙең йортоғоҙ!

Белеүегеҙсә, организмығыҙҙа бик күп бактериялар йәшәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре файҙалы һәм кәрәкле эште эшләй. Мәҫәлән, эсәктәрегеҙҙә иммунитетығыҙҙы нығытыусы, организмығыҙҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороуын көсәйтеүсе, аш һеңдереүгә ярҙам итеүсе һәм башҡа бихисап файҙалы эштәр атҡарыусы бик күп бифидобактериялар йәшәй.  

Ә хәүефлеләре, организмығыҙға эләгеп, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә. Һаҡ булығыҙ, беҙҙең микроскоптан ғына күрерлек дәүмәлебеҙ менән алданмағыҙ! Аллаһ беҙгә шундай көс биргән: остоҡ ҡына булһаҡ та, хатта баһадирҙы еңерлек көсөбөҙ бар беҙҙең. Беҙ әзмәүерҙәй әҙәмдән миллион тапҡыр бәләкәй, тик микроскопта саҡ-саҡ күренгән вирус уны еңергә, һәләк итергә һәләтле.
Кеше көсө, һәләттәре менән һауаланып китмәһен өсөн, ҡаты киҫәтеү был. Уларҙы һеҙгә Аллаһ биргән. Хәҡиҡи Көс-Ҡеүәт Унда ғына, һәм көстө, ҡеүәтте, һәләттәрҙе Ул кемгә теләй, шуға бирә.
Фәндәр үҫешкән һайын, мөғжизәләренең асылына төшөндөргән Изге Ҡөрьән йәшәйешебеҙҙе бына нисек аңлатып бирә:

«Йыраҡта йәшәүсе халыҡтарға һәм үҙ ҡәүемдәре араһында ла аяттарыбыҙҙы күрһәтәбеҙ, уның (Ҡөрьәндең) ысын икәнен (Аллаһтан индерелгәнен) яҡшы белһендәр өсөн. Раббыңдың һәр нимәгә шаһит булғанлығы етмәҫме?» (Фуссиләт (Аңлатылды), 53).

Был аяттар төшөрөлгәндә, бер әҙәм дә беҙҙең барлыҡты белмәне. Изге Ҡөрьән мөғжизәһе ошо була ла инде.

Иман тулы йөрәктәр генә был һоҡланғыс фильмды күрә ала!

Мөһабәт ғаләм күпме серҙәр һаҡлауын кем белә ала?! Хаҡ Тәғәләбеҙ барлыҡҡа килтергән бихисап донъялар бар. Бактериялар батшалығынан тыш һеҙгә күренмәгән ендәр, фәрештәләр донъяһы ла бар.

Һәр ямғыр тамсыһын, һәр ҡар бөртөгөн айырым фәрештә төшөрөүен беләһегеҙме икән? Раббыбыҙҙан башҡа фәрештәләрҙең хәҡиҡи иҫәбе һәм ғәмәлдәре хаҡында кем белә алһын? Илаһи сәнғәт һәм ҡеүәткә һоҡланып, Аллаһтың гүзәл ҡолдары булырға ғына ҡала һеҙгә. Иманлы йөрәктәр генә ғәжәйеп фильм кадрҙары ише Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Ихтыяры һәм Хикмәте сағылыш тапҡан серҙәр тулы ғаләмдәге ижадты күҙәтергә һәләтле. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий