понедельник, 3 сентября 2018 г.

Рух һәм рухи донъя




Нимә һуң ул әҙәм йәне? Уны күреп тә, ҡулға тотоп ҡарап та булмай, сөнки ул күҙгә күренеп торған матди нәмә түгел. Йәне барлығына шикләнгән әҙәмдәр ер йөҙөндә, моғайын, бик һирәктер. Әҙәм тәне – ерҙән, ә йәне - күктән. Тәне - балсыҡтан, ә йәнеИлаһи яҡтылыҡтан.

Донъя барлыҡҡа килгәнсе үк – “Калу Бела” осоронда – Аллаһ, бөтә замандарҙағы йәндәрҙе йыйып, былай тип һораған: «Алясту бираббикум? (Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме ни?)» Һәм беҙҙең йәндәребеҙ яуап биргән: «Калю Бела (Эйе, беҙ шаһитлыҡ ҡылабыҙ)».

Һәр йән, үҙ тәненә ингәнсе үк, Раббыһына буйһонорға, Уға ғына тәүәккәл итергә ант иткән. Әҙәм йәне тәненән алда барлыҡҡа килгән. Аллаһ ихтыяры менән, әсә ҡарынындағы 4-5 айлыҡ бала тәненә күктән йән инә. Заман фәндәре мәғлүмәттәре буйынса, тап ошо осорҙа бәпәйҙең йөрәк тибеше һиҙелә һәм ул ҡуҙғала башлай. 

Ислам дине ғилеме раҫлауынса, йәнде Илаһи нурҙан яралған күҙгә күренмәҫ фәрештәләр алып килә. Аллаһ ихтыярын үтәүсе күктән төшкән шул заттар арҡаһында, кешегә йән инә. Йөрәк тибеше тамырҙар буйлап ҡан йөрөшөн тәьмин итә, үпкә, мейе, биҙҙәр, күҙәнәктәр, гормондарҙы эшкә ҡуша. 

Йәне менән бергә фәрештәләр кешегә уның яҙмыш программаһын да тапшыра, ғүмер кодын индерә. Яҙмышты тәшкил иткән бөтә нимә: характер, ауырыуҙар, бәхет, ҡайғы, ғәмәлдәр, милек, тыуыу һәм үлем датаһы, уларҙың буласаҡ урыны Хаҡ Тәғәләбеҙ тарафынан билдәләнә. Былар хаҡында XIV быуат элек үк пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалләһү ғәләйһи үә сәлләм) әйтеп ҡалдырған. Заман фәндәре ул мәғлүмәттәрҙе раҫланы. Баҡтиһәң, кеше хромосомаларында нәҫел ауырыуҙары, характер һыҙаттары, холоҡ алгоритмдары хаҡында мәғлүмәт биреүсе гендар бар. Ғалимдар, ошо мәғлүмәттәр шифрын асып, характер асылы һәм нәҫел ауырыуҙарынан сығып, кеше тормошонда мөмкин булырҙай хәлдәрҙе, хәүефтәрҙе күҙаллай алды.
 Үҙ йәнеңде нисек тойорға мөмкин? Тирә-йүнде беҙ һиҙеү ағзалары тапшырған, ифрат күп мәғлүмәтте үҙе аша үткәргән мейе ярҙамында зиһенгә алабыҙ. Һеҙ китап тотоп тораһығыҙ икән тип күҙ алдына килтерегеҙ. Уның һүрәте нервы күҙәнәктәре ярҙамында баш мейеһенә тапшырыла һәм уға тәьҫир итә. Нервы күҙәнәктәре артығын атҡара аламы? Һүрәтте күрә һәм аңлай аламы? Беҙҙе уйланырға, шатланырға, борсолорға мәжбүр итә аламы? Беҙҙең хистәребеҙ һәм уйҙарыбыҙ ул күҙәнәктәрҙәге химик реакциялар һөҙөмтәһе булыуы мөмкинме? Шик юҡ, беҙҙең тәнебеҙ менән идара итеүсе һәм беҙҙең хистәребеҙ менән бәйле материаль булмаған йәшерен нимәлер бар. Ул йәшерен нимә – беҙҙең йәнебеҙ.

ЙәнХаҡ Тәғәләбеҙ биргән илаһи энергия. Йәнебеҙ тәнебеҙгә күреү, ишетеү, һиҙеү һәләтен бирә. Ә уны күреп, тойоп булмай. Һағыш, шатлыҡ, һыҙланыу, уйҙы тотоп ҡарап булмаған кеүек, йәнде лә тотоп ҡарап булмай. Идара итеп булған, аңға бәйле уй һәм тойғоларҙан айырмалы рәүештә кеше үҙ йәненә хаким түгел. Йән тәнебеҙгә көс бирә, йөрәгебеҙҙе тибергә, ҡаныбыҙҙы хәрәкәт итергә, ағзаларыбыҙҙы эшләргә мәжбүр итә. Тәнендә йәне бар икән – кеше йәшәй, тәнен ташлап китһә, ғүмер тамамлана. Йәндең Раббыһына ҡайтырға ваҡыты етһә, күктән фәрештәләр төшөп, уны алып китә.

Хаҡ Тәғәләбеҙ әмере буйынса, кешеләрҙең йәнен Ғазраил (ғәләйһис-сәләм) һәм уның ярҙамсылары алып китә. Аллаһ ҡанундары буйынса йәшәгән тәҡүәлеләрҙең йәне тәнен, турһыҡтан ағып сыҡҡан һыу һымаҡ, еңел генә ҡалдырып китә. Ә иманһыҙҙың йәнен һарыҡ йөнөнән сәнскене тартып алғандай йолҡоп алалар. Үҙ ғәмәлдәре өсөн яуап тотасаҡ мәл килеүе хаҡында уйланмағандар, йәнен фәрештәләр алырға килгәс, ул хәҡиҡәтте төшөнәсәк. Улар Аллаһтың барлығына инанасаҡ, Уның әмерҙәрен үтәү өсөн, фани донъяға ҡайтырға теләйәсәк, тик һуңлаған тәүбәләре ҡабул булмаясаҡ...

Аллаһ ҡашына баҫып, һәр йәшәгән көнөбөҙ, һәр ғәмәлебеҙ, һәр һүҙебеҙ һәм уйыбыҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ. Кешегә туҡтауһыҙ эйәреп йөрөгән уң һәм һул яғыбыҙҙағы ике фәрештә һәр ғәмәлебеҙҙе яҙып бара. «Юҡтыр һис бер кеше, мәгәр һәр бер кеше янында уның барса эшен яҙыусы фәрештә барҙыр.» (Тариҡ (Йондоҙ), 4) Һис ҡасан был турала оноторға ярамай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәм ерҙә йөрөгән саҡта, Хисап көнө, Ҡиәмәт көнөнөң ҡотолғоһоҙлоғо, бөтә донъя аҫты-өҫкә килеп үҙгәрәсәге хаҡында тейешенсә уйланмай. Барыһы ла тап Ҡөрьәндә вәғәҙә ителгәнсә буласаҡ:

 «Күк ярылған саҡта, йондоҙҙар сәселеп ҡойолған ваҡытта, диңгеҙ-йылғалар ағып бөткәс, ҡәберҙәр аҡтарылып, аҫты-өҫкә килгәндә (йәғни, үлеләр терелеп, ҡәберҙән сыҡҡанда), һәр кем киләсәге өсөн нимә әҙерләнгәнен, (фани донъяла) ниндәй ғәмәлдәр ҡалдырғанын беләсәк.]» (Инфитар (Ярылыу), 1-5)

Был донъя кешеләрҙе һынау өсөн барлыҡҡа килгән. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, хәҡиҡәт һәм ялған, гүзәллек һәм түбәнлек һынау рәүешендә гел кешене көтөп тора. Әхүәле рухиәбеҙ нимә менән тулы был мәлдә? Рухыбыҙ күктәргә алып осоуы лә, тәрән упҡын төбөнә быраҡтырыуы ла ихтимал бит. Боҙоҡ, әҙәпһеҙ күңел компас уғы ише кешене ялған маҡсаттарға, иң түбән теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереүгә алып китәсәк. Ҡаты күңел енәйәттәргә, көс ҡулланыуға этәрәсәк. Ә тормошоңдо яйға һалыу өсөн, әхүәле рухиәңде тырышлыҡ һалып гонаһтарҙан әрсәләргә, уны иң яҡшы сифаттар менән байытырға, хис-тойғоларыңды ауыҙлыҡларға өйрәнергә кәрәк.

Көн һайын әҙәмде төрлө икеле уйҙар уратып ала. Дөрөҫ юлды нисек табырға? Хаҡты ялғандан, яҡшыны ямандан нисек айырырға? «Ярай» һәм «ярамай»ҙарҙы теүәл генә үлсәрлек бизмәнде ҡайҙан табырға, берҙән-бер дөрөҫ яуапты ҡайҙан табырға? Әйҙәгеҙ, уны Ҡөрьәндән эҙләп ҡарайыҡ.
Ҡөрьәняҡшыны ямандан айырырға өйрәтеүсе, Аллаһ ҡушҡандарҙы һәм тыйғандарҙы аңлатып биреүсе тиңдәшһеҙ Китап. Әгәр кеше үҙен Аллаһ бар ҡылғанына ышана икән, Раббыббыҙҙың кешеләргә тәғәйенләгән ҡанундарын ул белергә, ҡабул итергә һәм үтәргә тейеш. Был беҙгә кәрәк. Аллаһ Бөйөк, Ул беҙгә, беҙҙең ғибәҙәттәребеҙгә мохтаж түгел. Әммә Уның Шәфҡәте һәм Йомартлығы сикһеҙ! Хаҡ Тәғәләбеҙ ҡушҡан һәр нимәлә беҙҙең өсөн бәрәкәт һәм файҙа бар. Үҙе бар ҡылғандарға нимә яҡшы икәнен Унан да яҡшыраҡ кем белә алһын?!

 Бынан алда һеҙ ғаләмдең бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килгән бөтә донъя һәм кешенең Раббыбыҙ ҡанундарына буйһоноуын белгәйнегеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәне-тәне менән Хаҡ Тәғәләбеҙгә ғибәҙәт ҡылырға тейеш булған кеше анты хаҡында онота, донъя ялтырауыҡтарына алданып, үҙенә башҡа ориентирҙар һәм рухи ҡиммәттәр таба. Аллаһты онотоп, улар үҙҙәре һымаҡ аҙашҡандар юлынан атлай. Улар кешеләргә ялбара, йыһанға, тәбиғәт көстәренә. Кешеләрҙең әхүәле рухиәһен биләп алған заман һынташтары боттар, һындар ғына түгел, уға бөтә нәмәне һатып алырға мөмкин булған доллар ҙа инә. «Йондоҙ» булырға теләүселәрҙе саҡрымдарға һуҙылған сиратҡа баҫтырған дан һәм алдашыу, енәйәттәр аша яуланған власть тап шулар иҫәбенән... Фани донъя байлыҡтарына хирес әҙәм тыныслығын, сама тигән нәмәне онота. Һәр уңышын ул Аллаһтың рәхмәте рәүешендә түгел, үҙ тырышлығы, һәләттәре һөҙөмтәһе итеп күрә. Иманһыҙлыҡ, тәкәбберлек, мин-минлек, хөсөтлөк, ҡомһоҙлоҡ, ғәҙелһеҙлек, ялған, тупаҫлыҡ, әхлаҡһыҙлыҡ, йәбер-золом, эскелек, наркоманлыҡ кеүек гонаһтарҙы йәне-тәне менән донъя байлыҡтарын һөйгән кеше ғүмер ебенә мәрйендәр ише теҙеп ҡуя.

 «…Уларҙың яман эштәрен шайтан  яҡшы итеп, биҙәп күрһәтте һәм аҙҙырҙы. Юғиһә улар донъяға асыҡ күҙ менән ҡарай ине.» (Ғәнкәбут (Үрмәксе, 38). «Башығыҙға төшкән һәр бәлә үҙегеҙ ҡаҙанған урынына. Шуға ла ҡарамаҫтан, (тәүбәгә килгәндәрҙең) күбеһен (Аллаһ) ярлыҡаясаҡ.» (Шура (Кәңәш), 30)

Аллаһтың биргәненә шөкөр итеү – аҙашҡан йәндең ҡотолоу юлы шулдыр. Беҙҙән Хаҡ Тәғәләбеҙ ебәргән һынау-имтихандарға түҙемле булыу талап ителә. Ҡәнәғәт кешеләрбай кешеләр. Хәҡиҡи байлыҡ тауҙай аҡсала түгел, ә Аллаһ биргән өлөшөңә риза булыуҙа.

Сабырлыҡ – иң мөһим сифат. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, муллыҡта ла, мохтажлыҡта ла – ниндәй генә тормош һынауҙары алдыбыҙға килеп баҫмаһын, төшөнкөлөккә бирелмәү, Аллаһҡа тәүәккәлләү, гонаһтарҙан ары тороу һәм яҡшыға өмөт бағлау зарур. Тормошобоҙҙағы һәр ваҡиға – Аллаһ ебәргән һынау. Түҙемлек менән үткәрелгән ғазаптар беҙҙе паклай, Аллаһҡа яҡынайта:

«Эй, иман килтергән әҙәмдәр, сабыр-түҙем булып, намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ сабыр кешеләр менән бергә!» (Баҡара, 153).

Бер Аллаһтың дине булған ислам һөйөү һәм әхлаҡҡа нигеҙләнгән. Һөйгән пәйғәмбәре Мөхәммәт (саллалләһү ғәләйһи үә сәлләм) аша Раббыбыҙ уны ҡиммәтле бүләк рәүешендә Хисап көнөнә ҡәҙәр йәшәйәсәк бөтә халыҡтарға тапшырған. Ислам ҡанундары кеше тәбиғәте ихтыяждарына тап килә. Аллаһ дине юлы кешене тергеҙә, ҡәлбен паклай, изгелек, йомартлыҡ, миһырбанлыҡ, гүзәл әхлаҡ менән биҙәй, Аллаһтың иң күркәм ижад емеше (ахсану таквим) рәүешендә ғәмәлдәр ҡылып йәшәүгә юлдар аса. Ислам аҙашҡандарҙы, гонаһкәрҙәрҙе һәм енәйәтселәрҙе иманға саҡыра, сөнки уның төп маҡсаты – кеше йәндәрен ҡотҡарыу. Имандан, исламдан ҡасҡан, бөтмәҫ-төкәнмәҫ нәфселәре, теләктәре артынан сабыулап йөрөгәндәр бөгөн донъяны яманлыҡ төйәгенә әйләндерә – быларҙың һәммәһе өсөн кешеләр яуаплы. Бер аҡыл эйәһе әйткән:

«О әҙәм, үҙ йәнеңдең ҡиммәтен аңламайһың, сөнки Үҙ Йомартлығы менән Аллаһ уны һиңә түләүһеҙ биргән.»

Һәр заманда ла кеше үҙ ҡиммәтен, бөйөк тәғәйенләнешен аңларға тейеш, тормошон да шул ғилемгә ярашлы ҡорорға, үҙен тәкәбберлек, мин-минлек, ҡомһоҙлоҡ, насар ғәҙәттәр менән кәмһетмәҫкә, ә иман, намаҙ, ураҙа, игелекле ғәмәлдәр, гүзәл әхлаҡ, күркәм холоҡ менән биҙәргә тейеш, сөнки Раббыбыҙға илтеүсе юл әхүәле-рухиәбеҙҙән башлана.






Комментариев нет:

Отправить комментарий