пятница, 17 августа 2018 г.

Ҡоштар беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...






Минкәрлә турғай. Иртә яҙҙан уҡ ылыҫлы урмандарҙа минең һаҡ, әммә һоҡланғыс йырымды ишетергә мөмкин. Күңел торошона ҡарап, һәр кем моңло көйөмдө үҙенсә аңлай. Берәүгә мин ғәмһеҙ сырҡылдап йөрөйөм һымаҡ, ә икенсе берәү минең йырымда «Ләә-иләәһә илләллаһ!» һүҙҙәрен ишетә.

Көлкө, оҙаҡ ваҡыт кешеләр ҡайҙандыр өҫтән килгән йыр кемдеке икәнлеген аңлай алмай яфаланды. Ә эш шунда: ағастар араһында мине күреү еңел түгел. Дәүмәлем 8-10 сантиметр ғына, ауырлығым ни бары 10 грамм. Уғата кескәй булыуым сәбәпле, мине «төньяҡ колибрийы» тип йөрөтәләр.

Ә һеҙгә ниндәй ҡош нығыраҡ оҡшай? Бәлки, тауистыр? Тәбиғәттә унан башҡа бер ҡоштоң да шундай күркәм ҡауырһындары юҡ. Юҡҡа ғына шағир Г.Р. Державин уларҙы шулай тасуирламаған:

...Ҡанат осҡайҙары зәңгәр,
зөмрәт йәшел, күгелйем,
Тулҡындары баҙрап яна,
Алтын-көмөш емелдәй:
Бер эйелһә – зөбәржәттәр яна!
Бер эйелһә яҡут ялтырай!..

Бәлки, һеҙгә кешеләр һөйләшергә өйрәткән, үҙе сағыу, үҙе бытылдыҡ тутыйғоштар оҡшайҙыр? Ҡара йәшен кеүек етеҙ ҡарлуғастар йәки байтаҡ әкиәттәрҙә, легендаларҙа һөйләнелгән серле ҡауҙылар күңелегеҙгә яҡын булыуы ла ихтимал. Зәңгәр күкте иңләп осҡан ҡарсығалар, бөркөттәр оҡшаһа ла ғәжәп түгел. Диңгеҙҙәрҙән айырылғыһыҙ ап-аҡ аҡсарлаҡтар оҡшаһа ла аптырамаҫ инем. Матурлыҡ, сафлыҡ һәм нәзәкәтлек символы иҫәпләнгән гүзәл аҡҡоштарҙы ла яратмау мөмкин түгел. Урман, сауҡалыҡтарҙың тиңһеҙ йырсыһы һандуғасмы әллә яратҡан ҡошоғоҙ? Улар һәммәһе лә, минең кеүек, Раббыһын онотмай, иҫенән сығармайынса гел Уны маҡтап тора. Был хаҡта Хаҡ Тәғәләбеҙ Изге Ҡөрьәндә лә әйтә:

«Күктәрҙә һәм Ерҙә йәшәгәндәр менән осар ҡоштарҙың, ҡанат ҡаға-ҡаға Аллаһты маҡтап һайрағандарын ишетмәйһеңме ни, күрмәйһеңме ни? Һәр береһе үҙ доғаһын һәм тәсбихен яҡшы өйрәнгән. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғандарын яҡшы белеп тора.» (Нур, 41)

Һәр кем Раббыбыҙҙы үҙ телендә, үҙенә бирелгән тел менән данлай. Аллаһҡа күндәмлегегеҙҙе, һөйөүегеҙҙе Ҡөрьән уҡып, намаҙ ҡылып белдергән кеүек, беҙҙең дә йырыбыҙ, осошобоҙ, бөтә тормошобоҙ – Аллаһҡа ғибәҙәт ул. Әммә һеҙ йыш ҡына быны аңлай алмайһығыҙ.

Сөләймән пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) хайуандар, ҡоштар телен барыһынан да яҡшыраҡ аңлаған, сөнки был һәләттәрҙе уға Хаҡ Тәғәләбеҙ биргән. Беҙҙең бер туғаныбыҙҙы – һөҙһөттө ул хеҙмәткә лә алған. Сөләймән пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) походҡа сыҡҡанда, һөҙһөт алдан осоп барған һәм күргәндәре хаҡында килеп хәбәр иткән.

Беҙ ҡарамаҡҡа көсһөҙ генә йән эйәләре, әммә Аллаһ теләһә, беҙгә ғәләмәт ҙур көс бирә ала, ул саҡта беҙ булдыра алмаған эш юҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалләһү ғәләйһи үә сәлләм) тыуырҙан алда бәләкәй генә әбәбил ҡоштары, Әбрахә хаким ғәскәре Ҡәғбәне емерергә ниәтләп килгәндә, уны ҡотҡарып ҡала. Күк көмбәҙен ҡара болот һымаҡ әбәбил ҡоштары ҡаплап ала. Уларҙың һәр береһенең тәпәйендә борсаҡ ҙурлыҡ ҡына Йәһәннәмдә янған балсыҡ киҫәге була. Әбрәхә ғәскәренә килеп еткәс, ҡоштар таштарын ысҡындыра һәм улар көс менән, шыйлап, һуғышсылар башына төшә, пуля һымаҡ уларҙы үтә тишә. Һуғышсылар шунда уҡ йән бирә. Кескәй генә әбәбил ҡоштары уҡсылары, һыбайлылары, хатта һуғыш филдәре булған яҡшы ҡоралланған ғәскәрҙе еңә.

Яҙғы, йәйге айҙарҙа урман, ҡырҙарҙы моңобоҙ менән йәнләндереүебеҙ, зәңгәр күктәрҙе иңләп осоуыбыҙ бик борондан шағирҙарҙы, йырсыларҙы, музыканттарҙы, рәссамдарҙы илһамландырған.

«Ни өсөн кешеләр ҡоштар һымаҡ осмай икән?» Моғайын, һәр кемгә лә осош халәте таныштыр. Бала саҡта бик күптәр төштәрендә оса. Аҙаҡ ошо тойғо ғүмер буйы әҙәмде үҙенә тартып тора.

Осошҡа ынтылышы әҙәм балаһын самолеттар уйлап табыуға этәрә, ә самолеттың конструкцияһы - ҡоштар тәне төҙөлөшөнөң үҙенсәлекле күсермәһе. Самолеттарҙың да ҡоштарҙыҡы ише ҡанаттары, корпусы, мороно, ерҙә йөрөү өсөн тәпәйҙәре (шасси) бар. Оса торған аппараттарҙы шундай уҡ аэродинамик характеристикалар менән тәьмин итеү өсөн, ғалимдар ҡоштар тәне, ҡанаттары төҙөлөшөн ентекләп өйрәнә.

Ҡоштар ҡанаты төҙөлөшөн беләһегеҙме икән? Улар еңел һәм һығылмалы аэродинамик ерлекте барлыҡҡа килтереүсе елпеүсе һәм ҡаймалаусы ҡауырһындар менән ҡапланған. Ҡоштоң тотош ҡанатында осош мәлендә күтәрелеү коэффициенты юғары булған күп һанлы ектәр барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер самолеттар ҡанатының екле конструкцияһын кешеләр ҡоштарҙан отҡан.

Осош өсөн һәр аппаратҡа күтәрелеү көсө һәм тартыу көсө кәрәк. Ҡоштар осошо өсөн дә кәрәк ул. Самолетта ул көстәр айырым бүленгән: күтәрелеү көсө – ҡанаттарға бәйле, ә тартыу көсө – двигателгә. Ҡоштарҙа күтәрелеү һәм тартыу көсөн бер ағза – елпеүсе ҡанаттар тәьмин итә.

 Гүзәл сифаттарға эйә булһаҡ та, беҙ һауаланмайбыҙ, сөнки бөтә был яҡшы яҡтарыбыҙҙы беҙгә Раббыбыҙ бүләк иткән. Беҙгә шундай күркәм сифаттар биргән, кешеләрҙең яҡшы мөнәсәбәтен тәьмин иткән Хаҡ Тәғәләбеҙгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм Уны данлайбыҙ.

Ҡоштар донъяһы төрлө һәм күп һанлы. Беҙ һәммәбеҙ ҙә – буйы 2,7 метрға, ә ауырлығы 175 килограмға еткән дөйәғоштан алып, оҙонлоғо 5,7 сантиметр, ә ауырлығы 1,6 грамм ғына булған кескәй генә колибри ҡошсоғона ҡәҙәр Раббыбыҙға ғибәҙәттәбеҙ, үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы күндәмлек менән үтәйбеҙ.

Иртән оябыҙҙан ас килеш осоп китәбеҙ. Бөрләтәүҙәребеҙҙе Аллаһ тәғәйенләгән ризыҡ менән тултырып, кисен туҡ килеш кире әйләнеп ҡайтабыҙ.

Беҙ эшсән һәм түҙемле. Беҙ ҡояш ҡалҡҡансы уҡ уянабыҙ һәм көнөбөҙҙө үҙебеҙгә, ҡошсоҡтарыбыҙға ризыҡ эҙләп үткәрәбеҙ, ағастарҙы һәм сәсеүлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлайбыҙ, бәләкәс кенә йөрәктәребеҙҙән ағылған гүзәл моңобоҙ менән һеҙҙе шатландырабыҙ, һәр мәлебеҙҙе Раббыбыҙҙы маҡтап, рәхмәтебеҙҙе белдереп үткәрәбеҙ. Беҙ өмөттәребеҙҙе тик Аллаһҡа ғына бағлайбыҙ һәм Ул кәрәкле булған нәмәләрҙең барыһын да беҙгә бирә. Хөсөтлөк һәм ҡомһоҙлоҡтары арҡаһында бер-береһен яфалаған кешеләр өсөн беҙ гүзәл үрнәк. Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙисендә әйтелгән бит:

 «Аллаһҡа ысынлап өмөт бағлаһағыҙ, Ул иртән ас килеш осоп китеп, кис туҡ килеш ҡайтҡан ҡоштарҙы ризыҡландырғандай ризыҡландырыр ине.» («Сунану Тирмизи», № 2344, 4/573)

Хаҡтыр, Аллаһ беҙҙең хаҡта үҙебеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хәстәрлек күрә. Уның Ҡеүәте һәр нимәгә етә. Өмөттәребеҙҙе Уға бағлаһаҡ, Уға ғибәҙәттә булһаҡ, Ул беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңерлек көс бирер. Мин – кескәй генә ҡошсоҡ, әммә мине бар ҡылған, миңә ғүмер биргән һәм һәр саҡ мине күҙәтеп торған, шәфҡәтенә өмөт уятҡан Аллаһтың Ҡөҙрәтен танып ҡурҡҡан остоҡ ҡына йөрәгем менән мин көслө.


Комментариев нет:

Отправить комментарий