суббота, 18 августа 2018 г.

Ағастар беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...




Һәр ағастере организм. Әлбиттә, планеталағы һәр әҙәм ағастың ниндәй икәнлеген белә. Уның терәге – олон, ә унан япраҡтар, йәшел ылыҫ менән ҡапланған йөҙҙәрсә, хатта меңдәрсә ботаҡтар китә. Ағас тамыры кеше организмындағы йөрәк ише, сөнки уның ярҙамында ул тупраҡтан көс ала, уның ярҙамында ергә йәбешеп тора.

Бына минурмандарҙа күпләп үҫкән ябай ағастарҙың береһе. Күршеләремсайырлы ҡарағайҙар, аҡ олонло ҡайындар һәм олон төбө абаға менән ҡапланған ҡыуышлы ҡарт имән. Тирә-йүнемдә зәңгәр ҡыңғырауҙар, аҡ сәскәләр, япраҡтар аҫтына боҫҡан ер еләктәре ...

Күп йылдар элек мин ботаҡтан ергә осоп төшкән орлоҡ ҡына инем. Ямғырҙарға ҡойоноп, ҡояшта йылынып, мин шытып сыҡтым, көс алып үҫә-үҫә, ҙур ағасҡа әүерелдем. Минең һымаҡ ағастар урманда меңдәрсә, ә бөтә Ер планетаһында, ғалимдар иҫәпләүенсә, беҙ 3,04 триллион. Хаҡ Тәғәләбеҙ бар ҡылған ағастар донъяһы кеше менән йәнәш миллиондарса йыл йәшәй һәм уға тоғро хеҙмәт итә.

Кешеләр быға артыҡ әһәмиәт биреп мәшәҡәтләнмәй, саф һауа ҡайҙан барлыҡҡа килеүе хаҡында ла артыҡ уйланмай. Бер уйлаһаң, тын алғанда һәм завод, фабрика, транспорттарҙан, органик матдәләр сереүенән бүленеп сыҡҡан углекислота саф һауаны сарыф итеп бөтөрөргә тейеш кеүек, ләкин һауа һаман саф һәм тын алыуға яраҡлы. Ни өсөн? Бөтә ғиллә беҙҙең япраҡтарҙағы йәшел матдәлә – хлорофилл көн яҡтыһында артыҡ углекислотаны йота һәм кислород бүлеп сығара.

Урмандарһыҙ тын алыр өсөн һауа булмаҫ, ә тупраҡ ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн кәрәк булған файҙалы матдәләрҙән мәхрүм ҡалыр ине. Донъялағы 2 миллиардтан ашыу кеше йорттарын йылытыр, ризыҡ әҙерләү өсөн утынға мохтаж. Ағастар төҙөлөштә, йорт йыһаздары, ҡағыҙ эшләү өсөн дә кәрәк. Кешеләр урмандарҙа еләк-емеш, сәтләүектәр, бәшмәктәр, ыҫмала, каучук, бик күп файҙалы дарыу үләндәрен йыя.

Һеҙ, ҡалала йәшәүселәр, шау-шыуҙан, этеш-төртөштән арыйһығыҙ, асыуланаһығыҙ, тәбиғәт менән бәйләнеште өҙгәнлектән, ауырып та китәһегеҙ. Ә паркка йәки ҡала ситенә сығыу менән, күңел тыныслығы табаһығыҙ, көс йыяһығыҙ. Беҙ, бәләкәй генә үлән ҡыяғынан алып бейек ағастарға ҡәҙәр – һәммәбеҙ Раббыбыҙҙы данлай, шуға күрә урман мөхите бәрәкәт, тыныслыҡ, яҡтылыҡ менән тулы. Бында бөтә нәмә шифалы: һауа ла, тауыштар ҙа, төҫтәр ҙә, еҫтәр ҙә, тойғолар ҙа, уйҙар ҙа...

 Ағас, урмандарҙы ижад итеүҙә Раббыбыҙҙың әр-Рахмәән (Шәфҡәтле), әл-Кәриим (Йомарт) һәм әл-Хакиим (Хикмәт эйәһе) кеүек иң күркәм сифаттары сағылыш тапҡан.

Урман – бихисап хайуан, ҡош, бөжәктәрҙең тыуған йорто. Ағастарҙы ҡырҡа башлаһалар, улар был урындарҙан китергә мәжбүр, сөнки төйәк һәм ризыҡ биргән ағастарһыҙ улар йәшәй алмай. Ғүмеренең күп өлөшөн ҡоштар ағас ботаҡтарында үткәрә. Бында улар оя ҡора, бала сығара, ризыҡланыр өсөн бөжәк һәм емеш таба, дошмандарынан ҡаса. Хайуандар япраҡтар, ағас ботаҡтары менән туҡлана, ҡайһылары емештәрен ашай. Мәҫәлән, ҡабандар имән сәтләүеген ярата, тейендәр – тубырсыҡтарҙы, ә ҡондоҙҙар һәм ҡуяндар ағас ҡабығын, йәш үҫентеләрҙе.

Кешеләр ағастарҙан файҙа күрергә өйрәнде. Аллаһ ихтыяры менән, тырышлыҡ һәм хеҙмәт һалып, улар емеш баҡсалары үҫтерә. Ул баҡсаларҙа үҫкән емеш-еләктең төрлөлөгө хайран ҡалдыра.

 Алмалар, грушалар, сливалар, сейәләр, манголар, әфлисундар, финиктар, инжирҙар, банандар бер үк ерҙән туҡланып, бер үк ҡояш аҫтында, бер үк ямғырҙарға ҡойоноп үҫә, әммә берәүҙәре балдай, икенселәре әскелтем-татлы, ә өсөнсөләре әсе. Ҡайһылары ҙур, ҡайһылары бәләкәй. Ҡайһылары айырым үҫә, ҡайһылары тәлгәш булып. Ни өсөн бер үк тупраҡта емештәренең формаһы, төҫө, тәме, еҫе айырылып торған бихисап ағастар үҫә? Ҡайҙан алған улар был сифаттарҙы? Байлығы һәм төрлөлөгө менән ғәжәпләндергән йәнле донъяны барлыҡҡа килтергән Хаҡ Тәғәләбеҙҙең һоҡланғыс сәнғәт емеше түгелме ни былар?! Ул һәр бер йән эйәһенә үҙенә генә хас сағыу үҙенсәлектәр биргән, һәм ул үҙенсәлектәр, компакт-дискыла һаҡланған һымаҡ, һәр кемдең ДНК молекулаларында һаҡлана, ата-әсәләренән мираҫ булып, киләһе быуындарға тапшырыла.

Ә ниндәй ағас иң бәхетлеһе тип һаналғанын беләһегеҙме икән? Улар – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәтте (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм) күреү, ул үткәндә, уны сәләмләү бәхетенә ирешкән туғандарыбыҙ. Улар араһында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм) вәғәз һөйләгәндә баҫып торған финик пальмаһы бүрәнәһе лә бар. Бүрәнә Аллаһ Илсеһенә (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм)  хеҙмәт итә алғаны, уның янында була алғаны өсөн бик тә бәхетле булған. Һуңғараҡ, сәхәбәләр минбәр төҙөгәс һәм Пәйғәмбәребеҙ (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм) вәғәздәрен шунан һөйләй башлағас, пальма бүрәнәһе, ыңғырашып, кеше һымаҡ һыҡтап илап ебәргән. Ҡапыл барлыҡҡа килгән тынлыҡта барыһы ла финик пальмаһы бүрәнәһенең һыҡтауын, ыңғырашыуын ап-асыҡ ишеткән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм), һүҙен бүлеп, уның янына килгән, тынысландырып һыйпарға керешкән. Уның яғымлы һүҙҙәренән иреп, бүрәнә тынысланған, тынып ҡалған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән айырылыуҙан уның яфаланыуы беҙҙең уға һөйөүебеҙҙе һәм һағышыбыҙҙы көсәйтә, шуға күрә беҙ финик пальмаһын арабыҙҙа иң маҡтаулы ағас тип иҫәпләйбеҙ.

Арабыҙҙа ҡайғы менән бәйле туғандарыбыҙ ҙа бар. Улар – Мәккәнең энәле ағастары, был ағастарҙың ботаҡтарын Пәйғәмбәребеҙҙең (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм) бабаһы Әбү Ләһәб һәм уның ҡатыны ҡараңғыла Пәйғәмбәребеҙ (саллалләлаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөрөгән юлға ташлаған, һәм энәләр уның аяғына ҡаҙалып ҡанатҡан. Был туғандарыбыҙҙың ыҙаларын һөйләп аңлатырлыҡ түгел, улар мәңгелек тормошта Аллаһ язаһын күрәсәк Әбү Ләһәбте һәм уның ҡатынын ҡарғаған...

Ағастарҙың ҡиммәтен аңламайынса, ҡайһы бер кешеләр ботаҡтарыбыҙҙы һындыра, олондарыбыҙға яҙа, йәрәхәтләй, һәләк итә. Тик ниндәй хәлдә булһаҡ та, беҙ, үпкәләмәйенсә һәм үс алырға теләмәйенсә, күләгәләр биреп, емештәребеҙҙе бүләк итеп, төҙөлөш материалдары һәм утын биреп, сәскәгә күмелгән баҡсаларыбыҙ, урмандарыбыҙ шауы менән донъяны йәмләп, кешеләргә һис аурһынмай хеҙмәт итәсәкбеҙ.

Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе кешегә хеҙмәт итеү өсөн барлыҡҡа килтергән, һәм беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий