воскресенье, 2 сентября 2018 г.

Кеше беҙҙең менән ни ҡәҙәр гүзәл һөйләшә…





Кешенең барлыҡҡа килеүе

Был донъяға килгәнгә ҡәҙәр мин ҡайҙа булдым, ни өсөн тыуҙым, аҙаҡ ҡайҙа юл тотасаҡмын, тип уйланғаның булғандыр, моғайын. Тәүге кеше ерҙә нисек барлыҡҡа килгән? Һәр заманда ла кешеләр ошо һорауҙы үҙҙәренә ҡабат-ҡабат бирә. Ул мәсьәләгә ҡағылышлы бик күп ҡараштар йәшәй, әммә шуларҙың ҡайһыһы дөрөҫ һуң? Әйҙәгеҙ, быуаттар буйы кешелекте ҡыҙыҡһындырған был һорауға яуапты бергәләп эҙләйек.

Һеҙҙең биология дәреслеге кешенең килеп сығышына фәнни яуапты Ч.Дарвиндың эволюция теорияһына таянып бирә. Уның буйынса, кеше, бөтә тере йән эйәләре һымаҡ, үҙҙәренән-үҙҙәре, бер күҙәнәктән, тәбиғи һайланыш һәм осраҡлы үҙгәреш арҡаһында барлыҡҡа килгән:

«Һөтимәрҙәр һөйрәлеүселәрҙән барлыҡҡа килгән. 35 млн. йыл элек боронғо һөтимәрҙәрҙең примитив төркөмөнән артабан приматтар биреүсе хайуандар төркөмө айырылып сыға. Уларҙан парапитектар (боронғо маймылдар) һәм шулай уҡ 8 млн. йыл элек үлеп бөткән дриопитектар (ағас маймылдары) барлыҡҡа килә... Асыҡ яландарҙа йәшәүселәр, тирә-яҡты байҡау өсөн, ике аяғына баҫырға мәжбүр була… Тора-бара, улар, ҡул менән йөрөүҙән баш тартып, ике аяҡҡа баҫа, ҡулдарын бушата... Дриопитектар, моғайын, кешеләрҙең башланғысы булған австралопитектарға ғүмер биргәндер. Улар 5 млн. йыл элек йәшәгән һәм хеҙмәт ҡоралдары рәүешендә таштар, таяҡтар, һөйәктәр ҡулланған, был уларҙың аҡыл кимәлен үҫтереп, уйларға, һөйләргә һәләтле кеше барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған. Яйлап тәүтормош кешеһенең мейеһе һәм оҫталыҡтары үҫешкән. Таш ҡоралдарынан ул тимер быуатына күскән һәм яҙыу, архитектура, фәндәр, сәнғәт барлыҡҡа килгән Месопотамия һәм Мысыр кеүек бөйөк цивилизацияларға нигеҙ һалған.»

 Донъяға материаль күҙлектән сығып баҡҡан, Раббыбыҙҙың барлығын танымаған эволюционистар ғаләмдең һәм кешенең барлыҡҡа килеүен осраҡлы хәлдәргә ҡайтарып ҡалдыра, тик был һорауға икенсе төрлө яуап та бар. Уны беҙ Изге Ҡөрьәндә таба алабыҙ. Раббыбыҙ кешенең барлыҡҡа килеү серен асып һала:

 «Әй, кешеләр! Һеҙҙе бер йәндән яралтҡан һәм уға ҡатынды бар иткән, уларҙың икеһенән ир енесен һәм ҡатын енесен үрсеткән Раббы ҡаршыһында (гонаһ ҡылыуҙан) ҡурҡығыҙ…» (Нисә (Ҡатындар), 1).

Генетика закондарынан шул билдәле: ата-әсәләрҙең үҙ ғүмерҙәре эсендә ирешкән сифаттары һәм күнекмәләре киләһе быуындарға күсмәй. Шуға күрә ниндәйҙер маймылдың ике аяҡта тора алыуы киләһе быуын маймылдарҙың һөлдәһе үҙгәреүгә сәбәп була алмай. Кеше һәм маймылдың төрлөсә хәрәкәт итеүе һөлдәләре төҙөлөшөнөң төрлөлөгө менән аңлатыла. Австралопитектарҙың маймылдарға хас булған һөлдәһе, килеш-килбәте ике аяҡта йөрөүгә насар ҡулайлашҡан, уларҙы кешеләрҙең ата-бабаларына индерергә бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.

Дәреслегегеҙҙә әйтелеүенсә, нәҫел мәғлүмәтенең күсәгилешлеге хромосомаларға бәйләнгән. Һәр йән эйәһе билдәле нисбәттәге хромосомаға эйә. Маймылдарҙа ул 48, ә кешелә – 46, йәғни, кеше һәм маймыл тере организмдарҙың төрлө төрөнә ҡарай һәм генетика, анатомия, физиология һәм башҡа кимәлдәрҙә улар араһында оло айырма бар. Эволюция теорияһы буйынса, кешенең маймылдан килеп сығышы хромосомаларҙың кинәт үҙгәреүенә, мутацияһына - «артыҡ» ике хромосоманың юҡҡа сығыуына бәйле булырға тейеш. Юғары тере организмдарҙа хромосомалар нисбәтендә тайпылыштар булғандарҙың нәҫеле ҡорой, улар йәшләй һәләк була. Һис шикһеҙ, был шуны иҫбатлай: баштан уҡ кеше кеше булған, ә маймыл - маймыл!

Изге Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итеп, тәүге кешенең барлыҡҡа килеү тарихын Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Үҙенән белешәйек! Ерҙе һәм ете ҡат Күкте бар ҡылып, Раббыбыҙ, Ерҙе йәмләр өсөн, кешене барлыҡҡа килтерергә теләгән. Уның әмере буйынса, фәрештә төрлө урындарҙан тупаҫ һәм йомшаҡ, ҡара һәм аҡ балсыҡтарҙы алып килгән һәм уны тоҙло һәм сөсө һыуҙар менән баҫҡан. Шул рәүешле Хаҡ Тәғәләбеҙ был материалға төрлө халыҡ, раса, милләт, характерҙарға хас сифаттарҙы һалған. Әҙер балсыҡтан Аллаһ тәүге кешене – Әҙәмде (ғәләйһис-сәләм) барлыҡҡа килтергән.

Раббыбыҙ Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) тәнен гүзәл ҡиәфәттә бар ҡылған, камил ағзалар булдырған. Йәннәт ҡапҡалары алдына тәүге кешенең әлегә йәнһеҙ тәне (60 терһәк оҙонлоғонда- 30 метр) һалып ҡуйылған.

«Шулай итеп, Аллаһ фәрештәләргә әйтте: «Мин зыңғылдап торған (саф) балсыҡтан, уға рәүеш биреп, бер кеше яралтасаҡмын. Уға рәүеш бирелгәс, йән өрөлгәс, һеҙ уға сәждә итерһегеҙ.» (Хижр, 28-29).

 Раббыбыҙ, кешегә йән өрөп һәм Үҙенең камил ижад емеше булған кеше алдында сәждә ҡылырға әмер биреп, уны бөтә барлыҡтан өҫтөн ҡылған. Аллаһтан өрөлгән йән гонаһтарҙан азат. Йәнебеҙ генә рухиәтебеҙгә яҡшыны ямандан, дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итә ала.

Хаҡ Тәғәләбеҙ Әҙәмде (ғәләйһис-сәләм) Йәннәткә индерә. Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) ете Күк буйлап сәйәхәт итә, Аллаһ яралтҡан бөтә барлыҡты күрә, бөтә нәмәләрҙең, төшөнсәләрҙең атамаларын өйрәнә. Барлыҡҡа килгәндә үк кешегә аҡыл һәм абстракт фекерләү ҡеүәһе бирелә. Инстинктҡа таянып эш иткән хайуандарҙан айырмалы рәүештә кеше интеллектының бик юғары булыуы хаҡында һөйләй был. Хаҡ Тәғәләбеҙ кешегә, Раббыһы хаҡындағы ғилемде эҙләһен, яҡшыны ямандан айыра алһын һәм һайлаған юлы өсөн яуап тота алһын өсөн, уйланыу һәм рухи эҙләнеүҙәр һәләтен һалған:

 «...һәр әҙәми затҡа һәм уны (Ер йөҙөндә йәшәрлек итеп) яралтҡан, уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәм: йәнен пак тотҡан кеше моратына (Сәғәҙәткә) ирешәсәк. Выжданын кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк.» (Шәмс (Ҡояш), 7-10)

Ҡөрьәндә асыҡтан-асыҡ әйтелә: әҙәмдең барса ғәҙәттән тыш һәләттәре Раббыбыҙ бүләге, уларҙың эволюция барышында хайуандарҙан алыныуы мөмкин булмаған хәл.

 Әҙәмдең өҫтәге һул ҡабырғаһынан Аллаһ уға ҡатынын – Һауаны бар ҡыла. Тәүге кешеләр Йәннәттә көн күрә, әммә иблистең хөсөтлөгө арҡаһында, Ергә һөрөлә. Гонаһтары өсөн тәүбә ҡылғас, улар, Раббыбыҙ әмерҙәренә буйһоноп, һәйбәт итеп йәшәй башлай, кешелектең тәү ата-әсәһе булып китә. Яйлап ерҙә кешеләр күбәйә башлай.

Анатомия дәреслектәренән ауырға ҡалыу һәм баланың әсә ҡарынындағы үҫеше тураһында беләһегеҙ. Ә хәҙер Изге Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итәйек.

Ҡөрьәндә бәйән ителгән кешеләрҙең нисек ишәйеүе, үрсеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр хәҙерге медицина өлкәһендәге ғилемдәргә тулыһынса тап килеүе менән хайран итә. Кешенең үҫеше ир-аттың енси күҙәнәктәре – сперматозоидтар һалынған «тамсынан» әсә ҡарынында башлана. Ата-әсәнең генетик коды һалынған сперматозоид һәм инә күҙәнәк берләшкәс, бер күҙәнәкле яралғы – зигота  барлыҡҡа килә. 3-4 көн дауамында ул бүленә. 6-7 көндән яралғы, әсә ҡанынан туҡлыҡлы матдәләрҙе алыу өсөн, балаятҡыға үтеп инеп йәбешә. Ҡөрьәндә был осор «ғәләк» (ойошҡан ҡан), һүҙмә-һүҙ «нимәгәлер йәбешкән нәмә» тип атала. 28 көн тигәндә, яралғы тешләнгән ит киҫәгенә оҡшап ҡала. Ғәжәп, Ҡөрьәндә тап ошо стадия «мутға» – тешләнгән ит, тип телгә алына...

 «Унан һуң шул шәһүәт тамсыһын ойошҡан ҡан (яралғы) хәленә килтерҙек; ҡанды епсел-епсел иттек; уны һөйәккә (һөлдәгә) әүерелдерҙек, шул һөйәктәрҙе ит менән ҡаплаттыҡ. Һуңынан уны башҡа рәүешкә (кеше һүрәтенә) килтереп хасил иттек (йән өрҙөк). Ижад (барлыҡҡа килтереү) менән шөғөлләнеүселәрҙең иң бөйөгө, иң данлыһы – Аллаһ Тәғәләлер!» (Мөьминүн (Мөьминдәр), 14)

 Бер ай ахырында буйы 6,5 мм ғына булған кескәй генә яралғының тәнендә йөрәк, бөйөр кеүек төп ағзалар, ҡан һәм лимфа тамырҙары, ҡан барлыҡҡа килә. 5-8 аҙна тигәндә, аяҡ-ҡулдар, 6-сы аҙнала ҡолаҡтар, күҙҙәр пәйҙә була. 7-се аҙнала ҡул һәм аяҡ бармаҡтары формалаша. 8-се аҙнала ағзалар тулыһынса урынлашып бөтә.

Кеше яралғыһының һәр күҙәнәге Хаҡ Тәғәләбеҙ һалған программаны үтәү өсөн тәғәйенләнгән. Тәүҙә кеҫәл һымаҡ булған яралғы кеше ҡиәфәтен ала. Үҫештең 3-сө айында ул яралғы, бала тип атала башлай. Әсә ҡарынында яйлап уның ағзалары үҫешә, камилллаша. 10-сы айҙа бала тыуа. Был бәйән – ғүмереңдең яралыу тарихы. Ә хәҙер әйт инде, кем һин, ҡайҙа юл башың? Бер-бер артлы килгән осраҡлы хәлдәр продуктымы һин, әллә үҙ асылын төшөнөр өсөн аҡыл бирелгән, камил организм менән бүләкләнгән ижад емешеме?


Комментариев нет:

Отправить комментарий