пятница, 31 августа 2018 г.

Ер аҫтын төйәк итеүселәр беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә…







Бына ул мин! Һуң ҡайҙа ҡарайһығыҙ? Минселәүсен, һеҙ баҫып торған ер аҫтынан һөйләйем хәбәремде. Һеҙ күрмәһәгеҙ ҙә, тупраҡ төрлө йән эйәләре менән шығырым тулы. Тормошобоҙ шау ер аҫтында үтә: бында беҙ йәшәбеҙ, эшләйбеҙ, ял итәбеҙ. Бындабеҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Ер ҡышҡы ыҙғыр һыуыҡтарҙа беҙҙе йылыта, йәйге селлә эҫеһендә һалҡынлыҡ бирә. Оҙайлы көҙгө ямғырҙарҙа ер бүртә, урыны-урыны менән һыу аҫтында ҡала. Ә ҡышын ул ҡалын юрған ише ҡар менән ҡаплана. Ул заманда һеҙ селәүсендәрҙе лә, бөжәктәрҙе лә, ҡырмыҫҡаларҙы ла күрмәйһегеҙ, сөнки беҙ ер аҫты юлдары буйлап ямғыр һыуҙары үтмәгән, ҡышын тотороҡло температура булған йорттарыбыҙға төшәбеҙ. Ер йылыны насар үткәрә, шуға күрә уның ҡуйынында йылы оҙаҡ һаҡлана һәм беҙ төрлө шарттарҙа ла ер аҫтындағы йортобоҙҙа имен, рәхәт йәшәйбеҙ.

Хаҡтыр, Раббыбыҙ ер ҡуйынын төйәк иткән, күҙгә күренеп бармаған Үҙенең бихисап кескәй йән эйәләре хаҡында ла хәстәрлек күрә. Ул битәр-Рахмәән (Шәфҡәтле) һәм әлүһәймин (Һаҡлаусы). Беҙ, бөтә тере йән эйәләре һымаҡ, һауа, һыу, ризыҡҡа мохтажбыҙ. Раббыбыҙ беҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегебеҙҙе белә һәм беҙгә уны бирә. Тупраҡ мөхитендә йәшәүселәрҙең үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәре бар. Үҙенең физик сифаттары буйынса беҙ йәшәгән мөхит ҡаты, тығыҙ, кислород һәм дымға ярлы. Бында ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә, остоҡ ҡына яҡтылыҡ та үтеп инә алмай. Үҙ хикмәте менән Хаҡ Тәғәләбеҙ ер аҫтын төйәк итеүселәргә ғәжәйеп үҙенсәлектәр бүләк иткән: тупраҡ араһындағы кескәй генә ерҙә уңайлы итеп урынлаша алыу өсөн, кәүҙәләребеҙ ғәҙәттән тыш бәләкәй, һығылмалы; тупраҡ араһында йөрөй алыр өсөн, мускулдарыбыҙ ныҡ; ҡайһыларыбыҙ һыуҙағы кислородты еңел генә үҙләштерә, ҡайһыларыбыҙ бөтә тәне менән тын ала. Ә ҡуңыҙҙар, мәҫәлән, ҡарышлауыҡ хәлендә саҡта, яҡтылыҡҡа ла, дымға ла, ризыҡҡа ла мохтаж түгел.

Һуҡыр сысҡан ише ҙурыраҡ хайуандарҙың ерҙе йырып барыу өсөн ҡаты тырнаҡлы аятары бар, шулар ярҙамында улар боролмалы оҙон юлдар яра. Һөтимәрҙәрҙә еҫ һиҙеү ағзалары яҡшы үҫешкән, әммә улар бер нәмә лә күрмәй. Тәндәре шыма, тығыҙ, йөндәре ҡаты һәм ҡыҫҡа. Бөтә был үҙенсәлектәре уларға ер аҫтында бик уңайлы тормош көтөргә мөмкинлек бирә.

Һәр бер йән эйәләренеке һымаҡ, беҙҙең дә дошмандарыбыҙ бар. Кешеләр арыҫлан, юлбарыҫ, бүре, ағыулы йыландарҙан ҡурҡа, ә беҙгә, селәүсендәргә, улар ҡурҡыныс түгел. Беҙ ҡоштарҙан, тәлмәрйендәрҙән, һуҡыр сысҡандарҙан, терпеләрҙән, бурһыҡтарҙан шөрләйбеҙ, сөнки беҙ уларҙың ризығы. Кешеләр иһә уларҙан ҡурҡмай.

Хаҡ Тәғәләбеҙ бар ҡылған һәр йән эйәһенең үҙенә тейешле ризығы бар. Бер йән эйәһенең икенсе берәүҙең ризығы рәүешендә ғүмере өҙөлөүе лә ихтимал – тәбиғәттәге баланс һәм тигеҙлек шулай һаҡлана.

Әлбиттә, ямғыр селәүсене ниндәй икәнлеген һәммәгеҙ белә. Көслө ямғырҙарҙан һуң, беҙ ер өҫтөнә сығабыҙ, сөнки һыулы тупраҡта беҙгә һауа етмәй. Исемде лә беҙгә шунан сығып ҡушҡандар. Башҡа ваҡытта беҙ тупраҡ эсендә көн күрәбеҙ. Ерҙә йәшәгән бихисап йән эйәләре менән бергә беҙ тупраҡты йомшартабыҙ, үҫемлек ҡалдыҡтарын эшкәртәбеҙ, ерҙең сифатын яҡшыртабыҙ.

Беҙ һөрөлмәгән, химик ашламалар ҡулланылмаған ерҙә күпләп көн итәбеҙ. Тәүлек эсендә ауырлығыбыҙға тиң тупраҡты үҙебеҙ аша үткәрәбеҙ. Әлбиттә, ауырлығыбыҙ ярты грамм ғына, әммә бер сутый ерҙә 10 меңгә ҡәҙәр селәүсен ғүмер һөрөүе мөмкин, бергәләп беҙ көн һайын 5 килограмм уңдырышлы тупраҡ эшләп сығарабыҙ.

Беҙҙең тормош шундай. Раббыбыҙ барлыҡҡа килтергән һәр йән эйәһенең үҙ вазифаһы бар. Һәр йән эйәһенең үҙ төйәге, йәшәү формаһы, ризығы, бурыстары бар. Беҙҙең арала бушты бушҡа ауҙарып йөрөгән берәүҙе лә күрмәҫһегеҙ. Беҙ һеҙ булдыра алмағанды атҡарып сыға алабыҙ: органик ҡалдыҡтарҙы ер менән ҡуша йотабыҙ, аш һеңдереү системаһы аша үткәрәбеҙ, эшкәртәбеҙ, үҙебеҙгә кәрәктәрен айырып алабыҙ, ҡалғанын кире сығарабыҙ. Аллаһ беҙҙе ысын ер эшкәртеүселәр һәм санитарҙар итеп бар ҡылған, ерҙе уңдырышлы итеү менән бергә, беҙ ауырыу таратыусы бәшмәк, бактерия һәм уларҙың спораларын зарарһыҙландырабыҙ. Ямғыр селәүсендәре арҡаһында, органик ҡалдыҡтар тәмле ер еҫе килеп торған, үҫемлектәр үҫеше, еләк-емештәрҙең һутлы булып өлгөрөүе өсөн уғата кәрәк булған  гранулаларға әүерелә.

 Уйлап ҡарағыҙ инде: Раббыбыҙҙың хикмәте менән, беҙ, ҡулдары ла, аяҡтары ла, күҙҙәре лә, ҡолаҡтары ла булмаған остоҡ ҡына йән эйәләре, нисек хеҙмәт итәбеҙ? Беҙ, селәүсендәр, бешкән макарон ише тәндәребеҙ менән ҡаты ерҙә нисек юлдар ярабыҙ? Күҙҙәребеҙ булмай тороп, дөм ҡараңғыла нисек юл табабыҙ? Нисек беҙ ер өҫтөндә лә, ер аҫтында ла йәшәй алабыҙ? Әгәр беҙҙең һымаҡ ун ғына минут ер аҫтында торһағыҙ, һеҙҙең менән нимә булыр ине? Ҡуҙғалырға, тын алырға хәлегеҙҙән килер инеме? Юҡ, һеҙ быны булдыра алмаҫ инегеҙ, ғүмерегеҙ ҡыл өҫтөндә ҡалыр ине.

Ер аҫтындағы тере донъя – гүзәл рәүештә яралтып, һәр йән эйәһенә үҙенә генә хас сифаттар, тормош биреүсе Аллаһ мөғжизәһе. Әгәр Ул теләһә, беҙҙең ише кескәй генә йән эйәләренә кешеләрҙең көсө етәгән мөмкинлектәр бирә ала. Тыңлағыҙ әле, Изге Ҡөрьәндә Раббыбыҙ бына ниндәй әмер бирә:

«Күктәрҙәге, Ерҙәге һәммә-барсаһы Уныҡы. Уның янындағылар (фәрештәләр) тәкәбберләнмәй. Уға ғибәҙәт ҡылыуҙан арымай. Улар арымай-талмай кисен-көндөҙөн тәсбих (Аллаһҡа маҡтау) әйтә. (Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр), 19-20).


Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе һеҙгә, кешеләргә, хеҙмәт итеү өсөн барлыҡҡа килтергән. Вазифабыҙҙы даимән иҫтә тотоп, беҙ һеҙҙең аяҡ аҫтында, ер ҡуйынында арымай-талмай хеҙмәт итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе бар ҡылған, ер ҡуйынында йәшәткән Раббыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдеререгә, Уны данларға ла онотмайбыҙ. Беҙҙең тәндәребеҙ, әйтерһең, гел сәждәлә. Һеҙ Уға ғибәҙәт ҡылған кеүек, беҙ ҙә уға ғибәҙәт ҡылабыҙ. Әһәмиәтһеҙ йән эйәләре тип уйламағыҙ беҙҙе, беҙҙе лә Аллаһ бар ҡылған. Ямғырлы көндә, беҙ ер өҫтөнә сыҡҡанда, зинһар, иғтибарлы булығыҙ, аяҡ аҫтарығыҙға ҡарап йөрөгөҙ, беҙҙе һытып ҡуймағыҙ! 
















Комментариев нет:

Отправить комментарий