понедельник, 27 августа 2018 г.

Эттәр беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә...



Таныш булайыҡ, мин – "Батыр" ҡушаматлы эт, мин үҙемдең оямда йәшәйем һәм яратҡан хужамдың йортон, ҙур баҡсаһын, мал һарайын һаҡлайым. Мин, өрөп, насар уйлы кешеләрҙең яҡынлашыуы хаҡында иҫкәртәм һәм бурҙарҙы үҙ биләмәмә үткәрмәйем.
Ерҙә йәшәгән йөҙҙәрсә мең йыл дәүерендә кеше бик күп ҡырағай хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы ҡулға эйәләштергән. Ҡырағай, йыртҡыс хайуандан үҙ хужаһы өсөн үлергә лә әҙер булған ышаныслы һәм тоғро дуҫҡа әйләнгән эт кешенең дүрт аяҡлы һәм ҡанатлы дуҫтары араһында айырым урын биләй. Кеше һәм эттең дуҫлығы быуаттар төпкөлөнән килгән тоғролоҡ менән көслө. Эттәр хужаһын һүҙһеҙ ҙә аңлап тора, хужаһын аңлау өсөн, уға беленер-беленмәҫ ым йәки ҡараш та етә. Ерҙә кешене хәлифә итеп яралтҡан Хаҡ Тәғәләбеҙ был тоғролоҡто һәм фиҙаҡәрлекте беҙҙең асылыбыҙға һалған. Раббыбыҙ кешеләрҙе барлыҡҡа килтермәһә, ерҙә бер хайуан да булмаҫ ине.
«...Раббың фәрештәләргә әйтте: «Мин ер йөҙөнә (Әҙәмде) хәлифә (башлыҡ, хужа) итеп яралтасаҡмын...» (Баҡара, 30).
Ите-һөтө менән туҡланһын өсөн, иң яҡшы ижад емешенә Ул һыйыр, кәзә, һарыҡтарҙы, егеп йөрөр һәм ауыр йөктәр ташыр өсөн аттарҙы, дөйәләрҙе бар ҡылған. Йәннәт баҡсаларын хәтергә төшөрһөн өсөн, Ул һыуҙарҙа йөҙгән ғәжәйеп балыҡтарҙы, күктә гүзәл ҡауырһынлы, тауышы менән әсир итеүсе ҡоштарҙы бар ҡылған.
Арыҫлан, юлбарыҫ, бүре ише ҡурҡыу тыуҙырған йыртҡыс хайуандар ҙа бар. Улар Аллаһтың асыуы хаҡында киҫәтә. Аллаһтың асыуына тарымаҫ өсөн, кеше, нығыраҡ тырышлыҡ һалып, Аллаһ әмерҙәрен һәм тыйыуҙарын үтәй башлай.
Эттәр – кешеләрҙең тоғро һәм яҡын юлдаштары. Аҡыллы, һиҙгер, көслө һәм түҙемле эттәр көтөү көтөшә, һунар табышын эҙәрлекләй, йортто, хужаларын һаҡлай. Тора-бара кешеләр эттәрҙең төрлө тоҡомдарына төрлө сифаттар хас булыуын күреп ҡала, шулай итеп ҡарауыл, һунар, екке һәм башҡа байтаҡ һөнәрҙәрҙе үҙләштергән эттәр барлыҡҡа килә. Аллаһ бүләк итеп биргән һәләттәре арҡаһында, уларҙың һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән эште еренә еткереп үтәй.

Хужамдың йортон һәм уның тирә-яғын һаҡлау – минең вазифа, шуға күрә миңә аҡыл да, һаҡ ҡолаҡ та, иғтибарлылыҡ та бик кәрәк. Мин талымһыҙ, сыҙамлы, теләһә ниндәй климат шарттарына ла яраҡлаша алам. Һаулығым яҡшы, тыныс холоҡломон, һиҙгермен, тауышым көслө. Минең ике туғаным бар. Береһе – Йылғыр – һунар эте. Уғата һиҙгер, етеҙ, көслө булыуы арҡаһында, ул һунар табышын эҙәрлекләп, йәһәт кенә тотоп ала. Икенсеһе –  Зирәк – ҙур һыйыр көтөүен көтә. Малды көтөүлеккә алып барыу һәм алып ҡайтыу, йыртҡыстарҙан һаҡлау уның өҫтөндә. Уға малдар артынан күп сабырға тура килә, шуға күрә ул көслө лә, етеҙ ҙә, түҙемле лә. Ҡалын, тығыҙ йөнө уны ямғырҙан да,  40 градусҡа еткән эҫеләрҙән дә, йыртҡыстар тешенән дә һаҡлай. Һәр беребеҙҙең үҙ хеҙмәте, үҙ шөғөлө бар, был турала пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалләһү ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән:
«Эттәрҙе өс маҡсат өсөн тоторға мөмкин: һунар өсөн, малды ҡарап йөрөтөү һәм сәсеүлектәрҙе һаҡлау өсөн.» охтасар, Мөслим, 121). Фекерләп ҡарағыҙ: беҙ, хайуан итеп бар ҡылынған эттәр, хужабыҙға шул ҡәҙәр тоғробоҙ икән, һеҙ, кешеләр, Хаҡ Тәғәләбеҙгә тоғролоҡ хаҡында нисек онота алаһығыҙ?!
Күп кенә халыҡтарҙа шундай әйтем бар: «Тоғролоҡҡа эттәрҙән өйрәнергә кәрәк.»
Әгәр хужаһы ниндәйҙер сәбәп менән юҡҡа сыҡһа, эте түҙемле рәүештә уны көтәсәк. АҠШ-тың Миссури йылғаһы буйында Шеп атлы овчаркаға һәйкәл тора. 1937 йылда, вафат булған хужаһын поездан пароходҡа күсергәс пәйҙә була бында Шеп. Алты йыл буйы көн һайын тоғро эт, мөғжизә көтөп, поездарҙы ҡаршы ала. Эт – кешегә иң ныҡ тоғро хайуан, ул һуңғы көнөнә ҡәҙәр хужаһына арымай-талмай хеҙмәт итә.
Енәйәттәрҙе асҡанда, енәйәтселәрҙе эҙәрлекләгәндә, харабалар аҫтында ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарғанда, эттәрҙең тоғро хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡарауыл һәм эҙәрлек эттәре дәүләт сиктәре һағында, енәйәтселәр, ҡоралдар, наркотиктар, шартлатҡыс матдәләр һәм ҡорамалдар эҙләгәндә файҙаланыла.
Екке эттәрҙән торған егем - Алыҫ Төньяҡта йәшәүселәрҙең транспорт сараһы (һәр эткә 40-50 кг йөк тура килә, егемдең тиҙлеге сәғәтенә 15 километр). Геологик эҙләнеүҙәр экспедицияһы составындағы эттәр файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү менән шөғөлләнә.
Әгәр эттәр, махсус әҙерлек үткәндән һуң, шундай мөһим һәм кәрәкле эштәр атҡара ала икән, Хаҡ Тәғәләбеҙҙең иң күркәм ижад емеше булған, аҡыл һәм һәләттәр менән бүләкләнгән һәм рухи тәрбиә алған кеше иҫ киткес гүзәл ғәмәлдәр ҡыла ала түгелме ни?! Нәфсе ауҙарынан ҡотолоп, зирәк зиһен, күркәм холоҡ, тулы иманға эйә әҙәм һәр аҙымы менән Раббыһына яҡынлаша!

Әгәр әҙәм үҙен тәрбиләмәһә, хайуан кимәленән дә түбән тәгәрәүе ихтимал. Исламға ҡәҙәр кешеләр, ҡыҙҙар егеттәр һымаҡ яу яланында дан ҡаҙанмаясаҡ, намыҫын һаҡлай алмай ғаиләне хурлыҡҡа төшөрүе генә мөмкин тип, яңы тыуған ҡыҙ балаларын тереләй ергә күмгән. Миһырбанлыҡтан, кешелеклелектән мәхрүм был әҙәмдәр, хәйерселеккә төшөүҙән ҡурҡып, ҡыҙ балаларын үлтергән, шул уҡ ваҡытта йорттарын һаҡлар, көтөү көтөр һәм һунарға йөрөр өсөн эттәр тотҡан. Уларҙың үҙ балалары эттән дә кәм баһаланған. Эт булһам да, миңә улар өсөн оят.

Бала тапмаҫ өсөн төрлө саралар уйлап тапҡан хәҙерге заман кешеләре ҡыҙ балаларын тереләй күмгән ул кешеләрҙән ҡайһы яғы менән артыҡ? Әлеге мәлдә Америкала, Европала, Японияла һәм башҡа илдәрҙә балалар табып тәрбиләү урынына эттәр аҫрау модаға инеп китте. Хайуандар өсөн аҙыҡ-түлек, уйынсыҡтар, йорт йыһаздары, биҙәнеү әйберҙәре, кейем-һалыу эшләп сығарыу буйынса тотош индустрия барлыҡҡа килде. Тирә-йүндәгеләрҙең ҡотон алған ҙур һәм уҫал эттәрҙе йәмғиәттә үҙҙәренең баһаһын арттырыу, эстәренә йыйылған уҫаллыҡты ҡәнәғәтләндереү өсөн тоталар. Ҡайһы берҙәре беҙҙе үҙенә күрә бер биҙәүес итеп аҫрай һәм аксессуар рәүешендә йөрөтә. Икеһе лә хайуандарҙы кәмһетеү булып тора!

Ә беҙ үҙебеҙгә ҡарата шәйех Баһаутдин Нәҡшибанд мөнәсәбәтен теләр инек – ул башҡалар ерәнеп ситкә тибәргән эттәрҙе ашата, яралы һәм ауырыу эттәрҙе дауалай торған булған. Бөйөк әүлиәнең Аллаһ мәхлүктәренә мөнәсәбәте хаҡында уйланғанығыҙ булманымы? Хаҡ Тәғәләбеҙ бүләк итеп биргән үҙенсәлектәребеҙ арҡаһында, беҙ асыҡ күк аҫтында ла йәшәй алабыҙ. Беҙҙе фатирҙарында тотҡан кешеләр изгелек эшләйбеҙ тип уйлай, әммә улар бер нимәне аңламай: улар беҙҙе тәбиғәтебеҙгә ярашлы нормаль тормоштан айыра.

Бер эткә ҡарата ғына булған шәфҡәтлелек, Пәйғәмбәребеҙ, саллалләһү ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре буйынса, кешене Йәннәткә алып инеүе ихтимал. Гонаһлы бер әҙәм, ҡойоға төшөп, ботинкаһы менән һыу һирпеп алып, сарсауҙан йонсоған этте эсергән. Игелеге өсөн, Аллаһ уны ярлыҡап, Йәннәткә индергән. Күреүебеҙсә, Аллаһ мәхлүктәренә ҡарата ихлас миһырбанлылыҡ, шәфҡәтлелек иҫ киткес бүләк алыуға юл асыуы ла ихтимал.



Комментариев нет:

Отправить комментарий