четверг, 16 августа 2018 г.

Балыҡтар беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...





Беҙйәйрәп ятҡан һыуҙарҙа йәшәүсе балыҡтар. Ғәләмәт ҙур океандар, күк диңгеҙҙәр, тәрән йылғалар, таҙа күлдәр һәм быуалар – беҙҙең ватан.

Ерҙәге һымаҡ бында ла тауҙар, сөңгөлдәр, мәмерйәләр, үҙәндәр, ҡуйы урмандар һәм иҫ киткес «сәскәләр» булһа ла, ғәжәйеп һәм серле һыу аҫты донъяһы ер пейзажынынан айырыла. Һайлыҡтағы ылымыҡтар ҡуйы урман, болондарҙы хәтерләтә, улар - балыҡтарҙың көтөүлеге.

Cағыу төҫтәр, хикмәтле биҙәктәр, иҫ киткес мәрйендәр, мәмерйә һәм мәғәрәләр, батҡан караптарҙың ҡалдыҡтары...Был гүзәл һәм серле донъяны өйрәнеү өсөн, кемдәр генә диңгеҙ төптәренә төшөргә хыялланмаған?!

Океанда беҙҙән тыш йөҙҙәрсә мең төрлө ғәжәйеп йән эйәләре йәшәй: диңгеҙ йондоҙҙары, ат-баш балыҡтар, медузалар, кальмарҙар, һигеҙаяҡтар, ҡыҫалалар... Ерҙә лә күреү мөмкин булған йылан һәм ташбаҡалар ҙа бар диңгеҙҙә. Акула ише, табышын әллә нисә метрҙан тойған ҡанэскес йыртҡыстар ҙа йәшәй.

Сикһеҙ миһырбанлы Раббыбыҙ, беҙҙе билдәле шарттарға урынлаштырып, шул шарттарға яраҡлашырлыҡ сифаттар ҙа биргән. Мәҫәлән, берәүҙәребеҙ сөсө һыуҙа йәшәүгә ҡулайлашҡан, икенселәребеҙ – тоҙло һыуҙа, ҡайһыларыбыҙ йылы һыуҙа көн күрә, ҡайһыларыбыҙ - һалҡын һыуҙа. Һәр беребеҙ үҙенә тап килгән шарттарҙа йәшәй. Әйтәйек, сөсө һыуҙа көн иткән балыҡтар диңгеҙ һыуында йәшәй алмай, һалҡынға ҡулайлашҡандары йылы һыуҙа. Берәүҙәребеҙгә бер нисә айлыҡ ҡына ғүмер бирелгән, икенселәребеҙ бик оҙаҡ йәшәй.

Көньяҡ Америкала көн күргән кескәй генә цинолебиастарҙың ғүмере ҡыҫҡа – 6 ай ғына. Суртан һәм ҡырпа йөҙ йәшкә етеүе лә ихтимал.

Аллаһу Тәғәлә балыҡтарҙың 25 меңдән ашыу төрөн барлыҡҡа килтергән. Арабыҙҙа иҫ киткес гүзәл балыҡтар ҙа, желе кеүек имәнес тамсы-балыҡтар ҙа, ҡотто алырлыҡ ике метрлы Европа ҡармаҡсылары ла бар. Үтә күренмәле тәне аша бөтә эске ағзалары күренеп торған «быяла» балыҡтар ҙа бар. Иң бәләкәй балыҡ - кәрлә ташбаштың оҙонлоғо 1 см, ә иң ҙур кит акулаһының оҙонлоғо 12,5 метрға, киңлеге 7 метрға етә. Һәр беребеҙ – Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе булған Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ижад емеше.

Океандағы тормош шул яғы менән ҡыҙыҡлы: төрлө тәрәнлеккә ҡулайлашҡан балыҡтарҙың тормоштары ла төрлөсә. Яр буйындағы һайлыҡ «литораль зона» тип атала. Бында тулҡындар, һыу күтәрелеүе, һыу ҡайтыуығәҙәти күренеш, шуға ошонда йәшәгән тере йән эйәләре үҙ төйәктәрендәге һауа, һыу алмашынып тороуға, температура һәм һыуҙағы тоҙ миҡдары үҙгәреүенә, бәрмә тулҡындарға яҡшы күнеккән. Ошо шарттарҙа иҫән ҡалыр өсөн, моллюскылар ҡаяларға ныҡ итеп йәбешә, диңгеҙ ҡыҫалалары ҡыҫҡыстарын эшкә ҡуша, балыҡтарҙың да махсус һурғыстары бар. Ә креветкалар һәм диңгеҙ йондоҙҙары һыу төбөн соҡоп инеп ята белә.

 Артабан – 200-2000 метрҙағы тәрәнлекте үҙ эсенә алған батиаль зона башлана. Был зонаның үҫемлектәр донъяһы ярлы, сөнки бында ҡояш нурҙары килеп етмәй. Уның байы беҙ, балыҡтар, бында күпләп көн итәбеҙ.

2 километрҙан ары иң тәрән зона - абиссаль зона. Бында һауа температураһы һәр саҡ түбән (0о-5оС), һыуҙағы тоҙҙарҙың миҡдары ла юғары (35%), көслө ағымдар юҡ. Раббыбыҙҙың шәфҡәте менән, океан тәрәнлеген төйәк итеүселәр ҡараңғылыҡҡа, көслө баҫымға, кислородтың һәм ризыҡтың үтә лә әҙ булыуына яҡшы яраҡлашҡан.

Хайуандар донъяһы ла бында үҙенсәлекле: хайуандарҙың тәндәре йомшаҡ һәм нескә, күптәренең һыу төбөнә таянып ҡуҙғалып йөрөү өсөн оҙон өҫтәмә ағзаһы бар. Абиссаль зонаны төйәк иткәндәр дөм ҡараңғыла көн иткәнлектән, ҡайһыларының күҙе уғата ҙур, ҡайһыларының күҙе бөтөнләй юҡ. Уның байы уларҙың һиҙеү органдары яҡшы үҫешкән, улар антенналар ише төрлө яҡҡа тырпайып тора. 

Ҡайһы бер организмдар яҡтылыҡ һибеп торорға һәләтле. Бик тәрәндә фотофоралар - фонарь-биҙҙәре булған яҡтылыҡ таратыусы туғандарыбыҙ йәшәй, ул биҙҙәр тәндәренең төрлө урынында: башында ла, ауыҙ йәки күҙ, мыйыҡтары тирәһендә лә, арҡаһында, ҡабырғаларында, өҫтәмә ағзаларында булыуы ла ихтимал. Фотофоралар яҡтылып һибеүсе биолюминесцент бактериялы лайла менән  тулған. Мәҫәлән, һыу төбөндәге галатеатауманың ауыҙында  яҡтылыҡ алдатҡысы бар. Ул һунар итеп йонсомай, ауыҙын асыуы була - яҡтылыҡҡа ҡыҙығып, табыш үҙе үк килеп инә.

Ныҡ тәрәндә йәшәүгә ҡулайлашҡан балыҡтар өҫкә күтәрелә алмай - көслө баҫымға күнеккән балыҡтарҙың һөлдәһе һәм мускулатураһы насар үҫешкән. Балыҡтарҙың эске туҡымаларының һәм тәненең үткәреүсәнлеге арҡаһында, улар эсендәге баҫым тирә-яҡ мөхит баҫымы менән тап килә, шуға өҫкә шәп күтәрелгән сүрәттә, тәндәре шартлап, эске ағзалары тышҡа сығасаҡ.

Хаҡ Тәғәләбеҙ, беҙҙе һыуҙа йәшәүгә тәғәйенләп, төҙөлөшөбөҙҙө һәм физиологик функцияларыбыҙҙы шул мөхиткә ҡулайлаштырған. Күптәребеҙ тәңкә менән ҡапланған, улар панцирь һымаҡ, беҙҙе зарарланыуҙан, микроорганизмдар үтеп инеүҙән һаҡлай, тәнгә һығылмалылыҡ бирә, хәрәкәт тиҙлеген арттыра.

Тәңкәләр һәм тиреләге лайлалы биҙҙәр йыртҡыстар тешенән һаҡлай. Тотҡан балыҡтың ҡулдан шыуып төшөп китергә генә торғанын бик яҡшы беләһегеҙ бит! Бының серелайлалы биҙҙәрҙә. Балыҡ тәненә ҡулыңды еңелсә батырһаң да, уның өҫкө лайлалы күҙәнәктәре йыртылып китә. Ә нығыраҡ батырһаң, лайла күберәк бүленеп сыға, йыртҡысҡа шыуғалаҡ табышын тотоп ҡалыу ауырлаша.

Тирә-яҡ мөхиттә кәрәкле йүнәлеште табыу өсөн, Раббыбыҙ беҙгә күҙ, еҫ һиҙеү, тойоу, ишетеү ағзалары биргән. Күреү һәләте һыу аҫтында йәшәүселәр өсөн ифрат та мөһим. Күҙҙәребеҙ баштың ике ҡырында булып, бер аҙ тышҡа сығып тоғанлыҡтан, беҙ алдағы нәмәләрҙе генә түгел, тирә-йүндәге, хатта арттағы нәмәләрҙе лә күрә алабыҙ. Күҙ йыртҡыстарға табышын эҙәрлекләп тоторға ярҙам итә, ә ылымыҡтар менән туҡланыусы балыҡтарға ризыҡ табырға, йыртҡысты күреп, хәүефтән ҡасырға ярҙам итә.

Рәхмәттәребеҙҙе беҙгә иҫәпһеҙ бәрәкәттәрен һәм һәммәбеҙгә йәшәү өсөн төйәк биргән Аллаһҡа өнһөҙ рәүештә даимән белдереп торабыҙ. Мәҫәлән, төньяҡ диңгеҙҙәрҙә көн күргән пикша, диңгеҙ алабуғаһы, тәрәс кеүек туғандарыбыҙ хатта диңгеҙҙәр туңып, бөтә нәмә боҙ менән ҡапланғанда ла туңмауына аптырамайһығыҙмы? Раббыбыҙҙың «әл-Бәәри» (Кәмселекһеҙ Яралтыусы) һәм «әл-Бадииғ» (Ғаләмде иң гүзәл үә оҡшашы булмаған рәүештә Яралтыусы) сифаттарының сағылышы был. Ул һәр бер йән эйәһенә үҙенә генә хас үҙенсәлектәр биргән. Балыҡтарҙың поляр төрөнә Ул гликопротеин – ҡандарында күҙәнәктәрҙәге шыйыҡлыҡтың туңыуын бик күпкә кәметеүсе махсус аҡһым эшләп сығарыу һәләтен биргән. Раббыбыҙ Үҙенең сикһеҙ шәфҡәте менән шулай ҡылған: боҙ диңгеҙ һәм океандарҙың өҫкө өлөшөндә генә барлыҡҡа килә, ә төптәрәк, балыҡтар йәшәгән урында, һыу туңмай.

Уйлап ҡарағыҙ әле, диңгеҙҙәрҙә, күлдәрҙә һәм йылғаларҙа төрлө-төрлө иҫәпһеҙ күп балыҡтар йәшәй. Кем уларға ризыҡ бирә? Меңдәрсә йыл буйы эре балыҡтар ваҡтары менән туҡлана, әммә ваҡ балыҡтар юҡҡа сыҡмай, ә эреләре артыҡ күбәйеп китмәй. Кешеләр көн һайын 300 мең тоннанан ашыу балыҡ ашай, тик балыҡтар бөтмәй.
Хаҡ Тәғәләбеҙ, һеҙгә аҡыл һәм ихтыяр биреп, башҡа йән эйәләренән өҫтөн ҡылған. Әгәр кеше Илаһи бәрәкәттәрҙе изгелек өсөн түгел, яманлыҡ өсөн файҙалана икән, ул бөтә барлыҡҡа хәүеф тыуҙыра. Шуныһы ғәжәп: әҙәм бер көн дә һыуһыҙ тора алмай, ләкин тап ул һыуҙарҙы бысрата. Һыу ятҡылыҡтарын вәхшиҙәрсә файҙаланыу арҡаһында, океандар бысрана, беҙ көн иткән мөхит ағыулана, диңгеҙ һәм океандарҙа йәшәүселәр күпләп ҡырыла.

Хаҡ Тәғәләбеҙ, кешене өҫтөн ҡылып, ваҡытлыса бирелгән бәрәкәттәр өсөн яуаплы ла итеп ҡуйған. Һеҙҙең һәр берегеҙ океандарҙы яҡлауға үҙ өлөшөн индерә ала. Диңгеҙ һәм океандарҙағы тормош хаҡында китап, журналдар, документаль фильмдар аша белә алаһығыҙ. Һеҙ диңгеҙ, океан, күл, йылғаларҙы һаҡлау менән шөғөлләнгән ойошмаларға булыша алаһығыҙ. Һеҙ пластик, быяла һәм ҡағыҙҙарҙы йыйып, ҡайтанан эшкәртеүгә тапшыра алаһығыҙ. Диңгеҙ, күл, йылға буйҙарында булғанда, уларҙы бысратмаҫҡа, улар тирәһендәге хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына зыян һалмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр һеҙ беҙгә шәфҡәтле булһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Раббыбыҙ ҙа һеҙгә шәфҡәтле булыр!





Комментариев нет:

Отправить комментарий